2024 йыл - Рәсәйҙә "Ғаилә йылы" тип иғлан ителде. Йылы мөнәсәбәт, туғанлыҡ хистәре, мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлау- ныҡлы, бәхетле ғаилә нигеҙен булдыра.
Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты , "Ҙур проект" агентлығы тарафынан ғаилә традицияларына арналған матурлыҡ бәйгеһе иғлан ителә. "Пар алма" тип аталған был бәйгелә әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар, өләсәйҙәр һәм ейәнсәрҙәр, апайҙар һәм һеңлеләр, ҡәйнәләр һәм килендәр ҡатнаша ала. 10 февральгә тиклем заявкалар ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма аша белергә була https://vk.com/wall-48314908_12315
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ижади һәләттәрегеҙҙе, үҙегеҙҙе, ғаиләгеҙҙе күрһәткегеҙ киләме? Был бәйге һеҙҙең өсөн!