

VII
Сәғәт тәүлектәре һанағандай, тәгәрмәстәр һаман тыҡылданы. Инде Рәҡип ултырған поезд күпте күргән, ауыр саҡтарҙа Урал егеттәре һыйынған, дошманды сәсрәтә һуғып дан ҡаҙанған Дон далаларына сыҡты. Күҙ талдырғыс киңлектәр. Ошонан арғымаҡтар даланы дер һелкетеп үткән. Уларҙың тояҡ тауышы әле булһа яңғырап торған кеүек. Бында Ерәнсәйҙең эҙҙәре лә һаҡланалыр, ҡайһы тирәнән йән-фарман сапҡан икән? Анауы түбә артынан һыбайлы атаһы йылп итеп килеп сығыр төҫлө. Ул ошо ерҙәргә еткәнсе ниндәй генә уттар кисмәгән дә ниҙәр генә кисермәгән тиһең?.. Олым буйындағы тәүге бәрелештәр... Оборона тотоу... Мең саҡрымдарға һуҙылған марш-походтар... Сталинградҡа яҡынайыу, өс фронттың бер юлы ҙур һөжүм башлаған минуттары – бөтәһе лә Рәҡипкә мәғлүм. Атлы корпус составында Башҡорт дивизияһы ла ошо дәһшәтле көрәштәрҙә ҡатнашты. Ил яҙмышы ҡыл өҫтөндә торған, донъя Сталинградҡа күҙ төбәп йәшәгән көндәрҙә башҡорт һыбайлылары ла бығаса тарих белмәгән ҡаһарманлыҡтар күрһәттеләр. Ҡоростар сыңланы, толпарҙар сыйланы, меңәрләгән ғүмерҙәр ҡыйылды, ләкин фашистар Волганан аша һикерә алманылар.
Рәҡип атаһының Сталинград өсөн барған һуғышта яраланғанын, Ерәнсәйен Белая Калитва ҡалаһы янында яңынан ҡыуып еткәнен яҡшы белә. Көндәлек биттәренә теркәлмәй ҡалған көндәр ҙә байтаҡ ҡына, үлем менән йәшәү алышҡанда һалдатта яҙыу-һыҙыу ҡайғылары булмағандыр. Айырыуса был буш ара Сталинград өсөн барған һуғыш осоронда күренә. Һуғыштың шул тиклем аяуһыҙ, ҡурҡыныс икәнен хатта ошондай юлдар ҙа күҙ алдына баҫтыра. «...Тәне ҡырҡ ерҙән телгеләнгән ғәзиз ерҙең бер аҙға тынып торған мәле. Ике яҡ та бер-береһенең өҫтәмә көсөн белергә ынтыла. Беҙҙекеләр, шул иҫәптән Хөсни ҙә, разведкаға киттеләр. Таң алдынан, ни күҙебеҙ менән күрәйек, тегеләрҙе мәсхәрәләп, тәндәрен киҫеп, инәнән тыума яланғас хәлдә эйәргә арҡылы бәйләп ҡайтарҙылар. Мәрхүмдәр иҫләмәҫтән тоҙаҡҡа ҡапҡандар. Шулай итеп, күпме ут-һыуҙарҙы кисеп килгән Хөсни ҙә һәләк булып ҡуйҙы. Ниндәй кеше ине! Мин быны ауылдашым булғаны өсөн генә әйтмәйем, ғөмүмән, Хөсни кеүек кешеләр һирәк осрай. Бик ауыр кисерҙем. «Ҡанға – ҡан!» – тинем, тештәремде ҡыҫып. Төнөн дошман яғына ебәреүҙәрен һораным. Киттек. Бөтә асыуымды, нәфрәтемде йыйып, ҡалһам – ҡалам, ҡалмаһам – юҡ, тип атланым. Һаҡсыларын тиҙ тонсоҡторҙоҡ, тегеләр йоҡомһорап ултыралар ине, көтмәгәндәр, күрәһең. Тауыш-тынһыҙ ғына донъя ҡуйҙы ҡәбәхәттәр. Винтовканан атҡанда уйлап тормайһың, ә бына боғаҙына йәбешкәс, бер үлеп, бер тереләһең икән. Миңә эләккәне көслө нәмәкәй булып сыҡты, илдәрҙе талап, ашап килгән ғәләмәттер, ярайһы ғына тартҡылаштыҡ. Көнөм бөттө, тигән минуттар булды, күҙ алдымдан емелдәшеп балаларым үтте. Әллә шул сабыйҙарым ҡеүәт бирҙе, спирткә һеңгән фрицте йән асыуыма өҫтөмдән алып ырғыттым да аллаһын уҡытырға тотондом. Ярай әле, яғаһынан бөрөп алғайным, теге ҡысҡыра алмай, тыпырсына ғына. Ғырылдаған килеш ялбарҙы буғай.
Яҡты көнөмдө ҡара төнгә әйләндергән, балаларымдан, ҡатынымдан, тыуған төйәгемдән айырып, һарыға һабыштырған, донъяла мин генә бөйөк кеше, башҡалар, шул иҫәптән башҡорттар, йәшәргә тейеш түгел, тип күкрәк һуғып миңә ҡаршы атлаған тәкәббер һары шайтан дөмөктө. Уға хәҙер Рәсәй ере лә, еңелмәҫ бөйөк Германия ла, Гитлер ҙа – бер кем дә, бер нәмә лә кәрәкмәй. Донъяһы тыныс хәҙер, ҡанға мансылған тәреләре менән иленә ҡайтаһы ла юҡ. Бүтәндәрен дә шундай яҙмыш көтә.
Таң атыу менән фашистар көслө ут астылар. Күрәһең, беҙҙе он-талҡанға әйләндерергә уйланылар. Ҡаршы яуап бирҙек, ауыҙҙарын тиҙ томаланыҡ. Күк йәнә асыҡланды. Ҡайҙандыр ят самолет ҡалҡып сыҡты, бөтөнләй түбәндән генә оса. Күҙәтеүсе, буғай. Ошо мәл Илбай, ҡаса-боҫа, соҡор буйлап кәтәлүге менән һыуҙан килә имеш. Уйлап тормай шул. Ҡоҙғон быны шәйләне, өҫтөндә урала башланы. Харап була бит, тинем, борсолоп. Илабйҙың иҫе лә китмәне, һыуын бер яҡ ситкә ҡуйҙы ла, салҡан ятып, тегеңә тоҫҡаны. Мөғжизә тиһәң дә мөғжизә! Әҙәмгә әйтһәң, ышанмаҫ. Бер мәл самолет, ҡара төтөн атып, ергә ҡаҙалды. Мыштым Илбай торҙо ла, бер ни булмағандай, окобына табан атланы. Һаҡһыҙлыҡ күрһәткәне өсөн командирҙан эләкте, әлбиттә. Шулай ҙа үҙен батыр һалдат итеп танытты. Хөсни өсөн ут йотһам, бының өсөн ғорурланып ҡуйҙым. Егеттәр маҡтай башлаһалар, Илбай, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып:
– Иңкеш һымаҡ, арттан ҡалмай бызылдап осоп йөрөнө лә теңкәгә тейҙе, үҙ башына булған, – тине. Еңел яуап бирҙе. Һәр нәмәне шулай үҙенсә, бик ябай хәл итә ул. Юҡ, уның хатта мин белмәгән ниндәйҙер сихри көсө бар, шуға һаман төшөнөп етә алмайым...»
* * *
Рәҡип Белая Калитваға көн урталарында килеп төштө. Ҡунаҡханаға урынлашҡас та, ҡояшҡа күмелгән аҡ ҡала менән танышырға сыҡты. Ҡайҙа барма – йәшел урамдар, сәскәләр, ап-аҡ йорттар.
Эре һөйәкле, ҡарағусҡыл йөҙлө егеттәр, таҙа, һылыу ҡыҙҙар зәңгәр күккә ашҡан уҡтай тополдәр араһынан һалмаҡ ҡына атлайҙар. Йылы яҡтарҙа ғына үҫкән ағастар ҙа осрай. Ҡыҫҡаһы, бында көньяҡҡа тартымыраҡ һыҙаттар күренгеләй.
Белая Калитвала тормош ошолай ғүмер буйына үҙ көйөнә генә аҡҡанмы ни, гүйә, уның өҫтөндә бер ҡасан да бомбалар шартламаған. Эйе, эйе, гел шулай имен торһон көндәр, ауыр йылдарҙы иҫкә алырға ғына ҡалһын.
Рәҡип ҡалалағы музей эргәһенән тыныс ҡына уҙа алманы, ингеһе килде. Бәй, ни күрә! Ҡан тарта, ҡан тартмаһа, йән тарта, тиеүҙәре дөрөҫтөр, моғайын. Ҡалала тыуып-үҫкән геройҙар менән бер рәттән Уралдың батыр улдары ла йылмайышып ултыра. Тыуған ереңдән алыҫта яҡташтарыңдың һүрәттәре менән осрашыу ниндәй тойғолар уята! Рәҡип үҫеп, ҡанатланып киткәндәй булды. Халыҡ береһен дә онотмай.
Йөрөй торғас, ул Шайморатов исемендәге урамға юлыҡты. Тертләп китте. Күрәһең, балаға ғына хас сифаттар кешелә ғүмер буйына һаҡлана торғандыр. Яҫы таштар өҫтөнән яланаяҡ саптымы ни! Ошо урамдың һәр бер йорто, һәр бер ағасы уға бик яҡын тойолдо. Ҡайһы өйҙә атаһы, фашистарҙы ҡыуғандан һуң, баш терәп, ял итеп китте икән? Белһәң ине. Анау йортта түгел микән? Әллә арыраҡмы? Моғайын, бынауһындалыр. Башҡаларға ҡарағанда үҙенә тартыбыраҡ тора. Әллә инеп сығырғамы? Хәйер, нимә тип барып керәһең? Күп ғүмер уҙған. Үҙеңде кем тип танытаһың? Әллә унда бөтөнләй икенсе кешеләр, ул йылдарҙан һуң тыуған йәштәр йәшәйҙер?
Рәҡип йөрәккә яҡын урам сатында оҙаҡ ҡына торҙо, унан, артына әйләнеп ҡарай-ҡарай, ҡаланың иң матур, иң бейек урынына – Ҡарауыл тауына күтәрелде. Был тау ни яғы менәндер Аралы тауҙы хәтерләтте. Мәтрүшкә, бөтнөк еҫтәре таралған, кейәү ҡамсыларына тиклем үҫкән. Ике тау араһында күпме саҡрымдар ята, ә үҫемлектәре бер үк төрлө. Ғәжәп хәл. Еләктәренә тиклем ҡыҙарып бешкән. Ауыҙ итмәй нисек түҙәһең. Ниндәй татлы!
Ерәнсәй менән атаһы бына ҡайҙарҙа табышҡан. Әлбиттә, уны яңынан осратырмын, тип уйламағандыр ҙа, бомба аҫтында ҡалғандыр, тип хафаланғандыр. Баҡһаң, ул иҫән, Илбай ҡулында булған. «...Белая Калитвала, һауыҡҡан ҡоштай, эскадроныма ҡушылдым. Ерәнсәйҙе күргәс, күңелем тулды, әллә ҡайҙан кешнәп ебәрҙе...» тип яҙып ҡуйған бит атаһы.
Рәҡиптең Ҡарауыл тауынан тиҙ генә китәһе килмәне, ул йомшаҡ үләнгә салҡан төшөп ятты ла күккә төбәлде. Болоттар Урал яғына ағыла. Өйҙән сығып киткәненә лә байтаҡ булды Рәҡиптең. Айраты ни эшләй икән, Ләбибәһе, әсәһе? Көтәләр микән? Һағынғандарҙыр, былай оҙаҡ ҡына айырылып торғандары юҡ ине бит әле. Бергә йәшәгәндә генә һиҙелмәй икән. Айырыуса улы йыш ҡына иҫенә төштө, берәй бала күрһенме, ағас ботағында сутылдаған ҡошсоҡ күҙенә салынһынмы, әсәһе тирәһендә уйнаҡлаған ҡолондо шәйләһенме, һәр мөләйем йән эйәһен улына оҡшатты. Атаһының да шулай Рәҡипте тыны менән тартып алырҙай минуттар кисергән сағы күп булғандыр. Әйтерһең, һарғайған дәфтәр биттәренә теҙелгән йәнһеҙ һүҙҙәр түгел, ә яҡында ғына атаһының тере тауышы ишетелде: «...Белая Калитвала Илбай менән бер аҙ һөйләшеп торҙоҡ. Госпиталдән сығыр алдынан ғына өйҙән хат алғайным, уға ла килгән имеш. Иҫән генә торалар икән. Күңелдәренә ауыр булмаһын тип, нужаларын яҙмайҙарҙыр инде. Ҡыҙҙарым, ҡараҡайҙарым: Гөлсөмөм, Гөлсинәм, Гөлбикәм тырышып үҫәләр, тиң. Рәҡип ағалары үҙҙәренең ҡулдарын төшөрөп ебәргән. Береһенән-береһе матурҙар, йомшаҡ ҡына бармаҡтарын берәм-берәм тотоп үпкәндәй, күңелем бөткәнсе үҙҙәрен күтәреп һикерткәндәй булдым. Әй балалар, йөрәк итен өҙгөләйһегеҙ, ҡасан күрешер көндәр тыуыр? Рәҡиптең күбәләк артынан ғына сабып йөрөр сағы ла бит, нихәл итәһең? Тормош ҡамытын бик йәшләй кейҙе. Бесәнен дә сабырға, утыны артынан урманға ла барырға кәрәк. Исмаһам, Гөлбаныуҙы салғы тоторға өйрәтмәнем. Һыйыры, һарыҡтары бар, белмәйем, ни эшләр? Бигерәк йомшаҡ шул, хатта мин уның атлап йөрөгән тауышын ишетмәй торғайным.
Илбай ҙа бик тартылған, ике һүҙенең береһе – ҡатыны. Хәмдиә бирешмәҫ тә ул, ирҙәр менән бер рәттән эҫкертен дә ҡойҙо, ташын да ватты. Боевой ҡатын...»
Боевой ҡатын, тигән атаһы. Ысынлап та, шулай ине ул. Келт итеп Рәҡиптең күҙ алдына бер ваҡиға баҫты... «Һай-һай-һай, һөл-һөл-һөл!» – Хәмдиәнең төн ҡараһын ярған ҡалын тауышы алыҫ йылдар аша шаңдау булып яңғыранымы ни...
...Аттарҙы Иҫке йорт йылғаһы буйына ҡыуып, баш бирмәгән уҫалыраҡ бейәләрҙе тышаулап ебәргәнсе күҙ ҙә бәйләнде. Инде ял итһәң дә ярай, ҡара таңдан күҙен тырнап асҡан кеше, аяҡтар ҙа һыҙлай, бөтә тән таралып төшөп бара.
Яйлы ғына урынды һайлап, усаҡ яғып ебәрҙеләр. Күптән бирле теңкәне ҡоротҡан серәкәйҙәр, төтөн еҫен тойоу менән, ары остолар. Ҡоро ботаҡтар сытырҙап янды, ялҡын тирәһендә күбәләктәр уйнаны.
– Эй, мәхлүктәр, үҙҙәре утҡа килеп керә бит, – тине Хәмдиә, бөжәктәрҙе йәлләп.
Тирә-яҡ тып-тын, тик һирәк-мирәк аттар бышҡырып, Оло ҡамышта ҡыр өйрәктәре быжҡылдап ҡуя. Бынан ике-өс саҡырымда ятҡан йонсоу ауыл яғынан да бер нәмә лә ишетелмәй. Күрәһең, шәм дә ҡабыҙып торманылар, шундай уҡ тегеһе тегендә, быныһы бында тәгәрәнеләр. Эттәр ҙә ҡойроҡтарын ҡыҫты, юҡ-барға өрөп аҙапланманылар.
– Туҡта әле, йә зәхмәт ҡағылыр, – тип Хәмдиә үҙҙәренең ҡунаҡлаған урынын йүгән ауыҙлығы менән уҡына-уҡына ике-өс мәртәбә һыҙып әйләнде. – Һин, Рәҡип туғаным, аттарға ҡолаҡ һалыбыраҡ тор инде, мин бер аҙ серем итеп алайым.
– Ярар, – тине Рәҡип, усаҡты болғап, – күмере ниндәй, их, бәрәңге күмеп ашарға!
– Ҡуй инде, һөйләмә, ҡайһы берҙә был донъяла бөтөнләй йәшәге лә килмәй. Тегендә – һуғыш, бында – аслыҡ, нисек етте шулай йән аҫырай әҙәм балаһы.
Бөгөн Хәмдиәнең кәйефе юҡ ине, башҡа төндәрҙәге һымаҡ бик һөйләшеп тә барманы, тиҙ тынды, әллә, ысынлап та, күҙҙәрен йомдо, әллә аһ-зарҙарын ергә һөйләне.
Рәҡип тә шымды. Уның уйҙары тәүҙә Ташкисеүҙә – әсәһе, туғандары тирәһендә йөрөнө лә унан алыҫтарға тартылды. Атаһы ҡайҙарҙа йөрөй икән? Бәлки, ул да әле шулай усаҡ янында ултыралыр?.. Кешеләр ниңә һуғыша икән? Нәмә етмәй уларға? Донъя бит ниндәй киң, күктәр ниндәй бейек! Бына таң ҡараңғылығы юғалып, ҡояш ҡына сыҡһын, яңынан ялан-ҡырҙар нурға күмелә, йәнә атай иҫкә төшә, атайһыҙ донъя күңелһеҙ.
Ат тояғы тупылдағанды ишетеп, Рәҡип һиҫкәнеп уянды. Кем йөрөй икән төн уртаһында? Зәйнетдин дәбаһа. Бригадир атын тышаулап ебәрҙе, усаҡ эргәһендәге Рәҡиптең баш ҡалҡытҡанын күреп:
– Хәмдиә ҡайҙа? – тип һораны.
– Ана бит, йоҡлай, – тине Рәҡип.
– Аттарығыҙ ашлыҡҡа кермәгәйе, күҙ һалайым, тип һуғылдым, – тине Зәйнетдин, ни өсөн килеүен аңлатҡандай.
– Сыбыртҡыңды онотманыңмы һуң? –тине Хәмдиә. Баҡһаң, ул йоҡламай ятҡан.
Бригадирҙың ас яңағы тартылып ҡуйҙы:
– Ул ни һәр ваҡыт янда... Үткән – бөткән, юлына үлән үҫкән...
– Тиҙ үҫтерәһең. Таң атһын әле, прокурорҙың үҙенә барам. Һалдат ҡатынына киҙәнергә һинең ни хаҡың бар?
– Ҡурҡытма. Потраваны өҫтөңә күтәртһәм, анан белерһең, һыйырың да етмәҫ.
– Һыйыр түгел, ана өйөмдө ал, сәнселеп кит. Ирем булмағас, миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Был донъяның ҡыҙығы бөтөп бара.
– Иртә бөгөлөп төшәһең, әле һин бына тигән ирҙәрҙе ҡаратырлыҡ.
– Ауыҙыңдан ел алһын. Илбайымды ҡайҙа ҡуяһың? Аҡыл һатырға йәиһә ҡыл сиртергә килдеңме? Юҡ, Хәмдиә ундайҙарҙан түгел. Үҙең аҙым һайын ғәҙеллек тиһең, әлеге һүҙҙәреңдә ғәҙеллек бармы һуң? Илбайымдың йән дуҫы инең бит, Илбай китте – бөтәһе лә онотолдо тиһең инде ә? Яңылышаһың. Әле генә бригадир булдым тигәс тә теге, кеше юҡтан иҫәпкә һан булып йөрөгәнеңде белһәң икән, ошондай төндәрҙә уның менән аттар көтә торғайның да. Нисек уны, ут эсендә йөрөгән кешене, донъянан һыҙып ташлайһың, нисек телең бара? Бар, күҙлебүкән һымаҡ ултырма, Бибиямалың янына ҡайт, көтәлер. Колхоз атына ни булыр тиһең, ана бит тын-тауыштары сыҡмай, үләнгә йәбешкәндәр.
– Әйтергә лә ярамай, ҡыҙҙы, туҙҙы, ныу холоҡ, – тине Зәйнетдин.
– Һалдат ҡатынының йөрәге өшөп бөткән, ҡағылма һин уға йүнле әҙәм булһаң.
Бригадир урынынан ҡалҡынды.
– Ана шулай, алдыңдан артың яҡшы, – тине Хәмдиә, дөпөлдәп сапҡан ат аяғы тынғас. – Эй, хоҙайым, ҡатын-ҡыҙ баштары ни генә күрмәй, юҡ-барҙан яман һүҙ ишетеүең бар.
Ошо мәл йылға буйында ат кешнәп ебәрҙе. Уның тауышы хәүефле ине.
– Әйҙә әле, туғаным, – тине Хәмдиә, һикереп тороп. Әле генә булған һөйләшеү башынан осто.
Рәҡип яланаяҡ ысыҡ ярып атланы. Алан-йолан ҡаранды. Ир ҡоро бит, һыҙғырған булды, ҡысҡырҙы. Йәнәһе, ҡош-ҡортто ары ҡыуҙы.
Аттар бер ергә өйөлгәндәр, пырхылдашалар.
– Бар әле тиҙ генә тормобаш алып кил, – тине Хәмдиә.
Рәҡип кире артҡа табан йүгерҙе, урап килгәнсе тыны ҡурылды, эләгеп йығылып та алды.
Хәмдиә яртылаш янған торонбашты тотоп атлаған көйөнсә:
– Һай, һай, һай, һөл-һөл-һөл! – тип йән асыуына ҡысҡырҙы. Тирә-яҡ урман, туғайҙар яңғыраны. Моғайын, йоҡоға талған бөтә йән эйәһе аяҡҡа баҫҡандыр.
Хайуандар үҙҙәрен яҡлаусыларҙы күргәс, иркенләп тын алдылар, йәнә кешнәшеп ҡуйҙылар.
Хәмдиә ут яҡтыһында берәм-берәм аттарҙы һанарға тотондо: Немка, Урлик, Торна, Һайыҫҡан, Ҡарсыға, Балҡан, Ҡарлуғас... Ҡарлуғас, һин ҡайҙа?
Бәй, бер яҡ ситтәрәк Ҡарлуғас ерҙә ятҡан бәләкәс ҡолонон ялап аҙаплана. Ҡолонҡайҙың артҡы ботоноң итен умырып алып киткәйне бүре.
– Әйҙә, үҙен тиҙерәк усаҡ янына алып бара һалайыҡ, – тине Хәмдиә, – күтәреш.
Ҡолон ауыр ине, көс-хәл менән генә илтеп еткерҙеләр. Артынан инәһе лә эйәреп килде меҫкенгенәм, балаһын ҡурсыны.
– Ситкә борол, – тине лә Хәмдиә Рәҡипкә иҙелеп бөткән эс күлдәген һалып, хәлһеҙләнгән ҡолондоң яраһын бәйләне.
Усаҡҡа яңынан утын өҫтәнеләр. Минең ни ғәйебем бар, тигәндәй, ҡолонҡай башын һуҙып, күҙҙәренән йәш атып, ялҡынға ҡарап ятты. Әсәһе китмәне, янында баҫып торҙо, ашау ҡайғылары юғалды.
– Телдәре генә юҡ меҫкендәремдең, – тине Хәмдиә, йәлләп, – алмаш-тилмәш ҡысҡырғылайыҡ инде, туғаным, ул хоҙай һуҡҡан нәмәҫтәкәй, бүрене әйтәм, йыраҡ китмәгәндер, һаман темеҫкенеп ултыралыр.
Усаҡ янды, усаҡ менән бергә Хәмдиә менән Рәҡиптең йөрәге янды. Тора-бара уның осҡоно кәмене, ҡуҙҙары һүрелде, утын өҫтәүсе булманы. Оҙаҡламай таң да һыҙылды. Рәҡип тырым-тыраҡай таралған хайуандарҙы барлай башланы.
...Рәҡип Ҡарауыл тауында оҙаҡ йөрөнө... Тау күпте күргән, күпте кисергән. Игорь заманындағы хәтирәләрҙе лә һаҡлай. Һәйкәл тора, унда: «Воинам Игоревой рати – храбрым русичам 1185 года», – тип яҙылған. Рәҡиптең күҙ алдына рус ерҙәренә ябырылған печенегтар һәм уларға күкрәктәрен ҡуйып: «Үлем йәки йәшәү!» – тип күтәрелгән Игорь ғәскәре баҫты... Нисәмә быуаттар үткәс, икенсе тире ябынған баҫҡынсыларға ҡаршы ошонда тағы ҡанлы көрәштәр барҙы, был юлы Ҡарауыл тауында рус, башҡорт, төркмән егеттәре ҡылыс уйнатты.
VIII