

Ғәҙәттә, был гөлдәр ауылдарҙа тәҙрә төптәрендә шау сәскәгә күмелеп, өйҙө йәмләп ултыра. Ғафуриҙа уны бесәй гөлө, тиҙәр. Билдәле профессор Гөлфирә Абдуллина ла яратып үҫтерә уны. Был хаҡта сәхифәһендә:"Әбейҙәрский" сәскәләреңде үҫтермәйһеңме әллә быйыл?" - тип һорағайны бер әхирәтем. Үҫтерәмсе, ана ҡайһылай янып ултыралар! Тик улар сәскә түгел, ә өйҙән сығарып ултыртылған гөл эргәләрендә, заманса розалары ла бар", - тип яҙған. Быға ҡарата күптәр үҙ фекерҙәрен белдергән. Берәүҙәр, күҙ тейеүҙән,сихырҙан һаҡлай,теш һыҙлағанда япрағын ҡулланалар. Улар оҙаҡ сәскә ата, сағыу, өйҙө йәмләй, ниндәйҙер йылылыҡ килә.
Икенсе ханым, ошо "әбейҙәрский" гөлдән көйә ҡурҡа, үәт, тип яҙған. Ә һеҙ ошо гөлдәрҙе үҫтерәһегеҙме? Файҙаһы барлығын белә инегеҙме?
Фото: Гөлфирә Абдуллина.