Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
21 Август 2023, 05:05

Кейәү Повесть (1) Рәйес НИЗАМОВ

– Илата, балам... Атайың ҡыуанып бөтә алмаҫ ине лә бит...

Кейәү    Повесть (1)   Рәйес НИЗАМОВКейәү    Повесть (1)   Рәйес НИЗАМОВ
Кейәү Повесть (1) Рәйес НИЗАМОВ

Кейәү

 

I

 

Курьер поездары ике-өс минутҡа ғына туҡтап киткән Аҡ Ялан станцияһында вагондан, еңелсә һикереп, бер һалдат төштө лә, йылмайып, тирә-яғына ҡаранды, халыҡ араһынан кемделер эҙләне. Шул арала поезд да ҡуҙғалды. Тәгәрмәстәр тыҡылдауы йышайғандан-йышайҙы.

Һалдат, зәңгәр күҙҙәрен тултырып, бер йыраҡлаша барған вагондарға, бер перронға күҙ ташланы. Оҙатыусылар, ҡаршы алыусылар таралышты. Ахырҙа һалдат яңғыҙы ғына ҡалды.

Вокзалға ингәс тә ул, ышанмайынса, тағы бер ҡат күҙ йүгертте. Розалия юҡ. Сит кешеләр үҙ телдәрендә әкрен генә һөйләшеүҙәрен белделәр. Кемдә кемдең ҡайғыһы, һалдат ни – һалдат, кем китмәй ҙә, кем ҡайтмай.

Телеграмма һуҡҡайны ла. Әллә юлыҡмағанмы икән? Элемтә бүлексәһе урынлашҡан Баллы Шишмә ауылынан Айтуғанға телефон бәйләнеше юҡ та юҡлыҡҡа, ләкин уның юлынан кеше өҙөлмәй. Бәлки, юлдалыр? Буран да һепертеп тора. Ат менән сыҡҡандыр. Ни тиһәң дә, яҡын ғына ара түгел, утыҙ саҡрымлап ер. Көтөргә кәрәк.

Һалдат, шулай үҙ-үҙен йыуатып, өҫ-башын ҡараштырырға уйланы. Сумаҙанын асып, щетка, буҫтау остоғон алды. Әйтерһең, ул ғүмере буйына урам сатында аяҡ кейеме таҙартҡан, ҡулдары уйнап торҙо.

Итектәр көлөп ебәрҙе. Тот та ошо таш иҙәндә ут сәсрәтеп бейе! Гимнастеркаһының яғаһы хәҙергә аҡ, кисә генә алмаштырғайны. Ә бына бушлат ҡайышы бер аҙ бушаған.

Оҙон ҡаҡса буйлы егет, һорғолт сәстәрен тарап, бүркен күтәреберәк кейгәс, бөтөнләй үҙгәреп, ҡупшыланып китте. Гүйә, ул парадҡа әҙерләнде. Һалдат һалдат инде, йыйнаҡлыҡҡа, ыҡсымлыҡҡа өйрәнгән.

Стеналағы түңәрәк сығәттең теле күскән һайын, күңел тынысһыҙлана төштө, ауыр ишек шығырҙап асылған һайын, йөрәк тертләп ҡуйҙы. Толобо менән бөтә ҡышты эйәртеп, Розалия инер төҫлө тойолдо. Юҡ, башҡа кешеләр шаулашып инде. Шулай уҡ килмәҫме ни? Ә бит нисегерәк ашығылды!

Кем һуң ул был һалдат? Ҡайҙан? Ниңә ят станцияла төшөп ҡалды? Ул – Украина егете Сергей Марченко.

Үткән көҙ иген емерелеп уңды. Ашлыҡ менән бергә кукуруз да етте. Барыһын да ваҡытында исраф итмәй йыйырға кәрәк. Ә машиналар самалы. Бына ошонда ҡырҡҡа ярылырҙай осорҙа районға ярҙамға хәрби машиналар колоннаһы ебәрелде. Биш машина «Имәнле яр» колхозына, шул иҫәптән Сергей Марченко Айтуған бригадаһына, беркетелде. Уны Розалия исемле ике балалары тол ҡатынға фатирға ҡуйҙылар. Розалияның ире Шәрифулла ла шофер ине. Ул ураҡ осоронда, Төйлөгән тауынан ҡолап, һәләк булғайны. Розалия ҡәйнәһе Бибинур ҡарсыҡ менән бик татыу донъя көттөләр. Бер-береһен ҡыуып үҫкән улдарын – Фәрит менән Рәмилде тәрбиәләп, шулар менән йыуанып, көндәрен уҙғарҙылар. Малайҙарҙың олоһо – Фәрит икенсе класта уҡый, ә Рәмилгә әле иртәрәк, шулай ҙа ағаһы артынан мәктәпкә мәрәкә итеп эйәргеләй ине. Уға уҡытыусы апаһы, арҡаһынан һөйөп, дәфтәр тоттороп ебәргеләне. Рәмил, ҡанатланып, урамдан атланы. Дәфтәрҙең йә биттәрен асҡыланы, йә уны ҡултығына ҡыҫтырған булды. Йәнәһе, ағаһы һымаҡ һабаҡтан ҡайта!

– Күр әле, – тине ул өлсәһенә, маҡтанып. – Иртәгә уҡырға барам. Беләһеңме?

– Бигерәк матур икән. Кем бирҙе, балам?

– Уҡытыусы апай.

– Ҙур үҫтең шул. Тик бына... – Бибинур ҡарсыҡтың күңеле тулды.

– Ниңә илайһың? – тине Рәмил, өләсәһенә һыйынып.

– Илата, балам... Атайың ҡыуанып бөтә алмаҫ ине лә бит...

– Ҡасан ҡайта ул?

И сабый, атаһын күмгәндә, яңы ғына аяғына баҫа башлағайны шул. Ә Фәриткә иҫ кергәйне. Уны өләсәһе, алдаштырып, күршеләргә индерҙе. Малай һиҙҙе, күҙен тәҙрәнән алманы. Ишек алдынан ат ҡуҙғалып, уның артынан халыҡ эйәргәс, ул атылып тышҡа сыҡты.

– Атайымды алып китмәгеҙ! – тип тыпырсынып иланы. Бабалары, ағалары уға ҡаштарын йыйырып ҡаранылар ҙа, баштарын түбән эйеп, атлауҙарын белделәр.

– Йөрөмә, улым, ҡал, – тине Розалияның атаһы Шәмсетдин.

Фәрит олатаһының һүҙен тыңламаны, һаман кереп килде. Ләкин уны арбаға яҡын ебәрмәнеләр. Атаһын күмә башлағас, сабый: «Теймәгеҙ!» –тип үкһене. Бабалары, ағалары тағы уға иғтибар итмәнеләр, атаһының өҫтөнә тауҙай һоро тупраҡ өйҙөләр ҙә көрәктәрен яурындарына һалып, ауылға йүнәлделәр.

– Атайымды алып ҡайтайыҡ! – тине бала, ерҙә тәгәрәп. – Алып ҡайтайыҡ, бер үҙе ҡала бит!

Фәритте Шәмсетдин, күтәреп алып, күкрәгенә ҡыҫты, йыуатты.

Быға бер нисә йыл ваҡыт уҙһа ла, Фәрит атаһын ерләгән көндө онота алманы, йыш ҡына күҙ алдына баҫтырҙы. Әммә был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәне. Иптәштәрен аталары менән осратһа, кинәт бер яҡҡа боролоп китеп барҙы. Ул, нисектер, ҡырыҫ, атаға булған һағыш менән үҫте.

Байтаҡтан бирле ат тояғы һирәк-мирәк кенә баҫҡылаған ишек алдына көтмәгәндә, геүләп, автомашина кереп туҡтағас, йорт тирәһе терелеп, оҙаҡ ҡына ваҡыт баҡсала ҡайғы һөрөмө ябынып ултырған аҡ ҡайындар баштарын ҡалҡытты.

Күрше малайҙары ситән араһынан яңы оло машинаға иҫтәре китеп ҡараны. Тәгәрмәстәре ниндәй! Рәмил буйындай ике. Үҙҙәре тәгәрләтеп йөрөткән йәиһә ялғаш урынына уртаға ярып, ҡош-ҡортҡа һыу эсергә ҡуйған тәгәрмәс кеүек түгел, ә яңы, һырлы. Резина еҫе әллә ҡайҙан танауҙы ярып, ҡытыҡлап тора. Машина тиһәң дә, машина!

Сергей башлап Рәмил менән танышты. Был бурһыҡ битле малай, ҡалаҡ буйлы ғына булһа ла, бик теремек, әрһеҙ күренде.

– Һаумы, туғаным, – тине шофер уға рус телендә. Рәмил ни тиергә лә белмәне, ҡара күҙҙәрен бызлатып ҡарап тик торҙо. Шулай ҙа, кеше ҡул һуҙғас та, ул да һуҙҙы. Сергей һаҡлыҡ менән генә уның йомшаҡ, тыңлаусан бармаҡтарын ҡыҫты.

Аҙбар эргәһендә Фәрит, мәктәп формаһын кейгән ябыҡ ҡына малай, йәмшек танауын тартҡылап, утын киҫеп маташа ине. Сергей, уның да кңелен күрергә теләп, аяҡ аҫтында буталған имән түмәрен ярмаҡсы булды. Түмәр, ахырыһы, күптән ятҡан, ян-яғы сырпаҡланып бөткән. Һалдат, уны бер-ике күтәреп һуғыу менән, балтаның һапта ныҡлап ултырмауын һиҙҙе. Шулай ҙа, түҙер әле, тиеп һаман һелтәне. Түмәр бирешергә теләмәне, ҡыҫты. Сергейҙың намыҫына тейҙе. Бәй, түмәр балтаһы-ние менән кәртә аша баҡсаға осто. Ҡулда һабы ғына ҡалды.

Малайҙар сәсрәп көлөштө.

Сергей, уйындан уймаҡ сығыр, тип уйламағайны, ул сәмләнеп тотондо. Гимнастеркаһын һалып ташланы. Балтаны яңынан һабына ҡыуҙы, кабинаһынан тимер сөйҙәр алып төйҙәһен нығытты. Инде ысҡынмаҫ. Эйе, имән түмәр сыҙаманы, ботағы шартлап, уртаға ярылды.

– Күрҙеңме! – тине Рәмил, һоҡланып.

Фәрит башын һелкте.

Баянан бирле был тамашаны болдорҙан күҙәтеп торған Розалия янына Бибинур ҡарсыҡ сығып:

– Килен, башыңа яулыҡ һалыр инең, – тине. – Сит кеше янында килешмәй. Фәрит, ашарға беште, керегеҙ.

– Әйҙә, – тине Рәмил Сергейға, ҡул менән ишара яһап, – сәй эсергә.

Һалдат аңламаһа ла, йылмайып, уның артынан эйәрҙе.

 

 

II

 

Ауыл осондағы ырҙын табағы көн-төн геүләп торҙо. Машиналар тауышы, ҡыҙҙар йыры тынманы. Сәғәт, минут һайын бәрәкәт артты, ишелеп ризыҡ ятты.

Розалияның да көндәре ошонда үтте. Йәш-елкенсәк менән бергә, ҡыҙара-бүртеп, ашлыҡ бушатты. Ҡояшта янған итләс беләктәренә күҙ эйәрмәне.

Сергей был сөм-ҡара күҙле, ҡара ҡашлы мөләйем башҡорт ҡатынына һоҡланып ҡарап ҡуйғыланы. Уны бер нисек тә ике бала әсәһе тип уйламаҫһың, ҡыҙҙарҙан айырып алғыһыҙ ине.

Рәмил дә ырҙын табағында буталды. Донъяһын онотоп, яңы арыш һаламында тәкмәс атып уйнаны, туҡтауһыҙ борсаҡ сәйнәне. Әсәһе тотоп алып ҡарайған ауыҙ-моронон һөрттө, өҫ-башын ҡаҡҡыланы. «Етте, улым, ҡабат ашама, йәме, эсең ауыртыр», – тине, көлөмһөрәп. Малайы, иркәләнеп, ғәмһеҙ ҡолондай тағы сапты. Таныш машинаны күреү менән, уға ҡаршы йүгерҙе. Сергей туҡтаны, Рәмилде үҙе янына күтәреп алды. Ултыртҡас, төшөрәм тимә инде, йәһәннәмгә китергә риза.

Сергей уны Аҡ Ялан элеваторына алып бармаҡсы булды.

– Ҡуй, йә тапалыр, – тине Розалия, ҡурсып.

– Борсолма, – тине егет, – тапалмаҫ.

Шулай ҙа әсәнең күңеле тыныс түгел ине. Кемгәлер ышанып, баланы ебәр, имеш.

– Юҡҡа ҡайғырма, әҙәпле генә кешегә оҡшай, эскәне-ниткәне лә һиҙелмәй, – тиеште ҡатындар.

Рәмил инде был ваҡытта ялан юлынан елде. Уны кәбәк өрөп йөрөгән комбайндар ҙа, ҡамышҡа оҡшап тулҡынланған йәшел кукуруздар ҙа, йылға буйына усаҡ яҡҡан көтөүселәр ҙә – бөтәһе лә ҡыҙыҡһындырҙы. Бала күңелен һәр нәмә үҙенә тартты, йөрәген елкендерҙе.

Ярты юлды үткәс, тирә-яҡ нисек кенә матур тойолмаһын, йоҡо баҫа башланы. Йөклө машина бәүелеүенән, күҙҙәр бер йомолдо, бер асылды.

Шофер малайҙы ҡырын күҙе менән генә күҙәтте һәм, берәй ерен бәрер-фәлән тип, уның башын үҙенең тубығына һалды, сәстәренән һыйпаны. Әллә ир ҡулының наҙлауына, әллә былай яҡын итеп, Рәмил һыйына төштө, Сергейҙа күңел йылылылғы уянды.

Эйе, Сергей ҙа Рәмил йәшендә атаһын һуғышта юғалтты. Әсәһен тыуған ауылы Орловкала фашист офицеры атып үлтерҙе... Сергей туған тейеш апаһы тәрбиәһендә үҫте...

Рәмил Аҡ Яланға ингәс кенә уянды. Ул йоҡо аралаш тәүҙә ҡайҙа барғанлығын төшөнмәне. Сергейҙы күргәс кенә, йылмайып ҡуйҙы.

Игенде бушатҡас, ларек янына туҡтанылар. Юлда Рәмил, йөҙөн һыта-һыта, ҡып-ҡыҙыл помидор ашаны. Айтуғанға күҙ бәйләнгәндә генә ҡайттылар. Малайы иҫән-һау әйләнгәс, Розалия, һыйыр һауған еренән, еңелсә һулап ҡуйҙы.

Рәмил өй эсендәгеләрҙең барыһын да күстәнәстән ауыҙ иттерҙе. Юлда, Аҡ Яланда күргәндәрен – бөтәһен дә, төкөрөгөн сәсә-сәсә, ҡат-ҡат һөйләне. Бигерәк тә уға күп тәгәрәмәсле поезд оҡшағайны. Керпектәрен йомғансы, ағаһына шул хаҡта туҡыны. Фәриттең поездарҙы күргәне бар ине барлыҡҡа, әммә иген өҫтөнә ҡырын ятып бер елдереп ҡайтыу насар булмаҫ ине, әлбиттә.

– Мине ултыртырмы икән? – тине туғанына.

– Ултыртыр, мин уға әйтермен, – тине Рәмил.

Өйҙәрендә сит кеше йәшәй башлағандан бирле, Бибинур ҡарсыҡтың йоҡоһо осто. Төн уртаһында, таң алдарынан тышҡа ҡомған тотоп сығырға ғәҙәтләнеп китте. Шикләнде. Уяныу менән, бер аҙ тыңлап ятты. Сәғәт текелдәүенән башҡа тауыш ишетмәне. Шулай ҙа түрьяҡҡа, килене янына, шым ғына атланы.

Ҡарсыҡ тирә-йүненә алан-йолан ҡаранып, эстән генә уҡынып алды. «Хоҙай үҙе һаҡлаһын, гонаһтар йыраҡ йөрөһөн. И раббым!» – тине.

Ул Сергей койкаһы янына ла килде. Егет бөкөрәйеп кенә йоҡлай. Йәл булып китә. Кемдең генә ғәзиз балаһы икән? Әсәһе, меҫкен, зарығып көтәлер. Әсәләр көтә инде. Тере булһа ла, үле булһа ла көтә. Сәстәре ағара, күҙҙәре томалана, ләкин һаман көтә. Кис, ҡояш байығанда, йә таң атҡанда, ҡайтып, тәҙрә ҡағыр төҫлө. Иҫәндәр ҡайтыр, тик уның улы ғына ҡайтмаҫ. Йәшләй генә харап булды, и бала! Үкенескә генә тыуған икән.

«Киленгә әйтергә кәрәк, был һалдаттың өҫ-башын йыуыштырғылаһын. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ. Ҡалай Рәмилде лә шатландырған бит әле. Мосолман булмаһа ла, йүнле кешегә оҡшай. Хәйер, кемдең кеме юҡ», – тине эстән генә.

Бибинур ҡарсыҡ, тынысланғандай итеп, ейәндәре янында туҡтаны. «Керәшендәр, юрғандарын типкеләп бөтөрәләр. Инде хоҙайым ғүмерҙәрен генә бирһен», – тип ул, оло-теләктәр теләп, кире йылы урынына менде һәм, күҙен ҡыҫып йоҡлаған бесәйҙәй, йәнә шымды.

 

III

Фото: Бәйләнештә

 

Автор:
Читайте нас