Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
3 Август 2023, 14:25

Торта киҫәген 130 меңгә һатып алған

Берәүҙәр, шундай шәп дуҫтарың бар, малаҙис, тиһә, икенселәр, моғайын, ҡушылышҡандарҙыр, тигән. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Шундай шәп дуҫтар өсөн аҡса ла йәл түгел, шулай бит?!

Торта киҫәген 130 меңгә һатып алғанТорта киҫәген 130 меңгә һатып алған
Торта киҫәген 130 меңгә һатып алған

Әбйәлил районы Тал Ҡусҡары ауылынан игеҙәктәр Рәфҡәт һәм Шәфҡәт Ғәбитовтарҙың туйы гөрләп үтеүе хаҡында яҙғайныҡ инде. Игеҙәктәрҙең Виталий исемле дуҫы байрам торты киҫәген 130 мең (!) һумға һатып алып, шәп бүләк яһаған! Был хаҡта "Осҡон" гәзите яҙа. Быға төрлө комментарийҙар бар. Берәүҙәр, шундай шәп дуҫтарың бар, малаҙис, тиһә, икенселәр, моғайын, ҡушылышҡандарҙыр, тигән. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Шундай шәп дуҫтар өсөн аҡса ла йәл түгел, шулай бит?! Өсөнсөләрҙе килен-балаҡайҙар ҡыҙыҡһындыра. "Бигерәк оҡшаштар, туғандармы икән әллә?" - тип яҙғандар. Уларын асыҡларға, бәлки, һеҙ ярҙам итерһегеҙ...

Фото: "Осҡон" 

Автор:
Читайте нас