Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Февраль , 10:23

“Актер өсөн иң мөһиме – үҫеш“

– Ауыл исемен әйткәнгә үпкәләмәйҙәр. Шулай ҙа ҡайһы бер ағайҙар шаяртыу ҡатыш: “Әйҙә бынау малайҙы туҡмайыҡ әле, беҙҙән көлә лә көлә”, – тип әйтештереп ҡуя.

“Актер өсөн  иң мөһиме – үҫеш“
“Актер өсөн иң мөһиме – үҫеш“

Вахтовик Марсель, Суслик Фәнис, силсәүит Тимур Юлаевич, Мәфтүхә әбей, Ғабдулла бабай, Луиза килен, Мәйсәрә әбей һәм башҡалар – быларҙың барыһы ла беҙгә таныш геройҙар, шулаймы? “Күршеләр” проекты күптән инде беҙҙең яҡын кешеләргә, дуҫтарға әүерелеп бөттө. Һәр яңы серияны көтөп алған тамашасылар проект авторҙарының матур ғаилә пары булыуын, Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында эшләүен яҡшы белә. Беҙ бөгөн журнал уҡыусыларҙы ғаилә башлығы, йәш актер Фәнил ҠАРАСУРИН менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ.

– Фәнил, һин байтаҡ ролдәре булған талантлы театр артисы. Араларында ҙур тырышлыҡ, эмоциональ көс һәм эҙләнеү талап иткән ҡатмарлы образдар ҙа бар. Ә халыҡ һине барыбер ҙә шаярыуға, уйын-көлкөгә ҡоролған “Күршеләр” проекты аша белә. Был кәйефеңде төшөрмәйме? Ни тиһәң дә, һин – тәү сиратта дүрт йыл белем алған, театрҙа тәжрибә туплаған тырыш актер...
– Ауыр тип әйтә алмайым. Шулай ҙа театрҙағы етди ролдәрем булып та, юмор яғынан ғына белеүҙәре күңелде ҡыра. Үҙем төрлө яҡтан үҫергә тырышам, яңы идеяларға тотонорға ҡурҡмайым. “Күршеләр” проектының популярлығы иһә – беҙ унда үҙебеҙҙең арала йөрөгән ябай ауыл кешеләрен күрһәтәбеҙ. Ул кешеләрҙең күңелен күтәрә. Үҙем дә юмор яратам. “Күршеләр”ҙә бер видео төшөрһәң, театрҙа бер йыл эшләгәндән күберәк ҡарайҙар. Быға аптырарға ла ярамай – интернет мөмкинлеге ҙур.
– Ә проект нисек барлыҡҡа килде һәм уны баштан уҡ сериал форматында эшләргә уйланыңмы?
– Вайндар күп, әммә төрлө йүнәлештә, темала булыр тип планлаштырҙым. Уларҙа, әлбиттә, ауыл, өләсәй темаһы бар ине. Бер артист дуҫым менән һөйләшкәндә ул: “Кешене көлдөрөр өсөн уға таныш әйберҙе, кешене күрһәтергә кәрәк. Йәки сәхнәлә, фильмда ул үҙен танырға тейеш”, – тигәйне. Тәүге вайндарҙы төшөрөр алдынан өләсәйемдең ҡат-ҡат сәй эсергә саҡырыуы иҫемә төштө. Ә мин копьютерҙан айырыла алмай ултырам. Оло кеше әҙерәк аҡыл өйрәтеп ала бит инде. Мин шуны арттырып видео төшөрҙөм һәм интернет селтәренә һалдым. Кешеләр оҡшатты, билдәле блогерҙар уны үҙҙәренә алып, халыҡҡа таратты, күп кенә фекер яҙҙылар. Шунан инде, теманы дауам итеп, “Уральские пельмени” КВН командаһы шаяртыуын бер аҙ үҙгәртеп, “Өләсәй таңғы сәғәт 6-сы яртыла” тигән вайнды эшләнем. Тәүге видеоларҙа үҙем генә төшә инем, аҙаҡ ҡатынымды ла ҡатнаштыра башланым.
Пандемия ваҡытында ауылға ҡайтҡайныҡ, яҙғы ташҡында баҫма ағып китте. Атай менән олатай ике бүрәнәгә таҡталар ҡағып, яңынан эшләне. Шуны төшөрөү өсөн күршеләрҙе уйлап сығарҙыҡ та, вайндар сериал булараҡ дауам итте. Мәфтүхә, Мәйсәрә әбейҙәр, Суслик Фәнис һәм башҡалар барлыҡҡа килде.
– Геройҙарыңдың прототиптары бармы? Ғөмүмән, вайндарыңда ысынбарлыҡтағы ауыл исемдәре лә әйтелә. Үпкә белдереүселәр осораймы?
– Ауыл исемен әйткәнгә үпкәләмәйҙәр. Шулай ҙа ҡайһы бер ағайҙар шаяртыу ҡатыш: “Әйҙә бынау малайҙы туҡмайыҡ әле, беҙҙән көлә лә көлә”, – тип әйтештереп ҡуя.
Прототиптар бар. Мәҫәлән, Суслик Фәнис беҙҙең ауылдағы бер олатайға арналған. Вайнда һүрәтләнгән тарихтарҙың да күбеһе беҙҙең ауылдағы ысын хәлдәргә тап килә.
– Һин шулай уҡ “Бәйләнештә” төркөмөндә “Ауыл мәҙәктәре – һеҙҙең ҡыҙыҡ хәлдәр” төркөмө лә асып ебәрҙең. Унда хәҙер 30 меңгә яҡын яҙылыусың бар...
– Ауыл мәҙәктәре, лаҡаптар – ул айырым жанр, хатта башҡорт халҡының айырым ижады тип әйтер инем. Беҙҙең Ейәнсура районында улар бик популяр, кешеләр бер аҙ арттырып та, күпертеп тә ураған һайын һөйләп алалар. Миндә уларҙы бөтә Башҡортостанға таратырға теләк барлыҡҡа килде. Сит райондарҙа булған хәлдәр иһә беҙгә ҡыҙыҡ бит инде. Шулай итеп, айырым төркөм асырға ҡарар иттек. Унда кешеләр үҙ яғында булған ҡыҙыҡ хәлдәрҙе яҙа, фекер алыша.
– Бер вайнды төшөрөү күпме ваҡыт ала? Блогерлыҡ төп эшеңә ҡамасауламаймы?
– Тәүге осорҙа, тәжрибә булмағанға, тәүлектән ашыу ваҡыт китә ине. Үҙемә талапсанмын, һәр кадрҙы унар тапҡыр төшөргән ваҡыттар булды. Хәҙер инде ике-өс тапҡырҙан килеп сыға. Монтаж менән бергә өс-дүрт сәғәттә атҡара алам. Барлыҡ вайндар ҙа ябай телефон камераһына төшөрөлә. Алла бирһә, киләсәктә шәп камера һатып алырға ла ниәт бар.
Башҡалар нисектер белмәйем, әммә мин блогерлыҡҡа ҙур иғтибар бүлмәйем. Вайндарҙы төп эшемдән һәм ғаиләмдән ҡалған буш ваҡытта ғына төшөрәм. Үҙегеҙ ҙә күҙәтеп бараһығыҙҙыр, премьералар алдынан төркөм бер аҙ һүлпәнләнә, сөнки мин бар көсөмдө сығарған яңы ролгә арнайым. Улым тыуғас, әлбиттә, мәшәҡәттәр артты, ваҡыт тағы ла кәмене. Килгән хаттарҙың, яҙылған фекерҙәрҙең барыһын да уҡып барам, тик яуап яҙырға әлеге лә шул ваҡыт яғы етмәй ҡала. Тағы ла шундай ваҡыттар булып ала – интернет ялҡытып китә. Ундай саҡта ял итеп алырға кәрәк.
– Стәрлетамаҡ театры һине нисек ҡабул итте? Тәүге ролең ниндәй спектаклдә булды?
– Бик матур ҡабул итте, үҫтерҙе, тәжрибә бирҙе. Әгәр мин Стәрлетамаҡ театрына эләкмәһәм, бәлки, бөгөнгө уңыштарым булмаҫ ине. Ролдәрем күп, төрлө режиссерҙар саҡырыла. Уларҙың һәр береһенән ниндәйҙер тәжрибә туплайһың. Артистар ҙа йылы ҡабул итте, бер ғаилә ағзалары кеүек аралашабыҙ. Әрләш-талаш, һүҙгә килешеү эште еңеләйтмәй ул, киреһенсә, коллективты тарҡата. Ә беҙ, Аллаға шөкөр, татыу коллектив. Ниндәйҙер кәмселектәрҙе спектаклдән һуң бер-беребеҙгә әйтәбеҙ, икенсе юлы репетицияла шул урынға баҫым яһап, ярҙам итеп ебәрәбеҙ.
Мөхәмәтша Буранғоловтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ашҡаҙар” спектаклендәге кейәү ялсыһы Сәфәрғәли тәүге ролем булды. Бәләкәй генә булһа ла, бик яратып уйнаным. Артабан “Ҡуштирәк” спектаклендә матрос Ғатаны тапшырҙылар. Ул – бер фыртауай ғына егет образы, бер таныш ағайҙы күҙ алдына килтереп сығарҙым.
– Әйтеп үтеүебеҙсә, һин юмор менән танылыу яуланың. Шулай ҙа театр репертуарындағы драмаларҙа ла ролдәрең байтаҡ. Уларҙың ҡайһыһын сәхнәгә сығарыу ҡатмарлыраҡ?
– Һәр ролде сығарыу ҡатмарлы. Шуның өсөн дә премьера репетициялары ике-өс айға һуҙыла, һәр деталь, реплика ентекле өйрәнелә. Шулай ҙа комедияны уйнау күпкә ауырыраҡ. Азат Вәлитов уҡып йөрөгән саҡта уҡ: “Комедияла мәлде ысҡындырмаҫҡа кәрәк, уйлап торорға ла ваҡыт юҡ. Әгәр бер нисә секундты үткәреп ебәрәһең икән, әйткән һүҙең дә, ҡылығың да тамашасыға йоғонто яһамаясаҡ. Ә драмала һин нисек тә үҙ маҡсатыңа ирешә алаһың. Хатта һин икенсе уй уйлап йөрөһәң дә тамашасы аңламай ҡаласаҡ”, – тип әйткәнен үҙемә һеңдереп ҡуйғайным. Был ысынлап та шулай. Спектакль буйы тамашасы залын күңелле көйҙә тотоу еңелдән түгел.
– Премьераға әҙерлек ваҡытында артистар баш-көллө ролгә сума, тиҙәр. Һин дә шулаймы?
– Мин элегерәк ижад менән генә йәшәй инем. Хәҙер инде эшкә лә, ғаиләгә лә айырым ваҡыт бүлергә кәрәклеген аңлайым. Улымды тәрбиәләүгә етди ҡарайым. Шуға ла артыҡ фанаттарса ҡыланмайым. Шулай ҙа репетициялар мәлендә сит нәмәләргә иғтибар итмәй, юҡ-бар уйламай, тырышып эшләйем, образ характеры тураһында уйланам.
– Көн һайын, хатта көнөнә бер нисә тапҡыр сәхнәгә сығыу өсөн кәйеф тә кәрәк бит әле. Драма уйнағандан һуң икенсе көнө комик образды сығарыу ҙа ҡатмарлы күренә. Бындай мәлдәрҙе нисек үткәрәһең?
– Артист тормошондағы был көйләүҙәр тотош ритуал ул. Уларҙың серен асҡым килмәй. Спектакль башланырға тора, ә һин нисектер әҙер түгелһең. Ҡаушау, ашҡыныу юҡ. Шул саҡта уйҙар менән нисектер үҙеңде көйләргә тотонаһың. Был осраҡта һәр актерҙың үҙ сере барҙыр, тип уйлайым.
– Һин – театр репертуарындағы ике тиҫтәнән ашыу спектаклдә роль сығарған кеше. Уларҙың һәр береһенең һүҙҙәрен иҫтә тотоу мөмкинме ул? Буталып киткән осраҡтар буламы?
– Һүҙ ятлау беҙҙең эштә иң еңеле. Ә бына образдың орлоғон табыу, уны сәхнәгә сығарыу күпкә ауыр. Актер булараҡ ролдең һәр нөктәһенә тиклем үҙеңдә ышаныс тойорға кәрәк: ҡайһы урында торорға, репликаны ниндәй интонация менән әйтергә һәм башҡалар. Ролеңдән үҙең дә, тамашасылар ҙа рәхәтлек алмаһа, алҡыштар булмаһа, уйнап та тороу кәрәкмәй кеүек.
– Һиндә театр сәнғәте юҡҡа сығыр тигән ҡурҡыу юҡмы? Ни тиһәң дә, телевидение, интернет күп кенә кешеләрҙе өйҙәренә “бикләп” ҡуйҙы бит.
– Театр юҡҡа сыҡмаясаҡ, киреһенсә, ул яңырыу, үҫеш юлында. Пандемиянан һуң тамашасылар залы тулылана башланы. Ул осорҙа кешеләргә ошондай тере сәнғәт етмәгәндер, тип уйлайым. Тамашасы энергетика алмаштырыр өсөн театрға килә. Быуаттар буйына йәшәгән сәнғәт бынан һуң да йәшәр. Кино иһә – үҙенә бер төрлө сәнғәт, башҡаларҙы алмаштыра алмай.
– Бала сағыңа ла байҡау яһайыҡ әле. Һиндә артист булыу теләге ҡасан барлыҡҡа килде?
– 5-се класта уҡығанда Аҡмулланың шиғыры менән район конкурсында ҡатнаштым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусым Фәһимә Әхмәтсәғит ҡыҙы әҙерләп алып барғайны. Унда 1-се урын яуланым һәм сәнғәткә, шиғыр ятлауға ылыға башланым. Һәр ваҡыт концерттарҙа, байрамдарҙа сығыш яһай инем. 9-сы класта инде артист булам, тигән хыял күңелемә ныҡлы ояланы. Мәктәпте алтын миҙалға бөттөм. Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса балдар юғары ине. Барлыҡ таныштар: “Нефть институтына бараһыңмы?” – тип һораны. Ә мин бары тик сәнғәт институты тураһында ғына хыялландым.
– Ата-әсәйең ҡаршы булманымы? Ниндәй ғаиләлә тыуып үҫтең?
– Ата-әсәйем бер ваҡытта ла беҙҙең теләктәргә ҡаршы төшмәне, һәм мин дә үҙ балаларыма һайлау мөмкинлеге бирәсәкмен, Аллаһ бирһә. Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек. Барыбыҙҙа ла актерлыҡ һәләте бар. Гөлфинә һылыуым (беҙҙең яҡта һеңлене тап шулай әйтәләр) Башҡорт дәүләт университетын бөттө. Әле үҙ ғаиләһе менән Ҡыуандыҡ ҡалаһында йәшәй. Инсаф ҡустым минең вайндарҙа ла төшә, үтә лә шаян малай. Мөхәммәт ҡустым иһә компьютерҙарҙы нығыраҡ ярата, әле үк ниндәйҙер махсус программалар эшләп маташа. Гөлфиә һеңлем инде иркәрәк, ғаиләбеҙҙең йәме, 1-се класта ғына уҡый әле.
Актерлыҡ һәләте, юмор яратыуым атайым яҡлап киләлер, тим: туғандарыбыҙҙың барыһы ла тапҡыр телле, йор һүҙле. Һәр әйткәнгә мәлен генә тура килтереп, кинәйәләп яуап бирәләр. Әсәйем бер аҙ етдиерәк, шулай ҙа беҙҙе һәр саҡ ҡеүәтләй, ярҙам итә. Отпуск, ял мәлдәрендә уларға ярҙам итергә тип ҡайтһаҡ та: “Ҡадирҙы ҡарап торам, бар килен менән вайн төшөрөп ҡайтығыҙ”, – тип кенә тора. Кейем кәрәкһә лә, ауыл чатына яҙып, кешенән табып бирә.
– Өләсәйең вайндарыңды ҡараймы? Шаяртыуҙарыңа үпкәләмәйме?
– Тәүгеләрен күреп: “Мин бит улай итмәйем”, – тип бер аҙ үпкә белдергәйне. Уға: “Мин бит һине күрһәтмәйем, беҙҙең өләсәй ул дөйөм образ”, – тип аңлатырға тура килде. Хәҙисә өләсәйем бик дини кеше, биш намаҙын ҡалдырмай. Шиғырҙар, мөнәжәттәр ижад итә. Һәр ваҡыт изге теләктәрен еткереп кенә тора.
– Сәнғәт институтына уҡырға ингәндә конкурс ҙур булдымы?
– Ул йылды егеттәр йылдағыға ҡарағанда аҙыраҡ документ тапшырғайны. Шуға күрә конкурс бәләкәйерәк булды. Ә бына ҡыҙҙар күп ине, уларға ауыр булғандыр, тим. Мин нисектер уҡырға инеремә ышана инем. Шулай ҙа, әгәр инә алмаһам, ашнаҡсыға барыр инем, тип уйлап ҡуйҙым – бешеренергә яратам. Хәҙер ҙә егеттәр ризыҡ әҙерләгән видеоларҙы ҡарайым, өйрәткәндәрен мотлаҡ әҙерләп, яҡындарымды һыйлайым. Бәхетемә күрә, театр факультетына ҡабул ителдем.
– Һин студент йылдарында уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләп йөрөнөң шикелле. Диплом алғас, унда ҡалырға теләмәнеңме?
– Эйе, хеҙмәт юлым филармонияла башланды. Бала саҡтан “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” интермедияларын яратып ҡарай инем. Шуға мөмкинлек булғас, филармонияға барып, тап шул бригадаға эшкә урынлаштым. Эҙләндем, эксперементтар үткәрҙем, уның өсөн әрләнгәнем дә булды. Мәҫәлән, программаға ярашлы ҙур ғына монологым бар ине, уны һәр концертта төрлөсә итеп һөйләй торғайным. Үҙем һиҙҙермәй генә тамашасыларҙы күҙәтәм: ҡайһы мәҙәк уларға ҡыҙығыраҡ, ҡайһыһы сәпкә теймәй? Оҡшаған ерҙәрен ҡалдырам да сығышымды тағы ла бер аҙ үҙгәртәм. Сәхнә тәжрибәһе өсөн артистарға рәхмәтлемен. Филармонияла ҡалыу мөмкинлеге бар ине, әммә ул театр түгел – күңелгә ятып етмәне.
– Ҡатының менән ҡасан, нисек таныштығыҙ? Һеҙҙең арала тәү ҡараштан мөхәббәт хистәре уяндымы?
– Сәлимә – Сибай ҡыҙы. Сәнғәт институтында минән бер курсҡа түбән уҡыны. Һеҙҙең һорауҙан һуң уйлап ҡуйҙым: кешене белмәйенсә яратып буламы икән ул? Тәү ҡараштан тыуған хистәр ҡыҙыҡһыныу, оҡшатыу ғына булалыр ул. Мин, мәҫәлән, ҡатыным менән бергә йәшәй башлап, уны ныҡлап белгән һайын нығыраҡ яратам, хөрмәт итәм. Йәшәй-йәшәй бер туғаныңа әйләнә кеүек.
Беҙ бер йыл дуҫлашып йөрөнөк тә ғаилә ҡорҙоҡ. Миңә – 21, Сәлимәгә 20 йәш ине. Атай-әсәйемә рәхмәт, ҡаршы булманылар, никахыбыҙға фатиха бирҙеләр. Тормошобоҙ дөйөм ятаҡ бүлмәһендә башланды. Тәүге осор йыш ҡына бәхәсләшә инек. Йәшәй-йәшәй сабырлыҡҡа өйрәндек. Ҡатынымдың күңелемә яҡын сифаттары күп. Бигерәк тә алсаҡ, егәрле булыуы оҡшай. Һәр эште урын-еренә еткереп башҡара. Аҫтыртынлығы ла юҡ, уйлағанын әйтә.
– Ике ижад кешеһе ҡауышһа, кемеһенәлер ғаилә өсөн үҙен ҡорбан итергә кәрәк була...
– Беҙҙең ғаилә усағының һаҡсыһы – Сәлимә. Бик шәп, характерный артист ул, үҙен карьераға арнаһа, бәлки, матур-матур ролдәре лә булыр ине. Ә ул миңә ижад итергә мөмкинлек бирҙе. Абдулҡадир улыбыҙҙы үҫтереү, тәрбиәләү ҙә башлыса ҡатынымдың иңендә. Хәҙер инде икенсегә бәпәй көтәбеҙ, Алла бирһә, ғаиләбеҙ ишәйә. Мин, үҙ сиратымда, мөмкин тиклем уға ярҙам итергә тырышам.
Һөнәр оҫталығын юғалтма, тип Сәлимәне йышыраҡ “Күршеләр” проектында ҡатнаштырам. Мәйсәрә әбейе бигерәк тә һәйбәт килеп сыға. Сөнки студент йылдарында курстары менән Бөрйән, Әбйәлил райондарына экспедицияға йөрөп, әбей-бабайҙарҙың тарихын видеоға төшөрөп, вербатим жанрында спектакль ҡуйҙылар. Ҡайһы бер геройҙарының һөйләшеүен, мимикаһын һәм йөрөш-торошон үҙенә һеңдергән.
– Ә йәшләй ғаилә ҡороу ижадҡа ҡамасауламаймы? Хәҙер бит күп егеттәр карьера тип өйләнеүҙе кисектерә.
– Бәлки, ғүмерҙең ниндәйҙер бер мәлен, өлөшөн алып ҡарағанда ғына ғаилә, шәхси тормош ижадҡа ҡамасау кеүектер. Ә бына оҙон дистанция булған ғүмер һәм ижад юлын алып ҡарағанда, уны ғаилә менән бергә үтергә кәрәк. Беҙ ижад итмәһәк, уны башҡалар эшләйәсәк. Мин роль сығармаһам, уны башҡа артист сығарасаҡ. Ә өйҙә көтөп торған, уңыштарыма һөйөнгән ғаиләм булғанда мин тағы ла тырышып эшләр көс табасаҡмын.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Фәнил. Һиңә киләсәктә лә уңыштар насип булһын. Үҙеңә һаулыҡ, ғаиләңә именлек теләп ҡалабыҙ


Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас: