

“Беҙ 8 июндә эш башланыҡ.Өфөлә йәшәүсе,әлеге мәлдә декрет ялында булыусы Ләйсән бикәсем менән икәүләп 24 баш бейәне көнөнә 4 тапҡыр һауабыҙ. Йылҡыларҙы Маликов Хәләф Ғәббәс улы ҡарай.Көнөнә 60-70 литр тирәһе һөт һауып алабыҙ.Ҡымыҙыбыҙҙы юлаусылар ҙа,туристар ҙа алып китеп торалар.Туйҙарға,байрамдарға ла заказдар булып тора”, -ти Альбина.
Тырыштарға ырыҫ үҙе эркелеп килер мәл – ана бит, ҡала кешеһемен, тип тормай, декрет ялында булһа ла, ағайы менән еңгәһен күтәрмәләшеп, ярҙам итеп йөрөй Ләйсән дә бәләкәй ҡыҙсығы менән. Ә Альбинаның инде “Бешәке ҡымыҙы” тигән брендты юғалтмаҫ, марканы тотор рәте бар – йәйләүҙә бер йыл ғына тир түкмәй.
Бейә-ҡолондарын эт-ҡоштан тәләфләтмәй, эшләгән эштәренең һөҙөмтәһен күреп, кешене тәмле ҡымыҙ менән ҡыуандырып йәйләргә яҙһын уларға!
Айһылыу Ғарифуллина.
Фото: "Таң" гәзите.
Бөрйән районы.