Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2023, 06:25

Әбделмәмбәт тимурсылары мәғариф ветеранын ҡыуандырған

Һеҙҙә шундай ярҙамсылар бармы? 

Әбделмәмбәт тимурсылары мәғариф ветеранын ҡыуандырғанӘбделмәмбәт тимурсылары мәғариф ветеранын ҡыуандырған
Әбделмәмбәт тимурсылары мәғариф ветеранын ҡыуандырған

Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбендә тимурсылыҡ эше яҡшы ҡуйылған.  Ҡышҡыһын уҡыусылар яңғыҙ йәшәгән ололарҙың өй, башҡа ҡаралтыларының башын ҡарҙан таҙарта, утындарын ярып бирә – хәйер, изге эштәргә сиктәр юҡ. Ошо көндәрҙә тимурсылар мәктәптә оҙаҡ йылдар балаларға белем һәм тәрбиә биреп, хаҡлы ялға сыҡҡан мәғариф ветеранын ҡыуандырғандар. Улар  мәғариф ветеранының картуфын ҡаҙып биргәндәр

-Ауылыбыҙҙың оло быуын кешеләрен шефлыҡҡа алыу һәм уларға ярҙам итеү, хәлдәрен белеү электән килгән йола. Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары класс етәкселәре Гәүһәр Сәлихйән ҡыҙы менән бергә мәғариф ветераны Яхина Вәсилә Нуриман ҡыҙына картуф алышырға ярҙам иттеләр, - тип яҙалар мөктәп төркөмөндә. Вәт малаҙистар! Ә һеҙҙә шулай ярҙам итәләрме?

Сығанаҡ: "Таң" гәзите. 

Фото: "Таң"

 

Әбделмәмбәт тимурсылары мәғариф ветеранын ҡыуандырған
Әбделмәмбәт тимурсылары мәғариф ветеранын ҡыуандырған
Әбделмәмбәт тимурсылары мәғариф ветеранын ҡыуандырған
Әбделмәмбәт тимурсылары мәғариф ветеранын ҡыуандырған
Әбделмәмбәт тимурсылары мәғариф ветеранын ҡыуандырған
Автор:
Читайте нас