Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
7 Октябрь 2023, 03:05

Иҙрис Ғәзиев йырлай

Һеҙгә Иҙрис Ғәзиевтың йырҙары оҡшаймы? 

Иҙрис Ғәзиев йырлайИҙрис Ғәзиев йырлай
Иҙрис Ғәзиев йырлай

Ғәзиев Иҙрис Мөҙәрис улы (21 апрель 1960 йыл) — йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2009), профессор (2013). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999), Башҡортостан Республикаһының (1993) һәм Татарстан Республикаһының (2002) халыҡ артисы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1998) һәм Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы (2020), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1990) лауреаты.

Иҙрис Мөҙәрис улы Ғәзиев 1960 йылдың 21 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Ҡорманай ауылында тыуған. Өфөнөң 2-се музыкаль-педагогия училищеһында уҡыған (уҡытыусыһы Лилиә Кәримова).

1986 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын «Концерт-камера йырсыһы, уҡытыусы» һөнәре буйынса (М. Г. Мортазина класы), 1996 йылда — Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре белемен күтәреү институтын «музыкаль театр режиссеры» һөнәре буйынса (Мәскәү, Н. И. Кузнецова курсы) уҡып сыға.

1986—2010 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.

2001 йылдан бирле Өфө дәүләт сәнғәт институтында вокал сәнғәте, эстрада джаз башҡарыусылары һәм тауыш режиссерҙары кафедраһында уҡыта. Вокал сәнғәте кафедраһы профессор, сәнғәт фәне кандидаты. Кандидатлыҡ диссертацияһын «Волга-Урал мосолмандары вокал мәҙәниәтендә профессионализмдың формалашыуы һәм үҫеше» темаһына 2009 йылда Ҡазанда яҡлай.

Иҙрис Ғәзиевтың 14 компакт-дискыһы, «Иҙрис Ғәзиев йырлай» видеокассетаһы сыға (Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы).

2020 йылда Иҙрис Ғәзиев татар композиторҙары әҫәрҙәренән һәм халыҡ йырҙарынан торған яңғыҙ башҡарған программалары өсөн Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды[1].

Башҡорт Википедияһынан

Фото: bashinform.ru

Автор:
Читайте нас