

Фәүзи Миңлемулла улы Саттаров 1923 йылдың 5 авгусында Өфөлә тыуа. 1941 йылда Ленинград хореография училищеһын (педагогы А. И. Пушкин) тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙ теләге менән фронтҡа китә. Камышенск хәрби-пехота училищеһын тамамлай. Взвод менән командалыҡ итә. 1943 йылда Башҡортостан автономиялы республикаһының 25 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек ваҡытында Өфөгә театрға саҡырып ҡайтарыла.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы була. 1950—1964 йылдарҙа — театрҙың балет студияһы уҡытыусыһы, 1967—1976 йылдарҙа — театрҙың баш балетмейстеры.
1981—1988 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балетмейстер-ҡуйыусыһы. Артист сағыу сәхнә ҡиәфәтенә, стиль хисенә эйә була, дуэт бейеүе оҫтаһы.
Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Сөләймәнованың даими партнеры була.
1945 йылда Саттаров «Баҡсаһарай фонтаны» балетында Вацлав партияһын бейей, һуңынан — «Сыңрау торна» балетында Арыҫланбай ролен башҡара. Ул — «Тау бөркөтө» балетында Салауат Юлаев партияһын берҙән-бер башҡарыусы. Г. Сөләймәнова менән Ф. Саттаровтың дуэт парында И. Дунаевский музыкаһына «Вальс», Р. Рахманиновтың «Элегия»һы, шулай уҡ төрлө операларҙан балет фрагменттары була.
1950 йылдар аҙағында Г. Сөләймәнова һәм Ф. Саттаров сит илдәрҙә күп сығыш яһай (18 илдә). Унда улар «Сыңрау торна» балетынан адажио һәм башҡа балет номерҙары башҡа.
Фәүзи Саттаров түбәндәге партияларҙы башҡара: Вацлав («Баҡсаһарай фонтаны», Б. В. Асафьев, дебют; 1945), Зигфрид («Аҡҡош күле», П. И. Чайковский), Альберт («Жизель», А. Адан), Ромео («Ромео һәм Джульетта», С. С. Прокофьев), Йомағол («Сыңрау торна»), Фрондосо («Лауренсия» А. А. Крейн), Ленни («Тропою грома», К. А. Караев), Салауат («Тау бөркөтө»), Тимерғол («Горная быль», А. С. Ключарев), Закир («Ҡара йөҙҙәр», Х. Ш. Заимов һәм А. Г. Чугаев).
Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955).
Балетмейстер булараҡ, Саттаров Асафьевтың "Баҡсаһарай фонтаны"н (1945, 1970), Н. Г. Жигановтың (Ф. Ғәскәров менән берлектә, 1946) «Зөһрә»һен, Ф. З. Яруллиндың (1969) «Шүрәле»һен, С. В. Рахманинов (С. В. Дречин менән берлектә) музыкаһына «Элегия» хореографик миниатюраһын, операларҙа, музыкаль комедияларҙы, оперетталарҙа бейеүҙәр ҡуя.
Фото: Башҡортса википедиянан