

Элек ауыл бүтән төҫлө ине,
Эсе йылы ине урамдың.
Бала сағым, ниндәй яҡтылыҡҡа,
Яҡшылыҡҡа бында уралдың.
... Бөкөс Биби инәй бөкөрәңләп,
Таяныр ҙа ялтыр таяҡҡа
( Беҙгә ул гел шулай булған төҫлө),
Түбән яҡҡа төшә, Наҡаҫҡа,
Эйәрәбеҙ ташлап бар уйынды,
Эй мәрәкә була, эй ҡыҙыҡ.
Инәйебеҙ ҡаҙан аҫыниһә,
Таҫма-таҫма туҙҙы һыҙырып,
Май ҡушылған туҙҙан ҡара һағыҙ
Еҫе-тәме уртты ҡытыҡлар.
Эркелешер апай-еңгәләр ҙә
Йәрми бабай яҡлап тыҡырыҡтан.
Ҡамыр кеүек йомшаҡ, эй хуш еҫле
Сыртылдаша беҙҙең тешебеҙ.
Йоҡлап китеп, йотҡан саҡтар була
Йәбешмәйҙер нисек эсебеҙ.
...Биби инәй ҙә юҡ. Һағыҙ ана
Кибет тулып ята. Сит илдән.
Беҙҙекләр бер аҙ мәшәүләнгән
Йола-ғәҙәттәрҙән төңөлгән.
Бер кешенең ғүмере эсендә лә
Туҙа икән ил-йорт дауылда.
Аһ үкенес, биле бөкөрәйгәнсе
Йәшәүсеһе лә юҡ ауылда