

Һәм бына беҙ Венер һәм Лилиә Камаловтарҙың хыял өйөндә. Шамонин ҡасабаһында урынлашҡан күркәм йортҡа ғаилә бынан һигеҙ йыл элек күскән. Шуны билдәләргә кәрәк: төҙөлөш эштәренең күбеһен хужа үҙ ҡулдары менән башҡарған. Ҡаланан ситкә күсеүҙең дә сәбәптәре бар – быға тиклем артист ғаиләһе бер бүлмәле фатирҙа көн иткән.
– Шамонин ҡасабаһында бер төркөм йәш ғаиләләргә, сәнғәт, әҙәбиәт кешеләренә йорттар биреү программаһы бик урынлы һәм ваҡытлы булды. Бының өсөн республиканың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа бик рәхмәтлемен, – ти артист.
Венер Камалов йортон, уның майҙанын, ултырған урынын үҙе барып һайлап ала. Йорт мотлаҡ кирбестән булырға тейеш тигән маҡсат ҡуя. Ярым-ярты төҙөлгән йортто һатып алғас та күсеп сыға улар.
– Тиҙ күсеүҙең маҡсаты – ҡала йортонан ҡасыу ғына түгел, ә шунда йәшәп хыял өйөн тиҙләтеп сафҡа индереү ине. Урында йәшәп төҙөһәң, йылдамыраҡ була бит, – ти артист.
Өҫтәүенә, ҡалалағы фатирын һатмай улар. Уны ҡуртымға биреп, аҡсаһын йорт төҙөлөшөнә һалалар. Үҙ өйөңдә йәшәргә теләһәң, шулай төрлөсә юлдар эҙләйһең инде.
– Оҙаҡ ваҡыт иҙәндә йоҡлап, ишек-тәҙрәләрҙе пәрҙәләр менән ҡаплап йәшәнек. Ләкин үҙ йортоңдо һалыуы күңелле ине, көн дә бер нәмә эшләйһең дә ҡыуанаһың. Өй һалған ваҡытта туғандарға ла, дуҫтарға ла күп мөрәжәғәт итергә тура килде, кеше лә ялланым, – тип һөйләй әңгәмәсем.
Фото: "Башҡортостан ҡыҙы"