

Ижад кешеләренә беҙ һәр ваҡыт һоҡланып ҡарайбыҙ, уларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынабыҙ, еңеүҙәре, яулаған үрҙәре өсөн, яҡын кешебеҙҙәй күреп, ҡыуанабыҙ. Үҙ эшен яратып, бар күңелен һалып, мөкиббән китеп ижад итеүселәр мәрйен бөртөктәре кеүек, тыштан ғына түгел, эстән дә балҡып, тирә-яғына илһам, яҡтылыҡ сәсеп йөрөгән кеүек тойола.
Бөгөн иһә һүҙем көслө рухлы, сая башҡорттарҙың береһе, ғаиләм, эшем, республикам тип янып йәшәгән Илдар Зәбир улы Әбдрәшитов тураһында. Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең филармония солисы Илдар Әбдрәшитовтың күңеле, йөрәге, йырҙары, йәне кеүек үк, тәрән һәм ихлас хистәрҙән үрелгән. Ул башҡарған йырҙар, ул тыуҙырған поэтик образдар күңелдәребеҙҙә бик көслө тәьҫироттар ҡалдыра, шуға уның сығыштарынан һуң оҙаҡ ваҡыт илһамланып һәм дәртләнеп, йә иһә уйланып, һағышланып йөрөйбөҙ. Ысын моң кешене шулай битараф, тыныс ҡалдырмай, йөрәгендә төрлө уй-хистәр уяталыр.
Бала саҡ – баллы саҡ
Ғаиләһендә үҙен ныҡ яратҡандарын тойоп, мөхәббәткә төрөнөп үҫә Илдар Зәбир улы. Ошо тойғо уны ғүмере буйы ҡурсалап, һаҡлап, йылытып йәшәтә. Ишимбай районы Ҡолғона ауылында йәшәүсе атаһы менән әсәһе егәрле, булдыҡлы кешеләр, ғөрләтеп донъя көтәләр. Теләгәнеңде кейеп, оҡшағанды ашап үҫкәнгәлер, моғайын, Илдар Зәбир улы матди донъя менән бик мауыҡмай, ижади донъяны яҡыныраҡ күрә.
- Атайым менән әсәйем беҙгә иң мөһим, кәрәк нәмәне – ярата, һөйә, хөрмәт итә белеүҙе мираҫ итте. Бәләкәйҙән яҡындарымдың терәген тойоп, алтынға бәрәбәр кәңәштәренә таянып үҫтем. Ғаилә – илһам, дәрт, йылы хистәр сығанағы икәненә инандырыусыларым да там улар, - ти ул.
Мәктәпкә уҡырға барғас музыка уҡытыусыһы, Зәйдуллина Нәжиә Әзелгәрәй ҡыҙы, бер төркөм малай һәм ҡыҙҙар туплап ансамбль төҙөй. Артабан уларҙы төрлө концерттарға йөрөтә, 1-се класс уҡыусыларын сәнғәт донъяһы¬на алып инә. Һуңғараҡ, һәләтле Илдарҙы айырым конкурстарға әҙерләй башлайҙар: концерттарҙа, район конкурстарында ҡатнаша. Бәләкәй әртискә сәхнә уйын һымаҡ тойола, тулҡынланыу, ҡурҡыу кеүек хис-тойғолар ҙа кисермәй, йырҙарҙың мәғәнәһен аңламаһа ла, ихлас ҡушылып, дәртләнеп йырлай. Ҙур тамашасы алдындағы сығышы ла бөгөнгөләй хәтерендә, класташтары менән матур, сағыу ауыл һабантуйында ҡатнаша улар.
Бик күп конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай, йырлап оҫтара, төрлө ҡала һәм райондарҙа үҙен таный ҙа башлайҙар. Бәләкәйҙән ошо үҙенсәлекле донъяға ылыҡтырып, талантын күрә алған уҡытыусыһына рәхмәт. Йылдар үткән һайын моңға ҡарата һөйөүе һүрелмәй, киреһенсә, артҡандан-арта, көсәйгәндән-көсәйә бара.
Шаулы йәшлек
Мәктәпте тамамлағас Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. Күңелле һәм мауыҡтырғыс студент тормошонда ҡайнай башлай. Профессиональ оҫталығын үҫтерә, күңелен, тәжрибәһен байыта, ижад даръяһына сума.
Тормошо мәртәбәле, эше өсөн янып йәшәгән кешеләр менән уны йыш осраштыра. Ҡайҙа ғына барһа ла юлын дөрөҫ юҫыҡҡа борорға ярҙам итеүселәр, йәшлеге менән күрмәгән, йә иһә аңламаған хаталарын төҙәтеүҙә йүнәлеш биреүселәре өсөн рәхмәтле ул. Училищелағы уҡытыусыһы ла тап шундай шәхестәрҙең береһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Тәнзилә Хәмит ҡыҙы Үҙәнбаева. Бар ғүмерен сәхнәгә, ижадҡа бағышлаған уҡытыусылары студенттарына ла ижадҡа ғашиҡ булып, уны бар йөрәктәре менән һөйөп йәшәргә өйрәтә. Илдар Әбдрәшитовҡа йыр һәм моңдан айырыла алмаҫлығын да тап ул иҫбатлай.
Өфө сәнғәт училищеһын тамамлар саҡта Стәрлетамаҡ филармонияһына килә, бында уны тыңлап ҡарайҙар һәм уҡып бөткәс, мотлаҡ эшкә килеүен һорайҙар. Тик уҡыуы тамамланғас та әрме сафтарына юллана, шулай ҙа, хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, филармонияға килә. Әрме юлдары сәнғәткә, музыкаға ҡарашын үҙгәртмәй, киреһенсә, ижадҡа һыуһатып ҡайтара уны.
Тормош юлдары икенсе йүнәлешкә боролһа ла, кире Стәрлетамаҡ филармонияһына килеп ылыға. Бында ла уға фәрештәләр үҙҙәре юл ярып торғандыр, сөнки йыр-моңға, таланттарға бай коллективта эшләүенә быйыл 10 йыл да булып киткән. Филармониялағы тынғыһыҙ, дәрткә, үҫешкә һуғарылған ижад юлы көндән-көн үҫә, тамырҙарын йәйә, татлы емештәрен дә биреүенән
туҡтамай.
Ғаилә – көс туплаусы йомғаҡ
Иңенә төшкән ауыр мәсъәләләрҙе сисеп, көсөргәнешле эш көнөнән һуң кешенең ҡайтып һыйынырлыҡ утрауы, тынысланып ял итер урыны булырға тейеш. Илдар Зәбир улы өсөн ғаиләһе иң йылы усаҡ бүләк итеүсе яҡты утрау булып тора.
Ғаиләләге мөхәббәт, татыулыҡ, хөрмәт кеүек хистәр ни тиклем көслө, усаҡтың йылылығы ла шул тиклем сағыуыраҡ була, бындай усаҡ янына барыһы ла тартыла. Ошондай күркәм, матур ғаиләле кеше үҙен ышаныслы тота, балаларҙа ата-әсәһе янында бәхетле үҫә.
Илдар Әбдрәшитов яратҡан ҡатыны Элвира менән тыуған ауылы Ҡолғонала, йәмле йәй көндәренең береһендә, һыу буйында таныша.
Тәбиғәт ҡосағында, ҡояш нурҙарына ҡойоноп, матурлыҡ һәм сафлыҡ бөркөп торған, бер ҡараштан әсир итерлек һылыуҡайҙы күргәс, шунда уҡ ғашиҡ була. Ижад кешеһенә тағы ни кәрәк?! Кире юл юҡ, әлбиттә, мөхәббәт хистәре үҙенә йома уны.
Дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡора Илдар һәм Элвира Әбдрәшитовтар, Дамир һәм Нәилә исемле ике йондоҙҙай балалар үҫтерәләр. Ғаиләһендә Илдар Әбдрәшитов ҡатыны Эльвира өсөн ышаныслы терәк, ныҡлы таяныс, балаларына яратҡан, һағынып көтөп алған атай. Ғаиләһе Илдар Зәбир улы өсөн көс туплаусы, илһам ҡанаттарын үҫтереүсе изге йомғаҡ.
Йырҙарым – тере шишмә
Репертуары өҫтөндә ҡанатланып эшләгән Илдар Әбдрәшитовтың йырҙары музыкаль әҙәби лекторийҙың да, “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмөнөң дә, халыҡ инструменттары оркестрының да, “Бейеү театры”ның да концерт программаларын байытып, тулыландырып килә. Илдар Зәбир улы халыҡ йырҙарын, урыҫ, сит ил классикаһын, башҡорт һәм урыҫ композиторҙарының йырҙарын һәм романстарын, арияларын башҡара.
Төрлө йүнәлештәге йырҙар оҡшай уға, иң яратҡанын айырып ҡына әйтә лә алмай. Шулай ҙа, итальян, совет осоро йырҙары, романстар, башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре уның күңеленә бигерәк тә ятышлы. Филармонияның музыкаль әҙәби лекторийы репертуары иҫ киткес бай, айына бик күп төр әҫәрҙәр башҡарырға тура килә. Оҡшатып етмәгән, ятлап, иҫтәрендә ҡалдыра алмай йонсоған йырҙар ҙа осрай уға. Уларға өйрәнеп киткәнсе бер аҙ ваҡыт һәм түҙемлек кәрәк, сөнки уның һәр бер йыры күңел аша үтеп сығырғы тейеш.
Йөрәктән – йөрәккә...
Сәнғәтһеҙ тормошон күҙ алдына килтермәгән Илдар Әбдрәшитов йырҙарын йөрәге, бар булмышы менән башҡара, шуғалырҙа һәр кем уны үҙенеке итеп, яҡын ҡабул итә.
- Халыҡ һөйөүен яуларлыҡ йырҙар йөрәктән сығырға тейеш. Йырҙың мәғәнәһен, асылын белеп, ысын күңелдән башҡарһаң – шул ваҡытта ул тамашасының да күңел донъяһына барып инә. Ниндәйҙер ҡатмарлы ариямы, йә иһә ябай, еңел генә, бер-ике күплетлыҡ йыр булһынмы – ысын күңелдән башҡарһаң, минең уйлауымса, шул ваҡытта халыҡҡа оҡшаясаҡ, - ти Илдар Зәбир улы.
Тәбиғи һәләте, ҡабатланмаҫ сығыштары, юғары башҡарыу оҫталығы – былар барыһыла йырсының юғары профессиональ сифаттары тураһында. Йылы, тәрән хистәргә тулы сығыштары, башҡорт ир-егеттәренә генә хас батыр, бөтмөр холҡо менән, “халҡым” һәм “халҡым өсөн” тип янып йәшәгән Илдар Әбдрәшитов тамашасыларының күңелен яулап дәртләнеп, илһам киңлеген ҡосоп ижад итә.
Йырҙа йәшәү сере – ул беҙҙе дәрт-дарманға сорнай, күңел тамырын киңәйтә, шатлыҡ-ҡайғыларыббыҙҙы уртаҡлаша. Тормош юлыбыҙ йыр һәм моң менән бергә үрелеп, ижади ҡанаттарыбыҙҙы үҫтерә, булмышыбыҙҙы рухи аҙыҡ менән тулыландыра.
Республика һәм халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаты Илдар Әбдрәшитов үҙенсәлекле һәм көслө тауышы, хазинаға тиң һәләте менән Башҡортостан тамашасыһының һөйөүен яуланы. Уның күңеле, йырҙары кеүек, тәрән һәм бай, киң һәм матур.
Йырсыбыҙ киләсәктә халҡыбыҙҙың бөгөнгө шәхестәрен, улар эшмәкәрлеген сағылдырыусы ижади программалар әҙерләргә, үҙенең юбилей кисәләрен, соло концерттарын үткәрергә ниәтләй. Бынан тыш та бик күп идеялар һәм хыялдар менән янып йәшәй. Был уй-ниәттәрҙең тормошҡа ашасағына шик юҡ!
Стәрлетамаҡ филармонияһының шундай профессиональ, үҙенсәлекле тауышлы йырсылары булыуы менән һоҡланмау мөмкин түгел. Алтын-көмөштәрҙән ҡиммәтерәк таланты менән халҡыбыҙ рухын, күңелен күтәреп, тағы ла оҙаҡ йылдар ижад итеүен, яңынан яңы йырҙар бүләк итеүен теләп ҡалабыҙ!
Стәрлетамаҡ филармонияһының
әҙәби бүлек мөдире
Аҡйондоҙ ҠАРАНАЕВА.