Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
3 Сентябрь 2023, 05:10

Күңелгә танһыҡ йырҙар

"Шәриф Бикҡолдың бихисап шиғырҙарына матур-матур йырҙары яҙылған. Был йырҙар беҙгә йәшлек йылдарыбыҙҙы хәтерләтәӘ, - ти өлкәндәр. 

Күңелгә танһыҡ йырҙарКүңелгә танһыҡ йырҙар
Күңелгә танһыҡ йырҙар

Бикҡолов Шәриф Сәғҙәтулла улы, Шәриф Бикҡол (28 май 1924 йыл — 3 сентябрь 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1980) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1969). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры.

Сәғҙәтулла улы Бикҡолов 1924 йылдың 28 майында Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районыҠарлыман ауылында тыуған.

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1937 йылда Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә һәм 1940 йылда тамамлай. Артабан уҡытыусы, совхозда партия ойошмаһы секретары булып эшләй.

Сығанаҡ: Башҡортса Википедиянан

 

Автор:
Читайте нас