Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Март , 15:10

Исем

Бәләкәй сағымда, эй, исемемдән ояла торғайным – әллә ниндәй ҡолаҡҡа ятмаған ҡарт исем ҡушҡандар ул миңә, йәнәһе... Етмәһә, атайым да өнәп етмәне исемемде, уңайы сыҡҡан һайын: “Улым, паспорт алғаныңда исемеңде алыштырырһың... ҡәйнәмдең һүҙен йыҡмаҫ өсөн генә ҡуштырғайным... Метрикәңдә ҡыҫҡартып яҙҙыртһам да, барыбер күңелгә оҡшап етеңкерәмәй...”

Исем
Исем

Бәләкәй сағымда, эй, исемемдән ояла торғайным – әллә ниндәй ҡолаҡҡа ятмаған ҡарт исем ҡушҡандар ул миңә, йәнәһе... Етмәһә, атайым да өнәп етмәне исемемде, уңайы сыҡҡан һайын: “Улым, паспорт алғаныңда исемеңде алыштырырһың... ҡәйнәмдең һүҙен йыҡмаҫ өсөн генә ҡуштырғайным... Метрикәңдә ҡыҫҡартып яҙҙыртһам да, барыбер күңелгә оҡшап етеңкерәмәй...”
Ә әсәйем менән өләсәйем, күп кенә туғандарым гел генә тулы исемем менән өндәштеләр, хатта ҡайһы берҙәре әле лә шулай итәләр... Исемемде хушһынмауым 14-15 йәшемә ҡәҙәр дауам иткәндер. Тиҙерәк паспорт алыу тураһында хыялланып йөрөйөм шулай... Бер мәл Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үәссәләмдең тәржемәи хәле хаҡында дини әсбап ҡулыма килеп эләкте. Уны ҡартатаһы үҫтергәнлеге хаҡында уҡып, уйға ҡалдым... Ниндәй бөйөк һәм диндар кешенең исемен йөрөтәм икән дәһә! Етмәһә, ҡолаҡтарыма аҙанды ла беҙҙең яҡта билдәле һәм хөрмәтле дин әһеле Фәтхулла хәҙрәт ҡысҡырған!
–Был малай арҙаҡлы шәхес булып китер әле бер заман! Ҙур исем алды, исеменә есеме лайыҡ булһын! – тип доға ҡылған олуғ дин әһеле.
Был хаҡта миңә әсәйем менән өләсәйем мәрхүмәләр бәйән итер ине...
–Эш исемдең матурлығында, әйтергә еңел, яңғырауыҡлы булыуында түгел, балам, – исемемде яратмағанлығымды яҡшы белгән өләсәйем мине исем алмаштырыу хаҡындағы ниәтемдән ипләп кенә, бик һаҡ һәм кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр менән дүндерергә тырышты. – Инабатыңды юғалтма, аслан! Һиңә мин исемеңде изге ниәт менән ҡуштырҙым...
Өләсәйем әйткән һүҙҙәрҙең асылына бик күп йылдар үтеп, үҙем дин юлында уңды-һулды айыра башлағас ҡына төшөндөм. Быға ҡәҙәр минең “ҡарт” исемемдән көлгәндәрҙең, уны төрлөсә боҙоп, мыҫҡыл иткәндәрҙең ни ҡәҙәрем яңылышҡандарын, минән түгел, ә үҙҙәренән көлгәндәрен аңлау күңелемә шундай еңеллек һәм ҡәнәғәтлек бирҙе ки – бар донъяны яңғыратып һөрән һалғым, шундай оло, мәғәнәле һәм мәртәбәле исем ҡуштырған өләсәйемә рәхмәтемде еткергем килде!
Ғөмүмән, бәләкәй генә малай сағымда, сирле әсәйемдең ҡулына эште мөмкин тиклем әҙерәк ҡалдырырға тырышып, һыйырҙар һауыуым, биҙрәләремде ултырта-ултырта ял итеп, ҡоҙоҡтан көйәнтәләп һыу ташыуым (ул заманда һыу ташығыс арбалар берәүҙә лә булманы шул), беренсе класҡа барғандан алып атайым эшләп биргән бәләкәй генә салғы менән тырышып-тырмашып бесән сабыуым, дүртенсене бөткән йылымда уҡ, ҡул бысҡыһы тотоп, ололар менән бер ҡатарҙан ағас йығып, уны штабелдәргә һалып йөрөүем, совхоз эшенән ҡалмай сенаж-бесән әҙерләүҙә ҡатнашыуым, иртә яҙҙан Һабыр урмансылығына һайғау, һәнәк-көрәк һаптары әҙерләшеп, диләнкәләр таҙалауға, ҡарағай үҫентеләре ултыртыуға йөрөүем бәғзеләр өсөн көлкө булһа, минең үҙем өсөн ғорурлыҡ булды! Буҡ тибеп, урам буйлап һуйҙаңлап йөрөүҙе, егет ҡорона ингәс, ауыҙымды араҡы менән сылатып, етмә берәүгә әтәсләнеп йөрөүҙе белмәнем... Уның ҡарауы, күпме ололарҙан маҡтау һүҙҙәре, алғышланып әйткән рәхмәттәр ишеттем һәм ишетәм! Ҡасандыр минән мыҫҡыл итеп, ирештереп көлгән малайҙар , йылдар үтеп, эйәле-башлы булғас, иңдәренә көйәнтә һалып, үҙҙәре һыу ташыны, ҡатыны була тороп, һыйыр имсәктәренә тотондо... Үсәмәйем, бары тик донъяның алмаш килере хаҡында уйлап та ҡарамауҙарынан оялырҙар, урынһыҙ һүҙҙәре, шаяртыуҙары менән кескәй малай күңелен яралауҙары хаҡында уйға ҡалырҙар, бәлки, тием...
Хәҙер инде мин дә алтмышты артмаҡланым... Үҙ ғүмеремдә күпме шатлыҡтар кисерҙем, бихисап юғалтыуҙар, борсолоуҙар, ҡайғы-хәсрәт үткәрҙем... Һәр көнөм, һәр сәғәтем күҙ алдымда! Ҡәһәрле сир хәтеремде юйһа ла, үткәндәремде, тормошомдоң ҡәҙерле минуттарын йөрәгемдән юйып ташлай алманы... Хәтирәләргә бирелеп, күҙҙәрем йәшкә мансылған, йыраҡта ҡалған татлы минуттарҙы һағынып иҫкә алған, мәңгелеккә киткән яҡындарымды һағынып, моңһоуланған, терекләтә утҡа һалған йәнем киҫәктәрен бер һөйөүгә зар-интизар булған мәлдәрем, ҡара һаҡал булып, эйәрә, оҙата килә... Бындай саҡтарымда бөгөнгө бәхетле көндәрем, “Атай!” – тип өҙөлөп торған улдарым, ҡәҙер-хөрмәтенән мәхрүм итмәгән кәләшем, мин тип йән атҡан яҡындарым, туғандарым һәм дуҫ-иштәрем болотло, йонсоу көндән һуң зәңгәр күктә балҡыған Ҡояш ише йән йылыһы бирә, йәшәүгә көс өҫтәй! Раббым, ошо бәхетемдән айырмаһын, яҡындарыма иҫәнлек-һаулыҡ, ғүмер бәрәкәттәре бирһен, барыбыҙҙы ла бәлә-ҡазаларҙан, һуғыш афәттәренән, ҡайғы-хәсрәттәрҙән аралаһын!
Миңә исем ҡушҡан Фәтхулла хәҙрәттең һәм өләсәйемдең әйткәндәре юш килде, буғай – ҡайҙа ғына барып, кемдәр менән генә аралашмайым, мине танып, ишетеп-уҡып булһа ла белеп торалар. “Собханаллаһ, бер күрһәң ине! – ти торғайным... бына ниндәй кеше икәнһегеҙ Һеҙ! Яҡындан танышыуыма бик шатмын!” – ғүмеремдә тәүгә генә осрашҡандарҙың ихласлыҡ менән күрешергә ҡул һуҙыуҙары, үҙем менән шәхсән һөйләшергә тырышыуҙары менән нисек ғорурланмайһың инде! Рәхмәт барыһына ла! Бындай мәлдәрҙә бер башҡа үҫеп китһәм дә, эске бер йәшерен тауыш мине тыйырға ашыға: “Аслан һауалана күрмә!” “Булған һайын бүтәгәнән түбән бул, балам, кеше алдында күкрәгеңде кирмә!” – тип ҡушыла әсәйем тауышы. Ә шау сәскәле аҡ яулығын килешле генә итеп яҙып ябынған өләсәйем, ауылымдың илгәҙәк инәйҙәре хас мин малай саҡтағыса киң йылмайып ҡул болғағандай, тупылдатып арҡамдан һөйгәндәй була...
Малай саҡ, тигәндәй, ҡырҡлап өйлө тыуған ауылымдың саң борҡоп ятҡан урамы, шау тәҙрәле кескәй мәктәбем, күкле-йәшелле яулыҡтарын елберҙәтеп, урам йәме белып йөрөгән инәйҙәрем, сабыр һәм ултыраҡ аҡыллы олатайҙарым, шаян телле еңгәйҙәрем, эш өсөн йән атҡан, ҡулдарынан балта-һәнәк төшмәгән ағайҙарым һуңғы көнөмә ҡәҙәр минең менән бергә, янымда булырҙар кеүек... Ошо юлдарҙы яҙғанымда ла Нәғимә, Әлмәғизә, Сәбилә, Файза, Фәтхиә, Хәкимә, Бибиямал, Тутыя, Ғәлимә, Ғәбиҙә, Сабира, Вәғиҙә, Нәбирә, Сибәрбикә, Сафия, Иҙелбикә, Өммөгөлсөм, Бәҙеғолъямал, Разия, Мәхүпъямал, Разия, Гөлзәғифә, Мәфтүхә, Зөлхизә, Хәтирә, Мөслимә, Гөлбәғиҙә, Ҡәфиә, Ғәбиҙә һәм тағы ла күп кенә инәй-апайҙарым берәм-берәм күҙ алдымдан үттеләр. Атайым Зәкирйән, олатайҙарым Әбделмән, Әбүбәкер, Сәләх, Абдулла, Нотфулла, Кинйәғәле, Хәлиулла, Сәмиғулла, Әхмәтсафа, Хәмит, Йомағужа, Фәйзулла, Сәғит, ағайҙарым Ғатаулла, Рим, Айрат, Әбделхәй, Зәйнулла, Байморат, Рәйес, Нурулла, Айрат, Мирғәле, Фирзат, Әхтәм, Әкрәм, Марат, Дәүләт, Батырйән, Фазылйән, Сафуан, Хөснолхаҡ, Хәсән, Вәлиәхмәт, Ғәлиәхмәт, Фәйез, Әхмәҙулла, Рауил, Рәшит, Вәкил, Исламғол, Шәһит, Әмир, Юнир, Фәрҙәт, Ғирфан, Хәкимйән, Юлай, Рәжәп, Урал, Дамир, Хәбир, Яңыбайҙар, еҙнәйҙәрем Хәйҙәр, Ҡорманғәле, Әҡсән, Сәхиулла һәм башҡалар ҙа: “Беҙҙе лә онотма инде!” – тигән кеүектәр... Иҫләйем барығыҙҙы ла, һәр берегеҙ айырым-асыҡ күҙ алдымда тораһығыҙ, тауышығыҙ ҡолағымда сыңлай! Бар мәрхүм-мәрхүмәләрҙең йәндәре йәннәттә, урындары ожмах түрендә булһын, иҫәндәрҙән риза булып, фатихаларын биреп ятһындар! Ә иҫән сағымда мин һеҙҙе онотмаясаҡмын! Көн һайын булмағанда ла рухығыҙға аяттар бағышлап, доғалар ҡылыу, хәйер-саҙаҡалар биреү мөҡәддәс бурысым икәнлеге һәр ваҡыт иҫемдә минең...
Тереләребеҙҙең ҡәҙерҙәрен, үлгәндәребеҙҙең ҡәберҙәрен белеп йәшәһәк ине барыбыҙ ҙа!

Мотал Рәмов (Моталлип).

Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:
Читайте нас: