

XXVII
Күршеләр, эш өҫтөндә осрашыуҙан башҡа, үҫмер саҡтағыса бер-береһенә йән атып, тапалған ситән аша һикерешмәнеләр. Ә бит ул йылдар ниндәй матур үтте! Ҡояшты бергә ҡаршыларҙар, бергә оҙатырҙар ине. Яҡтыкүл ярында аяҡтарын болғап ятып, кишер ашай-ашай, алыҫ илдәр, зәңгәр диңгеҙҙәр хаҡында хыялландылар. Кинолағыса һәр ваҡыт бергә, бер-береһенә тоғро булырға һүҙ бирештеләр. Эйе, ул саҡтарҙы һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды.
Хәҙер бер-береһенә ышаныс юғалды. Байрам һаман да үҙен хаҡлы, бөтә бәләнең башы унда ғына, тип уйланы. Бикбулат, киреһенсә, аңлашыу юлын эҙләне, асыҡтан-асыҡ һөйләшергә теләне: бындай хәлдең оҙаҡҡа һуҙылыуы мөмкин түгел. Нисек инде ике саҡматаш йәнәш кенә тыныс ятһын, улар ҡасандыр бер-береһенә һуғылырға тейеш ине.
Аҙымды Бикбулат яһаны. Яландан һуң ғына ҡайтһа ла, Байрамдың утын күреп, кереп сыҡмаҡсы булды.
Байрам быны көтмәгәйне. Ул һөт менән икмәк ашап ултыра ине.
Өйҙә тәртип. Һәр нәмә үҙ урынында. Йылтыр башлы койка ла тигеҙ йыйыштырылған. Ахырыһы, туҙҙырыусы юҡ. Диван сепрәге лә аҡ ҡына күренә. Стеналарға мөйөштәрен кнопкалар менән тарттырып сиккән әйберҙәр ҡуйылған. Ҡыр сәскәләре, күл өҫтөндә талпынышҡан ҡоштар тиһеңме – бөтәһе лә бар. Һәр ҡайһыһы тәбиғи: энә оҫта ҡулдарҙа йөрөгән. Селтәр ябылған һары комод өҫтөндә түңәрәк сәғәт келтелдәй. Уның эргәһендә... бәләкәй генә рамда фото. Мәрйәмдең фотоһы. Туҡта, ошондай уҡ карточка уның түш кеҫәһендәге ҡатырға араһында йөрөй бит. Мәрйәм Өфөгә «йәшлек дуҫыңдан бер иҫтәлек. Әгәр онтмаһаң, һаҡларһың, онотһаң, йыртып ташларһың. Насар ғына төшөлдө, ғәйепләмә» тип артына ҡәләм менән эре итеп яҙып ебәргәйне. Ҡәләм эҙҙәре юйыла бара, әммә һүҙҙәре онотолмай, сөнки улар йөрәккә яҙылғайны.
Байрам өсөн дә был фото, моғайын, берҙән-бер йыуаныстыр. Бәлки, көн дә иртән уның менән йылы итеп һөйләшәлер, һаубуллашып сығып китәлер, кисен тағы иҫәнләшеп ҡайтып керәлер. Оҙаҡ ҡына унан күҙен алмай торалыр, үткән көндәрен хәтерләйҙер. Берсә йылмайып, берсә көрһөнөп ҡуялыр.
– Һин дә һуңлаған икәнһең? – тине Бикбулат. – Һуң хәл-әхүәл нисек?
– Күрәһең, – тине Байрам, көлөмһөрәп. – Тыныс.
– Инеп тә сыҡмайһың. Элекке беҙҙең һуҡмаҡты кесерткән баҫып бөткән.
– Йомошом юҡ. Һоҫҡо менән ут алырға йөрөшкән заман уҙған. Шырпы күп.
– Һин дә шул һүҙҙе һөйләгәс, – тине Бикбулат, әкрен генә ишекле-түрле атлап. – Үс тотаһың, ә? Атайыңды үлтермәгәнмен дә.
– Һин унан да ҙурыраҡты, минең яҡты донъямды һүндерҙең, – тине Байрам, яңаҡтарын ҡалтыратып.
– Уйлап һөйлә.
– Институт тамамламаһаҡ та, беҙҙә лә баш бар.
– Яҡшы, – тине Бикбулат, Байрамдың ҡаршыһына баҫып. Әйтерһең, ул уның бөтә ҡылыҡтары өсөн сикәһенә сабырға йыйынды. – Кем кемгә үс тоторға тейеш һуң әле? Һин миңәме, мин һиңәме? Мәрйәм менән беҙҙең күптән һуҙылған дуҫлыҡ, хаттар алышыу һиңә яҡшы билдәле ине бит? Хатта, Өфөгә ул ебәргеләгән күстәнәстәрҙе үҙең алып килгеләнең, йылы бейәләйҙәрен, һағынышлы сәләмдәрен тапшырҙың. Ә мин һиңә, ышанып, үҙ серҙәремде систем. Якутов баҡсаһында һыра эсеп ултырған саҡты хәтерләйһеңме? Хәтерләргә тейешһең. Һиңә минең ниндәй ауырлыҡтар менән уҡыуым билдәле. Йәйге каникул ваҡыттарында ауылға ҡайта алманым. Артабан йәшәр, уҡыр өсөн аҡса кәрәк ине. Баржанан күмер, ағас бушаттым. Өҫкө кейем рәтләгән булдым. Йүнле костюмым да юҡ ине, тансаларға төшөргә лә тартына торғайным. Ә һин, мин юҡлыҡтан файҙаланып, үҙең хаҡында ҡайғыртҡанһың. Бер нәмә һөйләп, икенсе турала уйлағанһың. Беҙҙең араға керергә нисек баҙнат иткәнһеңдер, ниндәй йөрәк менән? Шулмы иптәшлек? Мин һинең урында булһам, бындай юлға бармаҫ инем. Минең өсөн еңел генә үтте тиһеңме ни? Хәйер, ул турала һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ. Мәрйәмгә һуңғы мәртәбә, бәхет теләп, яҙған хатты ла йыртып ырғытҡанһың. Ҡош телендәй хатым ғына ла дошман булып күренгән.
Өйләнгәнһең, йәшәргә кәрәк ине. Мәрйәмдең сығып киткәненә мин ғәйеплеме ни? Ул һине яраттымы икән, шул хаҡта уйлап ҡараныңмы? Кеше күңеле – диңгеҙ тигәндәй, икеләнгән мәлдәрендә уның башын албырғатманыңмы икән?
Байрам үҙенекен һөйләне. Яратҡанмы-юҡмы, иллә-мәгәр йәштән үк бер-береһен һөйөшкәндәр ҙә бик һирәк ҡауыша. Ул Мәрйәмде ярата. Бәлки, Бикбулатҡа ҡарағанда ла нығыраҡ яраталыр. Яратырға хаҡы бар. Ул да кеше. Бикбулат ҡайтмаһа, моғайын, Мәрйәм элеккесә матур ғына итеп йәшәр, китмәҫ, балалары ла үле тыумаҫ, бала – ғаиләнең бөтөнлөгө өсөн ышаныслы күпер булыр ине.
– Ниңә ҡайттың? – тине ул йөрәк төбөнән сыҡҡан тауыш менән. – Ниңә ҡайттың? – Әгәр алдан белһә, Яҡтыкүлдең ҡапҡаһын көн элгәре ябыр, оло йоҙаҡ һалыр, уны уҙғармаҫ ине. Кеше йөрәгенә йоҙаҡ һалыу мөмкин түгел.
– Мин иленән һөрөлгән бәндә түгел бит, – тине Бикбулат. – Улар ҙа ҡайта. Тыуған өй артында үҫкән әрем һәр кемгә лә ҡәҙерле. Хәйерле төн.
Байрам өндәшмәне.
Бикбулат, лапаҫ өҫтөнә менеп, оҙаҡ ҡына күккә ҡарап ятты. Йәшел бесәнгә күмелеп әкиәт һөйләшкән ваҡыттарҙы күҙ алдына баҫтырҙы һәм тиҙҙән, ауылдың саф һауаһын һулап, тәрән йоҡоға талды.
XXVIII
Бикбулат өйгә ҡайтҡан һайын тиерлек яңылыҡтар күрҙе. Йә яртылаш аунап, һөйрәлеп ябылған ел ҡапҡа тып итеп тороп ултырҙы, йә һығылғыланған иҙәндәр алмаштырылды, йә йылдар буйына иҫе лә китмәйенсә ергә һеңешеп ятҡан тупһа ташы, башын ҡалҡытып, баҫып инергә уңайлыланып ҡалды. Быға тиклем артыҡ иғтибар бирелмәгән, һәр саҡ ваҡ-төйәк менән тулған соланға ла йән кергәндәй булды: стеналарына иҫке киноафишалар йәбештерелә башланды.
«Рәхим итегеҙ» тигән кеүек, йылмайышып, күренекле артистар ҡаршыланы. Бикбулат, көлөмһөрәп, башын сайҡап ҡуйҙы. Әйтерһең дә, уның өйө кино артистарының йортона әйләнде. Гүйә, Сөләймән ҡарт менән Рәфис артынан артистар ҙа эйәреп килде. Ҡара бөҙрә сәсле, йәмшек танаулы, күҙҙәре уйнап торған малай ни яғы менәндер яҡын тойолдо, һуғыш йылдарында сирләп үлгән бер туған энеһен хәтерләтте.
Рәфис Ҡунаҡбикә ҡарсыҡҡа ла бик оҡшаны. Ҡушҡан бер йомошон үтәне. Һыуға ла барҙы, утын да киҫте. Тиҙ генә эйәләшеп киттеләр. Яңы тормош яңы мәшәҡәттәр ҙә арттырҙы. Ваҡытында ашарға ла әҙерләргә, өҫ-баштарын да ҡараштырырға кәрәк. Ни тиһәң дә, өс ир. Сөләймән ҡарттың эске күлдәктәрен генә ағартырға күпме көс һалынды. Кергә киҫелеп бөткән нәмәләр, ике-өс мәртәбә ҡайнатмайынса, төҫтәрен асманы, йә күп ышҡыуға тетелеп төштө. Ҡарсыҡ, магазинға барып, яңыларын алды. Мунсанан һуң, энәнән-ептән сыҡҡан күлдәк-ыштан кейеп ҡайтыуы Сөләймән ҡартҡа ҙур шатлыҡ булды. Әйтерһең, ул мунса һуҡмағынан туйтаңлап атламаны: аҡ ҡанаттарын йәйеп, осоп ҡайтты. Муйынына шаҙра таҫтамал һалып, ҡарсығынан күҙен алмай, сынаяҡ аҫтын бармаҡ остарында ғына тотоп тәмле сәй эсте. Ҡартҡа килеште. Гүйә, ул Бикбулаттың өҫтәл артында түгел, ә ожмахтың иң түрендә ултырҙы. Унан да бәхетле кеше юҡ ине.
Яҡтыкүлдә Ҡунаҡбикә ҡарсыҡ менән Сөләймән ҡарт тураһында төрлө һүҙҙәр йөрөнө. Берәүҙәр былай, икенселәр тегеләй тине. Ирештереп тә, ҡыуанып та һөйләнеләр. «Бик яраған, силәгенә күрә ҡапҡасы, – тиештеләр. – Ҡартайған көндәрендә рәхәт йәшәһендәр, Бикбулатҡа һауап ҡына булыр, изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ».
Бөгөн Сөләймән ҡарт утарынан ҡояш күтәрелгәс кенә ҡайтты. Бер ыңғай баҡса кәртәһенә ҡайырырға ҡайын сауҡаһы ла алып ҡайтты. Арба өҫтөндә ҡырын ятып, атының башын бик ҡәнәғәт булып тартты. Ауылдаштары уның эшлекле икәнен дә күрһендәр, тине. Осраған берәү уға ололап сәләм бирҙе. Ни тиһәң дә, хәҙер ябай кеше түгел, колхоз председателе менән бергә йәшәй, председателдең ағас атаһы. Йомошо төшөүе лә, Сөләймән ҡартҡа әйтһә, Бикбулаттың тыңлап ҡуйыуы ла бар. Ана бит эш ҡайҙа китте. Юҡтан ғына Сөләймән ҡартҡа хөрмәт артты. Ул һәр кемгә лә эләкмәй әле. Донъя – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа, тиеүҙәре дөрөҫ икән.
Эйе, ҡарт ҡойма ҡойорға уйланы, юғиһә күрше-күләндең ҡош-ҡорто картуф төбөн тибә. Ярҙамға, сыбыртҡы һабы йыуанлығы үҫенте ағастарҙы биреп торорға, Рәфис тә сыҡты.
Байрамдың күпте күргән еҙ муйынлы оло әтәсе, яңы хужаларҙы шәйләп, оран һалды. Тауыҡтар төрлөһө төрлө яҡҡа һибелеште. Әтәс кенә урынында баҫып ҡалды. Йәнәһе, ул бер кемдән дә ҡурҡмай. Бигерәк тә аяғын йүнләп атлай алмаған өтөк ҡарттан. Быға тиклем ике баҡсаға ла, ике өйҙөң тауыҡбикәләренә лә хужа булып йәшәне бит әле. Теләй икән, Ҡунаҡбикә ҡарсыҡтың тауыҡтарын янына саҡырып алды, теләй икән, үҙе был яҡҡа һикерҙе. Тыйманылар ҙа, юлын да бүлмәнеләр.
– Көш! – тип Сөләймән ҡарт ҡулын күтәрҙе. Юҡ, әтәстең иҫе лә китмәне.
– Улаймы ни әле! – тип, ҡарт тегегә таш атты. – Акаянный! Хас эйәһе!
Еҙ муйын үҙҙәре яғына йомолдо.
Был тамашаны ситтән күҙәтеүсе Байрам:
– И килен, унан һаҡлана күр, иҫләмәҫтән генә өҫтөңә ҡунаҡламаһын! – тине, рәхәтләнеп көлөп.
– Кем? Ни ти? – Ҡарт һиҫкәнеп китте. Йәне һөймәгән кешенең тауышы түгелме? Шуныҡы ҡый. Ҡалай олатаһы һымаҡ кешене мыҫҡыл итә. – Их, биздильник! Халыҡ бер тын эшләп арып бөттө, ә һин, арҡаңа ҡояш төшкәнсе, өйөңдән айырыла алмайһың. Мин пыр туҙҙырып донъяһын да көткән, улдарын айырыпланға ултыртып һуғышҡа ла осорған уны, һинең һымаҡ, ҡатыны ла ташламаған. Шунан да ҙур оят бармы икән? Тфү, – Сөләймән ҡарт кәртә аша Байрам баҡсаһына төкөрҙө.
Байрамдың йөҙө ҡараңғыланды. «Ниңә бәйләндем» тигән көнгә төштө. «Яуыз ҡартты бер бөгөн беләме ни? Әле ул һиңә ағыулы һүҙҙәрен күп ишеттерер. Ниңә кәрәк булған ул Ҡунаҡбикә ҡарсыҡҡа? Сәсе ағарғас, иҫенә төшкән. Кейәү, имеш, ир, имеш! Бикбулатына ни етмәгән? Утарында ҡатып ятһын ине шунда. Бураһы ишелеп барамы икән ни? Ә тегеһе ниндәй малай? Сиған балаһына ла оҡшаған. Тапҡан бит, әй, кешеләрен дә! Аптырарһың».
– Мәрйәм ҡыҙым һиңә төҫ түгел. Ҡайҙан ул һиңә башын бәйләгән? Ярай, ҡотолған. Бына һиңә Мәрйәм! – Ҡарт ҡуҡыш күрһәтте.
Байрам, асыуынан ни эшләргә белмәй, уға табан атланы.
– Һаҡалыңдан тотоп, күлгә ырғыта торған ғына бәндә икәнһең! – тине, тештәрен шығырҙатып. Сөләймән ҡарт, ҡулына балта тотҡан килеш, шөрләп артҡа сигенде.
– Башың ике булһа, тей, – тине, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп. Рәфис олатаһы артына йәшеренде.
Шул саҡ ҡапҡа төбөнә, сигнал биреп, ГАЗ-69 туҡтаны. Иртәгә ауыл Советы сессияһына ҡатнашыу өсөн райсоветтан килгәйнелр.
– Бәхетең, – тине Байрам, кире боролоп.
Әлбиттә, ул Сөләймән ҡартты һыуға һалырға йыйынмағайны, ҡурҡытырға ғына уйлағайны.
– Йүнһеҙ, – тине ҡарт, машина ҡуҙғалғас, йәнләнеп. – Рәфис улым, ағастарҙың баштарын киҫмә, оҙон көйөнсә ҡайырайыҡ. Чурты ла үтә алмаһын.
Бәй, әтәс тағы ла кәртәгә баҫып ҡысҡырҙы.
– Туҡта, муйыныңды һуҙырһың әле! – тине ҡарт, бармаҡ янап.
XXIX
Байрам, малайын ерләгәндән һуң, Мәрйәмдең ҡайтыуына өмөтөн өҙҙө. Малайы менән бергә тәүге мөхәббәтен дә күмде. Исмаһам, ситкә китһә, иҫкә төшөр ҙә онотолор ине, күҙ алдында йөрөй бит. Етмәһә, осрашҡан һайын:
– Нихәл, Байрам, – тип иҫәнләшеп үтә. Әйтерһең, бер нәмә лә булмаған, асыу ҙа һаҡламаған төҫлө. Әйтерһең, ул һаман да элекке, ихлас күңелле алсаҡ Мәрйәм. Өндәшмәйенсә башыңды баҫып уҙыр инең. килешмәй. «Хәлде ни беләһең» тиер инең, нисектер, кәмһенәһе килмәй.
– Бер көйгә генә, – тиһең дә, һүҙ ҙә бөтә. Ул үҙ юлы, һин үҙ юлың менән китәһең. Ләкин күп тә бармайһың, аҙымдарың әкренәйә, ниндәйҙер көс һине туҡтарға мәжбүр итә. Кеше күҙенән йәшеренеберәк, ҡоймаға ышыҡланырға тырышып, уғры ҡараш менән уны күҙәтәһең, артына әйләнеп күҙ һалмаҫмы тип өмөт итәһең. Юҡ, туҡтамай, башын күтәреп атлауын дауам итә. Гүйә, һыуһап көткән ямғыр болоттары яумайынса күкрәп кенә уҙа... Бөтәһен дә оноторға кәрәк. Оноторға?.. Тәүге мөхәббәтте онотоп булмай икән шул, ул йөрәктең иң түренән урын ала ла бер кемде лә яҡын килтермәй икән. Ә йәшәргә кәрәк. Нисек йәшәмәҫкә мөмкин һуң? Эшкә лә теләр-теләмәҫ кенә барыла.
Ауыл Советына кемдәр генә кереп, кемдәр генә сыҡмай, төрлө йомош менән киләләр, бөтәһен дә хәл итергә, ғаилә мәсьәләләренә лә ҡыҫылырға, өгөт тә бирергә кәрәк.
– Үҙеңдә юҡ аҡылды кешегә өйрәтмә, – тип йөҙҙө тырнап сығып китеүселәр ҙә табылды. Нимә тип әйтәһең инде уларға? Тешеңде ҡыҫып түҙергә генә ҡала. Ҡайһы саҡта бөтәһенә ҡул да һелтәнде. Тура килһә, кем менән булыуына ҡарамаҫтан, араҡыһынан да баш тартылманы. Хатта шуға барып етелде: эш бүлмәһендә лә эскеләп ташланды. Беҙ ҡапсыҡта ятмай тигәндәй, барыһы ла беленде. Авторитет – айҙар, йылдар уҙыу менән, ҙур һынауҙар аша яулана, ә халыҡ теленә бер эләкһәң, күп кәрәкмәй, ул тауҙан тәгәрәткән таш һымаҡ тиҙ төшә. Ауыр булһа ла, Байрам сессияла хаталарын таныны, председателлектән бушатыуҙарын һораны.
– Мин ҡара эштән ҡурҡмайым, – тине ул, ас яңаҡтарын ҡалтыратып. – Ҡайҙа ҡушһағыҙ, шунда барам. Кәрәк икән, тракторына ла ултырам. Армияға киткәнсе, тракторист инем, беләһегеҙ.
Депутаттарҙың ҡайһылары Байрамды йәлләнеләр ҙә, ләкин һуң ине инде.
Ошо осорҙа ғына колхоз «Беларусь» тракторы һатып алғайны.
– Ул кукуруз баҫыуын эшкәртәсәк, – тине Бикбулат. – Әгәр кукуруз үҫтерергә ниәтең бар икән, рәхим ит. Күрәһең, беҙҙең баҫыуҙарға ул һаман төҫ бирмәй. Быйыл инде ғүмер-ғүмергә ата-бабаларҙың күҙ терәп йәшәгән еренә – Оло аҡланға сәстек, тиреҫ тә сығарҙыҡ.
– Әҙәм үҫтергән нәмә лә. Ҡулдан килмәҫме икән ни? – тине Байрам.
– Килер, ышаныс менән тотонорға кәрәк.
– Эйе, Оло аҡлан – элек-электән яҡтыкүллеләрҙең күңелдәрен биләп торған урын. Иген игергә генә түгел, миндек бәйләргә лә, мәтрүшкә, ҡомалаҡ йыйырға ла ошонда йөрөйҙәр. Бындағы ҡайындарҙай ҡупшы ҡайындар, бындағы еләктәрҙәй ауыҙ һыуын ҡоротҡан емештәр тирә-яҡта бармы икән! Оло аҡландың йылғаһы ғына ни тора, ул һаҙлыҡтан-маҙарҙан башланмай, донъя күрергә ынтылып, шаулап тау ҡуйынына бәреп сыға. Әйтерһең дә, һыу түгел, ә көмөш урғыла. Йыл һайын ошонан, тәбиғәттең һоҡланғыс ҡосағынан, трактор бригадаһы үҙенә йәйләү – стан һайлай. Ҡар күҙе тишелеү менән, тракторҙар ҡуҙғала. Улар артынан, һауыт-һаба тейәп, ялан вагондары эйәрә. Яҡтыкүл тынып ҡала, гүйә, уның бөтә йәмен Оло аҡланға алып китәләр.
Буяуына туҙан ҡунырға ла өлгөрмәгән «Беларусь»енә ултырып, бында Байрам да килде.
* * *
...Оло аҡлан үҙ тормошо менән йәшәне. Йылғалары, сылтырашып, таштан-ташҡа һикереште, ҡайындары шаулай-шаулай япраҡ үрҙе. Таң артынан таңдар һарғылт ҡанат йәйҙе, ҡояш тәгәрәй-тәгәрәй ҡыҙған шарға әйләнеп, ут сәсеп, Яҡтыкүлгә сумды. Оҙон төн буйына тыуған төйәктәрен маҡтап туя алмаған һандуғастар, тынып, уларҙы уҙҙырып «һайрашҡан» тракторҙар тауышын көнсөллөк менән тыңланылар.
Байрам баҫыу станында ҡуна ятып эшләне, ҡайтып урарға ваҡыты ла ҡалманы. Кистәрен арып-талып, вагончиктың һикеһенә тәгәрәне. Иртүк тороп йылғаға йүгерҙе, шәрә тәнен биленә тиклем һалҡын һыу менән йыуҙы һәм, ялан сәйен эсеп, машинаһы янына ашыҡты. Баштараҡ тракторын ҡыйыуһыҙ ғына йөрөттө, йыш ҡына туҡтаны. Ни тиһәң дә, байтаҡтан бирле руль артына ултырылмаған. Яңы часть тә алмаштырырға өлгөрҙө. Механик ауылға ат ҡыуҙы. Был арала Байрам һаман моторы тирәһендә соҡондо. Башына төрлө уйҙар килде. Әллә тотонмаҫҡа инеме? Бәлки, һәнәк алыу яҡшыраҡ булғандыр?.. Юҡ, хәҙер артҡа сигенерлек түгел шул. Бөтә Яҡтыкүл күҙәтә. Оло аҡланға кукуруз сәсеү тураһында һүҙ ҡуҙғалғас, күптәр йөҙҙәрен йыйырҙылар:
– Ерҙе әрәм итмәгеҙ, егеттәр, беҙҙең яҡҡа килешмәй ул.
– Уның урыны – Ҡырым.
– Ике-өс гектар ғына түгел бит, Яҡтыкүлде ярты йыл туйҙырған ер менән шаярмағыҙ, – тиештеләр.
Бикбулат та икеләнеберәк ҡалды. Бер олоһона, бер кесеһенә ҡолаҡ һалды, бер үҙе бүрке менән кәңәшләште. Ошондай минутта идара ағзаларының ҡайһы берҙәре лә ыҡ-мыҡ иткеләнеләр, йәиһә көньяҡҡа, ҡояш битенә ҡарап ятҡан ташлы түбәләрҙе күрһәттеләр. Ә Бикбулат бының ҡайҙа тартҡанын һәм артабан ҡиммәтле культураға ҡарата бөтөнләй ышаныс юғаласағын яҡшы аңланы.
– Үҙ өҫтөмә алам, – тине ул, тәүәккәлләп.
– Күпте алаһың, – тине Закирйән, һүҙгә ҡушылып. – Ҡайһы саҡта артыҡ ҡыйыулыҡ йүнлегә илтмәй. Оло аҡландың икмәген ашап үҫкәнеңде лә онотма.
– Һәр нәмәгә шикләнеп ҡарарға ярамай, ағай.
– Көҙөн билсән йыйып ҡуйма.
– Күрәҙәлек ҡылмайыҡ.
Бына ошондай бәхәсле урынға Байрамдың да яҙмышы бәйләнде. Тәүҙә ҡыҙыулыҡ менән һиҙелмәһә лә, һуңынан уға барып етте. Оло аҡлан өсөн Бикбулат менән бер тигеҙ яуап бирәсәгенә төшөндө.
Механик, запчасть килтереп ҡуйғас,:
– Был һиңә силсәүит аты түгел, колхоз тракторы, – тине, үртәп. – Ҡарап йөрөтөргә кәрәк.
– Сельсовет аты ни эшләгән?
– Аяғын тешләгән. Яңы машиналарға түгел, иҫкеләренә етештереп булмай. Дефицит.
Механик китеп, күп тә үтмәне, парктикаға ебәрелгән студент-агроном килде. Ул, рәт аралары эшкәртелгән ерҙә йөрөгәндән һуң, ҡул болғап Байрамды туҡтатты һәм ҡайһы бер күрһәтмәләр бирҙе.
Эйе, ҡушҡас тыңларға кәрәк. Әллә быға тиклем байтаҡ ҡына йылдар етәкселектә йөрөгәнгә күрә, нисектер, һәр бер иҫкәрмә, тупаҫыраҡ һөйләшеү ауыр ҡабул ителде. Ә бит ваҡытында Байрам үҙе лә йыш ҡына ҡысҡырғылай торғайны. Бәлки, кешеләрҙең кәйефтәрен юҡ-барға ла ҡырғандыр. Күңелде төшөрөү өсөн күп кәрәкме ни? Бер һүҙ етә.
Сәғәттәр буйына президиум өҫтәле артында ла ултырырға күнегелгәйне. Кешегә белдертәһең килмәһә лә, нисектер, үҙеңде башҡаларға ҡарағанда өҫтөнөрәк тоя инең. Теге-был кәңәшмәләрҙә кемдеңдер насар хәтере арҡаһында түргә эләгенмәһә, ниндәйҙер иблес, һинең урының аҫта, халыҡ араһында түгел, ана тегендә, тип йөрәкте тырнаштыра торғайны.
Байрам тракторы эргәһендә яңғыҙы ғына ҡалғас, үҙен бөтөнләй бәләкәй кеше кеүек хис итте. Бала йөнө лә китмәгән студентынан алып һине барыһы ла өйрәтә, аҡыл бирә. Әйтерһең дә, ул һабан һөрмәгән дә иген икмәгән, машина йөрөтмәгән. Оло аҡланға һәм башҡа баҫыуҙарға уның тире күп тамды. Һуғыш йылдарында тау үрҙәрендә һыйырҙарҙың көстәре етмәй башлаһа, һабанды үҙе тартыша ине, хәлдән тайып, күҙ алдары ҡараңғыланып, йығылып киткән саҡтары булғыланы. Ауыл Советының аты түгел, имеш. Ул унда насар эшләмәне. Ҡайһы берәүгә председателдең эше справкаларға мисәт һуғып ултырыуҙан ғына ғибәрәт. Һигеҙ ауыл, әйтергә анһат. Ә уларҙа күпме халыҡ йәшәй? Халыҡ менән уртаҡ тел дә таба, эште ойоштора ла белде ул. Тоҡтомалға ғына район Советы башҡарма комитеты ике мәртәбә маҡтау ҡағыҙы тотторманы. Дөрөҫ, һуңғы йылда ғаилә мәсьәләһе менән һөрөлөп алды. Дүрт аяҡлы ат та абына бит.
Культиваторҙың бысаҡтарын үткерләп ҡуйған һайын, Байрамдың күңелен ниндәйҙер юғары тойғолар биләй барҙы. Ул бит әле кеше, башҡалар унан ни яҡтары менән өҫтөн? Бөтәһе лә бер тигеҙ. Айырма шунда ғына – кешеләр бер-береһенә оҡшамағандар. Донъяла бер генә Байрам бар, бүтән Байрам юҡ, шуның өсөн уның менән кешеләрсә һөйләшегеҙ. Аңлашыламы?
Ул усына тупраҡ алды. Тештәре шығырҙап, ас яңаҡтары тартылды. Гүйә, тыуған ергә бөтә әрнеүҙәрен, ғазаптарын, ҡайнар хистәрен аңлатты. Дымлы тупраҡты шул тиклем ҡыҫты, хатта беләгенә, һарҡып, тамсылап һыу тамды.
ХХХ