Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
30 Июль 2023, 10:05

Бүләге ни хаҡ икән?

Ә һеҙ килтергән бүләктең хаҡы менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы? 

Бүләге ни хаҡ икән?Бүләге ни хаҡ икән?
Бүләге ни хаҡ икән?

 

Насиптың эш бүлмәһендә ултырабыҙ. Бер мәл ишек шаҡыйҙар.

– Әйҙү-ү-үк!

Насиптың аралашып йөрөгән һабаҡташы икән. Университетта бер төркөмдә уҡығандар. Тыуған көнө менән ҡотларға килгән. Ҡара сәсле һөймәлекле һылыуҡай:

– Ошо кескәй генә бүләгемде ҙур итеп ҡабул ҡыл. Сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйем, – тип уға ҡулындағы бүләген һондо. 

Насиптың ауыҙы йырылды.

– Кит, нимә һөйләйһең! Бүләктең ҙуры, бәләкәйе була тиме. Иғтибарың өсөн ҙур рәхмәт инде, – тип ҡыҙыҡайҙы ҡосаҡлап яратып алды. 

Хәл-әхүәл белешеп, бер сама һөйләшеп ултырғас, ҡунағыбыҙ урынынан ҡуҙғалды. Ә Насип компьютерға текәлде:

– Бүләге ни хаҡ тора икән?..

 

catherineasquithgallery.com

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас