Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
2 Сентябрь 2023, 04:10

Атай эҙенән Повесть (4) Рәйес Низамов

Гөлбаныу тәүге тапҡыр улының хужаларса әмерен тойҙо, артынан эйәрергә мәжбүр булды. Ул, ҡайтып, балаларын ҡосаҡлап иланы ла, ярһыған йөрәге баҫыла төшкәс, йоҡлап китте.

Атай эҙенән Повесть (4) Рәйес НизамовАтай эҙенән Повесть (4) Рәйес Низамов
Атай эҙенән Повесть (4) Рәйес Низамов

 

V

 

Кемдәр ҡайтты һуң әле? Башлап Зәйнетдин ҡайтты түгелме? Эйе, ул. Рәҡип уны ла хәтерләй.

...Шатлыҡтың сиге юҡ төҫлө, уны күрше-күлән, урамдаштар менән уртаҡлашмау мөмкин түгел. Шунда уҡ Бибиямал – Зәйнетдиндең ҡатыны – Ҡурғыға туплауға төшкән көтөүҙән тыу һарығын тотоп алып килде, баш иҫән саҡта мал йәлме ни.

Кисен, ут алғас, иң аҫыл күлдәктәрен кейеп, һалдат ҡатындары, ҡарттар йыйылды.

Өй эсе тәмле һурпа еҫе менән тулған, соланда, бер-береһенән уҙҙырып, ике самауыр ҡайнай. Хатта береһенең торбаһы ер иҙәнгә осоп та төшкән.

Гөлбаныуҙы ла саҡырҙылар, ул Рәҡибен эйәртеп килде. Йола буйынса, Ташкисеүҙә ҡунаҡҡа ата-әсә артынан ир балалар ҙа йөрөй, тик уларға урын ишек төбөнәнерәк эләгә. Был юлы Рәҡип ҡышын мөйөштә быҙау бәйләгән дүңгәләкте тотоп яңғыҙы ғына һерәйеп ултырманы, өс-дүрт иптәше менән кинәнеп һөйәк кимерҙе.

Ҡатындар, ағас ҡалаҡтарын тәрилкәләренең ситтәренә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә тейҙереп, тауыш-тынһыҙ ғына, әҙәпле генә ашанылар. Һарыҡ ите һурпаһы килеште үҙҙәренә, йөҙҙәренә тир бәреп сыҡты.

Зәйнетдин, күҙҙең яуын алған сәскәләй, түрҙе биҙәп ултырҙы. Ике ҡарт яҡ-яғында майланған һаҡал-мыйыҡтарын һыпырғыланы.

– Ашай торған ваҡыт, тартынмағыҙ әле, – тип Бибиямал ҡыҫтап-ҡыҫтап туҡмас өҫтәне. Эйе, бөгөн унан да бәхетле кеше юҡ, алһыу йөҙөнән нур сәселдеме ни, был тәбәнәк буйлы ҡатын аш-һыу араһында орсоҡтай әйләнде, быуған алъяпҡысы ла, ҡул-аяҡтары ла килешеп торҙо. Иренә йыш-йыш ҡына мөлдөрәп ҡарап алғыланы.

Ахырҙа табын уртаһындағы оло табаҡҡа ҡатындар тәрилкәләренән аштарын кире бушата башланылар. Табаҡ ҡаҙанлыҡ яғына күсте, һауыт-һаба бушағас, малайҙарға аш бирҙеләр.

Күптән түгел генә бит әле, ҡатын-ҡыҙҙар, аштан һуң, сәй эскеләгәнсе, ир-ат тышта елләп керер, түҙемдәре етмәгән ирҙәр, самауырҙың тиҙерәк төшөп, көрәгәләрҙең йәһәтерәк менеүҙәрен ынтылып көтөрҙәр, өйҙөң мөйөшөнә шаярып урҙа менән төрттөрөрҙәр, ә сәбәләк ҡатын-ҡыҙҙар, быны ишетеү менән, зыҡ ҡубышып, сынаяҡтарын: «Етте лә етте, ярылам», – тип устары менән ҡапларҙар ине. Бар ине замандар, һөйләргә генә ҡалды.

Был юлы ҡатындар ашыҡманы, самауыр артынан самауыр бушаттылар, гүйә, улар сәй менән бергә аһ-зарҙарын ҡушып эстеләр.

Тир ҡатырырға ирҙәр тышҡа сыҡты, малайҙар ҙа эйәрҙе.

Ташкисеү тып-тын. Зәйнетдиндәрҙең йорто ауыл осондағы иң һуңғы йорт, бынан ары ҡуйы йәш сауҡалыҡ башлана. Аҫта, баҡса башында, Ҡурғынан ағып төшкән шишмә сылтырай. Ҡыҙырымташ яғынан машина геүләгән тауыш ишетелеп ҡуя.

– Шахта нисек, эшләйме? – тине Зәйнетдин, тау яғына башын ҡағып.

– Эшләмәгән ҡайҙа, – тине Тимерхан ҡарт, – тик уларҙың эшсе көсө әҙәйә. Өҫтәүенә, кешеләрен ер баҫып үлтергеләй шикелле.

– Ҡорбан ағай иҫәнме?

– Шунда инде ул, һуҡыр сысҡан менән бер, һаман ер аҫтын юллай. Аның хәҙер тирә-яҡҡа даны таралды. Ҡойоп ҡуйған шахтер, тиҙәр. Үҙен армияға ла ебәрмәйҙәр, бронь менән тоталар, имеш. Атаһы мәрхүм шулай булды, Ҡыҙырымташтың ташын башлап ул ватты, аҡбурын да ул асты. Тамыр тарталыр.

Рәҡип ололарҙың һүҙен ҡыҙыҡһынып тыңланы. Ауылдашы Ҡорбан менән ғорурланып ҡуйҙы. Ете ҡат ер аҫтынан күмер тиклем күмерҙе сығарһын әле. Харап бит! Уҡытыусы апалары күмерҙең нисек барлыҡҡа килеүе һәм уның икмәк һымаҡ илгә бик ҡәҙерле булыуы хаҡында һөйләгәйне. Экскурсияға ла барырбыҙ, тип ауыҙланғайны. Ошо һуғыш бөтәһенә лә арҡыры төштө.

Ҡарттар кәртә буйында һаман көңгөр-ҡаңғыр һөйләштеләр, тештәренә ҡыҫылған итте һыҙлыҡланылар.

– Ашамаһаң – төшкә керә, ашаһаң – тешкә керә, – тине Тимерхан ҡарт, ауыҙын шапылдатып, көрһөнөп алды. – Бесән дә етте. Болон-туғайҙар ир-ат тауышына салғы сыңлауына геүләп торор ине. Кем, Зәйнетдин, нисек, ҡулың бик һыҙлаймы?

– Көнөн, әллә йөрөштөргәнгә, артыҡ һиҙелмәй, төнөн сыҙар әмәл юҡ.

– Нисек бөтөнләй өҙөп ырғытмаған тиң, ә? Хоҙай һаҡлағандыр.

– Былай хитланғансы, еңеңде һәлберәтеп йөрөү мең артыҡ, – тине Зәйнетдин, ауыр һулап.

– Алай тимә, ҡул – ҡул булыр, алла бирһә, уңалғанын һиҙмәй ҙә ҡалырһың, – тине Тимерхан ҡарт.

Рәҡиптең дә йөрәге һулҡылдап ҡуйҙы, гүйә, ул да ҡулын бәйләп, муйынына аҫҡайны.

– Зәйнетдин ағай, – тине ул, бер ҡатлыланып, – һуғышта минең атайымды күрмәнеңме?

– Юҡ, туған, мин унан башта уҡ айырылдым. Шунан һуң осрашырға насип булманы. Әллә хәбәре юҡмы?

– Эйе... – Рәҡиптең күңеле тулды, күҙҙәренән йәш атылды, ләкин быны ҡараңғыла бер кем дә күрмәне.

– Көтөргә кәрәк, башҡа сара юҡ. Һуғышта төрлө хәлдәргә юлығыуың ихтимал, ҡамалып та ҡалалар, пленға ла төшәләр...

Зәйнетдиндең һуңғы һүҙҙәре Рәҡиптең йөрәген телгеләне. Ул бармаҡтарын йомарланы, әйтерһең, усына бөтә фашистарҙы ҡыҫты. Юҡ, атаһы ундай юлға баҫмаясаҡ, шартлап торған ут аҫтынан да тере сығасаҡ. Атаһына ышана ул. Хат яҙырға форсаты ғына юҡтыр.

– Әйҙәгеҙ, инәйек, иртәгә байрам түгел, – тине Тимерхан ҡарт. – Туғайҙар көтә, туғайҙар. Һай, бар ине замандар! Ташкисеү буйҙарын нисек буйлай торғайныҡ, ә?! Әрәмәлеккә сирек менән ҡымыҙ, йәиһә әсегән бал ултыртыр инек. Унан, әйҙә, ҡысҡырыш, ярыш! Мәлғүн Арыҫлангәрәйҙе әйтәһең, береһенә лә ал бирмәҫ ине, әрәмәлеккә еткәнсе, шыбыр тиргә батыр, кейемдәрен сисеп ырғытып бөтөр, пакос осона барып сыҡҡанда, аҡ ыштандан ғына ҡалыр ине. Ҡайҙарҙа йөрөй икән? Ҡылыс тотһа ла, мылтыҡ алһа ла – һыр бирмәйҙер, мәлғүн.

Ирҙәр ингәндә, сәй табынын йыйыштырып бөткәйнеләр, мейес башынан көрәгә лә төшкәйне. Бибиямалды әйтәһең, ҡасан бал ҡойған, ҡасан әсетеп өлгөрткән. Күрәһең, госпиталдә ятҡан Зәйнетдиндең ҡасаныраҡ ҡайтыуын һиҙенгән.

Ашап туйғанғамы, баштараҡ бал бик үтеп барманы, ҡунаҡтар ҡыҫтатып эстеләр, уртлап ҡына, ирендәрен тейҙереп кенә алғандары ла булды. Ләкин емләнеп ултырған зәһәр эсемлек үҙенекен итте, ел сығып, остары һелкенә башлаған ҡайындар һымаҡ, бисәләр әкренләп ҡуҙғалдылар, һин эс тә мин эс, тип, бер-береһен ҡыҫтарға тотондолар. Ара-тирә, юҡтан күңел табып, көлөшөп тә алдылар.

Тик йыр башларға ғына ҡыйыулыҡтары етмәне. Тимерхан ҡарт барыһын да тойоп ултырҙы. Йыйылыштамы, мәжлестәме – ҡайҙа булмаһын, тәүге һүҙҙе ул әйтергә ынтыла. Әгәр ҙә инде, ниндәйҙер сәбәп менән, ғөмүмән, һөйләй алмай ҡайтһа, төнө ғазаплы төнгә әйләнә, үҙе лә йоҡлай алмай, ҡарсығына ла тынғы бирмәй. Был юлы ла теҙгенде ысҡындырырға теләмәне, ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән:

Егет тә генә булһаң, елеп ҡал,

Арҡаларға сыҡҡан боландай,

Егетлектең ғүмере үтеп китһә,

Бөгөлөрһөң ҡара йыландай...

тип ебәрмәһенме.

Мәгәр, Зәйнетдингә бағышлап йырлаһа ла, ҡушылыусы булманы. Әллә моңлораҡ итеп һуҙырға, ҡатын-ҡыҙ йөрәген яуларға тыны, ҡыҙыулығы етмәне. Уңайһыҙланғандай итһә лә, мах биргеһе килмәне.

– Думбай ҡыҙып етмәгән шикелле, ҡой әле, һаранланма, ана шулай, тултырыбыраҡ, – тине көрәгәсегә һәм бисәләр яғына боролдо:

Әллә лә тигән тауышҡа

Ала сағыр осҡан ҡамышҡа.

Үлмәһә лә бәндә үлмәй икән

Эскәйе лә тулы һағышҡа.

Сиртте. Ахырҙа ҡаҙанлыҡ яғынан (ике һике йәнәш буйҙан-буйға һуҙылғайны, ҡатындар түргә лә менеп, һике ситенә теҙелешеп тә ултырғайнылар, мейес буйлап оҙон эскәмйә лә ҡуйылғайны) Хәмдиә күтәреп алмаһынмы.

Өфөләрҙә утыҙ биш тин

Машина кәтүктәре,

Әллә айырым йәшәгәнгә

Ҡысҡырмай кәкүктәре.

Шуны ғына көткәндәрме ни, китте, йырға икенсе йыр ялғанды:

Таң, таң ата, сулпан ҡалҡа,

Таңды сулпан уята.

Һыҙылып таңдар атҡан саҡта

Йырлата ла илата.

Һалдат ҡатындары нимә тураһында йырлаһындар һуң?! Йырҙар бергә булған бәхетле көндәрҙе, айырым йәшәгән моңһоу минуттарҙы хәтерләтте.

Гөлбаныу ҙа тыйыла алманы, керпектәренә ҡайнар йәш һикерҙе. Ғәйнуллаһы ҡайҙарҙа ғына йөрөйҙөр?.. Ана, кеше ире тып итеп ҡайтып етте. Кеше ире... Ә бит ул, дөрөҫөн генә әйткәндә... Абау, ауыҙынан ел алһын.

Зәйнетдин уның уйҙарын юрап ултырҙымы ни, Гөлбаныуға күҙ һирпеп ҡуйғыланы, гүйә, уның тән яраһына ҡарағанда йөрәк яраһы көслөрәк ине. Төҫ-кәүҙәһе һаман ҡыҙ сағындағы һымаҡ бит, тик электән түңәрәк аҡ йөҙө бер аҙ тартыла төшкән, күүҙ төптәрендә һуғыш һөрөмө.

Гөлбаныу Зәйнетдиндең ҡарашын шунда уҡ тойҙою Сирҡанып китте, ят ҡараш уның тәненә тейҙеме ни, яулыҡ сөйгән башын түбән эйеп, ҡалҡыу күрәктәренә ҡулдарын ҡайсылап һалды.

Зәйнетдин үҙ сиратында: «Бөгөнгө ҡыуанысты Бибиямал түгел, ә һин татырға тейеш инең», – тип асынып ултырҙы. Әйтерһең, алыҫ йылдар аша ҡыңғырау ҡолағына салынды...

Гөлбаныу менән Зәйнетдиндең аталары уҙған герман һуғышынан бергәләшеп имен-аман ҡайтҡайнылар. Балалары тыуһа (береһенеке – ҡыҙ, икенсеһенеке – малай), мотлаҡ ҡоҙалашырға һүҙ бирештеләр. Әмәләгә ҡалғандай, теләктәре ҡабул булды. Ҡорҙаштар бик татыу йәшәнеләр, әле береһендә, әле икенсеһендә көн күрҙеләр. Бер табаҡтан ашанылар. Хатта, алдан хәстәрлек күреп, балаларының ҡолаҡтарын да тешләтеп ҡуйҙылар.

Ташкисеү күгендә бик күп йондоҙҙар ҡабынды, күптәре, яҡты эҙ ҡалдырып, һүнде, уларҙы һанап торорға ваҡыт теймәне, яңы тормош ҡоролдо. Баҫылып, кәмһенеп йәшәгән башҡорт ауылы күҙен асты, донъяла мин дә бар, тип башын күтәрҙе.

Яңы ғына теҙгенгә баҫып, ялға йәбешеп атҡа атланған Зәйни ҙә егет ҡорона кергән, балаҡтарын ҡайтарып, һабан артынан төшкән; ҡаҙҙарҙы күреү менән, сырылдап ситкә ҡасҡан Гөлбаныу ҙа бөгөлә-һығыла һыуға йөрөй, мөгөҙҙәре тарбаҡланып торған боландай һыйырҙы гөбөрҙәтеп һауа, имеш. Бына бит ғүмерҙәр нисек үтә, хәҙер уның ҡараңғы көндәре юҡ шул. Хатта уның төндәре лә яҡты, күңелдәр тыныс, хафаланыр урын юҡ.

Ауыл ерендә буйға еткән йәш-елкенсәкте, айырыуса ҡыҙҙарҙы, оҙаҡ йөрөтөү килешмәй, күҙ тейеүе ихтимал. Ҡорҙаштар яңы йыл башында балаларының яҙмыштарын хәл итмәксе булдылар, һәр ике яҡ туйға әҙерләнде.

Зәйнетдин был минуттарҙы ашҡынып көтөп алды. Ул, Гөлбаныуҙы күреү менән, тотлоға башлай ине. Ә ҡыҙҙың ниҙәр уйлағанын, күрше егете Ғәйнулла менән йәшерен генә осрашҡанын ҡайҙан ғына белһен. Ауыл хәбәре бер остан икенсе осҡа һә тигәнсе тарала, шикле шәүләләрҙе ят күҙҙәр тиҙ күрә. Мәгәр Гөлбаныу менән Ғәйнулла араһы сер булып ҡалды.

Ахырҙа көткән минуттар һуҡты. Урамдарҙы бер итеп еҙ ҡыңғырауҙар зыңланы, буран туҙҙырып ярһыған аттар сабып уҙҙы. Ҡыҙ йортона кейәү килде, кейәүҙең дә бит әле ниндәйе, төлкө бүрек кейгәне!

Көндөҙөн һепертеп торған буран ҡараңғы төшөүгә көсәйеп китте.

Туй ҡыҙҙы. Йөрәге лепелдәп ултырған Гөлбаныу:

– Әсәйемә әйтәһе һүҙем бар, сығып ҡына керәйем әле, – тине, Зәйнетдиндең ҡолағына шыбырҙап.

– Бар, бар, – тине быныһы, ҡыуанысының сиге юҡ ине. Шатланмай ни, Ташкисеүҙең иң сибәр ҡыҙҙарының береһенә, күптәрҙең күҙе төшөп йөрөгән сибәргә, өйләнә ләбаһа! Ана бит йомшаҡ ҡына баҫып атлауҙары, билдәре һуң, ҡырмыҫҡа биле тиерһең, ни тора! Ә үҙе ниндәй сабыр тәбиғәтле, тыныс күл ситенә башын эйгән йәшел ҡамышмы ни! Һоҡланыр өсөн генә яратылған бит.

– Ни кәрәк, балам? – тине аш-һыу араһында буталған әсәһе, йәштәре тулған күҙҙәрен мөлдөрәтеп.

– Келәттәге һандығымды ғына ҡарап инәм, нимәмдер онотолған һымаҡ.

– Оҙаҡ йөрөмә, ҡыҙым, кейәү борсола башлар. Килешмәй.

– Хәҙер, – тине Гөлбаныу. Өҫтөнә арлы-бирле кейенде лә соланға атылды. Ашҡынып тышҡы ишекте асып ебәрҙе, йөҙөнә көслө буран бәрелде, тыны ҡурылды. Аҙбар яғына йүгерҙе, шул арала берәү уны толопҡа төрҙө лә санаға һалды.

Быны лапаҫ аҫтында кейәү аттарының ҡыңғырауы менән мауыҡҡан малай шәйләп ҡалды.

– Гөлбаныу апайҙы урлап киттеләр! – тип ул, өйгә кереп, яман хәбәр һалды.

Тамаша ҡылған халыҡ ҡапыл шымып ҡалды. Ысынлап та, Гөлбаныу урынында юҡ. Ҡурсып ҡына ҡулдарына алған иң затлы нәмә иҙәнгә төшөп селпәрәмә килдеме ни – Зәйнетдин ҡойолоп төштө.

– Булмаҫ! – тине Гөлбаныуҙың атаһы, малайҙың ҡар һырыған тун яғаһынан бөрөп алып. Әйтерһең, ҡасыусыларҙы ошо ҡара морон оҙатҡан. – Ни һөйләгәнеңде беләһеңме һин, малай аҡтығы? Кем, ҡайҙа алып китте?

– Баланы быуаһың бит, ебәр! – тине кемдер, – уның ниндәй ғәйебе бар?

– Йә, – тине муйын тамырҙары бүртенгән хужа.

– Дөлдөлө менән Ғәйнулла ағай шикелле. Дәүләкән яғына ҡарай осто. Валлаһи-биллаһи, ана, өҫтәлдә икмәк. Алдаһам, ер йотоһон.

– Һы, – тине хужа, малайҙы бер яҡ ситкә елтерәтеп. – Ни эшләп ултыраһың, кейәү, арттарынан ҡыуа сыҡ. Ҡорбан, һин дә иптәшкә бар, ана, минең ҡушкөбәкле мылтыҡты алығыҙ, тартҡылаша икән, уйнаштан тыуғанды, шунда дөмөктөрөгөҙ! Ниндәй хурлыҡ, ата-баба күрмәгән хурлыҡ! Әллә ҡайҙа китә алмаҫтар, юл тын, тиҙерәк ҡыланығыҙ, мисәүле аттар менән, тиҙерәк тим!

Кейәү аттары әйтерһең дә күҙ алдында ирене.

– Ағай-эне, йә тынысланығыҙ, ултырышығыҙ, – тине ата кеше, ҡунаҡтарҙы йыуатырға теләп.

– Юҡ инде, бер ҡыҙыңа баш була алмай, йөҙҙән көлдөң. Ғәйнуш ҡулына эләккән мал имен ҡотолмай, – тип Зәйнетдиндең атаһы урынынан һикереп торҙо, аҫтына һалып ултырған йомшаҡ мендәрҙе ишек төбөнә орҙо. – Даны сыҡҡан нәмәңдең бото бер тин, башы-тояғы менән үҙеңә булһын!

– Күрәҙә ҡылмай тор, улыңды әйтер инем, ебегән! Йүнле егет аҫыл ҡошто ысҡындырамы ни?

– Аҫыл ҡош, имеш. Кәнтәйеңде ыштан бауына бәйләйһе генә ҡалғайны.

– Телеңде тыйып һөйлә.

Ике ҡоҙа саҡ-саҡ һуғышып китмәне, халыҡ араламаһа, нимә менән бөтөр ине?

Туй туй булманы. Ҡунаҡтар таралышты. Ҡайғыһын нисек баҫырға белмәгән ата: «Ней ҡараның?» – тип ҡатынын туҡмап ташланы һәм оло туҫтаҡ менән бер-бер артлы бал һемерергә тотондо. Ахырҙа ул иҫерҙе, табындағы ашамлыҡтар менән һөйләшергә кереште: «Йә, әйтегеҙ, мин ғәйеплеме ни? Мин ҡыҙымды Ғәйнулла өсөн үҫтерҙемме ни? Ниңә өндәшмәйһегеҙ? Ә-ә-ә... Һеҙ ҙә аның яҡлымы ни?» – тип һауыт-һабаны ҡыра башланы. Үсе ҡанғас, һике ситенә таянды ла иҙәнгә аунаны...

Ҡыңғыраулы аттар йән-фарманға сапты. Ысынлап та, Дәүләкән юлында яңы ғына үткән беленер-беленмәҫ сана эҙе бар ине.

– Йыраҡ китә аламаҫһың! – тине Зәйнетдин, аттарын ярып.

Төйлән тауҙарына яҡынлашҡанда йәне ус төбөндә барған Гөлбаныу башын Ғәйнулланың алдына һалды һәм ҡурҡышынан ни эшләргә белмәй: «Ҡыңғырау зыңлаған кеүек», – тине. «Күп ҡалманы, тауҙарҙы күтәрелһәк, ҡотолдоҡ тигән һүҙ», – тип йыуатты Ғәйнулла. Атын ҡыҫтай төштө. Әйтерһең, йәш айғырҙың саҡма тояҡтары ергә тейһә тейҙе, теймәһә юҡ, остомо ни, хайуандың ҡанаты ғына етмәй. Юлға көрт һалғайны, артлы сананың табандары ҡаҡ ергә һирәк-мирәк кенә тейеп ҡалды.

Ысынлап та, ҡыңғырау тауышы яҡынайғандан-яҡынайҙы, ҡаш-керпектәрен ҡар баҫҡан Гөлбаныу, ағарынып, Ғәйнулланың күҙҙәренә төбәлде, ә егеттең иҫе лә китмәне. Әйтерһең, ул беренсе мәртәбә генә ҡыҙ урламаған һәм бындай ғына тауҙарҙы артылмаған.

Үр башланды. Көтмәгәндә баш осонда мылтыҡ тауышы яңғыраны.

– Харап булдыҡ, – тине Гөлбаныу, Ғәйнулланы ҡосаҡлап. Егет аптыраманы, мылтығына ҡаршы яуап бирҙе. Ул арала тауҙы ла менеп еттеләр. Башҡаса ҡыңғырау тауышы ишетелмәне, гүйә, ул тауҙар ҡуйынында мәңгегә тороп ҡалды, гүйә, ул шунда, һаман да аҙашып, тауҙарға һуғылып йөрөй.

Зәйнетдиндең мисәүҙәге аты сәсәп йығылды, уны туғарғылағансы ваҡыт үтте.

– Йүнлегә түгел, туған, төптәге атты ла яндырабыҙ, – тине Ҡорбан, – хәҙер арттарынан етермен, тимә. Дәүләкән ҡапҡаһы асылды уларға. Ә Дәүләкән Ғәйнулланың ағаһы – милиция начальнигы ҡулында. Энеһен бер кемгә лә бирәсәк түгел. Боролайыҡ, ауылда ҡыҙ бөтмәгән.

– Юҡ, мин ҡайтмайым, – тине Зәйнетдин, ҡар тырнап илап. – Гөлбаныуһыҙ йәшәй алмайым!

– Йәшәрһең, донъяла ҡыҙҙар бөтмәгән. Әйҙә, юғиһә, был аттан да яҙабыҙ. Теләйһең икән, мин һине кәләшле итәм, – тине Ҡорбан, тәүәккәлләп.

Ошондай буранда үлгән атҡа ҡарап күпме тормаҡ кәрәк. Ахырҙа Зәйнетдин санаға ҡапланып ятты, ғәрелегенән ни эшләргә белмәй бесән сәйнәне, ауыҙына әрем эләкте, уның яҙмышындай ниндәй әсе үлән...

Ҡорбан һүҙен һүҙ итте, Бибиямалдарға туҡтаны. Зәйнетдин таң атҡанын көтмәне, үс итеп, ҡыҙҙы шунда уҡ өйҙәренә алып ҡайтты һәм ниңә алып ҡайтҡанына үкенеп бөтә алманы.

«Кем менән буталдың?» – тип ул ҡатынын, аҙбарға алып сығып, йәшерен генә ярҙы. Үлергә әҙер ине, ләкин Бибиямал серен асманы, уны мәңгегәгә йөрәгенә бикләне, ҡысҡырманы, һуҡҡан һайын ыңғырашып ҡына ҡуйҙы. Әйтерһең, ул был минуттарҙы көтөп алды, бөтә йәберләүҙәрҙе, михнәттәрҙе күрергә әҙер ине, тик ире ҡыуып ҡына ҡайтармаһын, ауылдаштары алдында әҙәм көлкөһөнә ҡалдырмаһын.

Зәйнетдин төндәр буйына тиерлек керпек ҡаҡманы, усаҡ янына сүгәләп, берәм-һәрәм күренгән ут остоҡтарынан күҙен алманы, тәмәке һурҙы, йөҙө көл төҫөнә әйләнде, күҙҙәре шул ут остоҡтары һымаҡ эскә батты. Бер юлы ике ҡайғыны кисереүҙәре, ай-һай, ауыр булды. Ҡорбан ғына уртаҡлашты ҡайғыларын.

– Их, ағай, уттарға һалдың һин мине, – тине Зәйнетдин, үрһәләнеп.

– Донъя һинең менән минән генә ҡалмаған, бөтәһе лә үтер, Бибиямал тормош көтөргә арыу ғына күренә, йәшәп китерһегеҙ әле, бисәләр улар барыһы ла бер сыбыҡтан ҡыуылған инде, – тине Ҡорбан, йыуатып.

– Әйтеүе генә анһат, ағай... Бына бында ниҙәр янғаны миңә генә мәғлүм, – тине Зәйнетдин, йөрәген тотоп. Ахырҙа ул яҙмышына буйһонорға мәжбүр булды.

Димсе диңгеҙ кисерә, тигәндәй, Ҡорбан артабан бер кемдең дә яҙмышына ҡыҫылманы, был – тәүгеһе һәм һуңғыһы, тип ант итте.

Ғәйнулла Гөлбаныу менән Дәүләкәндә бер ай йәшәгәндән һуң ғына, ярһыған йөрәктәр баҫыла төшкәс кенә, ҡайтты. Зәйнетдин унан үс алырға йөрөһә лә, яйын тура килтерә алманы, һуғыш сығып китте. Һуғышҡа тиклем Ғәйнулла тәүҙә – ауыл Советы, аҙаҡ колхоз председателе булып эшләне. Зәйнетдин, эсендә ут янһа ла, тыштан йылмайып күреште, йылмайып һөйләште, бер урамға һыйышып нисектер йәшәргә кәрәк ине...

Табын ҡыҙҙы. Ҡатындар, таҡмаҡ әйтеп, бейешә башланы:

 

Шинель, шибелет кенә,

Ауылдарҙа һине һөйҙөм,

Һине өҙөлөп кенә.

Айҙар геннәйем дә

Вайҙар геннәйем.

Иҙән дөпөлдәп торҙо, иҙән һығылып торҙо.

Галуш кейергә харуш,

Һеҙҙең нурлы йөҙөгөҙҙө

Күрергә килдек наруш.

Айҙар геннәйем дә

Вайҙар геннәйем.

Шаян ҡатындар, иҫән ҡулынан тартып, Зәйнетдинде лә төшөрҙөләр.

Зәйнетдин – тырпайып торған ҡуйы ҡара ҡашлы, киң яңаҡлы, ҡояш төҫө йүнләп тә йоҡмаған йәм-йәшел гимнастеркаһының итәктәрен тартҡылап, ас билен тағы ла һалдат ҡайышы менән ҡыҫа биреп, иҙән уртаһында бөтөрөлдө лә үҙ баһаһын үҙе белеп, башын ҡайҡаңната төшөп, кирза итектәре менән тыпырҙатырға тотондо, ҡушлап бейергә әле бер ҡатынды, әле икенсене саҡырҙы:

Бейек-бейек бит әле,

Бейек тауҙың итәге.

Беҙгә төшкән ҡайғыларҙы

Кем күтәрә бит әле?

Айҙар геннәйем дә

Вайҙар геннәйем.

Рәҡип, һоҡланып, башын сайҡаны. Әйтерһең, Зәйнетдин муйынына аҫҡан ҡулын онотто. Бына яралы һалдат өйөрөлөп бейеп килде лә Рәҡиптең әсәһе алдына баҫты. Әсәһе ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына торҙо ла уның менән әйләнергә кереште.

Рәҡиптең баштараҡ быға артыҡ иҫе китмәне, ләкин Зәйнетдин әсәһенән күҙен алмай башлағас, башын түбән эйҙе, саҡ-саҡ: «Етте!» – тип ҡысҡырып ебәрмәне. Бер туҡтауһыҙ дөпөлдәгән итек, гүйә, уның йөрәген тапаны, түҙә алманы. Күңеле тулды. Күҙ алдына атаһы баҫты. Ҡайтып китәһе килде, инде бейеүҙән туҡтап, мейескә һөйәлгән әсәһенең ҡулынан шым ғына тартты, тышҡа әйҙәне. Гөлбаныу тәүге тапҡыр улының хужаларса әмерен тойҙо, артынан эйәрергә мәжбүр булды. Ул, ҡайтып, балаларын ҡосаҡлап иланы ла, ярһыған йөрәге баҫыла төшкәс, йоҡлап китте.

Ҡатындар таң һыҙылғанда ғына таралышты. Берәүҙәр, кәртәгә йәбешә-йәбешә, көскә атлап, ҡысҡырып көлдө, икенселәр үкһене, өсөнсөләр һуғышты ҡәһәрләп һүкте.

Тимерхан ҡарт өйөнә ҡайтып етә алманы, ситән буйына ауҙы. «Убыр, шул тиклем эсмәһәң», – тип ҡарсығы ташлап кереп китте.

Ташкисеү осо тәүге яралы һалдатты бына шулай ҡаршылағайны.

 

VI

Автор:
Читайте нас