

* * *
Киске ашты ашап, сәй эскәс тә Сабит өҫтөндәге эш кейемен алмаштырманы. Кикереүенә ҡарағанда, ҡатыны уны арыу ғына һыйлағандыр. Йомортҡаһын күршегә һалған тауыҡты һуйҙыртып, аш бешергәйне ул. Ырымбур педагогия институтында уҡып, әле каникулда ятҡан Эльзаның да күңелен күргеһе килгәндер. Ҡыҙы бит өҫтәл артына ултырған һайын һайланып, «быны ашарға ярамай, һимерәм», «тегене ашарға ярамай, һимерәм» тип әсәһенең теңкәһенә тейеп бөтә. Сабит иһә бөгөн дә шулайыраҡ тамаша ҡабатланыуын көткәйне. Ләкин Эльза башҡа ваҡыттағыса мыжып торманы, йөҙөндә нур сәсеп, әсәһенә:
– Тауыҡ ашы һимертмәй, ҡурҡмай ашарға була, – тип һөйөнөсөн белдерҙе.
– Шулаймы ни?! Нишләп элегерәк әйтмәнең? – һорау ҡатыш аптыраған әсәһе ҡыҙын еңелсә генә шелтәләне.
– Былай булғас, быйыл тауыҡһыҙ ҡалабыҙ икән.
Атаһының төрттөрөүенә Эльза: «Ну, пап...» –тип ризаһыҙлыҡ белдергән арала әсә кеше һөйләшеүҙе бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа күсерҙе.
– Ерекленән Заһирҙың Чечняла хеҙмәт иткән улын ҡалай ҡумтала алып ҡайтып ерләгәндәр. Ата-әсәһенә ҡумтаны асып ҡарарға рөхсәт итмәгәндәр.
– Ҡумта түгел, әсәй, цинк табуты, – тип Эльза уның һүҙҙәрен бүлде.
– Ҡайһы Заһирҙың? – Сабит ашауынан туҡтап, ҡатынына баш күтәрҙе, һүҙ юҡтан һүҙ булһын өсөн генә һораманы ул. Сөнки Ереклелә әлеге ваҡытта дүрт Заһир йәшәүен яҡшы белә, һәр береһенең ауылдаштары ҡушҡан үҙ ҡушаматы бар.
– Композитор Заһирҙы әйтәм, – тип яуап бирҙе ҡатыны Сабитҡа. – Шуның Мөҙәрис улы була инде. Әйткәндәй, Эльза ҡыҙым, һинән ул нисә синыфҡа түбән уҡыны һуң?
– Ике синыфҡа, һәр шиғырҙы көйгә һалып йырларға ярата торғайны.
– Атаһына оҡшағандыр. Йәшерәк сағында ул да: «Мин Заһир Исмәғилевкә тиң көйҙәр сығарам», – тип маҡтанды. Шуға ла үҙенә Композитор тигән ҡушамат таҡтылар.
Йорт хужаһы, тәрилкәһен тотоп, аш өҫтәргә һораны. Шул арҡала ҡатыны һүҙҙәрен артабан дауам итә алманы, урынынан тороп, кәстрүлдәге сүмескә үрелде.
Аштан һуң ваҡытты тиҙерәк үткәрергә теләп, ғаилә башлығы телевизор ҡаршыһына ултырып ҡараны – күрһәтелгән киноны оҡшатманы, тороп китте. Тегеләй-былай йөрөгән саҡта ул үҙе лә һиҙмәҫтән тағы ла кикереп ебәрҙе.
– Ой, пап, как некрасиво! – тип ҡыҙы баш сайҡаны.
– Нимәһе некрасиво?
– Рыгать итеү некрасиво.
– Ата-бабалар ҡунаҡты кикергәнсе һыйлаған. Кикереү, белгең килһә, ашап туйыу билдәһе.
Әле әйткәндәрен Сабит ҡайҙандыр уҡынымы, кемдәндер ишеттеме – уларын иҫләмәй. Әммә үҙенең хәтере шәплегенә балаларса һөйөнөп: «Институтта уҡыйым тигәс тә, атаһына иҫкәртеү яһамай торһон әле», – тип уйланы.
Ҡыҙы ла бирешергә теләмәне.
– Заман менән бергә ҡайһы бер холоҡ-ғәҙәттәр ҙә үҙгәрә.
Утъяҡҡыста эшен бөтөрөп ингән хужабикә ҡыҙы Эльзаның һүҙ көрәштереүен өнәп бөтөрмәне.
– Кемдең холоҡ-ғәҙәтен тикшерәһең? Атайыңдыҡынмы? Беҙ төҙәлер йәштән үткәнбеҙ инде, балам!
– Төҙәлер өсөн бер ҡасан да һуң түгел, әсәй, – тип ҡыҙы сылтыратып көлдө.
Сабит ҡатынынан уңды. Ирен ул, халыҡ әйтмешләй, өрмәгән ергә ултыртмай. Өҫтәүенә, бүтәндәрҙең кәм-хур итеүенә лә юл ҡуймай. Бер ваҡыт уға бисә-сәсәнән кемдер: «Һоро күҙкәйең йыш һала башланы бит, ниңә тыймайһың?» – тигәнерәк ҡырын һүҙ еткергән. Быныһының иҫе китмәгән, уның ауыҙын былай япҡан: «Эсһә ни, эсһен, һинекен эсмәй ҙә инде, үҙенекен эсә!» Ишек алдын ҡыш ҡарҙан таҙартмағаны өсөн дә ул Сабитҡа тел тейҙертмәгән. «Ә ниңә көрәп торорға? Аллаһы Тәғәлә үҙе яуҙырғанын яҙ үҙе иретә. Ирер әле», – тип яҡлаған.
Ҡыҙын шелтәләгән арала иренең һаман да эш кейемендә йөрөп ятыуын күреп, иғтибарын уға йүнәлтте.
– Ҡарсыға танауҡайым, ниңә һаман өҫтөңдө алмаштырманың?
– Эш бар.
– Ниндәй эш тағы? Төн уртаһында...
«Төнгө һунар»ы хаҡында Сабит ҡатынына әйтһә лә булыр ине, сөнки ул барыбер ҡаршы төшмәйәсәк, ыңғайына һыпырасаҡ. Әле ҡыҙынан ғына уңайһыҙланды. Шуға ла ул:
– Тау башында будка төҙөүебеҙҙе беләһең, – тип һүҙҙе ҙурҙан башланы. – Шунда күҙ-ҡолаҡ булырға һөйләштек. Бөгөн минең сират.
– Төнө буйы ҡарауыллайһыңмы ни?
– Юҡ та. Йоҡларға ятҡансы, бер урап килһәм, еткән.
– Халыҡ бигерәк боҙолдо шул, урап кил, урап кил, – тип ҡатыны ҡаршылыҡ күрһәтмәне.
Сабит урамға сыҡҡанда, Сауҙагәр Шәрифтең өйөндә ут бар ине. Тирә-яҡҡа күҙ һалып, биш-алты аҙым атларға ла өлгөрмәне, уларҙан биш йорт аша торған Ғатауҙың ҡатлап-ҡатлап һүгенеүе ишетелде. Ҡатынынан араҡы таптыра икән. Уныһы ирен: «Сауҙагәргә барып кил», – тип тынысландыра.
Сабит эт өргән тауышҡа һағая биреп, тиҙерәк тыҡрыҡҡа боролдо. Бынан Ҡатыралы йылғаһына ла күп ҡалмай. Юлының әле ошондай йүнәлеш алыуына ул ихлас һөйөндө – ҡәнәғәтләнеү кисереүҙән хатта костюм төймәләрен ысҡындырып ебәрҙе.
Тау битләүенә күтәрелә биргәс, Сабит, ял итергә туҡтап, ауылына һоҡланып ҡарап торҙо. Урам бағаналарына эленгән ҡалпаҡлы лампочкалар яҡтылығында ул иң элек бер-береһенә һыйынып атлаған ике-өс пар ғашиҡты күреп ҡалды. «Бына кемдәрҙең донъяһы теүәл», – тип уйлаған ыңғайға үҙенең бер ярты өсөн ошолай йөрөүенә ғәрләнә биреп тә ҡуйҙы. Тик ғәрлеге лә шул сама булғандыр, оҙаҡҡа барманы – был юлы урам буйлап мотоциклда елдергән әҙәм ҡыҙыҡһындырҙы уны.
Сабитҡа йәш сағында матай тәтемәне. Күрше Сурай ауылында йәшәгән ҡыҙы – әлеге ҡатыны – янына ул, колхоз атын урлап, һыбай елдерә ине.
Ә Сауҙагәр Шәриф йортонда һаман ут яна. «Ниңә оҙаҡлай икән?» – тип үҙ алдына һөйләнгән мәлдә, веранда ишеге асылып, ҡомғанын тотҡан ҡарсыҡ килеп сыҡты ла ҡураға табан атланы...
Сабит, йылмайып, тау башына тиклем араны самаланы: ярты саҡрым тирәһе ҡалғандыр. Ғүмер барыбер үҙенекен итә. Ҡасан ғына уға был һуҡмаҡтан йүгереп менеүе бер ни тормай ине. Ә хәҙер, ана, тыны ҡыҫылыуҙан туҡтарға мәжбүр.
Күңелде ҡырыр өсөн күп кәрәкмәй – олоғайыу тураһында уйлау бер кемгә лә ҡыуаныс килтермәй. Әле Сабит үҙен йыуатыр һүҙ таба алманы. Киреһенсә, Шәрифтең оҙаҡлауын яңынан иҫенә төшөрөп, алама кәйефенең яйлап асыуға әйләнеүенә ирек ҡуйҙы.
Шулай ҙа асыуы уның бер ҡасан да шартлар сиккә етмәй. Бындай ваҡытта ҡатыны ирен: «Йөрәгеңә көс төшөрмә, йөрәгеңде һаҡла, һоро күҙкәйем!» – тип һыуындыра. Эргәһендә булһа, әле лә шулай эшләр ине. Юҡ шул. Карауатта бер үҙе бесәй кеүек мырлап йоҡлап яталыр.
Ҡатынын күҙ алдына баҫтырыу менән Сабитҡа еңел булып китте. Юлды дауам итер алдынан ул ауылына тағы ла бер әйләнеп ҡараны – хәҙер инде тәҙрәләрҙә уттар һирәгәйгән. Күбеһе, тимәк, йоҡларға ятҡан. «Ана шул кәрәк тә инде беҙгә Шәриф менән!» – тип күңелләнде ул, яҡында ғына ниҙер ҡыштырлағанға ҡолаҡ һалып. Башта уны аяҡ тауышына ла оҡшатҡайны, ләкин бер аҙҙан был уйынан кире ҡайтты.
Ҡулдарын артҡа ҡайырып атлаған Сабит туҡталышҡа етәрәк ҡатын-ҡыҙ көлөүенән тертләп китте. Ҡурҡышынан, ярай әле, тау түбәненә һыпыртманы – шайтандың үҙе ҡыуып етә алмаҫ ине. Иҫ-аҡыл йыйғандан һуң унда иң тәүҙә: «Әллә Шәрифтең ҡыҙы менән кейәүе килеп, мине көтөп торалармы?» – тигән һорау тыуҙы. Әммә шул ваҡыт егеттең йөрәк әрнеүе булып яңғыраған һүҙҙәренән уға бөтәһе лә аңлашылды.
– Һин көләһең, ә минең илағым килә! Көсһөҙлөгөмдән илағым килә! Мәғәнәһеҙ һуғышта башын һалған тиҫтерҙәрем өсөн илағым килә!
– Ҡурҡаҡтар ғына илай! – Таңсулпан Айнурҙың хәтерен һаҡлап торманы.
– Ә мин ҡурҡам! Егет һүҙе түгел был. Ләкин мин тотош милләт фажиғәһен күргән кеше. Шуға ла ер-һыуым, тау-урманым, ауылым, туған-тыумасаларым өсөн ҡурҡам.
– Минең өсөн дә ҡурҡаһыңмы?
– Һинең өсөн дә ҡурҡам.
Айнур хатта урынынан тороп китте. Сабит иһә, күреп ҡалмаһын тигәндәй, йәһәт кенә ергә сүгәләне. Шул арала үҙе: «Вәт, сволочтар, тапҡандар урын! – тип мығырланы. – Әллә был егетте, ысынлап та, кәнфиткә алдаштырып йөрөтә инде». Әле ул нимә эшләргә лә белмәне. Аяҡтары ойоғанға, ян-яғына ҡаранып, ултырыр таш эҙләне. Кәрәк саҡта уныһы ла тиҙ генә күҙгә салынманы.
Ә Шәрифтең йортонда һаман ут яна. Ҡулынан килһә, Сабит әллә ҡасан шул йорттоң тәҙрәһенә таш елгәрер ине. Араларҙың алыҫлығы ғына ҡамасаулай. Шул саҡ ул, асыуынан сырт төкөрөп, Таңсулпандың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалды.
– Юҡ, Айнур, һин ҡурҡаҡ түгел, батыр! Батыр булғанға ла минең менән осрашырға ҡурҡмайһың. Ә ҡалғандар ҡурҡаҡ. Ауыл егеттәрен әйтәм. Кеше юҡта һәр береһе түшемде, билемде һәрмәргә ынтыла. Ә кеше барҙа – күҙгә лә элмәйҙәр, хатта: «Иҫәр!» – тип рәнйетергә лә тартынмайҙар. Ҡурҡаҡлыҡтан килә был. Ә һин, Айнур, уларға оҡшамағанһың, ҡулдарыңды ла һуҙып бармайһың. Хәйер, һуҙһаң да ҡаршылыҡ күрһәтмәҫ инем. Үҙе алйот ҡына мине иҫәргә һанай. Өләсәйем әйтеүенсә, кемдер буйға яй үҫкән кеүек, минең дә аҡылым аҡрын үҫә икән.
Айнурҙың ҡабат Таңсулпан янына килеп ултырыуын да Сабит иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Тоноҡ ай яҡтыһында улар әкиәттәге сихри донъя кешеһе булып күренә, һаҡһыҙ ғына ишара яһаһаң да ошо илаһи күренеш юҡҡа сығыр һымаҡ. Шуға ла бер мәл Сабит, хатта тын алырға ла ҡурҡып, бөтөнләй хәрәкәтһеҙ ҡалды. Таңсулпан менән Айнур һөйләшеүе хәҙер уға, гүйә, татлы төшкә әүерелде.
– Ниңә һин мине ҡосаҡламайһың? Ғашиҡтар ҡосаҡлашырға тейеш.
– Ә беҙ ғашиҡтармы ни? Мин Чечняла һиңә оҡшаған Роза исемле чечен ҡыҙына ғашиҡ булғайным инде.
– Миңә оҡшағанмы?! – Тулҡынланыуҙан хатта Таңсулпан урынынан ҡалҡына биреп ҡуйҙы. – Тимәк, мин чечен ҡыҙына оҡшағанмын?! Бәлки, минең тыуған ерем шундалыр, ә бында аҙашып ҡына килеп сыҡҡанмындыр.
– Тыуған ерҙе һайлап алмайҙар.
– Ни тип әйтергә лә белмәйем. Әммә һинең менән миңә рәхәт.
Ултырған килеш Айнур ҡыҙҙы сәстәренән һыйпап: «Эйе, һин Розаға шул тиклем оҡшағанһың», – тигән ыңғайға уны һаҡ ҡына үҙенә тартты ла, һүҙҙе икенсегә борорға теләпме, һорау бирҙе:
– Өшөмәйһеңме?
– Киреһенсә, янам... Гөлтләп тоҡанып китермен кеүек.
– Минең бер үҙемде ҡалдырыпмы?
– Кисә Ҡатыралыла кер сайҡағанда, Әмир ҙә яңғыҙ ҡалдырып китмәүемде үтенде.
– Йомошо булғандыр.
– Мөхәббәт тураһында шиғыр уҡый, йәнәһе. Ә мин: «Шиғырға алданыр йәштән үткәнмен», – тинем дә китеп барҙым.
– Шиғырҙы алдар өсөн яҙмайҙар. Рәнйеткәнһең.
– Юҡ, ул мине рәнйетте. Ҡосаҡлап үбергә ынтылды. Үптермәгәйнем, оятлы шиғыр уҡый башланы.
Айнурҙың рәхәтләнеп көлөүенән Сабит һиҫкәнеп китте. Әҙәм балаһының үҙенә лә аңлашып етмәгән иләҫ-миләҫ сағы булалыр. Әле шуларҙы уйлап, ул ауылына ҡабат күҙ һирпеп алды. Сауҙагәр Шәрифтең йортонда һаман ут яныуы уны был юлы эстән генә ҡаты һүгенергә мәжбүр итте. Шуға өҫтәп, көтмәгәндә теш араһынан ҡыҫылып сыҡҡан һүҙҙәре лә таҡта урларға килгән ирҙең ризаһыҙлығын асыҡ сағылдырҙы: «Был мөртәткә ышанған мин ахмаҡ». Ул, ҡайтырға булып урынынан торғанда, сигарет тартҡыһы килеүен иҫенә төшөрҙө лә ауыр уфтанып ҡуйҙы.
Тынлыҡты Таңсулпан тауышы бүлде.
– Тик ул ниңә оятлы ғына шиғырҙар яҙа?
– Берәй ваҡыт, бәлки, беҙҙә лә, үҙең әйтмешләй, оятлы гәзит сыға башлар. Шул саҡта баҫтырыр.
– Оялмайынса...
Шул мәл уларға оло юлдан, фар яҡтыһы менән ҡараңғылыҡты ҡайсылап, еңел автомобиль яҡынайҙы. Йәштәрҙең күреп ҡалыуынан ҡурҡҡан Сабит ҡабат сүгәләргә мәжбүр булды. Сүгәләгән ыңғайға уға Айнурҙың: «Туҙан аҫтында ҡалабыҙ, ҡуҙғалдыҡ!» – тигән иҫкәртеү һүҙҙәре ап-асыҡ ишетелде. Улар, ҡулға-ҡул тотоношоп, үҙҙәре генә белгән юл менән түбән төшөп китте. Сабит иһә иркен тын алды. «Хәҙер инде көйрәтергә лә ярай», тигән уй менән ул кәүҙәһен турайтты, кеҫәһенән ашыҡмай ғына «Прима» сығарҙы, аяҡтарының ойоуын бөтөрөргә теләп, тәнтерәгән быҙауҙай атлап китте.
Айнур менән Таңсулпан ултырған ергә күтәрелгәс, Сабит нишләргә белмәгән ҡиәфәттә, тәмәкеһен ҡабалан һурып, Сауҙагәр Шәриф йортона тағы ла бер күҙ һирпте. Тәҙрәләрендә ут балҡып, һаман йоҡларға ятмауҙарына аптырауы оторо көсәйҙе. Ошоға бәйле ниндәй генә һорауҙар тыуманы уның башында. Тик береһенә лә өҫтөнлөк бирә алманы. Ахырҙа үҙ алдына былайыраҡ һөйләнде: «Берҙе генә түгел, ике шешәһен ҡайырып аласаҡмын!»
Иҫәбе уның ябай ине: хәҙер ул икешәр метрлы өс таҡтаны Сауҙагәр йортона илтә. Үҙен саҡырып сығара ла тейешле хаҡын әйтә. Риза булмаһа, үҙ йортона алып ҡайта ла китә. Яңыраҡ ҡына ҡатыны уға: «Мунса иҙәненең серек таҡталарын алмаштырырға кәрәк», – тигәйне. Шунда файҙаланыр.
Көндөҙ иһә, ошо тау башында тороп, төнгө сәйәхәт хаҡында план ҡорғанда, Сабит һәр йорт-ҡураның тоғро һаҡсыһы – эттең барлығын иҫәпкә алмаған икән. Әле Сауҙагәр Шәрифтең ихата ҡапҡаһына тотоноуы булды – эте уны хәтәр өрөп ҡаршыланы. Тертләүенән Сабит хатта күтәреп килгән таҡталарын ҡулынан төшөрөп ебәрҙе. Шуны ғына көткәндәй, Сауҙагәр Шәриф йортоноң тәҙрәләрендә ҡапыл ут һүнеүе уны бөтөнләй телһеҙ итте. Әммә уға ошо ҡиәфәттә оҙаҡ торорға тура килмәне – өрөүҙән ырылдауға күскән эттең ҡапҡа тырнауынан ул үҙен ҡулға алып, таҡталарҙы берәм-берәм йәһәт кенә ихата эсенә ырғытты. «Өс таҡта өсөн иҫ китмәгән әле», тип уйлаған арала, урам яңғыратып һүгенә-һүгенә атлап килгән иҫерек Ғатауҙы шәйләп, баяғынан да нығыраҡ ҡаушаны: «Шул ғына етмәгәйне!» Бер аҙҙан инде ул, ҡулъяулығы менән тирен һөртөп: «Ниңә әле миңә был тиклем ҡойолоп төшөргә? – тигән ҡарарға килде. – Ғатау миңә кем? Бер башлаһа, тыйыла алмаған алкаш булыуын бөтөн ауыл белә...»
Сабит, үҙенең уйҙарына ҡеүәт бирергә теләгәндәй, тамаҡ ҡырҙы ла, ниҙер иҫенә төшөрөп, усын-усҡа һуғып ҡуйҙы. «Был, моғайын, Сауҙагәргә араҡыға киләлер?» Усын-усҡа һуғыуы аша ул ошондай фекер тыуыуына ҡәнәғәтлек белдерҙе шикелле. Хәҙер Ғатауҙың ҡапҡаға бер-ике ҡағыуы була, йорттан һәр ваҡыттағыса туйтаңлап Шәриф ҡарт үҙе килеп сығасаҡ.
Башта Сабит, Ғатау һүҙ ҡушҡас, эттең өрөүенән туҡтауына ғәжәп итте. Ғәжәпләнеүен иһә ул ауылдашына: «Ай-һай, һеҙҙең дуҫлыҡ хәтәр икән!» – тигән һүҙҙәр менән еткерергә теләгәйне лә, әммә өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Ни тиһәң дә иҫерек. Ә иҫерек кешенән әллә ни ишетеүең бар.
Сабиттың буталсыҡ уйҙарын Сауҙагәрҙең ишектә күренеү менән: «Аҡсаң бармы?» – тип һорауы бүлде. Тегенеһе: «Пенсияны бит ике-өс көн элек килтерҙеләр, кәнишне, бар!» – тип дорфа ғына яуап бирҙе. Алыш-бирештән һуң Сабитҡа ла үҙен танытырға сират етте.
– Ә-ә, Сабитулла! – тип Шәриф ағаһы уның һүҙҙәрен эләктереп алды. – Үпкәләмә инде, ҡан баҫымым күтәрелеп, үҙем дә бара алманым, кейәүҙе лә ебәреп булманы, райүҙәктән ҡайтып етмәне. Ҡартлыҡ бит шатлыҡ түгел...
– Ҡулдан килгәнен эшләнем инде. – Сабит уға һөйләп бөтөрөргә ирек бирмәне. Әле бит өҫтөнлөк уның яғында, шуға ла үҙен ҡырыҫ тоторға тырышты. – Көндөҙ килешкәнсә, бер яртыңды давай!
Ихата эсенә ташланған таҡталарҙы веранданан ут яндырып ҡарағандан һуң Сауҙагәр ҙә үҙенең шиген белдерҙе:
– Өс таҡта өсөн бер ярты күберәк түгелме?
Сабит һатыулашып торорға теләмәне. Эште боҙоп, яртыһыҙ ҙа ҡалыуың бар – ундай хәлдәр ҙә булғылай. Сабырлыҡ кәрәк. Шуға ла ул йорт хужаһына йомшағыраҡ өндәшергә тырышты:
– Бурыслы булып ҡалмам, тағы ла килтерермен.
– Ышанам, ышанам! – тип йөпләне уның вәғәҙәһен Шәриф ҡарт, ҡапҡа аша бер ярты араҡы һуҙып.
Ете төн уртаһында аяғы ергә теймәй атлаған Сабит әле өйөнә ҡайтышлай бер үк һүҙҙәр теҙмәһен үҙ алдына туҡтауһыҙ ҡабатланы:
– Ҡарун, былары ҡәберең таҡталары булһын!..
Дауамы бар.