Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Февраль , 23:00

“Теләге булған — яйын эҙләр”

Интернетта башҡортса мәҡәләләрҙе рәхәтләнеп уҡып, эштә лә ҡулланып, бер ваҡытта ла кемдәр уны яҙа, мәғлүмәт туплап ултыра тип уйламай ҙа инем. Бына ул кеше менән танышырға һәм һөйләшергә насип булды!

“Теләге булған  — яйын эҙләр”
“Теләге булған — яйын эҙләр”

Интернетта башҡортса мәҡәләләрҙе рәхәтләнеп уҡып, эштә лә ҡулланып, бер ваҡытта ла кемдәр уны яҙа, мәғлүмәт туплап ултыра тип уйламай ҙа инем. Бына ул кеше менән танышырға һәм һөйләшергә насип булды! Рөстәм НУРЫЕВ — 2005 йылда тәү башлап Башҡорт Википедияһына нигеҙ һалыусы. Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рөстәм Шакирйән улы ябай һәм ихлас әңгәмәсе булып сыҡты!

— Рөстәм Шакирйән улы, районығыҙ тураһында китап та яҙғанһығыҙ, шәхестәре менән интервью ла эшләгәнһегеҙ... Ул яҡтың халҡы ниндәйерәк? Башҡа райондар менән сағыштырғанда, айырма бармы?
— Нәшер ителгән сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәрҙе бергә туплап, “Ҡошсо ырыуы ауылдары” һәм “Беҙ Мәсетле. Һәр беребеҙ мөһим!” исемле йыйынтыҡтар төҙөнөм. Үҙем яҙған китап, тупланмалар, мәҡәлә, очерктар ҙа бар. Тик улар башлыса дөйөм йәшәйешкә ҡағылған темалар буйынса яҙылған.
Мәсетле районында, Рәми Ғариповтың шиғырында яҙылғанса, “батшаларға баш эймәгән башҡорттар” — дыуан, өпәй, ҡошсо ырыуына ҡараған аҫаба башҡорттар йәшәй. Шулай уҡ район ауылдарында суҡындырылыуҙы өнәмәгән Ҡазан татарҙары, Мөслим мишәрҙәре, крепостной ҡоллоҡто белмәгән ирекле урыҫ крәҫтиәндәренең тоҡомдары төпләнгән. Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында район етәксеһе Абрар Саҙретдинов: “Мәсетле ере гүзәл тәбиғәтле, әммә райондың уңған, тынғыһыҙ кешеләре унан да гүзәлерәк. Әллә ниндәйҙер мәнфәғәт көҫәмәй, маҡтауҙар талап итмәй, туҡтауһыҙ яҡшылыҡ эшләп йәшәйҙәр”, — тип мәсетлеләргә ҡыҫҡа һәм йөкмәткеле ҡылыҡһырлама биргәйне. Бер ваҡыт яҡташымдан: “Ҡасан атҡаҙанған исемен алаһың инде, лайыҡлыһың бит?” — тип һорағайным. Ул: “Маҡтаулы исемде алалармы ни, мин биргәндәрен көтөп йөрөйөмсө”, — тип яуапланы. Бына шулай, мәсетлеләр маҡтау талап итмәй генә оло эштәр башҡара.
— Башҡорт Википедияһына тиҙҙән 20 йыл була. Нимәләр эшләнде ошо арала? Күпме кеше тир түгә? Күпме мәҡәлә яҙылды?
— Үткән осорҙа эшләнгән эштәр бик күләмле, бушҡа булманы. Проектта 3 меңдән ашыу ирекмән ҡатнашты, дөйөм һаны 27 миллион һүҙҙән торған 67 мең мәҡәлә яҙылды. Башҡорт теле донъя кимәлендәге компьютер лингвистикаһы базаларына инде, интернет киңлегендә киң танылыу тапты. Хатта яһалма аҡыл (искусственный интеллект) Chat GPT башҡорт телен хәҙер яҡшы аңлай. Нобель премияһы тапшырылған Стокгольм һарайында башҡорт вики-өләсәйҙәрен тәбрикләп алҡышланылар. 30 башҡорт вики-ирекмәне Башҡортостандың дәүләт һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының бүләктәренә лайыҡ булды. Тупланған мәғлүмәт тә юғалмаясаҡ. Үҙебеҙҙең илдәге РУВИКИ исемле коммерцияға ҡарамаған ойошмаһында яңы интернет энциклопедия төҙөй башланыҡ. Рәсәй халыҡтары телдәрендә булған мәғлүмәтте сит ил серверҙарынан үҙебеҙгә күсерәбеҙ һәм ижади эшмәкәрлекте артабан дауам итәсәкбеҙ.
— Белеүемсә, ирекмәнлек эше өсөн түләнмәй. Беҙҙең быуын кешеләре өсөн был бөтөнләй ғәҙелһеҙлек һымаҡ. Һәр эш, сарыф ителгән ваҡыт һәм көс түләнергә тейеш тигән уй башҡа ныҡлап һалынған. Шунлыҡтан да һорау тыуа: нимә, ниндәй уй һеҙҙе ваҡытығыҙҙы йәлләмәй, оҙаҡ йылдар был хеҙмәт менән энтузиаст кеүек шөғөлләнергә этәрә?
— Тәбиғи һәм дөрөҫ ҡараштаһығыҙ. Йәштәр шулай уйларға тейеш тә. Йәш саҡта мин дә аҡсалата хаҡ алмайса бер эш тә эшләмәнем. Сөнки матур кейенәһе, тәмле-татлы ашайһы, күңел асаһы, донъя гиҙәһе килә ине. Эйе, һәр бер эшкә, һәр ғәмәлгә хаҡ түләнергә тейеш. Әммә ул хаҡ бары тик аҡса менән генә баһаланмай икән. Быныһын инде олоғая бара аңланым. Һәр хаҡтың матди һәм рухи өлөшө, үҙ самаһы бар. Йәш саҡта матди хаҡҡа өҫтөнлөк бирелә, һуңыраҡ рухи хаҡы тураһында күберәк уйландыра. Иң мөһиме, ваҡытында шул саманы тигеҙләй белергә кәрәк. Йәшлектең дәрт-дарманы көслө була. Шул көслө сағығыҙҙы файҙаһыҙ ғәмәлдәргә сарыф итмәҫкә тырышығыҙ. Түләүһеҙ эшегеҙ халыҡҡа булһа, өйрәнгән һөнәрегеҙ, тупланған тәжрибәгеҙ, оҫталығығыҙ үҙегеҙгә ҡалғанын да иҫәпкә алығыҙ. Матди байлығығыҙ ҙа, рухи байлығығыҙ ҙа күп булһын. Әйткәндәй, улар бер-береһе менән ныҡ бәйле. Рухи байлыҡ өлөшө артҡан һайын, матди өлөшө лә арта икән ул.
— “Кем мәғлүмәткә эйә, шул донъяла хакимлыҡ итә” тигәндәре менән килешәһегеҙме?
— Юҡ, килешмәйем. Сөнки был орандың заманы үтеп бара, муртая башлаған “берәүҙән күптәргә мәғлүмәт-ғилем таратыу” фәлсәфәһенә нигеҙләнгән. Бәрәүҙең ҡарашын икенсенекенән өҫтөнөрәк ҡуйыу, уны күптәргә көсләп тағыу, донъя менән хакимлыҡ итеү тәғлимәтен алға һөрә. Әлбиттә, был тәғлимәт әлеге ваҡытта ныҡ көслө. Әммә күптәрҙән күптәргә ғилем таратыу ысулы яйлап йәмғиәттә киң йәйелә бара. Көслөнөкө дөрөҫөрәк түгел, ә аҡыллының дөрөҫлөгө көслөрәк буласаҡ замана яҡынлаша. Йондоҙлоҡтар ҙа шул тарафҡа ҡарап теҙелә. Хәҡиҡәт бит донъя менән хакимлыҡ итеүҙә түгел, ә шул донъяла бер тигеҙ булып, ғәҙел һәм татыу йәшәүҙә.
— Бөгөнгө көндә “башҡорт теле бөтә” тип ҡайғырыусылар ҙа, мыжыусылар ҙа күп. Һеҙ был мәсьәләгә ниндәй ҡарашта? Телде һаҡлап ҡалыр өсөн һәр кеше нимә эшләй ала?
— Мин ул мәсьәләгә бөтөнләй иғтибар итмәйем. Мыжыусыларҙы ишетергә ваҡытым йәл. Башҡорт теле донъялағы бер телдән дә кәм булмаһын өсөн аҙмы-күпме эш эшләүгә ваҡытымды сарыф итәм. Һәр халыҡтың туған теле иң ҡиммәтле рухи байлыҡ. Рухи байлыҡты һандыҡҡа йәки келәткә бикләп һаҡламайҙар. Уны йышыраҡ ҡулланырға, хәҙерге заман мөмкинлектәре аша донъяға таратырға кәрәк. Шул саҡта ул артасаҡ, байый. Булған мөмкинлектәрҙе файҙаланырға, булмағандарын булдырырға тырышайыҡ. “Мин башҡорт” тигән һәр кеше башҡортса һөйләшһен, башҡортса яҙышһын, башҡортса аралашһын ине. Интернетта ла саф башҡортса һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартмайынса, хәрефтәрҙе боҙмайынса яҙышырға, һөйләшергә саҡырам. Бер үк хәбәрҙе ике-өс телдә яҙып һалыу урынлы. Был ысул башҡорт телен шул телдәр кимәленә күтәреүгә этәргес ул.
— Бер яҙмағыҙҙа “оҙаҡ йылдар етәкселектән һуң инде өс ай ижад эшендәмен” тигәнерәк яҙған инегеҙ. Әле ниҙәр менән ҡайнап йәшәйһегеҙ?
— 38 йыл — дәүләт хеҙмәтендә, уның 32 йылын етәксе вазифаларында эшләнем. Шуның менән бергә, ирекмән булараҡ, 18 йыл башҡорт телен донъя киңлегенә таратыу, интернет энциклопедияның башҡорт бүлеген төҙөү менән дә шөғөлләндем. Ирекмәнлек шөғөлөм быйыл ижади һөнәргә әүерелде. 1 июндән РУВИКИ интернет энциклопедияһында бүлек етәксеһе булып эшләйем. Башҡорт теле генә түгел, ә барлыҡ Рәсәй халыҡтары телендә ғилми мәғлүмәт сығанағы булдырыу менән ҡайнап йәшәйем. Әлеге ваҡытҡа алтай, башҡорт, бүрәт, вепс, ингуш, ҡалмыҡ, коми, коми-пермяк, ливвики, марий муҡша, саха, сыуаш, татар, тыва, удмурт, хакас, чечен, эрзә — барлығы 19 телдә эште юлға һалдыҡ. Тиҙҙән уларҙы бушлай уҡып йәки уны төҙөүҙә ирекле ҡатнашып буласаҡ.
— Шиғыр ҙа яҙаһығыҙ. Шиғыр нисек тыуа? Ҡасандан алып яҙыша башланығыҙ?
— Шиғыр яҙа белмәйем дә, махсус белемем дә юҡ. Шиғри юлдарҙы кемдер әйтеп торған кеүек, ә мин шуларҙы теркәп кенә ҡуям. Әйтеп тороусының пәйҙә булыуы ниндәйҙер ваҡиға, хәбәр, шиғыр, уларға ҡарата булған көслө күңел кисереше менән бәйле. Уның беренсе тапҡыр килеүе 2010 йылдың июлендә, Мортаза бабай эштән киткәс булды. Ике тәүлек эсендә яҙып алған ижади эшемде “Яңы быуат бәйете” тип атаным. Матбуғат өлкәһендә эшләгән танышыма күрһәткәйнем, ул “Киске Өфө” һәм “Йәшлек” гәзиттәрендә баҫтырып сығарыуҙы ойошторҙо. Интернетта ла бар хәҙер ул бәйет. Шулай тыуа минең авторлыҡ менән билдәләнгән шиғри әҫәрҙәр. Башлыса әйтеш, ҡобайыр, бәйет жанрында.
— Ғаиләгеҙ тураһында ла белгем килә. Улар һеҙҙең интернеттағы эшмәкәрлеккә нисек ҡарай?
— Ҡатыным Динә Вәҙит ҡыҙы Мәсетле районының Һабанаҡ ауылында тыуған. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, үҙем уҡыған техникумға һеңлем янына барғанда танышҡайныҡ. Ҡыҙыбыҙ Айгөл, улыбыҙ Илдар хәҙер үҙаллы йәшәйҙәр инде. Ике ейәнсәребеҙ бар. Балаларҙы “кешенекенә теймәгеҙ, үҙегеҙҙекен кешегә бирмәгеҙ” тип үҫтерҙек. Минең интернеттағы шөғөлгә ғаиләм ыңғай ҡарай, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итәләр. Үҙҙәренең эштәре лә интернет менән тығыҙ бәйле. Йыш ҡына интернетты сүплек менән тиңләйҙәр. Кем нимә эҙләй, шуны табалыр инде. Мин һәм ғаиләм интернетты гөл-баҡса итергә тырышабыҙ.
— Нисек уйлайһығыҙ: теләктәргә ирешеү өсөн нимә эшләргә кәрәк?
— Теләге булған яйын эҙләр, теләге булмаған сәбәбен табыр. Теләктәргә ирешеү өсөн яйын эҙләргә кәрәк. Уға ҡамасаулаған сәбәптәргә иғтибар итергә, төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Төп шарт шул.
— Бәхет, тормош мәғәнәһе төшөнсәләрен нисек аңлайһығыҙ?
— Һәр кеше үҙ бәхете менән бәхетле, кеше бәхетенән үрнәк алып бәхетле булып булмайҙыр ул. Минең бәхетем алда әйткән яуаптарға төрөлгән.
“Кем генә булһаң да, ниндәй генә вазифала эшләһәң дә, һәр ваҡыт кеше булып ҡал”, — тигәйне атайым. Шулдыр ул тормош мәғәнәһе. Урал батыр ҙа:
Кеше булһын затығыҙ,
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ,
— тип высыят әйтеп ҡалдырған бит.

 

Заһиҙә МУСИНА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас: