Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
28 Август 2023, 08:54

“Һәр ваҡыт эҙләнәм...”

Артист тормошом, моғайын, шунда башланғандыр.

“Һәр ваҡыт  эҙләнәм...”“Һәр ваҡыт  эҙләнәм...”
“Һәр ваҡыт эҙләнәм...”

Уның әүҙемлеге ун кешегә торош итерлек: әле генә яңы йыр яҙҙыра, клип төшөрә. Бер ҡараһаң, байрамдар ойоштора, икенсегә ҡараһаң, туй үткәреү өсөн республика­ның бер сигенән икенсеһенә юлланған. Шул арала йәмәғәт эшендә ҡатнаша, студенттар менән дә эшләп өлгөрә. Быларҙың барыһын да дан, мал өсөн түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса үтәй. Ҡурайсы ла, йырсы ла, һәүәҫкәр композитор ҙа ул Рифат ЙӘМЛИХИН.

– Рифат, йыр-моңға һөйөү һиңә ҡайҙан килә? Бала саҡтан сәхнәне яраттыңмы?
– Был һөйөү тәү сиратта тыуған еремдән, тупрағымдан киләлер, тип уйлайым. Мин Алдар, Хажиғәле батырҙар ерлегендә, Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылында тыуып үҫтем. Унда иҫ киткес матур тәбиғәт: өс яҡтан өс тау – Суҡташ, Ҡалтаташ, Сағыл – уратып алған. Ә ауыл уртаһынан Әмәндек тигән саф һыулы йылға аға. Суҡташ менән Сағыл тауҙарында ике мәмерйә бар. Улар ер аҫтынан 3 – 4 саҡрым барып, бер береһенә тоташа. Бай тарихлы беҙҙең ауыл. Яҡында ғына Ноғай башҡорттарының боронғо зыяраттары бар. Әйткәндәй, беҙҙең ауылдың боронғо исеме – Ноғай. Өфө, Әбйәлил райондарындағы Ноғай ауылдары менән беҙ тамырҙаш, тарихтарыбыҙ ҙа уртаҡ. Тағы ла бәләкәйҙән әсәйемдең моңланып ҡына йырлауын тыңлап үҫтем. Ул халыҡ йырҙарын да, классикаға әүерелгән ретро йырҙарҙы ла берҙәй оҫта башҡарҙы. Әле лә йырлай, тик сәхнәгә сыҡҡаны юҡ. Икенсенән, мәҙәниәт йортонда концерт-спектаклдәр күп булды. Артистар гастролдәргә килһә, ауыл үҙешмәкәрҙәре байрам һайын үҙҙәре матур тамаша ҡуя ине. Йомортҡа тотоп, йыр-бейеүле һинд киноларына йөрөгәнем дә иҫтә. Уларға ҡарап, һоҡланып, күңелемдә сәнғәткә ҡарата һөйөү уянғандыр тим.
3-сө класта уҡыған саҡта мәктәптә ҡурай түңәрәге асылғайны, шунда шөғөлләнә башланым. Уны алып барған Рәил Хәсәнов биш малайҙы туплап, “Нуғай” тигән төркөм ойоштороп ебәрҙе. Артист тормошом, моғайын, шунда башланғандыр. Ауылдағы бөтә концерттарҙа ҡатнаштыҡ, район конкурстарын­да еңеүҙәр яуланыҡ. 1999 йылда “Сулпылар” республика фестивалендә лә Гран-при алып, синтезатор менән бүләкләнгәйнек. “Нуғай”ҙың башҡа егеттәре сәнғәт юлынан китмәһә лә, минең сәхнәгә булған һөйөү көслөрәк булғандыр инде, ошо йүнәлеште һайланым.
Быға мәҙәниәт йорто мөдире Алмабикә Шарапова ла булышлыҡ итте. Ул һәр ваҡыт мине үҙе ойошторған сараларҙа, концерт­тарҙа сығыш яһарға саҡыра торғайны.

Нургөл ЮЛДАШЕВА әңгәмәләште.

Дауамын "Шоңҡар" журналының август һанында уҡығыҙ. 

Автор:
Читайте нас