Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
14 Декабрь 2023, 05:40

Бөрйән яугиры ауылдаштарын ҡыуандырған

Ул балалар баҡсаһына, мәктәпкә һәм ауыл клубына аҡса бүләк иткән. Шәп бит, ә?! Изге күңелле ир-егеткә имен йөрөп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйек.

Бөрйән яугиры ауылдаштарын ҡыуандырғанБөрйән яугиры ауылдаштарын ҡыуандырған
Бөрйән яугиры ауылдаштарын ҡыуандырған

Махсус хәрби операцияла йөрөүсе Тимер ауылы егете И. ялға ҡайтҡан арала ауылдаштарын ҡыуандырған: ул балалар баҡсаһына, мәктәпкә һәм ауыл клубына 10-ар мең һум аҡса бүләк иткән.

Балалар баҡсаһы коллективы был аҡсаға өр-яңы уйынсыҡтар алып, балаларҙы шатландырырға ниәтләй. Хәйер, аҡса булһын ғына, урыны табылыр. Өҫтәүенә, алда – Яңы йыл байрамдары.

Ә изге күңелле ир-егеткә имен йөрөп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйек.

"Таң" гәзитенән

 

Автор:
Читайте нас