Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
5 Октябрь 2023, 05:27

Күңелгә һалынған хыял

Уҡытыусы һөнәре – Алланан, тиҙәр. Балалар менән эшләй алмаһаң, улар менән уртаҡ тел тапмаһаң, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп булмай.

Күңелгә  һалынған хыялКүңелгә  һалынған хыял
Күңелгә һалынған хыял

Көнһылыу... Үҙебеҙсә, саф башҡортса яңғыраған был исем ҡолаҡҡа ятышлы йыр кеүек күңелгә яҡын тойолдо. Исеме есеменә тура килгән, яҡты сырайлы, мөләйем, үҙ эшенең оҫтаһы Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында башланғыс кластар уҡытыусыһы Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы ХАСАЕВА үҙе лә һоҡланғыс кеше булып сыҡты.

Шәхес ғаиләлә тәрбиәләнә

Буласаҡ уҡытыусы Баймаҡ районы Кәрешкә ауылында, дүрт ҡыҙ үҫкән ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Фельдшер вазифаһын башҡарған, ауылдаштарына тәүге медицина ярҙамын күрһәткән Фәриҙә Рыҫҡәлы ҡыҙы менән совхозда һыйыр малы көткән, күпләп йылҡы тотоп, ат йәнле кеше итеп үҙен танытҡан Ишмөхәмәт Рамаҙан улы балаларын тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Ғаиләлә был эш ир-аттыҡы, быныһы ҡатын-ҡыҙҙыҡы тип бүлеп ҡарау, икенсе берәүгә һалышыу булмай. Утынға ла, бесәнгә лә бара ҡыҙҙар. Башҡорт халыҡ йырҙарын тыңларға яратҡан аталары иһә тәбиғәткә сыҡҡанда уларҙың килеп сығыу тарихын, урындағы ер-һыу атамаларының риүәйәттәрен һөйләй. Балаларының күңеленә рух тойғоларын шулай итеп яйлап ҡына, эш аралаш һеңдерә бара ул.
Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙының өләсәһе Нурия Исмәғил ҡыҙы ла ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерә. Уҡыу эләкмәһә лә, аңлы, тәбиғәттән бирелгән аҡылы менән тирә-яҡтағыларҙы һоҡландыра, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә. Ноҡот һала, матур киләсәк юрай. Бала сағында кемдәндер отоп алған башҡорт халыҡ эпостарын яттан белә, таҡмаҡ әйтеп, күңелдәрҙе күтәрә, ейәнсәрҙәрен һәр кис башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләп йоҡлата. Яңы ғына ишеткән әкиәттәге ваҡиғалар шауҡымында әүен баҙарына китер алдынан яманлыҡ менән изгелектең көрәше, был донъяны бары тик яҡшылыҡ, матурлыҡ ҡотҡарасағына йәнә бер тапҡыр инанып, уйланып ятырға ғәҙәтләнә бәләкәс Көнһылыу.
Тыуған ауылында урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалына уҡырға инә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға хыяллана ул. Юғары уҡыу йортонда айына бер тапҡыр нәшер ителгән “Юлдаш” гәзитендә бер юлы фотохәбәрсе булып та эшләп йөрөй. Баҫма өсөн төрлө темаға мәҡәләләр яҙырға ла өлгөрә уңған студент.

Уҡытыусы – изге һөнәр

Уҡытыусы һөнәре – Алланан, тиҙәр. Балалар менән эшләй алмаһаң, улар менән уртаҡ тел тапмаһаң, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп булмай. Бөгөнгө заманда бигерәк тә. Ҡырҡ ата балаһынан йыйылған уҡыусыларға белем биреү менән бергә төрлө сетерекле хәлдән сыға белеүең дә зарур. Ата-әсәләр менән эшләүе лә еңелдән түгел. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ, йәмәғәт эштәре лә уҡытыусы элкәһендә.
Булыр бала – биләүҙән, тигәндәй, кешенең кем булыры, киләсәктә ниндәй юлдан китере бала сағынан уҡ тоҫмаллана. Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы үҙе башланғыс кластарҙа уҡығанда урамдағы балаларҙы йыйып уҡытырға ярата. Күрше бабайҙың арбаһына аҡбур менән “уҡыусылар”ы өсөн төрлө күнегеүҙәр ҙә яҙа. Был ҡылығы өсөн унан йыш ҡына әрләнһә лә, яратҡан “эше”нән туҡтамай. Сыңғыҙ Айытматовтың “Беренсе уҡытыусы”һын иҫләһәгеҙ, унда тәүге тапҡыр ауылда балаларға белем биргән уҡытыусы үҙе лә алфавитты тулыһынса белмәүе, әммә шул уҡ ваҡытта йәш быуынға уҡыуға ҡарата һөйөү уята алыуы әҫәрҙең төп идеяһы итеп алына. Һуңынан төрлө яҡта, төрлө һөнәр эйәләре булып танылған уҡыусылары уның исемен бала саҡтарындағы яҡты, матур хәтирәләргә бәйләп иҫләүҙәре хаҡында әйтелә. Хәҙер Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы ла алыҫта, яҡты бер нур булып ҡалған, уйын аша башҡарылған ҡылыҡтарын иҫләп көлөп ала. “Бала саҡта күңелгә һалынған хыял мине уҡытыусы һөнәрен һайларға этәргәндер”, – тип хәтерләй.
Студент сағында буласаҡ йәре менән таныша. Ул ваҡытта Салауат ҡалаһында тәртип һаҡсыһы булып эшләгән Ейәнсура егете Заһир Хасаев янында, практика үтә. Әҙерлек ваҡытында үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күһәткән йәш белгесте диплом алғас, 25-се башҡорт гимназияһына эшкә ҡуш ҡуллап алалар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, китапханасы, вожатый булып та эшләй ул унда.
2018 йылда Мәғарифты үҫтереү институтында логопед һәм башланғыс кластарға белеү биреү буйынса белемен камиллаштыра. Шул уҡ Салауат ҡалаһындағы гимназияла башланғыс кластарҙы уҡыта башлай. Тырыш, үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусы ҡала кимәлендәге “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә еңеп сыға. Республика конкурсына әҙерләнеп йөрөгәндә төрлө һынау, ауырлыҡтар менән дә ҡапма-ҡаршы осрашырға ла тура килә уға. Тик ваҡытында үҙен ҡулға алыуы, лайыҡлы сығыш яһарға, үҙ һөнәренең оҫтаһы икәнлеген йәнә бер ҡат иҫбат итергә ярҙам итә. Бер үк ваҡытта көслө ихтыярлы икәнлеген дә күрһәтә. Иң-иңдәр араһындағы тәүге биш уҡытыусы араһында Көнһылыу ҙа була.
Ике йылдан һуң Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙының тормош иптәше баш ҡалаға күсә. Энә ҡайҙа, еп шунда, тигәндәй, ғаиләһе лә бергә килә. 2021 йылда, бер ни тиклем ваҡыт Мәғариф министрлығында эшләгәндән һуң, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында хеҙмәт юлын дауам итә. Уҡытыусылары икенсе урынға күсеп киткән дүртенселәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алырға тәҡдим итәләр уға. Яңы эш урынында ла үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп өлгөрә мөғәллимә. Тиҙҙән башланғыс кластар уҡытыусылары араһында директор урынбаҫары итеп тә тәғәйенләйҙәр. Быйыл иһә яңы класс – беренселәргә икенсе әсәй ролен үтәй. Аҡыллы, һәр баланы шәхес итеп күргән уҡытыусыны атай-әсәйҙәр ҙә тиҙ арала үҙ итте.
– Балалар менән эшләү тәжрибәмдә төрлө кластарҙа белем бирергә тура килде. Шулар араһында, бер үк ваҡытта иң күңеллеһе, күңелгә яҡыны һәм иң ауыры башланғыс кластарҙы уҡытыуы. Беренсенән, улар шул тиклем эскерһеҙ булыуҙары, балалыҡ сафлыҡтары менән күңелде арбай. Үсләшеү, оҙаҡ ваҡыт асыу һаҡлап йөрөү, ялағайлыҡ кеүек сифаттар әлегә уларҙа юҡ. Яңы ғына һүҙгә килешеп, үпкәләшеп алһалар, икенсе ҡарағанда улар бер ни булмағандай бергәләшеп уйнап та йөрөйҙәр. Уларҙың, һинең тарафҡа, ихлас күңелдән әйтелгән бер һүҙе лә көнө буйы яҡшы кәйефтә йөрөрлөк илһам, көс бирә. Икенсенән, тәү башлап уҡырға, ҡулына ручка тотоп яҙырға өйрәтеү менән бергә, беҙ уларға иң тәү сиратта тәртип, тәрбиә нигеҙен һалырға ла булышлыҡ итәбеҙ. Тап ошо йәштә бала йәмғиәттә үҙ урынын табырға ла өйрәнә. Киләсәктә мәктәпкә, теге йәки был предметҡа ҡыҙыҡһыныуы ла тап башланғыс класта барлыҡҡа килә. Өсөнсөнән, мәңгелек ҡиммәттәрҙең баһаһы төшкән, ҡәҙере бөтөп барған ваҡытта йәшәгәнебеҙҙе онотмайыҡ. Йәш быуындың ҡыҙыҡһыныуы, кумиры булып блогерҙар һаналыуы киләсәккә ҡарата хәүефте көсәйтә. Бер көнлөк, әхлаҡи яҡтан түбән, әммә ҡараусылар һанын арттырған видеояҙмалар төшөрөп һалыуҙан йәм табыусылар, ни тиклем тиҙ һәм еңел юл менән аҡса эшләргә теләүселәрҙең һаны артҡандан-арта бара. Ә бит төрлө юлдар менән донъя кимәлендә билдәлелек яулаған актер, йырсы, спортсылар йәшлектәрендә тап мәңгелек ҡиммәттәргә илтифат итмәүҙәренә үкенеүҙәрен белдерәләр. Интервьюларында йәш быуынға үҙҙәренең хаталарын ҡабатламауҙары хаҡында йыш әйтеп үтәләр. Әлбиттә, цифрлаштырылған, замана технологиялары ныҡ алға киткән ваҡытта, балаларҙы виртуаль донъянан аралап булмай. Был мөмкин дә түгел. Кәрәкмәй ҙә. Тик уларҙы үҙҙәренә кәрәкле материалды эҙләргә, бойҙайҙан кәбәкте айырырға өйрәтергә тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙың бер ысулы – ул интернет киңлектәрендә үҙ-ара аралашҡанда, яҙмалар һалғанда башҡорт телендә яҙылыуы мөһим. Кемдер киң аудиторияға сығырға теләй икән, әйҙә, ике телдә лә яҙһын. Шул осраҡта ғына айырым милләт булып һаҡланып ҡаласаҡбыҙ. Дүртенсенән, башҡорт гимназияһында эшләгәс, беҙҙең төп бурысыбыҙҙың береһе булып баланы туған теленә, уны өйрәнеүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү ҙә тора. Был осраҡта ата-әсәләрҙең йоғонтоһо ла ҙур. Улар өйҙә балалары менән башҡорт телендә аралашып, туған телебеҙҙә нәшер ителгән ваҡытлы матбуғат алдырып, радио тыңлап, телевидениенан тапшырыуҙар ҡараһалар, тарихты, фольклорҙы өйрәнеүгә иғтибар бүлһәләр, ыңғай һөҙөмтә көттөрмәйәсәк, – ти Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы уҡытыу, тәрбиә биреү серҙәре менән бүлешеп.
Заһир Ғилман улы менән бер ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр, уларҙы шәхес итеп үҫтреүҙә ҙур иғтибар бирәләр. Ун бер йәшлек Арыҫлан Салауат ҡалаһында балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк сәхнә йондоҙона әйләнә. Әлеге ваҡытта “Тамыр” балалар студияһында шөғөлләнә. Йырлай, ҡурайҙа уйнай. Беренсе класты тамамлаған Азалия ла ағаһынан ҡалышмай. “Гүзәл-данс” ансамбленә теләп йөрөй, ағаһы артынан ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһай башлаған.
Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тигәндәй, Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы ғаилә усағын һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙ, үҙ һөнәренең оҫтаһы булараҡ та ҡәйнәһе Хаят Ғәлимйән ҡыҙын үҙенә үрнәк итеп ҡуя. Ғүмере буйы Ейәнсура районы Әлебай урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән хаҡлы ялдағы уҡытыусының холҡонда күркәм яҡтары күплеген килене әңгәмә барышында йыш телгә алды. Тәмле итеп бешерергә өйрәнеүҙән алып, тормоштағы төрлө сетерекле мәлдәрҙән бер яйын табып сыға белеүенә тиклем матур сифаттарын үҙләштерергә тырыша ул.

Оҫта ҡуллы ла...

Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙының тағы бер һоҡланғыс һәләте бар. Ул тегергә, бәйләргә ярата. Энә менән бәйләргә өләсәһе өйрәтһә, ырғаҡ менән эш итергә Зита апаһы төшөндөрә. Ә тегергә атаһынан отоп ала. Яҡын кешеһе матур, йөйһөҙ, тигеҙ итеп тегә белә һәм ҡыҙын да өйрәтә. Тиҙҙән отҡор уҡыусы ҡыҙы һатыуҙыҡынан бер ере менән дә айырылмаған бейәләйҙәр тегеп бирә башлай.
Студент сағында ла яратҡан шөғөлөнән туҡтамай. Киреһенсә, ҡалала үҙе теләгән еп, пряжаларҙы һайлап алыу мөмкинлеге булғас, был эшкә ныҡлап бирелеп китә. Имтихандар етә башлағас, ваҡытын уҡыуға күберәк бүлер өсөн, үҙенән бәйләм әйберҙәрен йәшереп ауылға алып ҡайтып ҡуя. Уның был ҡылығынан бер әхирәте: “Оҙаҡ түҙмәйһең бит инде. Тиҙҙән һатып алып ҡул эшенә тотонасаҡһың”, – тип көлә. Ысынлап та, шулай була. Яратҡан шөғөлгә ваҡыт һәр саҡ табыла шул.
Декрет ялында был эшкә ҡабаттан ныҡлап тотона. Бәләкәс балалар өсөн төрлө костюмдар, ғаилә ағзаларына бер иштән әйберҙәр бәйләй башлай. Үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ ҡул эштәрен Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан һатып алыусылар күбәйә бер мәл. Шулай итеп, күптәр Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙын эҙләнеүсән, ҡыҙыҡһыныусан оҫта ҡуллы ханым итеп тә беләләр.
Мәҡәләне исемдең кешегә йоғонтоһо тураһында бәйән итеп башлаған инек. Көнһылыу Хасаева “Бәйләнештә” төркөмөндә бер марафонда ҡатнашҡанда үҙе лә исеме менән холҡон, булмышын бәйләп ҡылыҡһырлама биреп китә: “К – КӨНҺЫЛЫУ. Исемемде яратып атайым ҡушҡан. Һирәк осрай торған матур исем, тиҙәр үҙ башҡорттарыбыҙ. Икенсе милләт вәкилдәрен уның мәғәнәһе ҡыҙыҡһындыра.
Апайҙарымдың исемдәре Рита һәм Зита, бәлки, шуғалыр ҙа күптәр мине Гита булыр тип көткән.
К – КӨЛӘСмен. Көн ҡыҙы булғанғамы, ҡояш кеүек көләс, асыҡ, алсаҡмын, аралашырға яратам. Тормош ығы-зығыһынан арынып, тирә-яҡтағы матурлыҡ, мөғжизәне күрә белеп, балаларса ихлас ҡыуанып, көләс йылмая белергә лә кәрәк. Бәхет ынйы кеүек бәләкәс ҡыуаныстарҙан йыйыла.
К – КЕШЕЛЕКЛЕмен. Атай-әсәйем беҙҙе, дүрт ҡыҙын, кешелекле, кеше йәнле, кеше күңелле итеп тәрбиәләнеләр. Кешегә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙермен.

Рәзинә УРМАНШИНА.

Автор:
Читайте нас