Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
26 Июль 2023, 15:25

“Теге донъяның нимә икәнлеген беләм...”

Яратҡан йырсыбыҙҙы матур байрамы менән ҡотлап, ғаилә именлеге, сәләмәтлек, моңло йырҙары менән халҡыбыҙҙы тағы ла оҙон оҙаҡ һөйөндөрөүен теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

“Теге донъяның нимә икәнлеген беләм...”“Теге донъяның нимә икәнлеген беләм...”
“Теге донъяның нимә икәнлеген беләм...”

Самауырҙы йыҡҡансы

 

“Теге донъяның нимә икәнлеген беләм...”

 

Уның ижадына битараф ҡалып булмай: кемдер – йырлауын, кемдер театрҙағы ролдәрен ярата. Таланттарға бай Баймаҡ ерендә тыуған моңло һандуғас әңгәмәләшеүгә лә ихлас булып сыҡты – тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы бәйән итә-итә журналистарҙы көлдөрөп бөтөрҙө. Бер самауыр сәй эскәнсе кешенең тотош яҙмышына байҡау яһарға мөмкин икәненә ошо әнгәмәлә ныҡлап инандыҡ. Сәсән телле, йор һүҙле, уйлағанын әйткән сая ҡатын. Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, йырсы Алһыу БӘХТИЕВА ул. Йырҙары драматизмға тулы булыуы менән үҙәкте өҙә – “Һандуғас”, “Яңғыҙ ҡатын”, “Аҡсарлаҡ”, “Етеле шәм”, “Күптән инде” һәм башҡалар. Ә спектаклдәге ролдәре төрлө амплуала – сая Шәмсиә (“Ҡоҙаса”), юморға бай Хәниә (“Мөхәббәт ҡоштары”), Рух (“Урал батыр”), Ғәлимә абыстай (“Йәш йөрәктәр”), Сабира (“Шәүрәкәй”), моңло Латифа (“Шәмсура менән Шәмсетдин”) һәм башҡалар. Сәй эсә-эсә ҡорған әңгәмә бала саҡ хәтирәләренән башланып китте лә, ижадҡа, тормош асылына барып тоташты...

– Алһыу апай, самауыр тигәндә һеҙҙең күҙ алдына ниндәй ваҡиғалар күҙ алдына килә?

– Өләсәйем мәрхүмә булғас, уның самауыры миңә мираҫ булып ҡалды. Йортобоҙға барған һайын ғаиләбеҙ менән самауыр сәйе эсәбеҙ. Әсәйем ҡул эшенә оҫта булды, бигерәк тә бәйләнгән селтәрҙәре матур ине. Өҫтәл, карауат, мендәр япмалары, шаршау ситтәре – барыһы ла селтәр менән биҙәлә ине. Күбеһен музейға тапшырҙым, байтағы беҙҙә, балаларында һаҡлана. Уның самауыр өҫтөнә ҡаплай торған махсус бәйләнгән селтәре лә миндә. Самауыр, тигәндә минең күҙ алдына шунда уҡ аш-һыу бүлмәһенең түрендә, селтәр ҡапланған самауыр килә. Иң ҡәҙерле кешеләремдең ҡомартҡыһы.

– Бешеренергә, ҡунаҡ саҡырырға яратаһығыҙмы?

– Был һорауға мин һәр саҡ: “Кәүҙәмә ҡарағыҙ ҙа, үҙегеҙ уйлағыҙ,” – тип яуап бирәм (көлә- авт.). Бала саҡтан ризыҡ әҙерләргә яраттым. Өйгә гәзит-журналдар күпләп килә ине, шунда сыҡҡан рецептарҙы ҡырҡып алып, махсус дәфтәргә йәбештереп бара инем. Көн һайын шуларҙың береһен бешереп ҡарайым. Шул дәфтәрҙәр һаман да һаҡлана миндә.

Балаларымдың йәш айырмаһы ҙур бит, уларҙың һәр береһенең йәш үҙенсәлеген, ниндәй ризыҡ яратыуын күҙ уңында тотоп, төрләп-төрләп бешеренәм. Ҡайһы саҡта үҙҙәре лә интернеттан ҡарап, ят ризыҡ әҙерләп ҡуялар. Беҙҙең Таулыҡай ауылында һаман да тирмән эшләй. Шунан тоҡлап он алып ҡайтам. Бер ваҡытта ла торт, бәлеш кеүек ризыҡтарҙы һатып алмайбыҙ – ауыл ононан үҙебеҙ бешерәбеҙ. Берәй байрамда магазин бәлешенән ауыҙ итеп ҡарайҙар ҙа: “Әллә ни тәмле түгел,” – тип тәнҡитләп маташалар әле. Кесейома, йома көндәрендә мотлаҡ өйҙә май еҫе сығарып, ҡамыр ризығы әҙерләйем. Аралашҡан күрше-тирәгә лә өлөш сыға.

– Бала саҡтың иң яҡты хәтирәләре, тип нимәне әйтер инегеҙ?

– Һаҡмарҙа йөҙәм, тип әллә нисәмә тапҡыр бата яҙҙыу. Йылғанан селбәрәләр һөҙөп алып, йота торғайныҡ. Имеш, шулар кеүек йөҙөргә өйрәнәбеҙ. Ялан-ҡырҙан еләк йыйыу. Көслө ямғырҙан ҡасып, урам буйлап өйгә йүгереү. Батҡаҡта сандали ултырып ҡалһынмы, йә йығылып өҫтө бысратаһыңмы – күңелле мәлдәр күп булды.

Шаян, шуҡ бала булдым. Һәр саҡ ниндәйҙер эш боҙғаным өсөн әрләнеп кенә йөрөй торғайным. Атайым менән әсәйем ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләнеләр. Уларҙан да йыш эләкте. Бер шулай класташым менән көрмәкләшеп йөрөп, башым менән мәктәп тәҙрәһен ваттым. Йәрәхәт алдым, тип түгел, ә атайым әрләй, тип ҡурҡтым. Бер аҙна буйы өйгә ҡайтмай, өләсәйемдә йәшәп торҙом.

– Ә сәхнәгә тартылыу ҡасан барлыҡҡа килде?

– Дүрт йәшемдә “Һәр ваҡыт булһын ҡояш!” йыры менән концертта ҡатнаштым. Баймаҡ районында үткән конкурста ҡатнашып, лауреат исемен алдым. Һаман да иҫемдә – тап-таҡыр башлы, әммә бантиклы ҡурсаҡ һәм Маҡтау ҡағыҙы бирҙеләр. Беҙҙең ағас өй булғас, атай-әсәйем әлеге шул маҡтау грамотаһын кнопка менән тишеп, стенаға элеп ҡуйҙылар. Әсәйем ап-аҡ ҡына күлдәк тегеп биргәне лә хәтерҙә ҡалған. Ауылдағы туғандарға, күрше-күләндәргә концерт ҡуйып йөрөй торғайным. Мине кәнфит менән һыйлайҙар, маҡтап ебәрәләр.

– Мәктәпте тамамлағас, педагогия училищеһына уҡырға барғанһығыҙ. Уҡытыусылар династияһын дауам итергә теләнегеҙме?

– Ҡарт өләсәйем Баймаҡ районындағы тәүге ҡатын-ҡыҙ уҡытыусы булған. Ҡыҙҙар өсөн махсус класс асып, уларҙы уҡыу-яҙыуға ғына түгел, ҡул эштәренә лә, бешеренергә лә өйрәткән. Боронғо китаптарҙы уҡыған. Әсәйем менән атайым икеһе лә Темәс педагогия училищеһын тамамлап, ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне.

Бала саҡта табип булырға хыялландым. Сибай медицина училищеһына уҡырға барырға уйлағайным. Тик ағайҙарым, унда тәртип яғы насар, тип педагогия училищеһына барырға күндерҙеләр. Династияға килгәндә, оло ағайым да, ҡустым да педагогик белем алды.

– Студент тормошо оҡшанымы?

– Уҡыу оҡшаны. Бик көслө, абруйлы уҡытыусылар белем бирҙе беҙгә. Курсыбыҙ татыу, берҙәм булды. Һабаҡташтар менән һаман да аралашабыҙ, йыш ҡына осрашып торабыҙ. Улай ғына ла түгел, башҡа курс һәм төркөмдә уҡыған элекке студенттарҙың барыһы менән дә тиерлек бәйләнеш тотам. Дөйөм ятаҡта бүлмәнән бүлмәгә йырлап, кеше көлдөрөп йөрөй торғайным. Бынан тыш һәр концертта, спорт ярышында ҡатнаштым. Ҡыҫҡаһы, әүҙем тормош алып барҙым. Тик күңелде ҡырған бер ваҡиға ғүмергә иҫтә ҡалды. Әлеге лә шул шаянлығым – мин училищенан сығып барам, иптәш ҡыҙ инеп бара. “Сәләм!” – тип башына кейгән шапкаһын күҙен ҡапларлыҡ итеп тартып киттем. Иртәнгеһенә минең тәртипте тикшереү өсөн йыйылыш үткәрҙеләр. Теге ҡыҙ: “Алһыу минең башыма дипломат менән һуҡты,” – тип ялыу яҙған икән. Ныҡ ҡына әрләндем. Уҡыуҙан да ҡыуырға уйлағайнылар, курсташтарым: “Беҙ уның тәртибен төҙәтәбеҙ,” – тип яҡлап алып ҡалды. Шулай итеп, минең биография боҙолдо.

– Сәнғәт институтына уҡырға инеүе ауыр булдымы?

– Уҡыуҙы тамамлағас, мине йүнәлтмә буйынса Әлшәй районына эшкә ебәрергә тейештәр ине. Тағы ла башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһында ҡатнашып, педагогия училищелары араһында еңеү яулағайным. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына имтиханһыҙ ҡабул итәбеҙ, тип әйткәйнеләр. Ә минең күңелдә артист булырға, тигән хыялдың дөрләп янған сағы. Рөхсәт алыу өсөн Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығына тиклем барып етергә тура килде. Ата-әсәйемә әйтеп тә торманым, иптәш ҡыҙым менән Сибайҙан тура Өфөгә юлландым.

Ул йылды Сибай башҡорт дәүләт драма театры өсөн махсус курс йыялар ине. 50-нән ашыу ҡыҙ араһынан өсәүбеҙҙе һайлап алдылар. Шатлығым менән уртаҡлашып, ауылға: “Уҡырға индем,” – тип телеграмма һуҡтым да, үҙем Ырымбур өлкәһенә гастролгә сығып киттек. Имтихандар ваҡытында Вилдан Яруллин, Артур Туҡтағоловтар менән танышҡайныҡ, уларҙың идеяһы ине концерттар ҡуйыу. Өс ҡыҙ, дүрт егет сығып киттек. Поезда барғанда ниндәй йыр беләбеҙ, шуларҙы барлап алдыҡ. Баҙарҙан бейек үксәле матур туфли һатып алдым. Бер баян, колонка, шнур менән микрофон. Ауылдан ауылға шуларҙы һөйрәп, рейс автобусы менән йөрөнөк. Бесән мәле, көндөҙ ауылда кеше юҡ. Мәҙәниәт йортоноң ултырғыстарында йоҡлап, ял итеп алабыҙ. Магазинда нимә бар, шуны алып, тамаҡ туйҙырабыҙ. Ә кис зал тулып халыҡ килә, концерттан һуң бүлешеп, фатирға алып ҡайтып китәләр. Шулай итеп, август аҙағында ғына ауылға ҡайтып индем. Һәр беребеҙ 600-әр һум аҡса эшләгәйнек, ә әсәйем айына 90 һум эш хаҡы ала. Магнитафон, әсәйемә Ырымбур шәле алғаным хәтерҙә ҡалған.

– Институтта уҡығанда саҡ үлемдән ҡалмағанһығыҙ, тиҙәр...

– Эйе, беренсе курста юл фажиғәһенә осраным. Светафорҙан сығып килгәндә машина бәрҙе. Йәнемдең тәнемдән айырылып, күктә осоп йөрөгәнен һиҙҙем. Шуға күрә, теге донъяның нимә икәнен яҡшы беләм. 1 декабрь көнө аварияға осрағайным, 8 мартта ғына ҡултыҡ таяҡтары менән уҡырға килә алдым. Операция эшләп, штиль ҡуйҙылар. Әйтәләр бит, иң күп доға ишеткән стеналар дауаханала, тип. Мин дә: “Үҙ аяғыма баҫһам, институтты ҡыҙыл дипломға бөтәм,” – тип әйтеү әйттем. Һәм һүҙемдә торҙом.

– Профессиональ сәхнәләге тәүге ролдәр ниндәй булды?

– Диплом спектаклдәрен ҡарарға Сибай театрынан Дамир Ғәлимов килгәйне. “Беҙгә килһәң, һинән йондоҙ яһайым,” – тине. Ни тиһәң дә ауылыма яҡын, студент йылдарым үткән йәшлек ҡалам. Шатланып риза булдым. Ете йыл эшләү дәүерендә төрлө ролдәр булды – төп геройҙы ла, әбейҙәрҙе лә, урта йәштәге ҡатындарҙы ла уйнаным. Гастролдәргә күп йөрөнөк. Ә тәүге ролем Буранбай Исҡужиндың “Һуңғы аҡсарлаҡ” драмаһында Әсифә булды. Эскесе ҡатын образы. 1993 йылдың декабрендә премьера булды һәм уның өсөн махсус рәүештә “Аҡсарлаҡ” йыры яҙылды. Ул бөгөн дә бик популяр. 30 йыл буйы халыҡ яратып тыңлай.

Сибай минән театр артисы ғына түгел, ә йырсы ла яһаны. Тап шунда эш башлағаныма шатланып бөтә алмайым. Ул саҡта мәҙәни үҙәк тап шунда булғандыр, тим. Зөһрә Фәйзуллина, Юлай Моратов, Хисмәт Дәүләтов кеүек композиторҙар менән таныш булыу ғына ни тора! Ә Юлай Үҙәнбаев менән бер көндө театрҙа эш башланыҡ. Ижади дуҫлыҡ бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә.

– Һеҙҙең тағы ла бик-бик популяр булған йырығыҙ – “Мәктәп вальсы” бар. Уның тарихы нисек?

– Педагогия училищеһының 2-се курсында уҡығанда, 15 йәш ине миңә, тәүге тапҡыр сығарылыш кисәһе студенттары өсөн баян оҙатыуында ғына йырланым. Йырҙың авторы – уҡытыусы, шағирә, композитор Зөһрә Фәйзуллина. Ул ваҡытта популяр булып китер, тип күҙ алдына ла килтермәнем. Йырланым да, оноттом. Аҙаҡ, алдан һөйләп үткән Ырымбурға гастролдәр ваҡытында ҡабат иҫкә төшөрҙөм.1992 йылда “Урал моңо” конкурсында ла шул йыр менән ҡатнаштым. Аҙаҡ Илшат Яхин аранжировка эшләп бирҙе һәм студияла яҙҙырҙыҡ. Зөһрә апай менән Илшаттың мәңгелек иҫтәлеге булып ҡалды инде “Мәктәп вальсы”.

– Үҙ урынығыҙҙы, үҙ тамашасығыҙҙы тапҡас ҡына Сибайҙы Өфөгә алыштырыу кәрәк инеме?

– Өфөгә күсеү осраҡлы булды. Уҡытыусы, режиссер Фәрдүнә Ҡасимова Милли йәштәр театрында “Шәүрәкәй” спектакле ҡуйырға теләй ине, төп ролде уйнарға мине саҡырҙы. Тәүҙә, барып уйнап йөрөрмөн, тип кенә уйлағайным. Бер ай самаһы ваҡыт үткәс, мине Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырҙылар. Азат Нәҙерғолов Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Әйҙәгеҙ, танышайыҡ” пьесаһы буйынса спектакль ҡуйғайны. Мин унда үҙемдең уҡытыусыларым – Суфия Ҡорбанғәлиева, Рәфил Нәбиуллиндар менән бергә уйнаным.

“Бында һине бер кем дә ҡолас йәйеп ҡаршы алмай. Сибайҙағы кеүек төп ролдәр ҙә күп булмаҫ, сөнки беҙҙә талантлы ла, матур ҙа артистар күп,” – тип килгәндә үк билдәле шәхестәр кәңәштәрен биреп ҡуйғайны. Барыһына ла әҙер инем. Аллаға шөкөр, үҙ урынымды таптым. Ролһеҙ ултырғаным юҡ, концерттарҙа ла ҡатнашып торам. Йәшәү мәсьәләһе лә хәл ителде: тәүҙә сәнғәт әһелдәре йәшәгән дөйөм ятаҡтан бүлмә биргәйнеләр. Аҙаҡ фатирлы ла булдыҡ.

– Артист өсөн иң ҙур баһа – халыҡ һөйөүе, алҡыштар һәм сәскәләр. Һеҙ сәскә яратаһығыҙмы?

– Дөрөҫөн әйткәндә, өҙөлгән сәскәләрҙе йәлләйем мин. Бер шулай концерт ваҡытында шаяртып ҡына: “Сәскә урынына сәй алып килһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр ине,” – тигәйнем. Шунан һуң башланды бит ҡыҙыҡтар. Бигерәк тә Баймаҡта сығыш яһаһам, тамашасылар һөт, эремсек, ҡорот, ҡаймаҡ, ит, ҡайнатма кеүек ауыл ризыҡтарына күмә. Ихлас шатланып, рәхмәттәремде әйтеп алам, рәхмәт әйтә әйтә ашайым, тәмлекәстәр бешерәм. Сәскә тигәндән, йәш саҡта бер ҡыҙыҡ хәл булғайны. Ғафури районында концерт ҡуйҙыҡ. Ҡыҙмаса булып алған бер ағай: “Эх, бына яҙ килдегеҙ. Ни баҡсала, ни яланда сәскә юҡ...” – ти. “Эй, ағай, һуғаның ҡыяҡ сығарманымы ни? Шуны булһа ла тотоп сығырға ине,” – тинем. Ун йылдан тағы шул ауылға концерт менән барырға тура килде. Теге ағай һуғандан гөлләмә эшләп алып сыҡҡан бит! “Мин вәғәҙә бирҙем бит,” – ти.

– Ә ни өсөн һеҙ театр юлын һайланығыҙ? Йырсы булырға бөтөнләй уйламанығыҙмы?

– Мин бала саҡта йырсы булыу өсөн айырым уҡырға кәрәк икән, тип уйламай инем. Нота белемем булманы. Икенсенән, беҙҙең бала саҡта, йәшлек йылдарында Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаровтың иң популяр ваҡыты ине. Йырсы актерға мөмкинлектәр ҙә күберәк булды. Әлбиттә, аҙаҡ йырсы булып китергә мөмкинлектәр ҙә тыуҙы. Ҡазан консерваторияһына ғына ике тапҡыр уҡырға саҡырҙылар. Тик баш тарттым. Бының өсөн аҙаҡ Нәжиә Аллаярованан ныҡ эләкте. “Күпте юғалттың,” – тине ул миңә.

– Ә тамашасы һеҙҙе кем булараҡ ҡабул итә: йырсымы әллә актермы?

– Сибайҙа эшләгәндә гастролдәргә йыш йөрөнөк. Спектакль бөткәс тамашасылар таралмай. “Алһыу менән Фәрүәз йырлаһын инде!” – тип ҡысҡыралар, ҡул сабалар. Мотлаҡ икешәр йыр башҡарабыҙ. Быға өйрәнеп тә бөттөк. Эш башлаған мәлдә Сибайҙа филармония асылғайны, шунда ла саҡырыу булды. Әммә Дамир Мәжит улы: “Унда ебәрмәйем. Яңы асылған ойошма нисек эшләр, ниндәй коллектив тупланыр – билдәһеҙ,” – тине. Фәрүәзде лә театрға саҡырып алды. Һәм беҙ театр янында концерт бригадаһы тупланыҡ. Юлай Үҙәнбаев, Айгөл Хәкимова, Илшат Вәлишин, Фәнил Кинйәғоловтар менән матур программа әҙерләнек. Икешәр план үтәй торғайныҡ. Азамат тыуыу менән юлға сығырға тура килде. Исем дә ҡушмаған инек. Хәйбулла районының Әбеш ауылында һабантуй бара ине, Хәсән исемле мулланан шунда исем ататтыҡ.

Ни өсөн баланы, үҙемде йонсотоп шулай йөрөнөм – ул ваҡытта эш хаҡы түләнмәй башланы. Ә беҙ ауылдарҙа йомортҡаға, майға һәм башҡа ризыҡтарға бартер менән концерт ҡуябыҙ. Ҡулға аҡса инә. Фәрүәз менән өйләнешкәс, туйға театр өс бүлмәле фатир бүләк итте. Йәш ғаилә өсөн был иҫ киткес байлыҡ ине. Ә эсенә ҡуйырға йыһаз юҡ, сөнки аҡса түләмәйҙәр. Концерт аҡсаһына диван, өҫтәл, сервант кеүек тәүге йыһаздарҙы алдыҡ. Тәҙрәгә ниһаят, селтәр менән шаршау эленде.

– Айырым концерт программаһы эшләргә уйламайһығыҙмы?

– 50 йәшемде концерт менән билдәләргә тип уйлағайным. Тик пандемия башланды. Ике тапҡыр көнөн күсерҙем дә, аҙаҡ яҙмағандыр, тип ҡул һелтәнем. Концерт ойоштороу бик мәшәҡәтле, ҡатмарлы эш. Аҡса ғына түгел, ваҡыт һәм көс талап итә. 55 йәшемде спектакль менән билдәләрмен, моғайын.

Бынан бер нисә йыл элек Зилиә менән Юлиә һылыуҙарыма Бәхтиева ҡыҙҙарынан торған программа эшләргә тәҡдим иткәйнем. Ул идеяны тормошҡа ашырырға була, ҡыҙыҡлы проект килеп сығыр ине, тип уйлайым. Сибай филармонияһында тағы ла бер һеңлем – Зәриә Рысмөхәмәтова эшләп йөрөй.

– Бер-берегеҙҙе тәнҡитләйһегеҙме? Апай булараҡ уларға кәңәш бирәһегеҙме?

– Әлбиттә, тәнҡитһеҙ булмай. Бигерәк тә башлаған осорҙа йәштәр кәңәшкә мохтаж була. Тәжрибәләре булмаған осорҙа ниндәй йыр башҡарыуҙан алып, ниндәй кейем кейергә тиклем минең менән кәңәшләштеләр. Хәҙерге ваҡытта Зәриә өсөн борсолам – үҙенең тамашасыһын тапҡансы эшләргә лә эшләргә кәрәк уға. Нимәһенә ҡыуанам: тәнҡитте лә, биргән кәңәште лә һылыуҙарым аңлап ҡабул итә.

– Улығыҙ Азамат ниндәй һөнәр һайланы? Уны “Тамыр”ҙан белгәндәр артист булыр, тип көткәйне.

– Ул һөнәр һайлар ваҡытта сәнғәттән арығайны шикелле. Үҙен төрлө яҡлап һынап ҡараны: юристҡа уҡыны. Аҙаҡ көнкүреш техникаһын йүнәтергә өйрәнде. Һуңғы өс йылда Төркиәгә барып, гид булып эшләне. Әлеге ваҡытта ҡабат йырға ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килде. Тик күпселек инглиз телендә йырлай. Үткән йыл “Юлдаш-хит” концертында икәүләп дуэт башҡарғайныҡ, тамашасы йылы ҡабул итте.

– Атаһы менән мөнәсәбәте нисек? Дуэт йырларға уйламайҙармы?

– Бик йылы мөнәсәбәттә улар. Фәрүәз менән юлдар айырылһа ла, улы менән аралашыуға бер ваҡытта ла ҡаршы булманым. Ә йырға килгәндә, быны уларға күптән тәҡдим иткәйнем, ҡолаҡ һалыусы ғына юҡ (көлә – авт.) Азамат бәләкәй саҡта “Сафия” йырын бергә башҡарғайнылар. Бәлки киләсәктә йырларҙар, кем белә?

– Ҡыҙҙарығыҙҙа талант бармы?

– Бар. Уртансыһы – Фатима, мәктәптә уҡып йөрөй. Беҙҙең театрҙағы “Амелия”, “Шәмсетдин менән Шәмсура” спектаклдәрендә уйнаны. Ҡул эштәренә маһир. Ә бәләкәсебеҙ Зәйнәп йырларға ярата. Радик Динәхмәтов ишетеп ҡалды ла: “Был баланы вокалға йөрөтмәһәң Хоҙай башыңа һуғыр,” – тине.

– 40-ты үткәс өсөнсөгә әсәй булырға нисек батырсылыҡ иттегеҙ?

– Поездың һуңғы вагонына өлгөрҙөм, тием һәр саҡ. Зәйнәпте тапҡанда миңә 45 йәш ине. Тик һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар икәнен оноторға ярамай икән. Көслөмөн, булдыра алам, тип кенә булмай.

Әсәйем дә ҡустым менән икебеҙҙе сағыштырмаса һуң тапҡан – Рәил тигән ағайымдың фажиғәле вафатының ҡайғыһын сабый балалар менән баҫҡандар. Аллаға шөкөр, барыбыҙ ҙа тормошта үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ, ата-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек. Алла бирһә минең балалар ҙа бәхетле, матур ғүмер кисерһен, тип теләйем.

– Үҙ тәжрибәгеҙҙән сығып һығымта яһағанда, ул тәрбиәләү ауырмы әллә ҡыҙ баланымы?  Һеҙ талапсан әсәйме?

– Ауыр, йәки еңел тип билдәләп булмай. Азамат тыуғанда беҙ бит йәш инек. Беҙҙең менән бергә гастролдәргә йөрөп буй еткерҙе. Өфөгә күскәс тә баш эштән бушаманы. Ә ул “Тамыр” студияһына йөрөнө, беҙҙең спектаклдәрҙә ҡатнашты. Музыка мәктәбендә лә шөғөлләнде. Машина юҡ, автобус менән ҡала буйлап йөрөтәм. Эш араһында ғына дәрес әҙерләйбеҙ. “Тиҙ бул, ашай һал, әйҙә, тик ултырма, тегендә барайыҡ!” – тип өҫтөрәп йөрөттөм. Арып-талып, кис ҡайтып инәбеҙ, ултырған ерҙән йоҡлап бара. “Әсәй, рус теленән инша яҙырға ҡушҡайнылар, үҙең генә әҙерлә инде, йәме?” – тип ятып ҡала. Ҡайҙа бараһың инде, яҙам. 9-сы класты тамамлағас, уҡытыусыһы: “Алһыу Исмәғил ҡыҙы, ҙур рәхмәт һеҙгә. Биш йыл буйы һеҙҙең иншаларҙы уҡыным,” – тип көлдөрөп алды. Яҙыуым матур – педагогия училищеһында каллиграфия үткән кешемен бит. Ә мин уҡытыусы һиҙмәһен, тип Азаматтың сатай-ботай яҙыуына ҡарап яҙырға тырышҡан булдым. Ә ҡыҙҙар икенсе төрлөрәк. Эштәрем дә бер ни тикем кәмене, үҙем дә әсә булыуҙың ҡәҙерен беләм. Балалар бит һә тигәнсе үҫә лә китә, күреп тә өлгөрмәйһең. Шуға ҡыҙҙарҙы иркәләргә тырышам. Әлбиттә, тәрипкә өйрәтергә, тормошҡа әҙерләргә лә кәрәк. Талапсанмын, әммә артығын ҡыланмайым. “Башҡа балалар өслө билдәһе алһа, ата-әсәләре әрләй. Ә ниңә һин өндәшмәйһең?” – ти Фатима. “Гел генә яҡшы уҡып булмай. Иң мөһиме ялҡау булмағыҙ,” – тим. Интернетта ултырмағыҙ, телефонды һүндерегеҙ, тип тә әрләмәйем. Һауыт-һаба йыуылған, өй йыйылған, дәрес әҙерләнгән икән – рәхим итегеҙ.

Ҡыҙҙарға биргән тағы ла бер тәрбиәм – ир-ат башҡара торған эштәрҙе эшләмәһендәр. Ауыр әйберҙе ташырға, сүп-сар түгергә ағай менән атай бар. Шәхси йорттағы ер ҡаҙыу, ҡаҙаҡ ҡағыу кеүек эштәрҙе лә улар башҡара. Сөнки беҙҙең быуын ҡатын-ҡыҙҙары бесән сабып, балта тотоп үҫтек. “Алһыу шәп ул!” – ти торғайнылар. Ә шәп булмай ҡайҙа бараһың? Әллә нисә тапҡыр кәбән башынан ҡолап төштөм. Йәшлек менән беленмәй, ә бит ул ҡатын-ҡыҙ һаулығына йоғонто яһамай ҡалмай.

– Ижад юлында ҡаршылыҡтар булдымы?

– Унһыҙ булмай инде ул. Бер ваҡытта ла барыһы ла яҡшы ғына булмай. Ултырып илаған саҡтар ҙа була, кәйеф тә төшә. Әммә шуны оноторға ярамай: һәр проблеманың хәл итеү юлы була.

– Дуҫтарыңдың хыянатын кисергәнең булдымы? Хыянаттарҙы ғәфү итеп буламы?

– Тормош булғас, дуҫтар ҙа бар, дуҫтарға ышанмайынса ла булмай. Әгәр ҙә кемдер минең менән ысын күңелдән дуҫлаша икән – мин дә үҙ сиратымда уның менән ғүмерлеккә дуҫмын. 30 йылдан артыҡ дуҫлашып йөрөгән әхирәттәрем бар, бергә уҡыған ваҡыттан уҡ ҡатышып йәшәгән дуҫтарым бар. Беҙ утты-һыуҙы бергә кисеп, бөтә нәмәне бергә үткәргәнбеҙ һәм бер ваҡытта ла бер-беребеҙгә хыянат иткәнебеҙ булманы. Ә инде дуҫлыҡҡа хыянат итәләр икән, мин ундайҙарҙан ситләшәм, үҙ-үҙемә йомолам. Хыянат итеүҙе арҡама бысаҡ ҡаҙау тип ҡабул итәм, ул минең өсөн башҡаса яҡын дуҫ булып китә алмай. Күңелемдә уға ҡарата үс һаҡламаһам да, ундай хыянатсыл дуҫлыҡтан, мине ғәйепләгән, минән кер эҙләгән кешенән ары йөрөүемде хуп күрәм.

– Үҙегеҙ тураһында уйҙырмалар, ғәйбәттәр ишетергә тура киләме?

– Эйе. Тәүҙәрәк аптырай инем. Студент саҡта аварияға осраным, тип һөйләп үттем бит. Бер шулай гастролдә саҡта яҡташ апай: “Концертҡа сығығыҙ, Алһыуға протез ҡуйғандар. Сәхнәгә шуның менән сығасаҡ,” – тип һүҙ таратҡан. Үҙенә күрә бер ҡара пиар булды инде – зал тултырып кеше килде. Ә хәҙер имеш-мимештәрҙе бөтөнләй тыңламайым. Һөйләп туйһалар, туҡтарҙар әле, тим.

– Ауыр бирелгән, күңел ятмаған ролдәр буламы?

– Юҡ, булмай. Ниндәй генә кире йәки ҡатмарлы роль булмаһын, оҙайлы репетициялар ваҡытында уны ярата башлайһың. Уның тормошо менән “йәшәп”, үҙ булып китә. Уҡығанда уҡ буласаҡ актерҙарҙа күҙәтеүсәнлек тәрбиәләй башлайҙар. Беҙҙең ҡанға һеңгән – кеше менән аралашабыҙмы, ҡунаҡта ултырабыҙмы, урамда барабыҙмы – тирә-йүнде, ҡыҙыҡлы кешеләрҙе күҙәтә, һынай башлайбыҙ. Эмоцияларҙы, ҡылыҡтарҙы, реакцияларҙы, хатта атлап китештәрен хәтерҙә ҡалдырабыҙ ҙа, теге йәки был образды сығарғанда ҡулланабыҙ. Икенсенән, пьесаны сәхнәгә сығарғансы режиссер менән актерҙар, барлыҡ ижади төркөм ҙур хеҙмәт юлы үтә. Һәр геройға биография “яҙыла”, һәр һөйләмгә анализ яһала. Шуға ла минең яратмаған ролем юҡ. Хатта ике минутҡа ғына сәхнәгә сығырға тура килгәндә лә, илке-һалҡы ҡарамайым.

– Нимә ул уңыш? Тырышлыҡмы әллә осраҡлылыҡмы?

– Элек әсәйем даланлы бул, тип теләк теләй ине. Урыҫсалап әйткәндә, везение. Шулай ҙа уның нигеҙе – хеҙмәт икәнен оноторға ярамай. Булдырыр өсөн эшләргә кәрәк. Беҙҙең халыҡта бай, хәлле кешеләрҙе яратмайҙар. “Уның аҡсаһы күп...” – тиҙәр. Ә бит ул бай булыр өсөн таңдан тороп эшләй – мал аҫырай, баҡса үҫтерә йә һатыу итә. Аллаһы Тәғәлә һинең һәр эшеңә, яҡшылығына яуап бирә.

– Ә изгелеккә изгелек көтөргә кәрәкме?

– Юҡ. Әсәйем бер ваҡытта ла изгелек иткән кешеңдән яуап көтмә, ти торғайны. Һин берәүгә яҡшылыҡ күрһәтһәң, һиңә яуап бөтөнләй икенсе кешеләр аша килеүе бар. Бумеранг, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Һәм насар ҡылыҡтар ғына түгел, ә изгелектәр ҙә кешегә кире ҡайта.

– Үҙ-үеҙегеҙгә ышаныс, яратыу бармы?

– Был тормошта мин бары тик үҙемә һәм Аллаһы Тәғәләгә генә ышанып йәшәйем. Кемдер ярҙам итә икән – һөйөнәм, баш тарта икән үпкәләмәйем. Сөнки һәр кем үҙ тормошо менән йәшәй. Шуға, балама ниндәйҙер эш ҡушҡанда ла, уның башҡарылмай ҡалыу мөмкинлегенә әҙермен.

Ә үҙ-үҙеңде яратыуға килгәндә, беҙҙең башҡорттарға ул бөтөнләй хас түгел бит ул. “Һин балаларыңа кәрәк!” – тип витаминдар эсәм, һаулығымды ҡайғыртам. Матур булырға тырышып, иттән, тәмлекәстәрҙән баш тартам.

– Аллаһы Тәғәләгә ышаныс ҡасан барлыҡҡа килде?

– Мин өләсәй тәрбиәһе алған кешемен. Ул беҙгә бала саҡта уҡ дин тураһында күп һөйләне. “Комсомол, пионер булығыҙ, әммә Хоҙайҙың барлығын онотмағыҙ!” – ти торғайны. Доғалар ҙа өйрәтте. Намаҙ уҡығанын күрҙек. Йома көнөн көтөп ала торғайныҡ. Шуға күрә, минең бөгөнгө ышанысым ҡапыл килгән аҡыл түгел, ә бала саҡтан килгән тәрбиә нигеҙе. Доғаһыҙ юлға сыҡмайым, эш башламайым. Күҙ теймаһен өсөн үҙемде доғалар менән һаҡлайым.

– Эшһеҙ ҡалыу, аҡсаһыҙлыҡ проблемаһы ҡурҡытмаймы?

– Ҡурҡып ултырып ҡына проблема хәл ителмәйәсәк. Аллаға шөкөр, бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырманым, зарланырға бөтөнләй яратмайым. Өфөгә эшкә килгәс, аҡса етмәгәндә тамада булып йөрөнөм. Ярты йыл алдан сират тора ине. Хәҙер шәхси йорттағы баҡсала йәй буйы еләк үҫтерәм. Кәрәк икән гөл үҫентеләре үрсетә алам. Йөрөгән еремдә нисек аҡса эшләргә мөмкин икәнен ҡарап ҡына торам.

– Ижадтан тыш ниндәй ҡыҙыҡһыныуҙар бар?

– Баҡса һәм йорт. Ергә тартылыуым арҡаһында шәхси йорт булһын тип тырыштым. Ә бала саҡта, картуф, сөгөлдөр утауҙан йонсоп, ҡалала ғына йәшәргә, таң һарыһынан тороп, һыйыр һауғанда сәғәт 11-ҙә бара торған эштә эшләргә хыялланған саҡтар ҙа булды бит. Тик беҙ ер, эш менән тәрбиәләнгән кешеләр башҡаса булдыра алмайбыҙ.

Әҙәбиәт яратам – интернет селтәрендә лә уҡыйым, китаптар ҙа һатып алам. Радио фонды өсөн байтаҡ хикәйәләрҙе уҡып яҙҙырҙым. Был да үҙенә күрә ҙур ғына хеҙмәт.

– Был тормоштоң асылын, бәхетте нимәлә күрәһегеҙ?

– Бәхет ул – кешегә нимә етмәй, шул. Бәхетте ире булмаған – ирҙә, балаһы булмаған – балала, аҡса еткерә алмаған аҡсала күрә. Ә һәр көнгә рәхмәтле булып, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәү һирәктәргә бирелгән шатлыҡ һәм бәхет.

Мин ер йөҙөндә тыныслыҡ булыуын теләйем. Ҡалғанын булдырырға, һатып алырға, эшләргә мөмкин. Был тормошта үлемдән башҡа бөтә нәмәне төҙәтеп була. Ә инде нимәлер килеп сыҡмай икән, ғәйепте көҙгөләге кешенән, йәғни үҙеңдән эҙләргә ҡала. Үҙеңде тәнҡитләй белергә лә, эштәреңә һығымта яһап өйрәнергә лә кәрәк.

– Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ, тәмле сәйегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Алһыу апай. Ғаиләгеҙгә – именлек, ижадығыҙға уңыштар насип булһын.

 

                       Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.

 

Автор:
Читайте нас