Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
23 Ғинуар 2024, 05:05

Ҡыҙҙар — йондоҙҙар...

Бик шәп, тырыш ҡыҙҙар! Хәҙер, танышҡас, үҙегеҙ күрерһегеҙ! Университетҡа конкурсһыҙ инделәр! Етмәһә, иң яҡшы ятаҡта йәшәйҙәр, айына илле мең һумдан ашыу стипендия ла алалар. Үҙҙәрен “ҡыҙҙар-йондоҙҙар” тип кенә йөрөтәбеҙ!..

Ҡыҙҙар — йондоҙҙар...Ҡыҙҙар — йондоҙҙар...
Ҡыҙҙар — йондоҙҙар...

Бик шәп, тырыш ҡыҙҙар! Хәҙер, танышҡас, үҙегеҙ күрерһегеҙ! Университетҡа конкурсһыҙ инделәр! Етмәһә, иң яҡшы ятаҡта йәшәйҙәр, айына илле мең һумдан ашыу стипендия ла алалар. Үҙҙәрен “ҡыҙҙар-йондоҙҙар” тип кенә йөрөтәбеҙ!..

Өфө фән һәм технологиялар университетында башҡорт һәм ҡытай телдәрен өйрәнгән студенттар менән шулай тип таныштырҙылар...

Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина етәкләгән башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты, уҡыуҙан тыш, тәрбиәүи сараларға ҙур иғтибар бүлә. Бында һәр ваҡыт студенттар гөж килә. Яңы ғына ремонтланған коридор, бүлмәләр балҡып тора. Милли кейемдәге егет-ҡыҙҙарҙы күреү менән кәйеф күтәрелә. Уларҙың төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеүҙәре лә йыш ҡына ишетелеп тора. Шул уҡ ваҡытта студенттар уҡыуҙа ла һыр бирмәй. Мәктәпте тамамлағанда тапшырған Берҙәм дәүләт имтихандарының уртаса һаны 86 балл тәшкил итә! Ә бер төркөм тотошлай олимпиада еңеүселәренән, БДИ-ла юғары балл йыйыусыларҙан тора.

Башҡорт-ҡытай телдәре бүлегенә конкурсһыҙ ҡабул ителгән ҡыҙҙар менән яҡындан танышабыҙ. Уларҙың барыһы ла башҡорт теле буйынса Төньяҡ-көнсығыш федераль олимпиадаһында призлы урын яулап, һынауһыҙ уҡыу йортона ингән! Бынан тыш, ҡыҙҙар бер йыл дауамында ай һайын 58 мең һум стипендия ала! Ә үҙҙәре һуң! Ысынлап та, йондоҙ һымаҡ балҡып торалар! Береһенән-береһе һылыуыраҡ, тыйнаҡтар, аҡыллылар!

Әҙилә Ырыҫҡолова — Стәрлетамаҡтан. Йәшкелт-зәңгәр күҙле һылыу ҡыҙҙан күҙҙе алыуы ла ауыр! Ҡалала үҫһә лә, ҡыҙ башҡортса таҙа, матур һөйләшә. Өйҙә, ғаиләһендә тик туған телдә аралашыуҙан тыш, Әҙиләгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла ҙур йоғонто яһаған. Тап Зимфира Хәйруллина уны беренсе кластан уҡ конкурстарға, конференция­ларға, олимпиадаларға алып йөрөгән. Ә һигеҙенселә уҡығанында Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ҡатнашырға саҡыра.

Әҙилә уҡытыусыһының ышанысын аҡлай: республика кимәлендә икенсе урын яулай. Шулай ҙа ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡала. Ошо мәлдә уға көнсығыш телдәргә ҡарата һөйөүе ярҙам итә: Әҙилә ғәрәп, корей, ҡытай телдәрен үҙаллы үҙләштергән. Шуға ла ҡытай телен өйрәткән тап ошо уҡыу йортона документтарын алып килә. Ә бында уны тағы бер яҡшы яңылыҡ көткән: олимпиадала призлы урын алғандарҙы имтихандарһыҙ ҡабул итәләр!

Уҡытыусы һөнәрен һайлауға Әҙилә бер ҙә үкенмәй. Хатта киләсәктә ҡайҙа практика үтерен, ҡайҙа эшләүен әле үк белә. “Телдәр өйрәнергә яратҡанғалыр, уҡыу еңел бирелә”, — ти ул.

Әҙилә әүҙем студент тормошо менән йәшәй, университеттың һәр сараһында ҡатнаша. Мәҫәлән, күптән түгел Алкинда үткән студенттар слетында булып ҡайтҡан. Әле ул әхирәте һәм курсташы Зөлхизә менән “Йәнтөйәк” проекты өҫтөндә эшләй. Ҡыҙҙар башҡорт милли кейемен заманлаштырырға планлаштыра. Әҙилә — тегенсе, ә Зөлхизә матур биҙәүестәр яһай. Был башланғысты университетта дәррәү күтәреп алалар. Ҡыҙҙар “Я в деле” тип исемләнгән проекттар ярышында “Йәнтөйәк”те яҡлап, икенсе урын яулап та өлгөргән.

Зөлхизә Усманова иһә – хозур тәбиғәтле Бөрйән һылыуы. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән ошо мөләйем ҡыҙ Әҙилә менән “Йәнтөйәк” кейем бренды өҫтөндә эшләй икән.

Ҡыҙҙа туған теленә ҡыҙыҡһыныуҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирүзә Кинйәбулатова уята. Остазы менән Зөлхизә төрлө конкурстарҙа, проекттарҙа, сараларҙа ҡатнаша. Туғыҙынсы класҡа Өфөгә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға килә. Бында ла ул төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуын дауам итә.

Бәләкәйҙән Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡырға хыяллана Зөлхизә. Ә Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы ошо теләгенә ирешергә мөмкинлек бирә.

— Бала саҡтан ғүмерем башҡорт теле менән бәйле буласаҡ тип уйлай инем. Туған телебеҙ тап беҙҙең факультетта үҫешә. Уны артабан һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә нығыраҡ үҫтерергә мөмкинлек бирә. Шуға ла ошо уҡыу йортона индем, — ти ул.

Мәктәптә уҡығанда уҡ шиғыр, әкиәттәр яҙырға, бейергә, моңға әүәҫ Зөлхизә университетта ла күңеленә ятҡан шөғөлдәрҙе тиҙ таба. “Йәшлек” бейеү ансамбленә йөрөй, “Йәнгүзәл” этно-төркөмөндә ҡумыҙҙа уйнай. Белем алып ҡына ҡалмай, һәләттәрен дә үҫтерә алғанға ул сикһеҙ шат.

Аҡ йөҙлө, көрән күҙле сибәр Илгизә Йәрмөхәмәтова ла — Бөрйән районы ҡыҙы. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында ун беренсе класта уҡып йөрөгән ҡыҙ тәүҙә ниндәй һөнәр һайларға белмәй. Ни тиһәң дә, киләсәк яҙмышыңды хәл итәсәк яуаплы аҙым бит! Осраҡлыҡмы, түгелме, олимпиада тураһында белеп ҡалған әсәһе ҡыҙына ҡатнашырға тәҡдим итә. Икеләнеп ултырғанында уҡытыусыһы ла ошо олимпиада хаҡында мәғлүмәт ебәрә.

Бәйге уға еңел бирелә: төбәк-ара башҡорт теле олимпиадаһында йыл һайын призлы урындар алып барған. Белеүебеҙсә, олимпиада Өфө фән һәм технологиялар университетының ишектәрен аса. Шуға ла Илгизә бындай мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмай, уҡырға инә. Бер ҙә яңылышмай! Беренсенән, ул әсәһенең юлын дауам итеп, уҡытыусы булып сығасаҡ. Икенсенән, ҡытай теленә шунда уҡ ғашиҡ була. “Әгәр йүнәлешең үҙеңә, ысынлап та, оҡшай һәм ҡыҙыҡ икән, уҡыу еңел бирелә”, — тип әйтә ул.

— Беҙҙең факультет һәр саҡ гөрләп тора, — тип һүҙен дауам итә Илгизә. — Осрашыуға билдәле шәхестәр йыш килә, уларға һорауҙарыбыҙҙы бирәбеҙ, яуаптар алабыҙ, оҫталыҡ дәрестәрен ҡарайбыҙ, концерттар ҡуябыҙ, башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Шуға ла уҡыу алыу күңелле.

Шиғырҙарҙы яттан һөйләргә яратҡан ҡыҙ “Осҡон” театрына ла йөрөп өлгөрә. Бындай әүҙем ҡыҙҙан, ысынлап та, яҡшы уҡытыусы сығасағына шик юҡ.

Ипле генә итеп һүҙ башлаған Сулпан Айҙарованың йөҙөндә балаларса ихласлыҡ сағыла. Бүздәк районынан килгән һылыуҙың ғаиләһендә татарса һөйләшәләр. Әммә ҡыҙ иркен итеп башҡортса ла аралаша. Баҡһаң, мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Регина Ғәбдрәхимова ҡыҙҙы бәләкәйҙән олимпиадаларға йөрөткән, урындар яуларға булышлыҡ иткән. Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ҡатнашырға булғас, Сулпан әсәһе менән ҡабаттан бөтә темаларҙы үтеп сыға, тырышлығы бушҡа булмай. Сит телдәр өйрәнергә хыялланған ҡыҙға Өфө фән һәм технологиялар университетының ишектәре асыла. Быға тиклем корей телен үҙаллы үҙләштергәнгә ҡытай теле лә еңел бирелә. Ул заманса бейеү төркөмөндә шөғөлләнә. Йырға ҡарата ла һөйөүе ҙур. Алып барыусы булыуҙы ла үҙ итә. Яратҡан факультетында яңы дуҫтар табыуы Сулпанды айырыуса ҡыуандыра.

Көләкәс, күҙҙәре янып торған Гөлнәзирә Хәйретдинова Архангел районында тыуып үҫкән. Тәүҙә ҡыҙ медицина буйынса китергә уйлай, әммә күңеленә ятмағас, был уйҙан баш тарта. Уҡытыусылары, Гөлнәзирәнең башҡорт телен яҡшы белеүен күреп, тел йүнәлешен һайларға тәҡдим итә.

— Бәләкәй саҡта уҡытыусы булып уйнай торғайным, әммә ошо һөнәрҙе һайлармын тигән уй бөтөнләй башҡа инеп тә сыҡмай ине, — тип йылмая ҡыҙ.

“Башфак”та белем алған ауылдаш ҡыҙҙан һорашҡас, Гөлнәзирә шунда уҡырға инергә була. Бында күңеленә ятҡан һөнәр таба. Хәҙер ул факультетҡа ла, төркөмөнә лә, уҡытыусыларына ла, һайлаған йүнәлешенә лә ғашиҡ.

Гөлнәзирә, яҡшы уҡыуҙан тыш, әллә күпме нәмәгә өлгөрә. Шиғырҙар яҙа, “Йәшлек” бейеү ансамбленә йөрөй, ирекмәнлек менән шөғөлләнә, факультеттың бар сараларында ла ҡатнаша. Бындай әүҙемдәрҙе уҡыу йортонда бик яраталар. “Бар яҡлап ярҙам итеп, дәртләндереп торалар”, — ти Гөлнәзирә.

Баймаҡтан Йәнгүзәл Зәйнуллина — төркөмдөң старостаһы. Лидерлыҡ сифаттары йөҙөндә, хәрәкәттәрендә, интонацияһында уҡ күренеп тора. Ни өсөн ошо факультетты һайлауы тураһындағы һорауға Йәнгүзәл аныҡ ҡына яуап ҡайтарҙы. Беренсенән, ул сит телдәр өйрәнергә теләгән. Икенсенән, үҙенең тыуған ерендә ҡалырға тигән маҡсат ҡуйған. Тап ошо университет, факультет, йүнәлеш ниәтенә ирешерлек юл асҡан урын. Ә инде Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһының абсолют еңеүсеһе булғас, ӨФТУ-ға инеүенә шикләнмәй.

— Мине уратып алған кешеләр, уҡыған урыным менән бик ҡәнәғәтмен, — ти Йәнгүзәл.

Башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү Йәнгүзәлдә ғаиләһе тәрбиәләгән. Әсәһе лә, атаһы ла — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.

— Мине ҙур еңеүгә алып килгән, киләсәгемә дөрөҫ юл күрһәткән атайыма, әсәйемә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларыма — Айгөл Сирбаеваға, Айгизә Рәхмәтуллинаға рәхмәтлемен, — ти ҡыҙ.

Уҡыу йорто, факультет тормошонан Йәнгүзәл ситтә тороп ҡалмай, “Йәшлек” бейеү ансамбленә йөрөй, шиғырҙар, әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр һөйләргә ярата. Үҙе лә ижад итә.

— Уҡыусыларға минең иң төп теләгем — булған мөмкинлектәрҙе файҙаланһындар! Сөнки белем алыуға, киләсәктең яҡшы булыуына был ныҡ ярҙам итәсәк. Шулай уҡ маҡсаттарына тоғролоҡ һаҡлап, үҙ юлдары менән барһындар ине, — ти тырыш Йәнгүзәл.

Бер аҙ уйсан ҡарашлы, ҡыйғас ҡашлы, аҡ йөҙлө сибәр Ғәлиә Басырова — Өфө ҡыҙы. Баш ҡалала буй еткереп тә, саф башҡортса һөйләшеүенең сере ябай ғына: өйҙә лә, мәктәптә лә тик туған телдә аралашып үҫкән. Ул Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт ҡала гимназияһын тамамлаған. Ҡыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Бикбаеваға ысын күңелдән рәхмәт әйтә. Остазы Ғәлиәне Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ҡатнашырға әйҙәгән. Тимәк, ӨФТУ-ға инергә булышлыҡ та иткән. Етмәһә, уның атаһы менән әсәһе лә, бер туғандары ла тап ошонда белем алған.

— Беҙҙең факультет үҙеңде төрлө яҡтан һынарға мөмкинлек бирә, — ти Ғәлиә. — Уҡырға ингәс, КВН-да уйнап өлгөрҙөм, “Йәшлек” ансамбленә лә яҙылдым, сараларҙа ла ҡатнашып торам. Уҡытыусылар — үҙ эше белгестәре. Уларҙы мин алдан уҡ олимпиадаларҙа күреп йөрөй инем. Шуға барыһы ла яҡын һәм таныш күренде.

Ғәлиә фекеренсә, иң мөһиме, үҙеңде төрлө өлкәлә һынап ҡарарға кәрәк. Шунһыҙ күңелгә ятышлы һөнәр ҙә табып булмай.

“Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле...” тигән юлдар киләһе һылыу кеүек ҡыҙҙарға бағышланып яҙылғандыр, моғайын. “Уҡытыусы булыу — минең ҡанымда”, — ти Ишембай районында тыуып үҫкән Айгизә Кәримова. Уның әсәһе лә уҡытыусы икән.

Ауылында туғыҙ класлы ғына мәктәп булғас, Айгизә ун берҙе Стәрлетамаҡта тамамлай., сөнки юғары уҡыу йортона инергә теләге ҙур була. Уҡытыусыһы Бүләк Ҡәйепҡолова Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ҡатнашырға саҡырғас, ҡуш ҡуллап ризалаша. Уҡытыусыһының тырышлығы, ташып торған дәрте ҡыҙға өлгө булып тора. Шуға ла Айгизә унынсы класта уҡ ӨФТУ-ға уҡырға инәм, тип үҙенә һүҙ бирә.

— Ҡытай телен дә өйрәнеү мөмкинлеген белгәс, тағы ла ҡыҙығыраҡ булып китте. Ҡытай менән беҙҙең ил бик тығыҙ бәйләнештә, һөнәрем менән эш табырмын, киләсәктә юғалып ҡалмаҫмын, тип уйлайым, — ти Айгизә.

Ҡыҙ бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашырға тырыша. “Йәшлек” бейеү ансамбленә яҙылған. Йәштәрҙе ул үҙ хыялдарына, маҡсаттарына тоғро ҡалырға саҡыра, изге эштәр башҡарырға ла әйҙәй. Сөнки яҡшылыҡтың аҙаҡ меңләтә кире әйләнеп ҡайтыуына ихлас ышана.

Хәйбулланан Лиана Әлибаева тәү ҡарашҡа оялсан ғына күренһә лә, күңелендә маҡсатлы кешеләргә хас ут яна. Был һылыуҡай бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған. Әммә ҡайһы факультетты һайларға икәнен оҙаҡ хәл итә алмаған. Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ҡатнашыу уның ниәттәренә асыҡлыҡ индерә. Икенсе тур ӨФТУ-ла үтә.

— Бында килеп ингәс тә, әйтерһең, үҙемде әкиәткә юлыҡҡандай тойҙом. Матур ҡаршы алдылар. “Йәшлек”, “Йәнгүзәл” төркөмдәрен, йырсыларҙы күрҙем. Бөтәһе лә ныҡ оҡшаны! Һәм мин ошонда уҡырға инергә ҡарар иттем, — ти ул.

Ҡыҙ уҡытыусыһы Рәйлә Фәйзуллинаға, әҙерләнергә ярҙам иткән әсәһенә ҙур рәхмәтен белдерә.

— Ҡытай теле тәүҙә, әлбиттә, ауыр бирелде. Етмәһә, унда бит алфавит та юҡ! Әммә уҡытыусыларыбыҙ — Ван Сюэцзяо менән Дун Сяобинь бик яҡшы аңлата, төшөндөрә. Башҡорт теле ҡытай теле менән оҡшашыраҡ. Икеһе лә йырлап торған һымаҡ, — ти һылыу.

“Йәнгүзәл” ансамблендә Лиана – берҙән-бер ҡурайсы ҡыҙ. “Ҡайнар йөрәктәр” ирекмәндәр төркөмө ағзаһы ла. Илһөйәр кешеләр үҙ илендә бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай тигән фекерҙә ҡыҙ.

— Беҙҙең факультетҡа шул тиклем рәхмәтлемен! — ти Лиана. — Бында һәр студентҡа иҫ киткес мөмкинлектәр бар! Башҡорт телен генә түгел, башҡа телдәрҙе, мәҙәниәттәрҙе өйрәнәбеҙ. Башҡорт, рус, ҡытай теле менән генә сикләнмәйбеҙ. Теләһәң, өҫтәлмә дәрестәргә яҙылып, ғәрәп, фарсы телен өйрәнергә була. Шул уҡ ваҡытта бейеп тә, йырлап та йөрөйһөң. Ижади яҡтан да үҫешергә мөмкин. Ынтылыштарыңды һәр саҡ үҫтерергә генә тырышалар!

Кешелек үҫешендә гуманитар фәндәрҙең йоғонтоһо ҙур. Был факультетта йәштәргә заман талаптарына ярашлы һөнәр алыу, киңерәк даирәләрҙе асыу, буш ваҡытты ҡыҙыҡлы уҙғарыу өсөн мөмкинлектәр киң. Мәҫәлән, һәр студент Ҡытайға бер йыллыҡ стажировкаға барып килә ала, уҡыуҙа, спортта алдынғы студенттар төрлө шифаханаларға юлламалар менән бүләкләнә. Ҡайһы бер бүлектәрҙә студенттар башҡорт теле менән берлектә мотлаҡ ике көнсығыш телен дә өйрәнә. Йәштәргә ҡыҙыҡһынып, тырышып уҡырға ғына ҡала! Был ҡыҙҙарҙан уҡытыусы, тел белгестәре, ғалимә, тәржемәселәр, башҡорт телен төрки донъяла танытыусы шәхестәр ҙә үҫер тип ышанабыҙ!

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас