Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Март , 15:45

Әсә әрнеше төшкәндер...

– Хәмит, оҙон ғүмерле бул, бай йәшә! Һуңғы һулышыңды һиңә лә ҡарттар йортонда алырға яҙһын! – тип ысҡындырҙы.

Әсә әрнеше төшкәндер...
Әсә әрнеше төшкәндер...

Хәҙисә улын йәненән артыҡ күреп, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙе. Өлкән ҡыҙы Сәриәгә әсәһенең күңел йылыһын әллә ни тойорға тура килмәне, йорт мәшәҡәттәренән арына алмаған ҡыҙ тыңлаусан, йомоҡ булып үҫте. Магазинға тәмле-татлы йә иһә уйынсыҡ килтерһәләр, Хәҙисә Хәмиттең күңелен күрер, һөйөндөрөр өсөн бөтә эшен ташлап йүгерә торған булды.

– Мә, улым, ашай тор, Сәриә тышта уйнағанда... –тип кеҫәһенән кәнфит йә печенье һуҙа, улының тыңлауһыҙ тырпайған сәстәренән һыпырғылай.


Сәриә лә ҡустыһын бик яратып үҫтереште, таҙа итеп кейендереп йөрөттө, бергә уйнатты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәпте тамамлаған йылда ҡыҙ ҡаты ауырығандан һуң күҙгә күренеп һулыны, ябыҡты.

Ҡыҙы вафат булғандан һуң, Хәҙисә әсәлек мөхәббәтен тулыһынса улына бирҙе. Кейемдең иң модалыһы ла уға, тәмле-татлыһы ла... Яңы мотоциклды ла, ауылда беренсе булып, яратҡан улдарына алдылар. Атай менән әсәй көнө-төнө тигәндәй колхоз эшендә булды, ҡура тулы мал-тыуар, өлгөр генә!

Хәмит, башҡа тиҫтерҙәре кеүек, ауылдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренә күмелмәне, балта тотоп утын ярғаны, һәнәк менән малға бер күтәрем бесән ырғытҡаны булманы. Атаһы Йәрмөхәмәт ялҡау малайына тәүҙәрәк әйткеләп ҡараһа ла, ҡатыны уны ҡырт ҡына туҡтатып ҡуя торған булды.

Улдарына техникумда уҡыу оҡшаманы, көтмәгәндә ҡайтып инде. “Һеҙҙең елкәгеҙҙә ултырып булмай инде, егеттәр менән эшкә китәм”, – тип ололарҙы шаҡ ҡатырҙы. Бер нисә айҙан ҡайтып та инде, “өйҙә бизнесты башларға кәрәк, магазин асам”, тип белдерҙе. Ысынлап та, егеттең эштәре көйлө генә барҙы, күрше ауылдарҙа ла сауҙа нөктәләре асып, башкөллө мәшәҡәттәргә сумды.

Хәмит өйләнгәс, бер-бер артлы ейәндәре тыуып, йорттары күңелле сабый тауыштарына күмелгәс, ҡарттарҙың донъялары түңәрәкләнгәндәй була. Аш-һыуҙан өҫтәлдәр һығыла, Хәҙисә инәй ҡоймағын-бәлешен бешереп-төшөрөп кенә тора, йәшәйһе лә йәшәйһе ине лә бит. Тик бәхеттең ғүмере ҡыҫҡа, көтмәгәндә Йәрмөхәмәт ҡарттың йөрәге тибеүҙән туҡтай. Илле йыл бергә йәшәп, тормош ауырлыҡтарын өнһөҙ кисерергә күнеккән иренең ҡапыл яҡты донъяны ташлап китеүен кисереүе еңел булмай. Үҙенең дә сәләмәтлеге ҡаҡшай, ҡан баҫымы күтәрелеп йонсота, йөрәге сәнсә... Бер көн эштән ҡайтҡан улы, һүҙҙе алыҫтан башлап, бүлмәһендә ял итергә ятҡан әсәһенә өндәшә: “Беләһеңме, әсәй, мин өйҙә ремонт яһарға уйлайым. Обойҙар иҫкергән, йыһаздарҙы ла яңыртырға кәрәк. Өйгә ҡунаҡ саҡырырға ла уңайһыҙ”.

– Бәй, эшлә әйҙә, мин бит ҡаршы түгел, – ти уның тел төбөн аңламаған әбей.

– Һин ҡаршы түгелһеңдер ҙә ул, тик бына ремонт башланһа, өйҙә боролорға ла урын булмаясаҡ. Балаларҙы киленеңдең әсәһе ҡарарға ризалашты, ә бына һине ҡайҙа ҡуябыҙ?

– Үҙемдең бүлмәмдә ятып торормон, бер кемгә лә ҡамасауламам. Миңә ремонт кәрәкмәй...

– Юҡ, улай булмай, башлағас, тотош йортта ремонт эшләйәсәкмен, – тип ҡырт киҫте Хәмит, аҙаҡ бер аҙ тауышын йомшартып, йәнә дауам итте. – Мин бер танышым менән һөйләшеп килештем, ул һине бер айға ҡарттар йортона урынлаштырырға вәғәҙә бирҙе. Аҙаҡ үҙеңде барып алырбыҙ...


Хәҙисә әбейҙең йөрәге әрнеүҙән һулҡылданы, шулай ҙа үҙен ҡулға алды. “Ниңә, бер ай үтер ҙә китер, борсолмайым әле”, – тип үҙен тынысландырырға тырышты. Улы ғына әсәһенең күҙ йәшен күрмәне.

Иртәгәһенә төйөнсәген ҡыҫып тотҡан Хәҙисә әбейҙе ауылдан бер нисә тиҫтә саҡрымда урынлашҡан ҡарттар йортонда һәйбәт итеп ҡаршыланылар. Әсә ай бөткәнен түҙемһеҙләнеп көттө, тик ҡарттар йортондағы ҡарсыҡтарҙың юрағаны юш килде – Хәмит күренмәне. Уның ҡарауы, ут күршеһе килеп, ауыл хәбәрҙәре менән уртаҡлашты, улының тетмәһен тетте генә!

Хәҙисә әбей ул һүҙҙәргә ышана алманы, ғүмер кисергән йортон, күп йөрөүҙән таҡырайтып бөткән урамын, ҡарты менән үҫтергән йәмле баҡсаһын юҡһыныуҙан күңеле тулышты. Бер йылдан һуң уның вафат булыуын ишеткәс, Хәмит әсәһен ерләү мәсьәләһен үҙ өҫтөнә алды.

Әбейҙең ҡырҡын уҡытыу менән тыуған көнөн байрам итергә ҡоҙаларын саҡырған ир аяныслы һүҙҙәрҙе ишетермен, тип уйламағайны, әлбиттә. Ҡоҙасаларының береһе ҡыҙған баш менән уйынлы-ысынлы:

– Хәмит, оҙон ғүмерле бул, бай йәшә! Һуңғы һулышыңды һиңә лә ҡарттар йортонда алырға яҙһын! – тип ысҡындырҙы.

Тетрәндерҙе был һүҙҙәр ирҙе, хатта төндә әсәһе төшөнә инеп йөҙәтте. Моңһоу йөҙлө, өнһөҙ ҡарсыҡ улына шелтәләп ҡараған төҫлө. Манма тиргә батып уянған Хәмит иртәнгә тиклем йоҡоға китә алмай аҙапланды. Ғазаплы төндәр артабан да дауам итте, әсәһе, ҡулдарын һуҙып, уға табан килә лә илай-илай күҙҙән юғала...

Бер нисә ай шулай дауам иткәндән һуң, йоҡлай алмауҙан йонсоған, күҙгә күренеп ябыҡҡан иргә дуҫ-иштәре мәсет төҙөргә кәңәш бирә. Хәмит был сауаплы эшкә дәртләнеп тотона. Күп тә үтмәй, Иман йорто ҡалҡып сыға. Йәш кенә мулла эшкә тотона, тик әсәһен әрнеткән Хәмитте ғәфү итә алмаған ауылдаштары мәсеткә барырға ашҡынып тормай. “Әсә әрнешен алырға яҙмаһын”, – тип киҫәтә улар балаларын. Күк көмбәҙендәге юғары көстәрҙең ирҙе ғәфү иткәнен-итмәгәнен бер кем дә белә алмаған, сөнки, күп тә үтмәй, тыуған йортон һатып, ул ғаиләһе менән ҡайҙалыр күсеп киткән, тиҙәр...

 

Автор:
Читайте нас: