Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
14 Июль 2023, 14:10

Күрше ҡыҙыҡай: “Әхтәм, һеҙҙең өйгә йәшен инеп китте”, – ти.

Бала саҡ ауыр булды, шуға бик һағынам, тип тә әйтә алмайым. Йәш сағымды һағынам.

Күрше ҡыҙыҡай: “Әхтәм, һеҙҙең өйгә йәшен инеп китте”, – ти.Күрше ҡыҙыҡай: “Әхтәм, һеҙҙең өйгә йәшен инеп китте”, – ти.
Күрше ҡыҙыҡай: “Әхтәм, һеҙҙең өйгә йәшен инеп китте”, – ти.

Шоңҡарҙар. Бала сағығыҙҙы һағынаһығыҙмы? Нимәһе менән нығыраҡ иҫтә ҡалған?

Әхтәм Әхәт улы. Бала саҡ ауыр булды, шуға бик һағынам, тип тә әйтә алмайым. Йәш сағымды һағынам. Әле уйлап ултырам, мин бит тәүге аҡсаны алты йәштә эшләнем. Баш бала булғас, ҡул араһына иртә индем. Бер көн атай урманға алып китте. Ҡыуыш ҡорҙоҡ, шунда ятып ағас әҙерләйбеҙ. Колхозғамы, совхозғамы ялланғандыр инде. Утындың кубометры бер һум да егерме тин ине. Ә ҡарағай бүрәнәләрҙе үлсәм менән ҡырҡабыҙ, уныһы ике һум. Минең өсөн иң ауыры ҡырын бысыу: ҡайындың төбө шул тиклем ҡаты, бала кешенең хәле етмәгәндер инде, шуға ҡул арымаһын өсөн ике ҡуллап быса торғайным. Нисәлер көн яттыҡ шунда, бер мәл атай, ағастарын тапшырғандыр инде: “Улым, мә, һинең хеҙмәт”, – тигән булып, миңә ун тәңкә аҡса бирҙе. Бик ҙур аҡса ине ул. Ауылдаштарым, әгәр ҙә бөгөнгө заманда тыуған булһа, беҙҙең Әхтәм көслө бизнесмен булыр ине, тиҙәр. Ысынлап та, барым булғандыр, яҙға табан талдан ҡаҙ ояһы әҙерләп һаттым. Ҡустылар тал ташый, мин үрәм, ул илле тингә осоп ҡына торҙо. Көҙгә табан тубырсыҡ йыйыуға күсәм. Баҙарҙан атай бейек тимер сана алып ҡайтҡайны, шуға тоҡ ырғытам да, билгә бәләкәй генә балта ҡыҫтырып, уҡыуҙан һуң урманға һыпыртам. Көн һайын бер тоҡ тубырсыҡ алып ҡайтам. Беҙҙән ун биш саҡрым ауылда тубырсыҡты киптереп орлоғон ала торған цех булды. Бер арба йыйылһа, атай тейәп шунда алып китә. Ҡарағас тубырсығының килоһы 46 тин ине, сөнки ул еңел, ә ҡарағайҙыҡы 35 тин самаһы. Аҡсаһын алып ҡайтып бирә. Мин шуға спорт ҡорамалдары ала инем. Саңғы-фәлән, етенсе кластарҙа иһә фотоаппараттар, радио ла йүнләнем. Сетевой радио һымаҡ нәмә лә юҡ ине бит беҙҙең тау-таш араһында, бик көслө радиоалғыстар ғына тота ине. Бизнес менән шөғөлләнеп, посылторгтан үҙем радио яҙҙырып алдым. Теүәл фәндәрҙән шәп өлгәшә инем. Физика уҡытыусыһы: “Йәшен ҡайтарғыс ҡуйығыҙ, өйөгөҙҙө йәшен атмаһын”, – тигәс, уныһын да әтмәләп ҡуйҙым. Бер ап-аяҙ көндө шарт итеп ҡалды, малай, өйөм һелкенеп кире ултырҙы, нимәләрҙер дөбөр-дөбөр килә. Сыҡһам, күрше ҡыҙыҡай: “Әхтәм, һеҙҙең өйгә йәшен инеп китте”, – ти. “Һинең шул нәмәң арҡаһында мейес торбаһы емерелгән”, – тип әсәй әрләй. Ике рәт шулай булғас, алып ташланым мин уны, ә радионы тыңланыҡ инде. Етенсе класта иһә, баяғы эшҡыуарлыҡ менән егерме ике тәңкә аҡса йыйып, бер ағайҙан мылтыҡ һатып алдым. Тейен, сел, ҡуян атып йөрөнөк.

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас