+21 °С
Болотло


«Эшкә ашҡынып, балаларға тейеш ваҡытты тәләфләргә ярамай, – ти Светлана Насирова. – Тәүге сабыйым менән быны аңлап етмәгәнмен – бер айҙан эшкә сыҡтым, ә ҡалғандары менән танһығым ҡанғансы декретта ултырҙым. Һәр баланың үҙенә генә тәғәйен ваҡыты була. Бер мәл генә бит ул бәпес саҡтары, үтә лә китә... Балаларыбыҙ өсөн тәү сиратта үҙебеҙ яуаплы. Ҡолаҡ тешләтеүгә үк барып етмәһә лә, уларҙы яҡшы ғаиләләр менән аралаштырыу, дуҫлаштырыу – беҙҙең бурыс. Йәш саҡта бит, хистәргә бирелеп, аҡылды алға ҡуймайһың, шуға балаларға йүнәлеш биреү кәрәк.
Фото: Бәйләнештә