Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
7 Октябрь 2023, 18:00

Йоҙаҡ

Һеҙҙең яҡта ҡапҡаны бикләйҙәрме? 

ЙоҙаҡЙоҙаҡ
Йоҙаҡ

 

 

Ҡапҡа төбө.Танышыма килдем.
Ҡапҡа шаҡып торҙом бик оҙаҡ.
Килде заман. Ауыл өйҙәрендә -
Хәҙер ҡырылмаһа ҡырҡ йоҙаҡ.

Үҙәктәрҙе өҙөп,иҫкә төшә
Баласаҡтың кескәй йорттары.
Асыҡ ишек алды.Ел ҡапҡалар.
Етеле шәм янған уттары.

Күрше өйҙәрҙең бар балалары
Өйҙән - өйгә йөрөп,уйнаныҡ;
Кемгә генә инеп уйнаһаҡ та,
Берәү һуҡранманы,тыйманы.

Асыҡ ишектәрҙәй асыҡ ине,
Ябай ине ул саҡ күңелдәр,
Йыһаз да юҡ ине ул өйҙәрҙә,
Сикһеҙ һағындыра шул мәлдәр.

Юҡ инде ул өйҙәр.Урынында -
Оло йорттар.Йыһаз затлынан.
Ишек алды тулы - машиналар,
Кеше көлә хәҙер атлынан.

Күрше һирәк инә күршеһенә,
Мохтажлыҡ юҡ йомош һорарлыҡ.
Тимер ҡойма аша ихатаға
Аяҡ ослап ҡына ҡарарлыҡ.

Өйҙән - өйгә йөрөп уйнамайҙар,
Үҙ өйөндә - яңғыҙ балалар,
Күмәк балалылар һирәк хәҙер ,
Был донъялар ҡайҙа баралар!

Кәштә - кәштә кейем,ашау мулдан,
Тормош һис тә түгел аҙаплы.
Тик ниңәлер,ҡапҡа ғына түгел,
Күңелдәр ҙә ете йоҙаҡлы...

Флүрә Маликова.

Фото: foto-ram.ru

Автор:
Читайте нас