Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
23 Август 2023, 05:25

Кейәү Повесть (3) Рәйес НИЗАМОВ

Сергей Розалияны ҡосаҡлап алды. – Һинме был?

Кейәү Повесть (3)  Рәйес НИЗАМОВКейәү Повесть (3)  Рәйес НИЗАМОВ
Кейәү Повесть (3) Рәйес НИЗАМОВ

V

 

Айтуған менән Аҡ Ялан араһындағы юлдың серҙәренә Сергей әкренләп төшөнә барҙы. Тар ғына баҫыу юлынан аяҙ көндәрҙә төтөндәй ҡара туҙан күтәрелеп, ямғырҙарҙан аҙаҡ ул күҙләнеп торған ҡамырға оҡшап ятты. Күҙ талдырғыс далала тыуып-үҫкән кеше тәүҙә оҙон ҡуллы Төйлөгән тауҙарына ғына күнегеп етә алманы, сөнки ике саҡрымдан артыҡ үргә, бигерәк тә йонсоу көндәрҙә, һаҡлыҡ менән генә менергә тура килә. Тау юлының бик хәүефле урындары, аҫта баш әйләнерлек тәрән упҡындары бар ине. Яҙғы ҡар һыуҙары, көслө ямғырҙар ерҙе шулай яҡ-яҡҡа ашап төшкәйне. Ярҙың емерелеүен бер нисек тә туҡтата алмағандар, юл һаман ҡыҫырыҡланған.

Бына ошонда инде Шәрифулла һәләк булған. Йәнселеп бөткән машина, йөрәктәрҙе өшөтөп, байтаҡ ятҡан. Көс-хәл менән генә өҫкә тарттырғандар, «Имәнле яр» колхозының кешеләре, ауылдашын хөрмәтләп, хеҙмәт фронтының батыры итеп ерләгәндәр Шәрифулланы.

Сергей Төйлөгән тауының да холҡон өйрәнгәс, Арыҫланбәк менән ысынлап алышырға самаланы. Арыҫланбәкте әйтәм, сәйер егет тә инде, тәүҙә һин дә мин, әллә ҡайҙан сигнал биреп, сәләмләп, яҡты сырай менән көлөп килде. Ләкин ҡапыл үҙгәрҙе, йылмайыуында яһалмалыҡ тойолдо. Ауыл ауыл инде, бер оста әйтелгән һүҙ икенсе осҡа тиҙ барып етә. Уның Розалия артынан йөрөүе лә, Сергейҙан көнләшеүе лә – бөтәһе лә ишетелде. Әммә Сергей белмәмешкә, күрмәмешкә һалышты. Ниһәң дә, сит ер, әҙәплелек, һалдат ғорурлығы һаҡланды.

Августа көндәр бик һәйбәт торҙо. Сентябрҙә ямғырҙар башланды. Яҫмалар аҙналар буйына ҡояш төҫөнә мохтаж булды. Елләп кенә еттениһә, яңынан еүешләнде. Ҡалыныраҡ урындарҙа үргеләштерҙе лә. Икмәк яҙмышы ҡурҡыныс аҫтында ҡалды. Берәү ҙә баҫыуҙан, ырҙын табағынан ҡайтманы. Һәр кемдең йөҙө борсоулы, һәр кемдең йөҙөндә болот шәүләһе ине. Һәр башаҡты, һәр бөртөк орлоҡто ҡотҡарыу өсөн төрлө юлдар, ҡулайламалар эҙләнде. Иген ағымы тууҡталманы. Ә шоферҙар араһындағы алдынғылыҡты һаман Арыҫланбәк тотто. Тәбиғәт ҡырыҫланған һайын, ул да әрһеҙләнде, ырҙын табағындамы, элеваторҙамы – һәр ерҙә алға уҙырға тырышты. Алдынғы шофер икән, йәшел юл булырға тейеш, тип уйланы. Сергей, сабыр итеп, уны ике-өс мәртәбә үткәрҙе, ләкин күпме түҙергә мөмкин, һалдатта ла бит йөрәк бар, уның юлын киҫеп ҡуйғыланы. Ике шофер араһындағы йәшерен көрәш ошонан башланды ла инде. Арыҫланбәк, маңлайына төшкән көлтәләй сәстәре араһынан ҡыҫыҡ күҙҙәрен йәнә ҡыҫып, урттарын сәйнәп, тормозына баҫты. Шулаймы ни әле! Маяҡҡа таяҡ тығаһыңмы? Арыҫланбәктең әле кем икәнен белмәйһең. Уның исеме «һуғышсан листок»тарҙан, «молния»ларҙан төшмәй, уның исеме бөтә Башҡортостанға билдәле. Бына кем ул Арыҫланбәк! Танымаһаң, танырһың!

Сергей өсөнсө рейстан ҡайтҡанда, ваҡыт һуң, етмәһә ямғыр ҙа һибәләп тора ине. Шуға ҡарамаҫтан, ул, тәүәккәлләп, тағы тейәтте, игендең өҫтөнә торпоша ябып, көҙгө ҡараңғы төндә йәнә Аҡ Яланға йүнәлде. Был йөктө лә иҫән-һау илтеп еткерһә, таң атҡас, Арыҫланбәгең ҡайҙа барырға ла урын таба алмаҫ. Тик бына ямғыр ғына бер аҙ кәйефте ҡыра.

Эйе, унлап саҡырым да китмәне ул, ысынлап та, борсоу һалды, кабинаның тәҙрәһенә ҡырын һуғып, фара яҡтыһын киҫеп яуырға кереште.

Төйлөгән тауышының итәгенә еткәс, баранка уйнаҡларға тотондо. Алда әле башланмаған оҙон ҡул. Әллә кире боролорғамы? Иртән юл бер аҙ һурыҡҡас, ҡуҙғалыныр. Юҡ, был һалдатса түгел, теш-тырнаҡ менән һәр бер үлән төбөнә, селек тамырына йәбешергә, иллә-мәгәр сигенмәҫкә!

Машина, олоп, ер аҡтарҙымы ни, төтөн ҡатыш ҡыҙған батҡаҡ атты. Тәгрмәстәр туҡтаны... юҡ, туҡтаманы. Һаламға, таш киҫәгенә тотонғандай, машина дерелдәп үрмәләне...

Әйтерһең, Сергей янып-бешеп баранканы әйләндермәне, ә бөтә кәүҙәһе менән машинаны этте. Мөмкин булһа, ошо минутта Төйлөгән тауҙарын елкәһенә һалып ҡына күсерер ине. Ундай көс юҡ шул. Тәне шыбыр тиргә батты, тамаҡтары кипте, ҡалтыранды.

Машина, ҡорт һымаҡ, тая-тая үргә үрмәләне. Тәгәрмәстәр, һалыулап, һулға, ҡара упҡынға, тартты.

Сергейҙың күҙ алдына келт итеп Шәрифулла баҫты. Йөрәк жыу итеп китте. Ниңә ул бындай төндә юлға сыҡты, ни етмәгән уға? Ни бысағыма Арыҫланбәк менән ярышырға? Ниңә кәрәк уға артыҡ рейс?.. Хәҙер бер нисә минутта барыһы ла...

Нәҡ ошо хәүефле секундтарҙа Розалия, Фәрит, Рәмил, Бибинур ҡарсыҡ хәтергә төштө, улар уны Айтуғандан ҡан ҡалтырап күҙәтеп торалармы ни, юҡ, күҙәтмәйҙәр, улар уның машинаһын этешәләр, упҡынға төшөрөргә теләмәйҙәр.

– Ауа түгелме? Эйе, ҡыйшая, аҫҡа һөйрәй. Ни эшләргә? Һикерергә! Юҡ, тере саҡта баранканы ҡулдан ысҡындырмаҫҡа. Үҙең һикереп, нисек машинаңды ебәрергә? Һин – һалдат, һин – поста, һинең ҡоралың – машина. Ҡоралһыҙ ниндәй һалдат? Һиңә иптәштәрең, командирҙарың ниндәй йөҙ менән ҡарар?.. Ҡайҙа һуң теге ергә һеңеп үҫкән һәм юлды буйлап ятҡан оҙон таш? Исмаһам, шуның тапҡырына етелһә лә, яҡшы булыр ине.

Сергей йән асыуынан газға баҫты. Автомашина, бөйөрөнә итек үксәһе менән типкәс, үрле-ҡырлы сапсынған аҫау айғырылай, үкеренде, һикеренде һәм нимәгәлер бәрелеп туҡтаны. Мотор менән йөрәк атылып остолармы ни! Шыбырҙап иген ҡойола башланы. Ниндәй ҡөҙрәт менән ҡалған? Машинаның артҡы тәгәрмәсен теге таш ҡына тотоп тора. Үткенсе-һүткенселәрҙең исемдәре менән сыбарланып, быуаттар буйына ятҡан ошо оло ташты ул иң яҡын кешеһендәй күрҙе. Гүйә, донъяла унан да ҡәҙерле нәмә юҡ ине. Күҙҙәренән йәш атылды, ауыҙ эсенән генә бышылдап: «Рәхмәт һиңә, рәхмәт!» – тине. Ә бойҙай һаман аҡты. Сергей бортты ябырға тырышты, юҡ, ашлыҡ ағымы унан көслөрәк ине, ҡаршы тора алманы. Бөтөнләй хәле бөтөп, батҡаҡҡа ауҙы.

Ямғыр яландар өҫтөндә оҙаҡ ҡына бейене лә, ҡасҡын һымаҡ, ҡара айғырында дөпөлдәп, ҡайҙалыр далаға китеп юғалды. Тирә-яҡ тынып ҡалды.

Сергей бушлыҡҡа ҡолағын һалып тыңлап ятты. Тауыш-маҙар ишетелһәсе, күңелде йылытып, берәй ут сатҡыһы күренһәсе! Гүйә, ер йөрәге менән үҙ йөрәге генә ҡушлап типте.

 

* * *

 

Розалия кисен кер йыуып алырға уйланы. Көндөҙөн бушаманы. Малайҙарының күлдәктәрен йыйыштырып, ҡаҙанлыҡ яғына сыҡты. Электр лампаһын алмаштырҙы. Өй эсе ялт итеп китте.

– Килен, – тине Бибинур ҡарсыҡ, – ҡулыңды һыуға бер тыҡҡанда, анауы егеттең дә гимнәстүркәһен йыуып ташламаҫһыңмы? Сауап булыр. Хоҙай ҡунағы ғына. Көн-төн юлда, үҙен йәлләп ҡуям.

– Ярар, ҡәйнәм, – тине Розалия. Уның үҙенең дә уйы юҡ түгел ине.

– Туҡта, индереп бирәйем, – тип ҡарсыҡ соланға сыҡты һәм күҙҙәрен һөрткөләп килеп керҙе. Керпектәренең ҡоро торған көнө юҡ шул уның. Нимәгә генә тотонмаһын, улы иҫенә төшә. – Балам да әрмиәнән ошондай гимнәстүркә кейеп ҡайтҡайны. Ҡайыштары менән билдәрен өҙөп быуыр ине, хәтереңдәлер, килен?

– Эйе, ҡәйнәм, – тине Розалия, көрһөнөп.

– Ҡайғы һыуҙарына ғына һалып китте шул, – тине ҡарсыҡ, – анауы ятып сирләгән йылда аллаһы тәғәлә әжәлен йәлләне бит. Был көндәрҙе күрмәй генә үлһәм, исмаһам, тыныс ятыр инем.

– Ваҡыт етмәй, ризыҡ өҙөлмәй, тиҙәр бит, ҡәйнәм.

– Аллаһы тәғәләнең ирке киң шул. – Ҡарсыҡ түрге өйгә, Фәрит менән Рәмил шаярған яҡҡа, атланы. – Ҡотороғоҙ әле, ҡотор. Сыбыҡ ҡайҙа икән?

Малайҙар карауат аҫтына боҫтолар.

Розалия Сергейҙың гимнастеркаһын ҡулына алды. Унан кер ҡатыш тәмәке еҫе килде. Нисектер, һағынылған, йәнгә яҡын, танһыҡ еҫ. Кеҫәләрен ҡапшаны. (Шулай бер саҡ иренең, абайлмайынса, кәрәкле ҡағыҙҙарын боҙғайны.) Ниҙер ҡыштырҙай, алырға кәрәк. Хат табаһа.

Розалия уның адресына ғына күҙ һалды ла мейес ҡашағаһына ҡуйҙы. Улай, Украинанан.

Гимнастерка тас төбөнә батырға теләмәне. Розалия йылы һыуҙа бүртенгән бармаҡтары менән, шаяртҡандай, уға төрткөләп алды. Аптырарһың, ниндәйҙер көс әленән-әле ҡашағаға күҙ һалырға мәжбүр итте. Әммә күңел: «Туҡта, аҡылыңа кил, – тине, – бәлки, унда йәшерен серҙәр һаҡланалыр? Хаттар сәләм генә йөрөтмәй бит. Ниндәй йөҙ менән Сергейға ҡарарһың? Уйла...»

Ул ҡулын һөртөп кенә үрелгәйне, тотонма тигәндәй, Фәрите килеп сыҡты. Бармаҡтарын, утҡа бешергәндәй, тартып ала һалды. Улы уның кер йыуғанын бер аҙ күҙәтеп торҙо ла кире кереп китте.

Розалия һүрелгәндәй булды. Ләкин күп тә үтмәне, уны тағы сихырлы тойғолар сорнаны һәм түҙмәне, кәнфит урлаған балалай, хатты тиҙ генә эләктереп, соландағы бүлмәгә ашыҡты. Ут ҡабыҙҙы. Дала сәскәһе төшкән конверт эсенән икегә бөкләнгән дәфтәр битен һурҙы. Ҡара менән яҙылған. Төҙ, матур хәрефтәр теҙелгән.

«Ҡәҙерле Сергей!..»

Розалия һәр бер һөйләмде ҡат-ҡат уҡыны. Украин телендә ине, күп кенә һүҙҙәргә төшөнөп етмәне. Шулай ҙу уның дөйөм эстәлеген аңланы. Был Маринка исемле ҡыҙҙың эскерһеҙ, һағышлы хистәр менән тулы хаты ине. Аҙаҡтан: «Көтәм», – тиелгәйне.

Розалияның бит остары алланды. «Бәхетле буласаҡһың, Маринка», – тине ул алыҫтағы ҡыҙға, бер аҙ көнләшкәндәй итеп.

Утты һуң ғына һүндерҙеләр.

– Теге егет оҙаҡланы, – тине Бибинур ҡарсыҡ, хафаланып. – Былай һуңға ҡалғаны юҡ ине лә. Бер-бер хәл булмаһын тағы. Бәндәләрҙе икмәк йөрөтә шул. Икмәктән оло нимә бар һуң?

Розалия ла төрлөсә юраны. Бәлки, ырҙын табағына ҡайтып йоҡлағандыр? Бәлки... Ә ниңә һуң әле борсола? Ҡайтһа ни ҙә, ҡайтмаһа ни, барыбер түгелме ни? Юҡ, күңел, ни эшләптер, тынысланмай. Өйрәнгәнме әллә? Эйе, был сит, бөтөнләй ят телдә һөйләшкән шофер йортҡа күптәнге таныштай килеп керҙе лә хәҙер, үҙ кешегә әйләнеп барған һымаҡ, көттөрҙө. Ғәжәп хәл.

Ошолай уйланып ятҡанда, Фәритте:

– Әсәй, – тиеп бышылдаған тауышы ишетелде.

– Әү, балам.

– Һинең яныңа барайым әле?

– Килсе.

Фәрит әсәһенең ҡуйынына керҙе.

– Үҫтең инде, – тине Розалия, улының арҡаһынан һөйөп. – Ниңә йоҡламайһың?

– Күҙҙәрем йомолмай.

– Ни булды, балам?

Фәрит өндәшмәй ятты ла:

– Мин уны яратмайым, – тине.

– Кемде, улым?

– Сергейҙы.

Розалия һиҫкәнеп китте. Бала күңеле ана ҡайҙа?

– Ниңә, улым?

– Һиңә ул оҙаҡ ҡарай. Миңә ҡыйын. Беҙҙә тормаһын.

– Һантый, кеше кешегә ҡарамай тиме ни. Оҙаҡламай китә улар, кемгә күсенеп йөрөһөн инде.

– Ә һине алып китмәҫме?

– Әллә нәмәләр һөйләйһең, улым.

– Ниңә, Арыҫланбәк ағай шулай ти бит.

– Арыҫланбәк? – тине Розалия, ҡабатлап. Был көтөлмәгән хәбәр уны тетрәтеп ебәрҙе. – Ҡасан әйтте?

– Кисә ул мине Аҡ Яланға алып барҙы. Юлда Сергейҙың машинаһы күренгәс тә, йәшерен, башыңды эй, тине. Мин эйҙем. Сергей күрмәне. Унан һорашты.

– Ни тип һорашты, балам?

– Өйҙә ни эшләй, ҡайҙа йоҡлай, әсәйең менән нисек һөйләшә? – ти.

– Һин ни тинең?

– Ни тим? Мин йоҡлағанда, китә, мин йоҡлағанда, ҡайта, тинем. Телен дә белмәйем, тинем.

– Дөрөҫ әйткәнһең, улым. Ҡабат уның машинаһына ултырма. Уның һүҙенә ышанма. Мин, һеҙҙе ташлап, бер ергә лә китмәйем, йән киҫәгем.

– Ә мин һине бер кемгә лә бирмәйем, бер ҡайҙа ла ебәрмәйем. Белдеңме? – тине Фәрит, әсәһен ҡосаҡлап.

– Ярар, балам, ярар, – тип әсә, күңеле тулып, башын улының яңағына терәне.

Малай, бесәй балаһындай, йылыға моронон терәп шымды. Ләкин әсә күҙҙәре йомолманы. Тышта ямғыр яуҙы. Әйтерһең, өй башында туҡтауһыҙ тимер ҡаҡтылар. Ҡалай, шаулап, эсте ҡырып торҙо.

Сергей юҡ. Розалия кинәт ҡалтыранып ҡуйҙы. Ҡурҡышынан йөҙөн усы менән ҡапланы. Эйе, эйе, нәҡ ошондай ямғырлы төн ине. Шәрифулланы көтөп яттылар. Әммә баштарына бер ниндәй ҙә хәүефле уй килмәне. Ә иртәгеһен ҡот осҡос хәбәр таралды. Ул ярҙан осҡан. Розалия, ағарынып, телһеҙ ҡалды. Шулай ҙа ышанманы. Тик барып күргәс кенә, киҫелгән үләндәй, бөгөлөп төштө...

Ҡәһәрле упҡын балаларҙы етем, ҡарт әсәне ваҡытынан элек ярты һуҡыр, үҙен йәш кенә көйөнсә тол итте. Тағы ла ул кемде һорай?.. Розалия саҡ-саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Иренен тешләп, тыйылды. Ни эшләп ята? Ашығырға, ҡотҡарырға кәрәк.

Бибинур ҡарсыҡ килененең сығып киткәнен һиҙмәне. Баҫылып йоҡлағайны.

Розалия йүгереп ырҙын табағына барҙы. Тепушкаһында хырылдаған ҡарауылсынан башҡа әҙәм заты булһа! Уға донъя бар ни, юҡ ни.

Ни эшләргә? Әллә?.. Бәлки, ул Аҡ Яландалыр? Юҡ, ул унда ҡунмаҫ, ҡайтыр ине. Төйлөгән тауындалыр?

Юл зыярат янынан үтә. Розалия бынан хатта көндөҙөн шикләнеп атлай ине. Хәҙер төнөн уның эргәһенән үтергә кәрәк. Зыяратҡа яҡынлашҡан һайын, йөрәк елкенде. Шәрифулла уның ҡаршыһына сығып:

– Ҡайҙа бараһың? – тип һорар төҫлө тойолдо. Туҡта, нимә ҡыштырҙай? Ул тын да алмай тыңлап торҙо. Юҡ, ямғыр шауынан башҡа бер нәмә лә ишетелмәй.

Бына зыярат ҡапҡаһы. Әгәр ҙә берәйһе, ысынлап та, туҡта, тиһә, йөрәгең ярыл да үл. Ахырҙа, ҡапҡаны иҫән-һау уҙҙы. Батҡаҡ атларға ирек бирмәне, резина итектәрҙе һурып алырға теләне. Тәүҙә ҡыҙыулыҡ менән һиҙелмәһә лә, плащ арҡыры ямғыр һарҡа башланы. Ул, сирҡандырып, арҡа һабағын, түште ҡытыҡланы.

Төн ҡараңғы. Ҡайһы саҡ юл яҙылды. Розалия йә ҡамыл төбөнән, йә һөрөлгән ерҙән атланы.

Инде алда Иҫке Йорт күпере. Унда һаҙлыҡ, әрәмәлек. Элек бында тирмән ултырған. Ошонда бер нисә мәртәбә баҙарҙан ҡайтыусы ҡатындарҙы таланылар. Ҡасҡын һалдаттар йөрөй, тип һөйләнеләр. Розалия ул саҡта бәләкәй ине, был хаҡта әсәһенең ауыҙынан ғына ишетте. Хәҙер тауыш-тын һиҙелмәһә лә, ҡатындар барыбер иҫке ғәҙәт буйынса күперҙән бер алға, бер артҡа ҡаранып уҙалар.

Бәй, ямғыр тынғандай итте. Эйе, ул туҡтаны. Розалияның берәй һүрентеһе ҡоро ҡалһа...

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә тигәндәй, тирмән яғынан ҡолаҡҡа ят тауыш салынғандай булды. Розалия, ҡалтыранып, артҡа сигенде. Өкө түгелме? Шул шикелле. Әҙәм ҡурҡытмаһаң, төн убыры. Ул күпер аша һаҡлыҡ менән генә атланы. Йылға ташып уҡ киткән, аҫта таштарға бәрелеп, шаулай ғына бирә.

Розалия бер ваҡытта ла былай төнөн яңғыҙ йөрөгәне юҡ ине. Тәүәккәллек бөтә ҡурҡыныстарҙы еңә икән.

Оҙаҡламай Төйлөгән тауҙары башланыр. Сергей ҡайҙа? Ни булды уға? Әллә ул Аҡ Яландамы? Әллә юҡҡа ғына йән ҡыйнап йөрөлә? Кем белә? Юҡ, Сергей ҡайҙа булһа ла, ул уны табырға тейеш.

Эйе, Розалия Төйлөгән тауына етте. Тирә-яҡ тып-тын. Ҡурҡыныс ҡара тынлыҡ. Гүйә, тауҙар уның өҫтөнә ишелергә йыйына. Йөрәк түҙмәне.

– Сер-гееей! – Өҙөлөп ҡысҡырған тауыш тауҙар ҡултығына китеп яңғыраны. – Сергееей! Сер-гееей!

Сергей ерҙә ятҡан еренән һиҫкәнеп китте. Әйтерһең, ул тауҙар өҫтөндә бәүелде. Ниндәй тауыш был? Әллә тауҙар унан көләме? Юҡ, юҡ, был – таныш тауыш.

Шофер аяғына баҫты. Бөтә арығандары юғалды.

– Сер-геей!

Розалия түгелме?

– Сер-гееей!

Эйе, үҙе. Сергей, ҡанатланып:

– Роал-лияаа! – тип ҡысҡырҙы.

– Сер-геей!

Ике яҡтан яңғыраған тауыш тауҙарҙа сайҡалды.

Сергей түбәнгә табан йүгерҙе.

– Роза-лияаа!

– Сер-гееей!

Шофер, әллә һантыйланаммы тиеп, ышанмайынса, тағы туҡтаны.

– Роза-лия!

– Мин, Сергей, мин... – Тауыш яҡындан ғына ишетелде.

Сергей Розалияны ҡосаҡлап алды.

– Һинме был?

– Мин, мин, – тине Розалия, ҡыуанып. – Һин иҫәнме?

– Күрәһең.

– Мин бик ҡурҡтым, Сергей.

– Мин дә, Розалия. Хәҙер һин булғас, миңә бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел.

– Машинаң ҡайҙа?

– Тауҙа, Розалия, иҫән.

 

VI

 

Таң атып, юл һурыҡмайынса, машина ҡуҙғалманы. Сергей ауылға ҡояш һауалағас ҡына ҡайтты. «Яралы» машинаны уратып алдылар. Шофер, теләһә ни эшләтегеҙ тигәндәй, подножкала башын түбән эйеп баҫып ҡалды. Тирә-йүнде тынлыҡ солғаны. Берәүҙәр йәлләне, ә Шәмсетдин, эләктеңме, тиеп эстән генә бармаҡ янаны һәм, һүҙ башлап:

– Герой! – тип ҡысҡырҙы. – Күпме тир түгеп үҫтергән игенде һыуға һалдың. Айтуған халҡы бер ай ашар ине. Рекорд ҡуя, имеш. Түләргә башыңдағы сәсең дә етмәй бит.

– Ошо Шәмсетдин ағай кешегә осоп ҡунырға тора. Бәлки, уның бөтөнләй ғәйебе юҡтыр.

– Ярай әле үҙе иҫән ҡалған. Игенде әйтәм, үҫкән, түгелер ҙә инде... – тиештеләр ҡатындар.

– Һис нәмә аңламайһығыҙ, сүс баштар, – тине Шәмсетдин. – Бөгөн ошо ырҙын табағындағы бөтә игенең юҡҡа сыҡһын, ыһ та итмәҫһегеҙ. Теләһәң ни эшлә, Марченко, мин һиңә икмәк тейәтә алмайым. Бар идараға, унда нимә тиерҙәр.

Идарала Сергейҙы аңланылар. Машинаны буш тотма, тип, Шәмсетдин исеменә ҡағыҙ киҫәге ебәрҙеләр. Шәмсетдин, колхоз председателенең ҡултамғаһын күрһә лә, үҙен бер ҙә иҫе китмәгәндәй тотто.

– Икмәк – халыҡтыҡы, ҡәҙерен белергә кәрәк, – тине. – Хәйер, һалдатҡа арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит инде ул.

Сергей алды-ялды онотто. Идарала, тынысландырһалар ҙа, ул үҙ өҫтөндә ҡара тап ятҡанын белә, быны фәҡәт эш менән генә йыуырға мөмкин.

Һалдат ябыҡты, тартылды. Кеше менән артыҡ һөйләшмәҫ булды. Шәмсетдингә лә ҡаршы һүҙ ҡушманы. Ырҙын табағы мөдире лә үҙенсә хаҡлы ине, әлбиттә.

Сергей, аҙна үтеүгә, шоферҙар араһындағы ярышта беренсе урынға сыҡты. Аҡ Яланған дүртәр рейс яһай башланы. Колхоз планды бына-бына үтәргә торғанда, был ҙур ярҙам ине. Сергейҙы еңеүсе тип танырға мәжбүр булдылар. Колхоздың партия ойошмаһы секретары ырҙын табағында күсмә ҡыҙыл вымпелды, Арыҫланбәктән алып, Сергейға тапшырҙы. Машина, бәйгелә уҙған арғымаҡ һымаҡ, ут киҫәгендәй ҡыҙыл флагын елберҙәтеп, майҙан уртаһында ғорур баҫып торҙо.

Сергей уңайһыҙланды.

– Рәхмәт, – тине, башын эйеп.

Әлбиттә, был минуттарҙы Арыҫланбәк ауыр кисерҙе. Ләкин, ауыҙың тулы ҡан булһа ла, дошманың алдында төкөрмә тигәндәй, һиҙҙерергә тырышманы, көлөмһөрәп, ситкә ҡараны һәм түҙмәне:

– Төйлөгән тауына иген түккән өсөнмө ни? – тине. Шулай ҙа уның һүҙенә артыҡ иғтибар итеүсе булманы.

Бер, ике көн үтте. Сергей ал бирмәне. Ни эшләргә? Бәлки, көсәнмәҫкә, ҡул һелтәргә? Күпме йөрөр тиһең, оҙаҡламай иген планы тула, ҡайтып китер. Онотолор. Улай тиһәң, ураҡ осоро бер генә килә, ҡабатланмай, кемдең кемлеге ошонда һынала.

Туҡта, әгәр ҙә... Эйе, эйе. Нисек һуң әле был хаҡта элегерәк уйланмаған. Аҡ Яланға тураға, Төйлөгән тауына теймәйенсә, иҫке юлдан һыпыртырға була бит. Ун саҡрымға юл ҡыҫҡара. Тик бер урында күпер генә насарыраҡ. Ағастары серештергән,уратҡа һынып төшкәндәре лә бар. Элек бынан Себер тракты үткән, тотҡондарҙы ҡыуғандар. Заманында шаулы юл булған. Һуңғы йылдарҙа унда хәрәкәт туҡталды, күпер эреләтелгән ике ҙур колхоздың сигенә эләкте. Ул үҙ хеҙмәтен үтәп, иҫтән сығарылған ауыл ҡартындай, таяғына таянған килеш, һаман бирешмәй, шығырҙап, яҙғы ташҡындарға ҡаршы торҙо.

Бында Арыҫланбәк Аҡ Яландан ҡайтышлай туҡтаны. Күпер ярты яланғас ине. Күп нәмәләрен һүтеп алып киткәйнеләр. Ни йылғаһы тәрән, кисеүе юҡ. Быйыл ямғырлы йылда һыуы ла артҡан.

Шофер алан-йолан тирә-яғына ҡаранды һәм күрше колхоздың иҫке япмаһын күрҙе. Башындағы һаламы-ние осоп бөткәйне. Машинаһын тиҙ генә шунда борҙо. Һә тигәнсе барып, шатыр-шотор һүтеп, тейәй ҙә башланы. Оҙаҡ йылдар ултырған имән бағаналар, һелкенһәләр ҙә, тиҙ генә ауырға теләмәнеләр. Арыҫланбәк, ахмайылға төшөп, кәүҙәһе менән ары этте, бире этте. Ахырҙа, тирләп-бешеп, тәмәке тартырға сүкәйҙе. Түҙалманы, төтөнгә сәсәп, тағы ҡалҡынды.

– Алалмаҫһың мине, – тине, тештәрен ҡыҫып. Был Сергейға ҡарата әйтелгән һүҙҙәр ине. – Мин – Арыҫланбәк әле.

Күпер шөйлә рәтләнде. Машина сыҡты.

– Ну, Сергей, держись! – тине Арыҫланбәк, ҡанатланып.

Икенсе рейстан ул тиҙ әйләнде. Бер генә машина ла бындай ваҡытта урағаны юҡ ине әле.

– Һин нимә, ҡустым, ҡош һымаҡ осоп та ҡуйттың, – тине Шәмсетдин, аптырап. – Әллә һин дә берәй ергә ауҙарҙыңмы?

– Эйе, – тине Арыҫланбәк, ҡәнәғәтләнеп. – Төйлөгән ярына түктем. Унда Аҡ Яландың филиалын асҡандар. Үлсәүһеҙ-ниһеҙ ҡабул итәләр. Ха-ха-ха!

Мөдир накаладнойҙы ҡат-ҡат тикшерҙе. Дөрөҫ, Аҡ Ялан элеваторынан.

– Ышандыңмы? – Шофер Шәмсетдиндең, шаяртып, ҡулбашына һуҡты.

– Булыр һинән. Әйҙә тегене ҡыҫ. Ауылдың бәҫен ебәрмә.

– Уның моторы көслө шул.

– Ә һинең йөрәк ҡеүәтле.

Арыҫланбәк тәүге көндө моратына ирешә алманы: күп кенә ваҡытын юғалтты. Бошонманы, икенсе көндө рекорд ҡуйырға йыйынды. Хәҙер дүрт рейс яһау яңылыҡ түгел, биш рейс бирергә кәрәк ине.

Күпер, уҙған һайын, билен бөгөп, ыңғырашып ҡалһа ла, түҙҙе. Дүртенсе юлдан әйләнгәндә, ҡараңғы төшкәйне. Сергей өсөнсө рейстан ҡайтмағайны әле. Күңел тағы күтәрелде. Бишенсе рейсҡа кителде. Иртәгә буласаҡ тамашаны ҡат-ҡат күҙ алдына баҫтырҙы. Был юлы майҙан уртаһына уның машинаһы ҡуйыласаҡ. Халыҡ, Розалия уға ҡул сабасаҡ. Шаярмағыҙ, усығыҙҙың ҡысыуы ҡанғансы сабырһығыҙ әле!

Арыҫланбәк күпергә етте. Туҡта, нимә был? Ағастар дөбөр-шатыр килде. Машина ҡыйшайҙы. Шофер ҡойолоп төштө. Тиҙерәк ишеген асып, туп һымаҡ, бер яҡ ситкә атылды. Тыны ҡыҫылды, ҡулдары нимәнелер һәрмәкләп тоторға ынтылды, ағас тамырҙарын эләктерҙе. Шабырҙап, йылға уртаһынан башын ҡалҡытты. Мотор эшләй, фара яҡтыһы бар.

Ул, һыу ҡойғандан һуң, ояһынан сыҡҡан йомрандай, күшегеп, ярға үрмәләне. Алғы тәгәрмәстәр күперҙән сығып өлгөргән. Артҡылары батҡан. Арыҫланбәк өҫтөн һалып һыҡты ла, аллаһын-муллаһын һүгеп, моторын геүләтергә тотондо. Автомашина ҡуҙғалманы. Тирә-яҡта трактор-маҙар ҙа юҡ. Ауыл йыраҡ. Берҙән-бер сара – оло юлға барып, машина тотоу. Өс-дүрт саҡрым атларға кәрәк. Атлау ғына түгел, башыңа төшкәс, йүгерерһең дә.

Арыҫланбәк юл сатында оҙаҡ ҡына торҙо. Төн аяҙ, һалҡын. Кейем еүеш. Тештәре тешкә теймәне. Ары йүгерҙе, бире йүгерҙе, бер үҙәккә үткәс, тиҙ генә йылындырманы. Һалам яғырға ла маташты, шырпы тоҡанманы.

Ахырҙа, Аҡ Ялан яғынан ут күренде. Кем икән? Сергей булһа? Юҡ, бедермәҫкә, посадка артына йәшеренергә. Әгәр ҙә башҡа машина үтмәһә? Һыуыҡ тейеп йығылыуыңды көт тә тор.

Сергей уйланып килә ине. Быға тиклем билдәһеҙ, ҡайҙалыр дала ҡосағында ятҡан бәләкәй генә башҡорт ауылы уға көн һайын эҫенгән һымаҡ тойолдо. Бөтөнләй сит кешеләр уның йөрәген биләй башланы. Уларҙы Розалия яҡынайта түгелме? Әллә был эйәләшеү, әллә?.. Нисектер, уны һағынып ҡайтыла. Көнө буйына баранка әйләндергән кеше оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ята. Эргәлә генә таҡта менән бүленгән бүлмәлә Розалия. Уның тын алыштарын, көрһөнөүен, ҡат-ҡат борғоланыуын һиҙә. Үҙе лә яфалана. Юҡ, был ваҡытлыса ғына ләззәтләнеүгә тартҡан ҡырағай инстинкт түгел, ә икенсе, быға тиклем бер ҡасан да татылмаған ҙур, бөйөк нәмә. Әгәр ҙә мөхәббәт булһа? Эйе, башҡорт далаһында йәшенле ямғырҙан ҡотола алмағандай, унан ҡасып ҡотолорлоҡ түгел, һәм ул бик ҡиммәткә төшәсәк. Арыҫланбәк уның һәр аҙымын тиерлек күҙәтә. Тик ул кисә, бөгөн генә юлда һирәк осрай. Йә ырҙын табағында, йә Аҡ Яланда ғына күренеп ҡала. Ҡайҙан йөрөй?..

Кем унда ҡул күтәргән. Арыҫланбәкме? Ни булған? Сергей туҡтаны.

– Машина батты, – тине Арыҫланбәк, ҡалтыранып.

– Ҡайҙа?

– Йыраҡ түгел.

– Ултыр, – тине Сергей, өҫтөндәге фуфайкаһын һалып, – Мә, кей.

Арыҫланбәк йылы кейемде тиҙерәк ябына һалды. Улар күпергә еткәнсе ҡабат бер-береһенә өндәшмәнеләр.

Машина ныҡ ултырғайны. Арыҫланбәктең тросы ике мәртәбә өҙөлдө. Сергей үҙенекен таҡты.

Кинәт бүрәнәләр шытырҙаны. Әйтерһең, машинаны күпере-ние менән һөйрәп алды. Арыҫланбәк, тросты ысҡындырғас:

– Тартырға юҡмы?  – тине.

Сергей уға папирос һондо, шырпы ҡабыҙҙы. Уларҙың ҡараштары осрашты. Арыҫланбәктең күҙҙәре талашҡандан һуң еңелеп туҡталған, ләкин әле өмөтөн өҙмәгән йәш ҡарсығаның күҙҙәренә оҡшағайны.

– Юлыңды бүлдем, ғәфү ит, – тине ул.

– Була торған хәл, – тип Сергей китеп барҙы.

 

VII

 

Автор:
Читайте нас