Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
28 Июль 2023, 03:15

Филүс Гәрәев йырҙарын тыңлайыҡ

Филүс Фазлиәхмәт улының ғүмере иртә өҙөлһә лә, халҡыбыҙ уның башҡарыуындағы йырҙарҙы ла әле рәхәтләнеп тыңлай.   

Филүс Гәрәев йырҙарын тыңлайыҡФилүс Гәрәев йырҙарын тыңлайыҡ
Филүс Гәрәев йырҙарын тыңлайыҡ

Халҡыбыҙ хәтерендә моңло йырҙары менән ҡалған Филүс Фазлиәхмәт улы Гәрәев 1941йылда Башҡортостандың Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылында тыуған. Буласаҡ йырсы 1964 йылда Өфө ҡалаһының 25-се урта мәктәбендә уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. 1965 йылдан - Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада солисы.1966 йылда Филүс  Гәрәев  Өфө сәнғәт училищеһында Р. Р. Әхмәҙиева класын тамамлай.

1986—1990 йылдарҙа музыка-әҙәби лекторийҙың солист‑вокалисы булып эшләй. СССР, ВенгрияПольша буйлап гастролдәрҙә була.

Йырсы 1990 йылдың 1 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат була. Филүс Фазлиәхмәт улының ғүмере иртә өҙөлһә лә, халҡыбыҙ уның башҡарыуындағы йырҙарҙы ла әле рәхәтләнеп тыңлай. 

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас