

III
Коридорҙы яңғыратып звонок шылтыраны. Отбойҙы белдергән тауышты ишетеү менән, кескәй тәрбиәләнеүселәр шунда уҡ йоҡларға әҙерләнделәр. Ололар әле койкалары янына барырға уйламанылар ҙа. Улар, аҡ ашъяулыҡ ябылған түңәрәк өҫтәлдәрҙе уратып, уҡыуҙарын белделәр.
Дежурҙағы тәрбиәсе унынсы номерҙың ишеген ҡаҡты.
– Мөмкин, – тиештеләр эстән.
– Балалар, ятығыҙ, – тине тәрбиәсе, ишекте асып.
– Апай, иртәгә ял бит, өлгөрөрбөҙ әле, – тине Шәрип.
– Ярамай, режим. Йә ташлағыҙ китап-дәфтәрҙәрегеҙҙе, ташлағыҙ, ял итегеҙ, иртәгә утын ташыйбыҙ. – Тәрбиәсе шуның менән һүҙ бөткәнде аңлатып, утты һүндереп, сығып китте.
Малайҙар теләр-теләмәҫ кенә урындарына таралыштылар. Улар оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай, үҙ-ара һөйләшеп яттылар.
– Иптәштәр, етер пока политика менән шөғөлләнергә, бүтән темаға күсәйек, – тине Шәрип.
– Беләм мин һинең ҡайҙа тартҡаныңды, – тине Ғәйнулла. – Тағы ла ҡыҙҙар тураһында.
– Әй, нәмә тигән була?!
– Ни тип әйтһәгеҙ ҙә ҡыҙҙар тураһында һүҙ сыҡтымы, барығыҙҙың да ҡолаҡтары быҙау ҡолаҡтарылай тырпая ла тора, – тине Ғәйнулла, ҡалын тауыш менән көлөп.
– Һөйләмә инде, әй, бына йоҡо ла ҡасты...
– Йә, брат, берәй әңгәмә һатып ташла, шунда тыңлай-тыңлай күҙҙәрҙе лә бәлки йоморбоҙ, – тине кемдер.
– Юҡ, инде, туған, һәр саҡ мин һөйләнәм дә, унан ғәйепле булып ҡалам. Әйҙә, һеҙ башлағыҙ.
– Ялындырма инде, бөгөн бит икенсе тәрбиәсе. Уның ишек ярығынан тыңлай торған ғәҙәте юҡ.
– Ярай, улайһа, – тине Шәрип, беренсе һөйөүҙе тойған кешеләй, һәм тамағын ҡырып ҡуйҙы. – Нисек башларға, нәмәнән? Вот, туған, башҡа килмәй бит, бүтән ваҡыт мыжғып тора... Әһә... Һеҙҙең яҡта нисектер, уныһын белмәйем, иллә беҙҙә яҙғы сәсеү бөтөр-бөтмәҫтән, «Ҡыҙҙар тауы» тигән уйын башлана. Ул, сиратлап, бер ауылдан икенсеһенә күсеп килә. Әйтәйек, был йәкшәмбелә Туҡмаҡлыла икән, икенсеһендә Миләшлелә. Уйын була торған ауылға халыҡ бер көн элек эшен ташлап ағылырға тотона. Бригадирың да, председателең дә тыя алмай. Аттар һарайында бер нәмә лә ҡалмай. Хатта фургондарҙы ла егеп китеп бөтәләр, туған. Малайҙарҙың да шул етмәгән ерҙәре юҡ, тай-тулаҡҡа атланып алалар ҙа, әй, бына юл буйынан саң туҙҙырып сабышалар.
– Шәрип, һин һыбай йөрөй беләһеңме һуң?
– Бүлдермә, маңлайыңа кәрәкме? Моталлап, минең иҫәптән шуға өс-дүрт тапҡыр сиртеп ал.
– Ярай ин-де... һуғы-шыр-ға ла тора-лар.
– Шулай, күрше ауылдың уйынында йөрөймөн. Салбарҙың балағын күн итектең ҡуңысына сығарып һалғанмын, туған. Етмәһә, аҡ ҡулъяулыҡтың осо түш кеҫәмдән күренеп тора. Түңәрәктә эре генә типтерәм, әй. Әйләнә торғас, матур ғына ҡыҙ миңә килеп баҫа бит. Тырылдап төшөп китмәйемме?.. Әйҙә, унан икәүләшеп баш әйләнгәнсе өйөрөләбеҙ.
Аҙаҡ мин ҡыҙға түңәрәктән сығырға тәҡдим иттем. Ул ризалыҡ белдерҙе бит, әй. Бик оҙаҡ һөйләштек һәм дуҫлашырға ҡул бирештек. Уның исеме Гөлзайра ине. Уйын үткәс тә мин улар ауылына барғыланым. Ҡар яуғас, бәләгә осрап ҡуйҙым шул, әй.
– Нисек! – тине Моталлап, мендәр өҫтөнән ҡалҡыныбыраҡ, оҙон муйынын һуҙып. Был Фәнискә тәүге тапҡыр район станцияһында осраған малай ине.
– Нисек тип әйтәйем?.. Аяҙ төн ине. Саңғыла Гөлзайраларға барырға сыҡтым. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, Татлыбикә ҡарағатлығына етергә өс йөҙ метр самаһы ғына ҡалғас, ике ҡарасҡы күренде бит, әй. Ни күҙем менән күрәйем... тегеләр олорға тотондолар. Әйлән дә артҡа һыпырт. Ярай әле аҙыраҡ барғас та утындан ҡайтып килеүсе ауылдашҡа тап булдым, юғиһә...
– Бүреләр ашар ине үҙеңде, – тине Моталлап.
– Әй, иҫәр, мин уларҙың үҙҙәрен ашайым.
– Әй, тел бахыр, нәмә генә һөйләмәй.
– Аҙағы ҡалай бөттө һуң?
– Шунан ни, ҡабат ул ауылға барманым. Һуңынан ғына уларҙың бүре түгеллеген, ә Гөлзайра артынан йөрөгән егет һәм уның иптәше икәнлеген белдем...
– Шәп бүреләр булған, ә? Матур инеме һуң Гөлзайраң?
– Ул тиклем түгел дә, аҡыллы ине.
– Әй, уның матурлығы кәрәк, ә аҡылы...
– Ай-һай, – тине быға тиклем өндәшмәй ятҡан Фәнис.
Тәрбиәсе ишекте шаҡыны. Кемдер һыҙғырҙы. Малайҙар йәһәт кенә баштарын юрғандары менән бөркәнеләр.
– Нәмә ул мөхәббәт?.. Дуҫлыҡ, исмаһам, дуҫлыҡ... Атайым фронтта...
– Ғәйнулла ул атаһын һөйләүҙән бушамай.
– Әй, шуны кем яратһын...
Ятаҡта тынлыҡ урынлашты. Ваҡыт үтеү менән бүлмәнең әле бер мөйөшөнән, әле икенсеһенән хырылдаған тауыштар ғына ишетелә башланы.
Шәрип әкрен генә койкаһынан ҡалҡынды ла күршеһе Моталлаптың ҡолағына:
– Яңы малайҙы, һинең яҡташты, велосипедта йөрөргә өйрәтәм, – тип бышылданы. Һуңғыһы: «Әйҙә, әйҙә, ҡыҙыҡ ит әле үҙен», – тине.
Шәрип, аяҡ остары менән генә баҫып, Фәнис эргәһенә килде һәм ипләп кенә юрғандың бер яҡ осон ҡайтарҙы. Ул, уның аяҡ бармаҡтары араһына ҡағыҙ ҡыҫтырып, уға ут төрттөм тигәндә генә, йоҡламай ятҡан Фәнис бөтә көсө менән тибеп ебәрҙе. Шәрип, ыңғырашып, иҙәнгә ҡоланы. Ләкин ул тиҙ генә ҡалҡынып:
– Әле һин шулаймы ни?! – тип, Фәнисте һөйрәй башланы. Тауышҡа башҡалар уяндылар, бүлмәгә ут ҡабыҙылды.
Фәнис, ағарынып, яңаҡтарын ҡалтыратып, Шәриптең эске күлдәк яғаһынан бөрөп алды. Шәрип һыңар ҡулы менән уның сәстәренән эләктерергә ынтылды, уңай килмәгәс, Фәнистең танауына һуҡты. Фәнис иҫләмәйерәк ҡалды, уның күҙ алдында ут сатҡылары күренде. Ул, башын күтәреберәк, тештәрен шығырҙатып, яғаһынан нығыраҡ ҡыҫты.
– Еб-бәр, ебәрр тиҙәр һи-ңә, – тине Шәрип, ғыжылдап. Уның күлдәгенең яурын башы шытырҙап йыртылды.
– Ҡуй, Фәнис, ташла, – Ғәйнулла уларҙың араһына төштө. – Эләктеңме, Шәрип? Күркәләй, кеше өҫтөнә икенсе ташланма!
– Кит, ялағай!
– Ялағайҙың үҙенән ишетәм был һүҙҙе. Кеше ҡәҙерен беләһеңме ни һин? Кәрәгеңде биргән икән Фәнис.
– Бирмәй торһон!..
– Әй, бөткән.
Шәрип, йыртылған күлдәген һалып, койкаһы янына атланы, һәм Моталлапҡа:
– Һинең иптәшлегең! – тине, үпкәләп.
Мөйөштән кемдер Шәрипкә табан мендәр менән алып ебәрҙе.
– Шәрип, һаҡлан, мендәр летит, – тине Моталлап.
– Пускай летит, не моя, государственная, – Шәрип, уны эләктереп, ишек төбөнә ырғытты.
Фәнис ҡанлы йөҙөн һөртөргә тип, койка башындағы таҫтамалға үрелде, ләкин нәмә уйлаптыр, кире артҡа сигенде.
Ул постель аҫтына бөкләнмәҫкә һалып ҡуйылған салбарының кеҫәһенән ҡулъяулыҡ алып, һаман да ҡан килеп торған танауын баҫҡыланы һәм урынына барып ятты. Уға бында бик күңелһеҙ, ситен ине. Ул тағы ла тыуған ауылын хәтеренә төшөрҙө. Уның күҙ алдына тыныс ҡына йәйге ауыл төнө килеп баҫты. Бына ул лапаҫ башында хуш еҫе бөркөгән урман бесәненә күмелгән... Ә күктә һанап бөткөһөҙ йондоҙҙар йымылдаша. Яҡындағы ҡурғынан, һуйырташтар менән уйнап, сылтырап аҡҡан шишмә тауышы ишетелә. Саф һауа, иркенлек...
Фәнис бик оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Тик таң алдынан ғына, ауыл ваҡыты менән беренсе әтәс ҡысҡырғанда, ул күҙҙәрен йомдо.
IV
Йәй үтеүгә ҡарамаҫтан, бөгөн Ағиҙел буйҙарында август айындағы һымаҡ йылылыҡ. Һауа ҡоро. Көньяҡтан йөҙгә саҡ-саҡ һиҙелерлек булып ел иҫә. Ер сыбар төҫтә, үрмәксе ояһының ептәренә оҡшаған ниндәйҙер мамыҡтар оса. Бындай осорҙо халыҡ «Әбейҙәр сыуағы», ти. Ағастар, үҙ-ара әкрен генә шыбырҙашып, һары тәңкәләр сөйөшкәндәй, һыу өҫтөнә япраҡ һибәләр. Алыҫтараҡ, йылғаның боролоп аҡҡан тәңгәлендәрәк, балыҡсы кәмәһе күренә. Кемдер Ағиҙел буйҙарын яңғыратып йыр һуҙа:
...Ҡара ла ғы-на сәс-тә-рем-де
Тарайым, үрәл-мәйем.
Тауға менеп ҡараһам да,
Ҡарайым, күрәл-мәйем...
Йыр тауы битенән урғылып сығып, үҙәндәргә табан ынтылған саф шишмәне хәтерләтеп, кеше йөрәгенән аға ла аға. Йырсы үҙе күренмәй. Ахырыһы, ул урман эсендә. Моң Фәнистең тойғоһона тәьҫир итеп, иң ҡәҙерле кешеһен һағыныуын тағы ла арттыра төштө.
Фәнис, яр башына ултырған хәлдә, кисә генә алған өс мөйөшлө хатты яңынан уҡырға тотондо.
«Хат башы – яҙ ҡаршы.
Ағай, хатыңды алдым. Барлыҡ һүҙҙәрең дә аңлашылды. Тырышып ҡына уҡы, тигәнһең. Ярай, ағай. Һағындырмаймы, тигәнһең. Һағынам, ағай. Һағынмаған ҡайҙа ул. Бик, бик юҡһынам. Дәрес әҙерләгәндә лә, йылға буйына барғанда ла гел генә иҫемдәһең. Ҡайһы саҡта, ярға баҫып, алыҫ-алыҫтан ағарып күренгән пароходты көтөп алам. Ул пристангә килеп туҡтағас, кешеләр араһынан һине эҙләйем. Таба алмағас, миңә ҡыйын, яманһыу була. Яныма килеп кит, ағай.
Һеңлең: Ғәлимова Рәмилә.
Әй, яҙырға онотҡанмын, ағай. Мине матур итеп кейендерҙеләр. Тик ҙурыраҡ күлдәк эләкте шул. Бәләкәйләнер әле, тиҙәр, иптәштәрем.
Ярай, һау бул, ағаҡайым».
Фәнистең күҙ алдына ауыҙҙары мимылдап ҡына торған бәләкәс теремек һеңлеһе килеп баҫты. Рәмилә уның янына: «Ағаҡайым!» – тип, ағастар араһынан йүгереп сығыр кеүек тойолдо.
Аҡ тулҡындар, ҡояш нурҙарына сағылып, ярҙарға табан ҡанат ҡағалар. Фәнискә улар ашығып нәмәлер һөйләргә йәки унан нәмә хаҡындалыр тыңларға килгән һымаҡ күренәләр...
Фәнистең уйҙары ошондай, кире ҡағылған йүгерек тулҡындарҙай, артта ҡалған ваҡиғаларға тартылды. Мөмкинме һуң ул ваҡиғалар тураһында уйланмаҫҡа һәм хәтергә алмаҫҡа! Улар бит уның мейеһенә һеңгән, уларҙы һис ҡасан да йыуып бөтөрөрлөк түгел, улар уның бөгөнгөләй күҙ алдында.
...1945 йыл. Фәнис, ауылдарынан алыҫ булмаған Ҡайынлы ҡул тип йөрөтөлгән ҡыуаҡлыҡтан яурын башына утын күтәреп ҡайтып килгәндә, Аралы тау буйына хәл йыйырға ултырҙы. Ул тирә-яғына ҡарап һоҡланып бөтә алмай. Тау битенән таштарға бәрелә-һуғыла гөрөлдәүектәр сылтырап аға. Туғайҙар, үҙәндәр ваҡ-ваҡ күләүектәр менән сыбарланып, йылтырайҙар. Баш осонда ғына һабан турғайы талпына. Яҡындағы ҡырлаларҙан аттар кешнәгән, һыйырҙар мөңрәгән тауыштар ишетелә.
Фәнис атаһынан ҡалған күн бүркен, башы тирләгәнлектән ҡулына тотоп, шулай иҫ киткес яҙға һоҡланып ҡарап ултырғанда артынан кемдер:
– Фә-нис! – тип өндәште. Ул әйләнеп ҡараһа, эргәһендә хат ташыусы ҡыҙҙы күрҙе.
– Апай, әллә беҙгә хат бармы? – тине Фәнис.
– Эйе, бына.
Ул шатлығынан ни эшләргә лә белмәне, сөнки атаһынан күптән хәбәр юҡ ине.
Хат ташыусы ҡыҙ күрше ауылға китте.
Фәнис хатты ентекләп ҡарай башланы. Конверт уға әллә ниңә икенсе төҫлө күренде. Адресты яҙған почерк та атаһыныҡына оҡшамаған. Ул тиҙ генә конвертты асты. Уның эсендә машинкала баҫылған штамплы ҡағыҙ сыҡты. Был уның атаһының үлеүе хаҡында белдереү ҡағыҙы ине.
Фәнистең теҙ быуындары ҡалтыраны... Һәм күҙ алды ҡараңғыланып китте...
Гүйә, ҡапыл ғына ер тетрәп, ҡояш батты, һәм ул Фәнискә ҡабат сыҡмаҫ төҫлө тойолдо. Ул бер таянысһыҙ ҡалған кешеләй: «Атаа-ай!» – тип, ҡысҡырып илап ебәрҙе. «Атай» тигән тауыш урманлы тауҙар ҡултығына китеп яңғыраны ла, ҡанаты ҡайырылған ҡоштай, хәлһеҙләнеп, кире ҡағылды. «Ни эшләргә һуң, атай, һинһеҙ!.. Ниңә улай беҙҙе иртә ташланың, ат-ай!.. Атай, тим!.. Беҙҙе кемгә ҡалдырҙың!» – тип, Фәнис, үкһеп-үкһеп, утыны өҫтөнә эйелде...
Ул күпме ятҡандыр, уныһын белмәне. Тик илап, арып йоҡлағандан һуң, яңынан күҙҙәрен асҡанда, гөрөлдәүектәр һаман да яҙ йырҙарын йырлай-йырлай, сылтырап ағалар ине. Ҡояш нурҙары уның тәнен йылыта төшкәндәр. Әйтерһең дә, улар Фәнистең ауыр ҡайғыһын аңлаған әсә һымаҡ, үҙҙәренең йылы ҡосағына алғандар. Гүйә, тәбиғәттең бөтә йән эйәһе уны йыуатҡан һымаҡ.
Фәнис, шауалап килгән яҙға ҡолағын һалып оҙаҡ ятҡандан һуң, утын бәйләмен яңынан алып ҡайтыр яҡҡа йүнәлде. Уның уйында бер генә нәмә: атаһының үлеүе тураһында әсәһе менән Рәмиләгә әйтергәме-юҡмы?.. Оҙаҡ баш ватҡандан һуң, ул әйтмәҫкә булды: әсәһе йөрәк сире менән ауырый ине. Әгәр ҙә ул был хәбәрҙе ишетһә, хәле тағы ла насарланыр.
Фәнис, тишек сабаталары менән һыу кисеп, көскә генә ҡайтып етте. Уның яурынында ныҡлы йөк булмаһа ла, әҙәм күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғы ине. Ул, ботаҡтар бәйләмен утынлыҡҡа ташлағас тағы ла, иҫе китеп, аптырап ҡарап торҙо... Усаҡҡа утын киҫергә тип, үтмәҫләнеп бөткән балтаны ла алып ҡараны, аҙбарға яҡынлашып килгән ҡар һыуын баҡсаға табан йырып ебәрергә лә уйланы, ләкин ҡулдары эшкә барманы...
Фәнис ситән буйындағы бөрөләнгән йәш ҡайындар янына килде. Атайым был ағастарҙы ултыртҡанда, мин һыу ҡойоп торғайным. Ул миңә: «Урта мәктәпте тамамлағас, ҡалаға институтҡа уҡырға китерһең. Йәйге каникул ваҡытында ауылда ял иткәндә, ошо ҡайындар төбөнә ултырып хәл йыйырһың, китап уҡырһың», – тигән һүҙҙәрен хәтеренә төшөрҙө. Ул ситәнгә таянды.
– Ағай, ни эшләйһең? Иптәштәрең мәктәпкә әллә ҡасан киттеләр бит, – тине уға һеңлеһе Рәмилә, солан ишеген асып. – Әсәйем, кереп, тамағына ҡапҡылаһын, ти.
Фәнис өндәшмәй-нитмәй генә ишек төбөндәге таш өҫтөндә ятҡан иҫке сепрәккә аяҡтарын һөрткөләп, өйгә инде.
– Әллә, улым, ҡарауылсы-маҙар тоттомо, ни эшләп шулай оҙаҡланың? – тине әсәһе ятҡан еренән, һәм ауыр итеп, ыңғырашып ҡуйҙы. Фәнис ҡаушап ҡалды:
– Юҡ... юҡ... ээ... ә ботаҡтар ҡар аҫтынан сығып өлгөрмәгәндәр, эҙләнеп маташтым, – тип, ул әсәһен беренсе тапҡыр алдарға мәжүр булды.
– Төҫөң дә ҡасҡан, әллә сирләйһеңме?
– Әҙерәк башым ауыртып тора.
– Улайһа, барма бөгөнгә.
– Ююҡ... һуң-лаһаам да барайым инде, ә-сәй, аша-ғыым кил-мәй... – тип, Фәнис үҙен саҡ-саҡ тотторманы.
...Яҙ. Туғайҙарҙан сәскәләрҙең хуш еҫе аңҡый. Һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡ балҡый: дүрт йыл буйына көткән еңеү байрамы килде.
Көн һайын түштәрен орден, миҙалдар менән тултырып, ауылға һалдаттар ҡайтты. Рәмилә, тәҙрә тупһаһына таянған килеш, станция яғынан килгән юлдан күҙҙәрен алмайынса:
– Әсәй, Наиләнең атаһы ҡайтҡан! Ул уның алдынан да төшмәй. Минең атайым ҡасан ҡайтыр икән? – тип һораша башланы.
– Оҙаҡламаҫ, балам, сабыр ит, – тип яуап бирҙе әсәһе. Бындай минуттарҙа Фәнис, тегендәй-бындай эш табып, соланға сыҡты: уның күңеле тула ине.
Бер көн шулай иртән күҙен асһа, Өфөнән радио аша йөрәк өҙгөс моңло йыр тапшыралар:
Осрашмабыҙ тигән шомло уйҙар
Килмәһендәр һинең башыңа,
Һин ҡайтҡанда, алһыу сәскә тотоп,
Мин сығырмын һинең ҡаршыңа...
Койкаһында әсәһе һулҡылдап илап ята. Фәнис тиҙ генә һикереп тороп кейенде лә әсәһе эргәһенә килде.
– Әсәй, әсәкәйем, нииңә илайһың? – тип, Фәнис уның ауыр ҡайғынан ағара башлаған сәстәрен һыйпарға тотондо. Билдәле, ул йәшерен серҙе һиҙенгән.
– Тыныслан, улым, – тине әсәһе, – һеңлеңде уятырһың. Һин хәҙер ҙур булып үҫкәнһең. Рәмиләне ситкә ҡаҡма, етемһетмә. Һинән башҡа уның яҡын кешеһе юҡ...
Фәнис, илай-илай, башын әсәһенең һарғайған йөҙөнә эйҙе...
Ул шулай ауыр иҫтәлектәргә сумды.
Тулҡындар һаман да әкрен генә ярға ҡағылалар ҙа тауыш-тынһыҙ кире бәреләләр... Балыҡсы йыры малайҙың уйҙары менән бергә бутала, йылға борғоланып, урмандар араһына инеп юғала. Уның башланған яғында, алыҫта Таллы буйҙары!..
– Ма-лай-ҙар! Ав-то-ма-ши-наа әйләнеп килде... Ҡай-ты-ғыҙ! – тип, Ағиҙел буйҙарын яңғыратып, Ғәйнулла ҡысҡырҙы һәм, Фәнисте күреп, уның янына килде. – Ниндәй матур!.. Һүрәттәге кеүек!.. Ә һин ҡурҡма, беҙ Шәрипте ул...
Фәнис өндәшмәне, Ғәйнулла уның яурынына ҡулын һалды.
Тегеһе тегендә, быныһы бында таралышҡан тәрбиәләнеүселәр берәм-берәм утын өйөмө эргәһенә йыйыла башланылар. Иң һуңғы булып урман эсенән Фәнис сыҡты. Был рейста директор менән Шәрип тә килгәйнеләр.
– Нәмә, һеҙҙе мин тәбиғәт менән һоҡланырға ебәрҙемме әллә! Нисә минут машина буш тора! – тине Фариза Мәхмүтовна, бөтә асыуы менән ҡысҡырып. – Курортта яталар, тип уйларһың! Ниңә ҡатып ҡалдығыҙ, ну-ка, тейәгеҙ. Ә һин, Ғәлимов, балалар йортона аяғыңды баҫмағанһың, тәртип боҙорға ла өлгөргәнһең. Аңла уны, һуғышыу тигән нәмәне ҡабат ишетһәм, насарлыҡ менән бөтәсәк.
– Фариза Мәхмүтовна, ул ғәйепле түгел бит, – тине Ғәйнулла.
– Бик яҡшы беләм. Өйрәтмә мине. Һин дә һуңғы ваҡытта күп һөйләнә башланың.
– Фариза Мәхмүтовна...
– Фариза Мәхмүтовна булмай, кем булайым? Әйҙә, Яхин, йөк тейәлгәнсе, арғы өйөмгә күҙ һалайыҡ.
Шәрип, сыбар йөҙөнә төшкән оҙон ҡыҙғылт сәстәрен һәр ваҡыт ҡырын һалынған фуражкаһы аҫтына тығып, аяҡтарын алмаш-тилмәш атлап, директор артынан эйәрҙе.
Тәрбиәләнеүселәр ике-өс метрлы йыуан утындарҙы кузовҡа тейәй башланылар.
– Шәрипте әйтәм. Вот либераль буржуа, – тине Ғәйнулла, һыу һеңгән ауыр имәнде көскә урынынан ҡуҙғатып, – ошаҡлап та өлгөргән.
– Ярай, ярамһаҡланһын да, ти. Ә ниңә ул утын тейәшмәй, – тине Фәнис, уға ярҙамлашып.
– Детсовет председателе бит, туҡта, ашыҡма, тирләттерҙе. Мин аҫҡа фуражканы ырғытып торайым әле, – тине Ғәйнулла, усына төкөрөп, терпе тиреһе кеүек тырпайып үҫкән сәстәрен һыйпаны ла, зәңгәр гимнастеркаһының түш кеҫәһенән өс-дүрт теше һынған тараҡ алып, етди төҫ менән тарап ҡуйҙы. Унан тиргә ҡатҡан ҡулъяулығы менән битен һөртөп, мускуллы ҡулдарын ағасҡа табан һуҙҙы.
Фәнис был ҡыҫыҡ күҙле, күкрәге алға сығып торған тәбәнәк кенә көслө Ғәйнулланан:
– Уны кем һайланы һуң?
– Беҙ... Юҡ, юҡ, директор. Шәрип уның ниндәйҙер йыраҡ туғаны шикелле. Шулай, тиҙәр.
– Шулай ҡулды артҡа ҡуйып, балалар өҫтөнән етәкселек итер өсөнмө ни?
– Ҡуй әле, Фәнис, ҡуй. Һин уны минән төпсөнмә, әй. Аңламаҫһың бында, – тине Ғәйнулла, ҡулын һелтәп.
– Бер кеше етәкселек итергә тейеш тә инде, – тине Моталлап. – Үҙегеҙ һайлайһығыҙ ҙа, һуңынан һөйләнәһегеҙ.
– Ҡара әле! Беҙ уны директорға ялағайланып йөрөр өсөн һайланыҡмы ни? Ниңә яҡлашаһың? – тине Ғәйнулла, асыу менән утынды кузовҡа ырғытып.
– Быға яҡлашыу инмәй.
– Инә шул, – тине Фәнис. – Кит әле бынан, ҡамасаулама. Йә утын эләгер. Анау яҡ ситтән ала башла, эсемде бошороп, һерәйеп тораһың.
– Харап. Работяга. Директор килгәс тә эшлекле күренергә тырышаһыңмы? Эшлә-эшлә. Йә, башыңдан һыйпар, – тине Моталлап мыҫҡыллап.
– Әйҙә, һин һыйпат, мин уға мохтаж түгелмен. Билеңде имгәтерһең, икәү күтәрәйек.
– Үҙем генә, – тине Моталлап, сер бирмәҫ өсөн. – Һуғыш йылдарында ағайың бынан эрерәктәрен төбө-тамыры менән аҡтарған.
– Аҡтарҙың... ти, – тине Фәнис, көлөп.
– Һеҙҙе ышандырып булмаҫ инде, – тип Моталлап, төшөп барған салбарын күтәрҙе.
– Ҡарағыҙ әле, малайҙар, – тине Ғәйнулла, нәҙек ҡайын утынын тотҡан килеш. – Миңә түгел дә, ана тегендә ҡарағыҙ, Шәрип ғали йәнәптәренә. Ниндәй алйот атлай, әйтерһең әллә кем булған?..
Йөк тейәлеп бөткәс, Шәрип менән директор кабинаға урынлаштылар.
Өс тонналы автомашина ухылдап ҡуйы төтөн сығарҙы ла урынынан ҡуҙғалды. Егеттәр уны бер аҙ ҡарап торҙолар ҙа, өҫ-баштарын ҡаҡҡылап, сиҙәм өҫтөндә хәл йыймаҡсы булдылар.
– Моталлап, – тине малайҙарҙың береһе, – ниңә Шәрип һине ултыртманы, ул бит һинең дуҫың.
– Иҫем китте, – тине Моталлап, теш араһынан төкөрөп. – Шул арбаға оҡшаған машинаға ултырғансы, күкте күҙләп тик ятам. Ай-ай ниндәй зәңгәрлек! Ой, әллә ҡыр ҡаҙҙары инде... Шулар шул! Ҡайһылай теҙелешеп осалар! Алыҫҡа, йылы яҡтарға табан, ахырыһы. Иң алдағыһы башлыҡтарылыр инде, ҡайһылай ҡанат ҡаға!
Тәрбиәләнеүселәр баштарын юғары күтәрҙеләр.
– Бөтәһе лә берҙәй: «Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ!» – тип ҡысҡырышалар. Осоуы күңеллелер инде уларға, – тине Ғәйнулла, ҡаш өҫтөнә ҡулын ҡуйып үргә ҡараған килеш.
– Харап, әй! – тине Фәнис, һоҡланып.
– Их, шуларҙың артынан эйәрергә ине! – тине Моталлап. – Улар ниндәй илдәрҙе гиҙмәйҙәр ҙә, ниндәй ерҙәрҙе күрмәйҙәр! Икһеҙ-сикһеҙ бейеклек, зәңгәр бушлыҡ!.. Барыбер летчик буласаҡмын.
– Һинме? Фантазия! – тине Ғәйнулла.
– Ниңә? Шәп теләк. Шайтан ғына өмөтһөҙ йәшәй, тиҙәр, – тип Фәнис уға ҡаршы төштө.
Ағиҙел буйҙарын яңғыратып, бәләкәй генә аҡ пассажир пароходы үтеп китте.
– Иии-их! – тип, Ғәйнулла тәрән һуланы һәм ҡулы менән яңағына таянды. – Нисәмә йылдар инде пароход тураһында хыялланам. Ағайығыҙ, ун класты тамамлау менән, Ленинградҡа юл тотасаҡ... Бына ул хәрби диңгеҙ училищеһын тамамлап ҡайтты, ти. Офицер, шул уҡ ваҡытта сит илдәргә йөрөй торған пароходта йөҙә. Бығаса күрелмәгән яңы порттар флаг болғап ҡаршы аласаҡтар...
– Береһе осто, икенсеһе йөҙөп китте. Мин ҡоро ерҙә тороп ҡалдым, шикелле, – тине Фәнис, көлөмһөрәп, елкәһен тырнай-тырнай.
V