Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
2 Август 2023, 09:40

Игеҙәктәр туй гөрләтте

Шәфҡәт, Рәфҡәт! Ҡорған ғаиләләрегеҙ ныҡлы булһын! Тигеҙ ғүмер, матур, аҡыллы балалар үҫтереүегеҙҙе теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Игеҙәктәр туй гөрләттеИгеҙәктәр туй гөрләтте
Игеҙәктәр туй гөрләтте

Әбйәлил егеттәре, игеҙәктәр Шәфҡәт һәм Рәфҡәт Ғәбитовтар республикала билдәле егеттәр, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ уларҙы танып-беләләр ине. 
Егеттәр  уҙған йәкшәмбелә Тал Ҡусҡары ауылының данлыҡлы ҡолоштар араһына ике килен алып ҡайтты
Ике кәләш, ике кейәү, 300 кешелек туй - 30 июль көнө Торатау Конгресс-холы һәм Салауат Юлаев майҙаны башҡорт йыр-бейеүенән гөрләп торҙо 
Ғәбитовтарҙың ҙур, татыу ғаиләһен, тәү сиратта йәштәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Ҡорған ғаиләләрегеҙ ырыҫлы, ныҡ, ғүмерегеҙ бәхетле, бәхетегеҙ ғүмерле булһын!

Фото: "Осҡон" 

Автор:
Читайте нас