

Быйыл Хәбибулла Ибраһимовтың "Еҙнәкәй" музыкаль комедияһы М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында йәнә яңырыу кисерҙе. Был спектакль тәүге тапҡыр Вәли Ғәлимов тарафынан 1946 йылда, унан һуң 1953 йылда - Арыҫлан Мөбәрәков, 1983 йылда Вәзих Сәйфуллин режиссерлығында сәхнәгә сығарыла. Бына 40 йыл үткәс, музыкаль комедияны режиссер, Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев баш ҡала тамашасыларына тәҡдим итте. Сағыу кейемдәр, кәмит ролдәр һәм йыр-мәҙәккә бай диалогтарға шығырым тулы тамаша залы ихлас көлөп, бер быуат элек булған хәл-ваҡиғаларҙың бөгөн дә ниндәйҙер кимәлдә актуаллеген һис юғалтмауына, кинәйә-ишараларға хайран ҡалып, ҡәнәғәт ҡайтты.
Фото: Башдрам