Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
2 Октябрь 2023, 18:00

"Таңһылыу һеңлем менән икебеҙҙе өләсәйҙәребеҙ бүлешеп ҡарауға ала"

Таңһылыу – Ғөбәйҙә нәнәйемә, ә мин Мәҙхинур өләсәйемә йәшәргә күстем.

"Таңһылыу һеңлем менән икебеҙҙе өләсәйҙәребеҙ бүлешеп ҡарауға ала""Таңһылыу һеңлем менән икебеҙҙе өләсәйҙәребеҙ бүлешеп ҡарауға ала"
"Таңһылыу һеңлем менән икебеҙҙе өләсәйҙәребеҙ бүлешеп ҡарауға ала"

"Бәләкәй генә сағымда атайым һәләк була. Һөйөклөһөн юғалтыу ҡайғыһын әсәйем Нурания Шәхрислам ҡыҙы бик ауыр кисерә һәм сиргә һабыша. Ул йүнәлгәнсе тип, Таңһылыу һеңлем менән икебеҙҙе өләсәйҙәребеҙ бүлешеп ҡарауға ала. Таңһылыу – Ғөбәйҙә нәнәйемә, ә мин Мәҙхинур өләсәйемә йәшәргә күстем. Атайымдың һуңғы хыялын үтәп, ул биш йәшемдән үк музыка уҡытыусыһы Лидия Винсҡа йөрөтә башланы. Мәҙхинур Хәйрулла ҡыҙы абруйлы һаналған Дәүләкән педучилищеһында байтаҡ йылдар уҡытҡан һәм ҡалала музыка мәктәбен астырыуға байтаҡ көс һалған күркәм шәхес ине. Райондағы үҙешмәкәр мәҙәни бәйгеләрҙә йыш ҡына жюри ағзаһы ла булды. Мине лә һәр тамашаға, һәр концертҡа үҙе менән йөрөттө. Кистәрен әкиәттәр түгел, ә «Салауат Юлаев», «Анна Каренина», «Муму», «Үле йәндәр» кеүек классик әҫәрҙәрҙең эстәлеген һөйләй ине. Ҡалала тәүгеләрҙән булып телевизор һатып алдыҡ. Күршекүлән балалары өйөбөҙгә фильм ҡарарға йыйыла. Мәҙхинур өләсәйем ишек төбөнә тас менән һыу ҡуя ла, аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ, ти. Шунан иҙәнгә теҙелешеп ултыралар. Иҫ киткес тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, тәрән йөкмәткеле ине ул ваҡытта кинолар ҙа.

Автор:
Читайте нас