Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
21 Июль 2023, 08:30

Нәзифә Ҡадирова: "Төрлө ваҡыттар ҙа булғыланы"

Ул оҙаҡ та сирләмәне, ни бары бер ай ятты. Һуңғаса үҙем ҡараным.

Нәзифә Ҡадирова: "Төрлө ваҡыттар ҙа булғыланы"Нәзифә Ҡадирова: "Төрлө ваҡыттар ҙа булғыланы"
Нәзифә Ҡадирова: "Төрлө ваҡыттар ҙа булғыланы"

– Ҡәйнәгеҙҙе һуңғы көндәренә тиклем һеҙ үҙегеҙ ҡараған, тиҙәр. Бөгөн ҡайһы берәүҙәр әсәләрен тәрбиәләмәй, туғандары менән ҡатышмай...

– Ул атай-әсәй тәрбиәһенән киләлер. Минең әсәйем ғүмере буйы ҡәйнәһен «әней», «әсәй» тип өҙөлөп торҙо. Беҙҙең ғаиләлә тәрбиә шулай ҡуйылған ине. Ғабдрахман «инәй» тине, мин дә шулай тинем ҡәйнәмә. Улар – Туймазы яғыныҡы. Әле лә туғандарыбыҙ менән күрешеп, ҡатышып торабыҙ, «жиңгәшәй» тип яҡын итәләр. Матур мөғәмәлә һаҡлай алдыҡ, бәйләнештәр өҙөлмәне. Ҡәйнәм, Ғасимә Мөхәмәт ҡыҙы, бик уңған, булдыҡлы, аш-һыуға оҫта, таҙалыҡ яратҡан ҡатын ине. Беҙ ҡыҙ менән әсәй кеүек йәшәнек. Төрлө ваҡыттар ҙа булғыланы, әммә бер-беребеҙгә үпкә һаҡлап йөрөмәнек. Ул оҙаҡ та сирләмәне, ни бары бер ай ятты. Һуңғаса үҙем ҡараным. 

Гөлнур ИШБУЛАТОВА.

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас