Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Мәҙәниәт
21 Августа 2023, 04:20

Бөгөн - Шағирҙар көнө!

Һәр кемдең күңеленә яҡын үҙ шағиры бар. Һеҙ кемдең шиғриәтен үҙ итәһегеҙ?

Бөгөн - Шағирҙар көнө!Бөгөн - Шағирҙар көнө!
Бөгөн - Шағирҙар көнө!

ТАРИХ БУЛЫП ҠАЛДЫ... БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ХАЛЫҠ ШАҒИРЫ МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ БӨРЙӘНДӘ БУЛЫУЫ ХАҠЫНДА БӘЙӘН
МОСТАЙЛЫ ИЛ - БӘХЕТ ИЛЕ
Мостай Кәрим – Бөрйәндә
Үҙенә Хоҙайҙан бирелмеш яҡты һәм яҡшы ғүмер юлында Бөрйәнебеҙгә ШАҒИР, ИЛ УЛЫ, ЫСЫН БАШҠОРТ миссияһы менән килергә лә яҙҙы Мостайға.
Замананың ҡатмарлы боролоштарында үҙенең аҡыллы һүҙен әйтер, илгә раҫ һүҙен еткерер, күңеле менән илде имләр олуғ шәхес булды, булып ҡаласаҡ Мостафа Сафа улы.
2003 йылдың 5 сентябрендә 84 йәшлек ил аҡһаҡалы Республикабыҙҙа Президент һайлауҙары алдынан килде Бөрйәнгә. Бушҡа килмәне: ағас башын ел борор, әҙәм башын һүҙ борор, тигән миссияны үтәп, ил һүҙен, ир һүҙен, халыҡ шағиры һүҙен еткерергә килгәйне.
Әҙип менән ҡатар йөрөп, уның ауыҙынан аҡыллы һүҙҙәр ишетергә насип булды беҙгә лә – ошоноң менән дә бәхетлебеҙ.
Шул саҡта “Таң” гәзитендә донъя күргән мәҡәләнән өҙөктәр килтереп китеү бер ҙә яҙыҡ булмаҫ.
Район сигендә халҡыбыҙҙың олуғ улын икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршыланы бөрйәндәр. Ә киске сәғәт 8-ҙә район мәҙәниәт һарайында халыҡ менән осрашыу үтте. Тамашасылар залы шығырым тулы, ике яҡ ситтә халыҡ баҫып торҙо хатта. Был иһә – Бөрйән халҡының үҙенең бөйөк шағирына, уның ижадына битараф булмауына асыҡ дәлил.
“ Мин, ысынлап та, һеҙҙе һағынып килдем. 14 йыл элек килгәйнем бында. Бөрйән ерен бер күргән кешенең уны ҡабат күргеһе килә. Донъяны күп күрҙем, күп илдәр гиҙҙем, ләкин бер ерҙә лә бер һыуҙы ике кисмәнем, ә Бөрйәнгә килгәндә Ағиҙелде алты тапҡыр кистем. Уҙған килгәндә был матурлыҡтарҙы үтә күрә алманым – юлдар насар ине, әле бына рәхәт киленде – бөтә Уралдың матурлығын күҙ күреп һөйөндө, күңел ҡабул итте.
Күптән һеҙгә килергә йыйына инем, өлөкөгөн Мортаза Ғөбәйҙуллович:”Бөрйәндә булдыҡ, унда Республика Советының күсмә ултырышы үтте, бик яҡшы тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Һиңә һәйбәт юлдаш табам, Бөрйән егетен, шуның менән барып ҡайт”, -тигәйне. “Көҙгә, япраҡтар һарғайғас барырмын”,-тиһәм:”Ул саҡта тағы барырһың”,-тине. “Бына бит, Хоҙай насип иткәс, осраштыҡ.
Һайлауҙар етеп килә, ялғанлыҡтар, алдыҡ-ялдыҡ та күбәйҙе, әммә беҙҙе алдауы еңел түгел.
Шундай көләмәс бар: быуар йылан ҡуянды йотор алдынан:”Ҡуян, һин аҡһың, матурһың, фәлән-төгән...”-ти ҙә, йота ла ебәрә. Шуның ише Мәскәү телевидениеһынан Башҡортостан беҙҙеке буласаҡ, тип ебәрәләр. Тик беҙ ҡуян түгел, беҙ йотолмаясаҡбыҙ.
Мин Собханғолдо күреп ҡыуандым, бында ҡыймылдамаһаң бер нәмә эшләп булмай. Халыҡ тураһында фекер йөрөтөр өсөн ауыл ситендәге бер өйҙө күреү ҙә етә.
Бер мәктәпкә барҙым, балаларға әйтәм:” Нимәнән башларға?”-тип. Улар һорау менән күмеп ҡуйҙылар. Ошоға бәйле бер көләмәс бар: Хужа Насретдин халыҡ күп йыйылған ергә килгән дә:”Йәмәғәт, һеҙ бер нәмә беләһегеҙме?”-ти икән. Халыҡ:”Юҡ!”-тип яуап ҡайтарған. Хужа:”Белмәгән кешегә һөйләп, өйрәтеп тороуҙан фәтеүә юҡ”,-тип киткән дә барған. Икенсегә килгән, теге һорауын ҡабатлаған. Халыҡ:”Беләбеҙ”, -ти икән. Хужа:” Белгәндәргә һөйләп тороуҙың да кәрәге юҡ”, -тип ары киткән. Өсөнсө мәртәбә килеп, тағы теге һорауҙы биргән, кешеләр:”Яртыбыҙ белә, яртыбыҙ – юҡ”,-тип яуаплаған. Хужа ла төшөп ҡалғандарҙан түгел:” Ана шул белгәндәрегеҙ белмәгәндәргә өйрәтһен”, -тип киткән дә барған.
Бөгөн мин һеҙҙең менән күрешеп һөйләшергә, хәл-әхеүәлдәрегеҙҙе белешергә килдем. Миңә яҙмыш тарафынан күп бирелгән – уңыштар ҙа, башҡаһы ла. Улар өсөн мин үҙемде осорған оям, сәңгелдәгем –өйөмә, Оло, Кесе инәйҙәремә бурыслымын. Шундай татыу, иҫ киткес ғаиләлә үҫтем: 4-5 йәшкә тиклем ҡайһы инәйем үҙ әсәйем икәнен дә белмәнем. Оло инәйемдең бөтә кейемен хәтерләйем, биҙәктәренә тиклем күҙ алдында, һәр ҡыланыш-хәрәкәте лә иҫтә, тик бына тауышын хәтерләмәйем, сөнки ул бер ҡасан да тауыш күтәрмәне, ҡысҡырманы – беҙҙең өйөбөҙҙөң Аллаһы изге, һәйбәт булды.
Күршелә даими рәүештә:”Хоҙай орһон!”, “Ҡәһәр һуҡһын!”, “Хоҙай һуҡһын!” тигән әр-ҡарғыш һүҙҙәре ишетелеп торҙо. Ә беҙҙең өйҙөң Хоҙайы һәйбәт ине:”Хоҙай бирһен!”, “Алла ярҙам итһен!”, “Алла бирһен!”, “Алла һаҡлаһын!” тигән һүҙҙәр гел ҡабатланды. Өйҙә һәйбәт Алла культы булырға тейеш. Кеше кешегә былай ҙа яуызлыҡ эшләй, ә беҙ, холоҡһоҙланып, тағы уны Хоҙайҙан һуҡтырырға итәбеҙ.
Миңә әле 84 йәш. Ә үҙемде 80 тирәһендәмен, тип уйлайым, сөнки 4 йәштәр тирәһендә тәү башлап ояттың нимә икәнен белдем. Ул саҡта беҙгә инәйҙәр ыштанды ярыҡлы итеп тегеп бирә ине ( үҙегеҙ аңлағанһығыҙҙыр ни өсөн икәнен).
Ә бер мәл урамдан ҡайтып индем дә, теге ыштанды атып бәрҙем – миңә яңыһы, ярыҡһыҙы кәрәк, бүтән был ярыҡлыны кеймәйем, тинем. Шул саҡта мин ояттың нимә икәнен, ояла белеүҙе аңланым, тимәк, йәшәй башланым. Әгәр кешенең ояты, намыҫы юҡ икән – ул әле йәшәмәй, ояты ғүмер буйы булмаһа, йәшәмәй ҙә үлеп китә.
Ғүмерҙең алтын ҡаҙығы – кешенең намыҫы, минең өсөн Хоҙайҙың реаль сағылышы – минең намыҫым, эсеңдә намыҫ булмаһа, Хоҙай ожмахҡа путевка бирмәй.
Бик күп донъя гиҙҙем. Йөрәгем аша һуғыш ғәрәсәтен үткәрҙем, һуғышта әллә ниндәй батырлыҡ күрһәтмәнем. Командирыбыҙ Фомичев ине. Ул бик әшәке һүгенде һәм мине ғүмерлеккә һүгенмәҫкә өйрәтте. – һабаҡ бирҙе.
Мин яҙмышҡа ышандым, әле лә ышанам. Иң ауыр саҡта ла үлем тураһында уйламаным. Мәғәнәһеҙ үлемде лә, мәғәнәһеҙгә үлтереште лә күрҙем. Пленға эләккәндәрен атҡандарын – мәғәнәһеҙгә кеше үлтереүҙе лә күрергә тура килде.Үҙем иһә бәлкәйҙән уҡытыусы булырға теләнем. Уҡытыусы булырға ла уҡыным, тик һуғыштан һуң ауырып, профессиям буйынса эшләй алманым. Ғөмүмән, мин ике культты илаһилаштырам: беренсе – әсә культын, икенсе – уҡытыусы культын. Ғүмер буйы мин ошо ике культҡа табынып, уларҙы изгеләштереп йәшәнем.
Әйткәндәй, бәхет тураһында. Бәхет гел була торған нәмә түгел, ул бик һирәк килә торған рух хәле.
Беренсе бәхетем – Рауза менән танышҡан көн. Икенсеһе – һуғыш бөткән көн. Өсөнсөһө – 1933 аслыҡ йылында яландан күп итеп көнбағыш башын йыйып ҡайттыҡ, ишекте асып өйгә инһәм, тары бутҡаһының еҫе. Атай-әсәй иҫән, Оло инәйем иҫән, туғандар теүәл – ошо бәхет түгелме ни?
Ана шулай, тары бутҡаһы тәме танауға килеп инеү ҙә бәхет. Шведтарҙа шундай мәҡәл бар: көн һайын әйтелгән “яратам” тигән һүҙ өйҙө бәхетле итә. Бер-береңде бәхетле итеп, бәхет өләшеп йәшәү ҙә – бәхет.
Мин донъяны икегә бүләм: ҡояшлы яҡҡа һәм ҡояшһыҙға. Аңлашылалыр, ҡояшлы яғында изгелеккә, шиғриәткә, моңға битараф булмағандар, матурлыҡҡа табынғандар йәшәй, ә ҡояшһыҙ яғында – туң йөрәктәр, битарафтар һ.б.
Һеҙ бөгөн был осрашыуға килгәнһегеҙ икән, тимәк, һеҙ – ҡояшлы яҡ кешеләре. Ғөмүмән, бөгөн залда гел һәйбәт, матур кешеләр йыйылған. Ә бит насар кешеләр бындай осрашыуға бөтөнләй килмәй.
Бөгөн мин бәхетле – һеҙҙең менән осраштым. Һорауҙарҙан күренә: минең әҫәрҙәрҙе бында яратып уҡыйҙар, беләләр; бөтәгеҙҙең йөҙҙө лә хәтерләмәм, бәлки, әммә һеҙҙең күҙ, күңел аша рухыма килгән йылылыҡ бәхет түгелме?!

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө... Ошо уңайҙан булыр был иҫтәлек...
МОСТАЙҒА
Ул халҡының рух илсеһе булды -
Рух илсеһе бөгөн, әле лә.
Әйткән һүҙе, бер ҙә яҙлыҡмайса,
Килеп тейә йөрәк сәбенә.
Бөҙрә һүҙҙәр әйтеп ҡыланманы -
Әйтер һүҙе булды тәғәйен.
Халҡы менән бергә йәшәне ул,
Бергә ейҙе хәләл тәғәмен.
Хоҙай ебәрмештән рух илсеһе
Инселәнгән ғәзиз халҡыма.
Мостай тиһәң, телдең бәҫе арта,
Мостай тиһәң, рухың ҡалҡына.
Әҫәрҙәрен уҡып ҡыуанабыҙ,
Әйткәндәре хәҙис шикелле.
Мостайлы ла булған милләтемдән
Бәхетлерәк булған икеле.
Мостай тиһәк, рухтың бәҫе арта,
Ҡеүәт-ҡөҙрәт ала ғәм-сәм дә.
Башҡорттоң бит башҡортлоғо бөгөн
Мостайҙары менән үлсәнә.

ЭХ, АҒАЙҘАРҘЫҢ ЮҠЛЫҒЫ...

Эх, ағайҙарҙың юҡлығы
Һүҙ әйтеп күңел имләр.
Мостай, Р.Бикбай, Әхмәттәр –
Юҡ инде һеҙгә тиңдәр.
Эх, ағайҙарҙың юҡлығы
Күрһәтер дөрөҫ юҫыҡ.
Беҙ өмөт бағлаған күптәр
Ышыҡта ята боҫоп...
Эх, ағайҙарҙың юҡлығы
Ултырып иламалы.
Дейеүгә әйләнеп, йылан,
Муйынды быуған мәле...
Эх, ағайҙарҙың юҡлығы
Тас аҡыл һүҙен әйтер.
Еккән атыбыҙ ҡорсаңғы,
Ултырған арба кәлтер...
Эх, ағайҙарҙың юҡлығы
Абруйҙың үҙе генә.
Аманат булып уларҙан
Ҡалды хаҡ һүҙе генә...
А.Ғарифуллина

Фото: Бәйләнештә

 

Автор:
Читайте нас