Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Март , 15:20

Вахта Повесть (1) Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

--Мә! Апсығып утҡа тыҡ! Йә, нишләп ошо эскеселәр дөмөгөп кенә бөтмәй икән? Ашап-эсеп, түшәк бысратып ятыуҙарын әйт әле!

Вахта    Повесть (1)    Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Вахта Повесть (1) Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА


Йоҡо бүлмәһенең ишеген ябып ҡуйһалар ҙа тәмле еҫ үтеп ингән, танауҙы ҡытыҡлап уятты. Искәндәр ҙә мыҙырап ята алмай, тороп бер-икене шатырлатаһынан кирелде лә, кейенә-кейенә түрбашҡа сыҡты. Ләйсән, боролоп ҡарамаһа ла, иренең артына килеп торғанын тойоп, хәбәрен теҙҙе:
--Ваҡбиләштәрҙе поезда ашап ҡуйырға тырышығыҙ, йылыла тиҙ боҙолор. Өҫкә һалынған аҙыҡтар шул иң тәүҙә тотоноуға – онотма.
Ир, духовкала алланған һыйға эйелеп ҡарап алды ла, ҙур усы менән ҡатынының арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы:
--Кисәге бешергәндәрең дә етерлек ине. Мәшәҡәтләндең...
--Мәшәҡәт тип, ҡәйнәм әйтмешләй, кармилис бит, — тип, шарҡылдап көлөп тә алды Ләйсәне, — Кармилисымды бағыу мәшәҡәт түгел инде.
Искәндәр ҙә йылмайҙы, әсәһен күҙ алдына килтереп баш сайҡап ҡуйҙы хатта. Унан барып йыуынып-рәтләнеп килеп, өҫтәл башына ултырҙы. Ҡатыны өтәләнеп йөрөп табын теҙҙе. Үҙе туҡтауһыҙ һөйләне, иренең эйәк ҡаға-ҡаға тыңлауына ҡәнәғәт булып, уның алдында әле былай, әле тегеләй йүгермәләне. Аҙаҡ, эштәрен тамамлап, сәй яһап алып, йәнәшәһенә ҡунаҡланы. Унда ла һаман сутырланы. Әленән-әле иренең йөҙөнә текәлеп-текәлеп ҡарап алды, йәнәһе, хәбәре нисек тәьҫир итә. Әгәр, ирҙең ҡашы төйөлә бирһә, тиҙ генә икенсе ыҙанға төшөргә икәнде белә һиҙгер ҡатын. Һәр хәлдә кәйефен ҡырырлыҡ һүҙ ысҡындырмаясаҡ.
Ата менән әсәнең сөкөләшеүен бүлеп, “туп-туп” баҫып йүгереп бәләкәстәре килеп сыҡты. Уны күргән ололарҙың йөҙө балҡыны:
--Тайт! Кем торған?
--Улым уянған!
Бала килеп әсәһенең итәгенә һырыла бирҙе лә, унан һөйөлгәс, атаһының алдына менеп ултырҙы. Ир улын түшенә ҡыҫты:
--Мин ҡайтҡансы тағы ла ҙурайып тораһың инде, ивет, улым?
Бәләкәс “эйе” тигәнде белдереп ашығып баш ҡаҡты һәм өс бармағын алға һондо:
--Өҫ була.
Әсәһе элеп алды:
--Эйе, өс була Арысланға. Тиҙерәк үҫеү өсөн нимә ашар кәрәк әле, улым?
Алдына ҡуйылған бутҡаға теләкһеҙерәк ҡараһа ла, ҙурайғыһы килеп, ҡалаҡҡа тотона малай. Уны ата менән әсә көлөмһөрәп күҙәтә. Кинйәләренә мөкиббән китеп ултырғанда, уртансылары – ҡыҙҙары уянып сыҡты. Ул да атаһының иғтибарын бүлеште: арттан килеп яурынына битен терәне. Искәндәр һыңар ҡулын һуҙып балаһының туҙған сәсен һыпырҙы:
--Ялбырбашым бындамы?
Ҡыҙы иркәләп тора бирҙе:
--Бында.
Лилиәгә инде ун ике йәш, тартылып үҫеп, һонторайып киткән. Әлеге бәләкәй булып ҡыланып тороуы ла урынһыҙ һымаҡ. Әммә аталары һирәк эләккән балаларын бындай наҙҙан тыймай әсә. Шулай ҙа иҫкәртеүҙе кәрәк таба:
--Сәсеңде йый ҙа, йыуынып кил. Ағайыңды ла уят.
Бер аҙ ваҡыттан иҫәнәй-иҫәнәй Шамил килә аш бүлмәһенә. Ул инде буйға әсәһен үтеп барған үҫмер. Атаһына оҡшап ҡарасман. Уныһы ғына түгел, бөтөн йөҙ-төҫө лә “һуйған да ҡаплаған”. Искәндәр һымаҡ уҡ артыҡ хәбәр һөйләмәй, бары әсәһенең әйткәндәренә эйәк ҡағып ҡына ултыра. Алдына ҡуйылғанды ла ҡабаланмай ғына ашай. Янына килеп ҡунаҡлаған һеңлеһе иһә бутҡаны ситкә этә, сәйенә һөт өҫтәтә һәм һауыттағы кәнфиттәрҙе һайлап ҡына ҡарап, береһен алдына һала.
Искәндәр балаларын күҙәтә. Һәр береһенең холҡон, ғаиләлә тотҡан урынын белә ул. Шамилы, ана, баш, һәм бигерәк тә ир бала булараҡ, дәрәжә һаҡлай. Атаһының ҡәнәғәт ҡарашын тойоу ҙа етә уға, артыҡ бер ни кәрәкмәй. Ә Лилиәһенең уның йөрәгендә айырым урыны бар һәм ҡыҙыҡай шуның менән файҙалана ла әле. Берҙән-бер ҡыҙының күңелен табыу өсөн тырыша шул Искәндәр ҙә: тел тигеҙҙермәй, һорағанын кире ҡаҡмай.
Арысландары ҡырҡҡа еткәндә бар булған татлы, танһыҡ ҡына бер йыуаныс. Теге икәүһе, нисектер, булырға тейеш һымаҡ итеп ҡабул ителгәнме, әллә йәшерәк булып ҡалғандармы, өсөнсөһөн бер мөғжизә һымаҡ итеп көттө итте ир. Ҡатыны “ауырлымын” тип шылтыратҡанда ла, ышанмай көлөп кенә ҡуйғайны: “шулайҙыр шул...” Ысынды әйткән булып сыҡты һәм әйткән генә түгел, табырға дәртләнеп тора.
--Һин “башҡаса тапмайым, ике бәләкәй бала менән бер үҙем булдым, саҡ ҡулдан ысҡындылар” тип илай инең дә инде, — тигән булды, ахырҙа, ҡатынының ниәтен самалап.
--Улары онотолған инде... Бәпәй һөйгө килә. Бына, хатта, имеҙге килеп түштәр сымырып китә, — ти, Ләйсән, иренең күңелен ҡытыҡлап.
--Һин теләгәс табабыҙ инде, бисәкәй.
Шулай тыныс ҡына килешһә лә, бәхетенән ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай булды. Ҡайтыр мәлен көнләп һанап көттө һәм ял алдынан отпускыға ғариза яҙып, иптәштәренә ишетелерлек итеп ҡысҡырып әйтте:
--Өйҙә ярҙам кәрәк. Кәләш йөклө... ауыр күтәреп фәлән ҡуймаһын.
Ҡулына алды ла, әсир булды ла бәләкәсенә, еҫкәп, һөйөп туйманы. Нисектер бығаса артыҡ һиҙмәгән, әллә иғтибар итмәгән көслө бәйләнеш тойҙо ул шунда ғаиләһенә. Ҡатынына ла тәү күргәндәй һоҡланып ҡараны. Үҫкән балалары ла үтә ғәзиз һымаҡ ине. Бығаса насар атай булмаһа ла, ысын атайлыҡ тойғолары асылыуы ошо ине шикелле.
--Йә, һуҙылмайыҡ... Балларыңа наказдарыңды әйт, штобы һуңынан миңә “атай улай тимәне” тип тормаһындар, — тип, уйҙарынан арындырып ебәрҙе уны ҡатыны.
Балалар өсөһө бер юлы уға текәлде.
--Ә-ә... ярай, — тип һуҙҙы ир, унан тамағын ҡырып алып, өлкәненән башланы:
--Иң беренсе сиратта - уҡыуың. Спорт буйынса ниндәй яҡтарға баҫым яһарға икәнде әйттем. Хәрби училищеға тип дәртләнгәс, маҡсатҡа ярашлы эшлә. Унан өйҙәге газ, свет кеүек нәмәләрҙе ҡарайһың, бер-бер нәмә һиҙһәң, беләһең ҡайҙа-кемгә мөрәжәғәт итергә. Ҡар һалдырма, көрәп тор, ана, баҡса яғына һал. Этте кис ысҡындырып йөрөтөргә онотма. Машинаны ваҡыты-ваҡыты менән тоҡандырып ултыртып ал, тик бик һаҡ – беләһең, ивет?
Улы һәр әйткәненә баш ҡаға. Ул был йомоштарҙы беренсе тапҡыр ғына ишетмәй һәм үтәмәй инде. Бары тик йылдар үткән һайын улар ҙа үҙгәрә генә бара.
Лилиәгә ҡушылғаны дөйөм генә була:
--Әсәйеңде тыңла. Матур йөрө.
Ҡыҙы уйнап честь бирә:
--Есть, товарищ капитан!
Уға эйәреп бәләкәй Арыслан да шулайта:
--Еҫ-ыт, тавалиҫ капитан!
Барыһы көлөп ебәрә.
--Ә һин, айыу балаһы, үҫеп, ҙурайып тор, йәме?
--Ялай! – тип ҡулдарын өҫкә һуҙып үрелә улы, — Оҫолай ҙулаям.
Шул ваҡыт тышта машина сигнал бирҙе. Ләйсән һикереп торҙо:
--Әһә! Килде...
Ғаилә күтәренке кәйефтә атайларын оҙатыуға ҡуҙғалды. Бәләкәсе ҡулында, өлкәне уның юл сумкаһын аҫып, ҡатыны менән ҡыҙы эйәреп сыҡты. Ҡапҡа төбөндә Искәндәр, ғәҙәтенсә, Арысланын үргә сөйөп төшөрҙө, олоһона ҡул биреп яурынын ҡаҡты, килеп һырынған ҡыҙын бер яҡ ҡуйынына ҡыҫты ла, икенсе беләген ҡатыны иңенә һалып, тарта биреп маңлайынан үпте:
--Йә... иҫән тороғоҙ.
--Атай, пока!
--Шылтырат! Иҫән-һау...
Урам сатындағы боролошта юғалыр алдынан ҡайырылып ҡарай һәм тегеләренең һаман шулай өйкөлөшөп ҡул болғап торғандарын күрә. Ирҙең ирене генә ҡыбырлай:
--Ҡәҙерлеләрем минең... Әйләнеп ҡайтырға яҙһын...

***
Шул уҡ көндәрҙә икенсе райондың бер ҡасабаһындағы Айратҡа ла юлға. Аҙна-ун көн эсеп ятҡас, ваҡыт иҫәбен юғалтып ташлаған. Һуңғы мәл әсәһе килеп әрләп китте:
--Тор, әйҙә, тор! Айныҡ инде... Китер мәлең етте. Бар, ана, симьяңды алып ҡайт. Ул ниндәй бөтмәҫ эскелер ул, аптырайым? Ниндәй туймаған тамаҡ, тиген? Ул ниндәй ҡайғы булдың был, ниндәй ҡайғы?..
Башынан аша бөркәнеп ятҡан ир юрған аша мөңгөрләй:
--Ярай, әсәй... Торормон... Йә – бар... бар...
--Барырмын. Китеп тә барырмын... Әсәм әйткәйне, мин ишетмәгәйнем, тиәрең... Әсәмә баш күтәреп ҡарамай ҙа ятып ҡалдым, тиәрең...
Айрат, ахырҙа, юрғанын асып ташлай, “ух”ылдап тороп ултыра. Улының еткән сәсенә, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, шешенгән йөҙөнә һирпелеп ҡарау менән әсәһе түгелеп илап та ебәрә:
--Ҡалайтып эшлектән сығып ята... Үҙен үҙе бөтөрөп...
--Етәр инде, әсәй... Һин генә өҫтәлмәһәң. И так киленең көнөнә бер килеп талап тора.
--Ул киленгә Хоҙай түҙем бирһен! Талау түгел нимешләтһәң дә аҙ һине. Зар булдың бит! Ҡартайған көнөмдә бер зар булдың, йә инде!..
Айрат бөршәйеп, яланғас аяҡтарына ҡарап ултырыуын белә. Әсәһе өй буйлап бер урап үтеп, емерелгән-ҡолағанды барлап, ҡабат алдына килеп баҫты:
--Шағараҡ ҡороп ятыуыңа ун ике көн бөгөн, ял аръяғында юлға үҙеңә. Сығып мунса яҡ. Кеше рәтенә ин аҙыраҡ. Анан... килен менән ярашмайса китмә. Бар ҡәйнәңдәргә, нимә тиһәң дә тиген – апҡайт балларҙы.
Шулай тигәндән һуң, нисек шым ғына килеп ингән булһа, шулай тауыш-тынһыҙ сығып та китте әсәһе. Ишекте асып-япҡаны ла ишетелмәне.
Айраттың йөрәген бесәйҙәр таланы. Үкенеү ҙә, асыу ҙа, сараһыҙлыҡ та бер юлы быуып, хәлен алды. Етмәһә, башы сатнай. Тик инде эскене лә, шешәләштәрҙе лә күрге лә килмәй. Үҙенән үҙе ғарыҡ булған.
Ир бысраҡ иҙән буйлап ялан аяҡ үтеп, плитәләге сәйнүктең һыуынған ҡара сәйен күтәреп эсте. Бер аҙ тамағы сыланғас, урамға сығырҙай кейемдәрен эҙләп кейҙе. Тышта ҡыштың салт аяҙ, ап-аҡ ҡарҙа ҡояш нурҙары сағылған селлә мәле. Көрәлмәй өҫтө ҡатҡан көрттә бата-сума барып, гараж ҡырына һөйәлгән ағас көрәкте эҙләп тапты. Һалмаҡ ҡына һелтәп юл яра башланы. Оҙаҡ эсеүҙән ағыуланған тән башта ҡалтыранып, беләктәренең көсө етмәйерәк тороп, уҡшытып ыҙалатты. Туҡтай-туҡтай, ахылдай-ухылдай урам ҡапҡаһына, унан мунсаға барып етерлек һуҡмаҡ йырҙы. Был эшен тамамлағас, тәмәке һурып тороп алды ла, электр ҡоҙоғон тоҡандырып, мунсаға һыу ташыны. Тирләп төштө, эйелеп биҙрәләрҙе күтәргәндә башы әйләнеп-әйләнеп китте. Шулай ҙа был мәшәҡәтен дә ослап, ут ҡабыҙҙы. Ҡоро ҡайын төтөнө тәмле булып урамға таралды. Гөрөлдәп һөйрәп киткән мейес тауышынан да, үҙенең, ниһайәт, айныға һәм донъяға тотоноп китә алыуын аңлауҙан, күпмелер кәйефе лә күтәрелде. Бына бит... йәшәргә була...
Өйгә инеп емерелгән ике ултырғысты, онталып сәселгән һауыт-һаба ярсыҡтарын йыйып алып, ҡыйға ташланы. Ярай әле, ҡатынының башы етеп, балаларҙың бүлмәләрен бикләп китә. Уларҙы асып инеүсе булмаған, йоҙаҡтары ла, ишектәре лә имен. Үҙҙәренең йоҡо бүлмәһе менән зал һәм аш бүлмәһе ат һарайы һымаҡ булып тапалған инде. Ҡарҙан артыҡ бысраҡ инмәһә лә, аш-һыу түгелеп, болартылып бөтөлгән. Ир ҡулының оҫталығы еткән тиклем йыйыштырыға, таҙартырға тырышты, әммә аҙнанан ашыу йыйын ирҙәр, әсәһе әйтмешләй “эсеп-тысып” ятҡан өйгә, әсе еҫ һеңеп өлгөргәйне һәм бында шыҡһыҙлыҡтың иң яманы ла ошо ине, шикелле.
Мунсанан алынған йылы һыу менән иҙән урталарын, ҡоҫолған урындарҙы йыуып сыҡты. Артабан һурпа ҡуяйым тип келәткә барып төртөлгәйне, уныһы ла бикле булып, асҡысын таба алманы. Ҡалдырмағандыр ҡатыны, тигән уйға килде. Ахырҙа, һыуытҡыс туңдырғысынан ҡорот алып, шуна ҡайнар һыуҙа иҙеп, аҙыраҡ май һәм борос һалып күтәрҙе. Эҫе шыйыҡсанан ашҡаҙаны аҙыраҡ бәүелтеп-бәүелтеп торҙо ла, үткәреп ебәреп, тәненә йылы йүгертте. Мейеһе көсөргәнеш менән аҫтан килгән сигналдарҙы ҡабул итергә маташты...

Ҡәйнәһенең йортона инмәне ир, урамында, тәҙрә тәңгәлендәрәк тапанып тора бирҙе. Кереп әйтер һүҙе лә, ҡарт ҡәйнәһенең йөҙөнә ҡарар көсө лә юҡ уның. Ә инде ошолайтып килеп етеүен көтә-көтә көтөк булған ғаиләһе, иртәнсәктән уның килерен белеп, кейем-сумкаларын төйнәп, әҙер генә ултырған, күрәһең, килеп тә сыҡтылар. Бер-бер артлы булып үҫеп килгән ике ҡыҙ аталарының эргәһенән тауыш-тынһыҙ үтеп өйгә елдерҙе. Өләсәй булһа ла, кеше йортонда кемгә рәхәт тиң? Ҡатыны дәү сумкаһын балалар санаһына тейәп, иренә екерә биреп өндәште:
--Ал! Нимә ҡарап тораһың?
Айрат өтәләнеп килеп сана ебен ҡабул итте һәм Гөлмираның йәнәшәһенән өлгөрөргә тырышып ашыҡты. Үпкәһе йөҙөнә сыҡҡан ҡатын, алдына текә ҡарап, атлап китте.
Ҡайтып еткәс балалар бүлмәләренә инеп сумды, улар үҙ биләмәләрен һағынып өлгөргән һәм, икенсенән, хәҙер атайҙарына яҡшы ғына эләгерен дә беләләр. Шул ғауғаға шәһит булмау өсөн дә йәшенәләр.
Гөлмира башта өйҙә нимә бар-нимә юғын барланы. Ҡыҙғандан ҡыҙа барҙы:
--Сервизымды онтағандар!.. Ҡорғанды һөйрәп төшөргәндәр... Клеенканы ҡалайтып өтөп бөткәндәр... Ҡулдары ҡороғорҙар! Йөҙҙәре йөҙтүбән киткер алкаштар!
Йоҡо бүлмәһенә инеп түшәк-юрған тыштарын һыҙырып һелтәй:
--Мә! Апсығып утҡа тыҡ! Йә, нишләп ошо эскеселәр дөмөгөп кенә бөтмәй икән? Ашап-эсеп, түшәк бысратып ятыуҙарын әйт әле!
Айрат ауыҙына йөҙөк ҡапҡан һымаҡ шымып, бесәйҙән йомшаҡ баҫып йөрөй. Ҡатыны нимә ҡушһа ла йүгереп китә. Үкенә, әлбиттә, үкенә! Тик – һуң. Ҡылыры ҡылынған, эсере эселгән һәм әле, йәлләт балтаһы Гөлмира ҡулында, нисек теләй шулай язалай.
Нисек кенә йәне көйһә лә, үс алырға теләһә лә, ҡатыны ла арыған, йонсоған, уның да яһилланып талашыр дәрте лә, теләге лә юҡ. Бығаса һеңдерә алмағанын бер көндә генә төшөндөрмәҫен дә, хатта ҡарлыҡҡансы ҡысҡырһа ла бер нәмә лә үҙгәрмәҫен белә. Келәтте асып, һурпалыҡ ит алып бешерергә ҡуя. Ярай әле Айрат, эсеп ятҡанда ла, бик һалынған урындарға, йоҙаҡлы ерҙәргә емереп кермәй. Ярылған-ватылғандарҙың да уның ҡулынан түгеллеген белә ҡатын, тик был ғына уны аҡламай. Һәм Гөлмираның рәнйешен дә, үпкәһен дә, асыуын да баҫмай.
Төшкө ашты һүҙһеҙ генә ултырып ашанылар. Аралағы көсөргәнешлек әле йомшармаһа ла, имшей төшкәйне. Был ҡатынының телендә лә сағылды:
--Туйынып алығыҙ ҙа, йәһәт кенә өйҙө таҙалап сығайыҡ, мунсанан һуң йыйнаҡҡа инеп ятайыҡ.
Былар балаларға ҡарап әйтелһә лә, Айраттың да күңеленә май булып төшә. Ул ялыныслы тоғро ҡарашын ҡатынының нуры һүнеп киткән күҙҙәренә төбәп-төбәп ала. Әммә тегеһе күрмәмешкә һалыша.
Иртәгеһен ғаилә башлығын юлға оҙаталар. Берәү ҙә уның муйынына аҫылынмай, ҡуйынына һарылмай. Ҡыҙҙары әсәләрен ике яҡлап ишек төбөнә килеп баҫалар баҫыуын, әммә артыҡ ихлас түгелдәр. Уларҙың күҙ алдынан аталарының иҫерек йөҙө һәм йәмһеҙ ҡыланыштары китмәгән әле. Ә яман һүҙҙәре ҡатынының йөрәгендә таш булып ята. Шулай ҙа, тәртибен үтәп, әҙерләп оҙаталар. Өйҙән, ишек төбөнән генә. Үкенес ғазабында өҙгөләнгән ир шуға ла риза. Был үпкәле ҡараштар аҫтында оҙаҡ тора алмайғандан, йәһәт хушлашып сығып китә һала. Уйландырыр, өҙгөләр юл - оҙон...
Дауамы бар. 

Автор:
Читайте нас: