Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Март , 09:20

Тауышында ҡурай моңо бар

Йомош менән ингән бер апай, уны танымайынса, кемлеген һораша. «Ауылығыҙға көтөүсе булып ялланырға һөйләшергә килгәйнем», – тип яуап бирә Рамаҙан ағай. Кис клубта концерт башлана, сәхнәнән баяғы «көтөүсе» йырлап ебәргәс, теге апай «аһ» итә, билдәле йырсыны танымауына оялып, хатта клубтан сығып китә.

Тауышында ҡурай моңо бар
Тауышында ҡурай моңо бар

Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәков йыр сәнғәтенә 60 йыл хеҙмәт итте.

Берәй йырсы тураһында яҙырға йыйынһам, уның репертуарын иҫемә төшөрөп, аҙналар буйы ауыҙ эсемдән көйләп йөрөйөм, ул йырҙарҙы ҡайҙа, ҡасан һәм ниндәй шарттарҙа беренсе тапҡыр ишетеүемде хәтерләргә, уларға мөнәсәбәтле ниндәйҙер ваҡиғаларҙы күҙ алдыма килтерергә тырышам.

17 йәшендә үк радиоға солист булып эшкә кергән, эфир тулҡындары аша бөтә республикаға моңон таратҡан, тағы 10 йылдан филармония бригадалары составында Советтар Союзын әллә нисә тапҡыр әйләнеп сыҡҡан, 75 йәшендә лә ҙур сәхнәләге концертта сығып йырлаған Рамаҙан Йәнбәковтың репертуары — үҙе моң диңгеҙе бит ул! Ундағы иң популяр йырҙарҙы барлау өсөн генә лә хәтерҙе күпме егергә кәрәк!

Бала саҡҡа күҙ һалһаң...

1960 йылда беҙҙең ауылда мәҙәни революцияға тиң ваҡиға булды — һәр йортҡа радио үткәрҙеләр. Һәм халыҡ Өфөнән, Мәскәүҙән яңылыҡтар, шулай уҡ даими рәүештә көнөнә өс тапҡыр концерт тыңлау бәхетенә иреште. Шунан инде ул саҡтағы күренекле йырсылар (улар барыһы биш-алты ғына булғандыр) һәр ғаиләнең әйтерһең дә тулы хоҡуҡлы ағзаһына әүерелде. Был инде Өфөнән йә иһә район үҙәгенән әллә ниңә бер килеп сығыусы артистарҙы зарығып көтөп алыу ҙа, тоташ ҙур ауылға 2-3 кенә булған патефонды уйнатырға сират тороу ҙа түгел.

Малай саҡтың ошо радиоһын хәтеремә төшөрһәм, Рамаҙан Йәнбәков һәм радио хоры башҡарыуындағы «Көтөүсе йыры» (уның көйөн — райондашым Таһир Кәримов, һүҙҙәрен Яҡуп Ҡолмой ижад иткән) ҡолағымда сыңлағандай була. Ибраһим Абдуллиндың «Бажалар» пьесаһынан шул уҡ композитор музыкаһына йырлана торған «Зөлфиә» иҫкә төшә. Рафиҡ Сәлмәновтың ике йыры — «Сирен сәскәләре» (Нәжиб Иҙелбай тексы), «Таң йыры» (Ҡадир Даян). «Рамаҙан ҡустым өсөн генә» тип Заһир Исмәғилев яҙған «Мин яратам һине» (Ҡ. Даян һүҙҙәре)...

Былар — йырсының йәшлек йылдарындағы хазинаһынан. Байтаҡ йылдарҙан һуң Хөсәйен Әхмәтов райондашы тауышына тәғәйенләп «Тыуған ауылым»ды ижад итте. Шул исемдәге спектаклдән булған «Йәнбикә» (авторҙары — Шамил Ҡолбарисов һәм Рафаэль Сафин); Рим Хәсәнов менән Ғилман Иҙрисовтың «Һағыныу» («Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа» тип тә йөрөтәләр) йыры... 70-80-се йылдарҙа был йырҙар яңғырамаған концерт, мәжлес, туй булмағандыр. Халыҡ күңелендә ғүмерлеккә ҡалыр өсөн Рамаҙан Йәнбәковҡа шулар ҙа етер һымаҡ ине. Ләкин төрлө быуын композиторҙар һәм шағирҙар яҙған был шедеврҙарҙы ла әле ул төп моң мираҫы тип иҫәпләмәй. Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Хәбир Ғәлимов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Әсмә Шайморатова, Сөләймән Абдуллин традицияларын үҫтереп, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫтаһы булып дан ҡаҙанған шәхес ул Рамаҙан Йәнбәков!

1934 йылдың 15 мартында Баймаҡ районының Байыш ауылында тирә-яҡта билдәле ҡурайсы Фәтхулла ғаиләһендә донъяға ауаз һалған Рамаҙанға, моң әсә ҡарынында саҡта уҡ һеңгән, бишектә үк ул туған халҡы көйҙәренә күмелеп тирбәлгән. Ләкин уға ожмахҡа тиң ошо тәбиғәт ҡосағында иркәләнеп үҫергә форсат теймәгән. 1942 йылда бер төркөм ауылдаштарының, шул иҫәптән атаһы менән Нотфулла ағаһының:

Уйылып ҡына аҡҡан Уйыл һыуы,

Уйландыра уйсан да

ирҙәрҙе,

Уйландырып ҡалмай,

моңландыра,

Һағындыра тыуған да

ерҙәрҙе,

— тип йырлап фронтҡа китеүе, уларҙы бер көтөү бала-саға, ҡатын-ҡыҙ оҙатып ҡалыуы иҫендә. Һуңынан да, боронғо башҡорт йыры «Уйыл»ды ишетһә, шул үҙәк өҙгөс көн хәтеренә төшә торған була уның. Атаһы шул китеүенән ҡайта алмай, әсәһе лә һуғыш осоро ҡорбаны була. Башҡорт халҡының моңло йырҙары менән бергә күңеленә етемлек әсеһе лә һалына.

Үҙенән бәләкәй ике туғаны менән ун көн буйы һыу эсеп кенә йән аҫырағанда, улар етемдәрҙе балалар йортона йыйып йөрөүсе махсус комиссия күҙенә салына. Беренсе Этҡол ауылы балалар йортонда бер ваҡыт бик күңелһеҙләнеп, бер бүлмәгә инеп бикләнә лә ҡысҡырып йырлап ебәрә. Бер кем дә ишетмәгәндер, тип уйлаһа ла, уҡытыусы Вәсимә апаһы тыңлап торған икән. Шунан һуң уны ауыл клубы сәхнәһендә йырларға күндерәләр. «Һин йырлағанда әсәйҙәр илап ултырҙы», – ти һуңынан малайҙар.

7-се синыф уҡыусыһы Рамаҙанды 1947 йылда Баймаҡҡа йырсылар һәм ҡурайсылар конкурсына алып баралар. «Буранбай»ҙы йырлап, беренсе урын ала. Шунда Йылайырҙан килгән йәш ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов менән таныша. Бер­нисә йылдан һуң уларҙың юлдары йәнә киҫешеп, оҙаҡ йылдар бергә сәнғәткә хеҙмәт итәләр. РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ғүмере 1984 йылда, 56 йәшендә, юл-транспорт һәләкәтендә өҙөлгәнгә тиклем сәхнәләш-моңдаш булалар.

Баймаҡтағы конкурста ҡатнашыусыларға композитор Хөсәйен Әхмәтов баһа бирә. Буласаҡ йырсының ғүмер һуҡмағын тейешле йүнәлешкә индереп ебәргән был бәхетле осрашыу булмаһа, үкһеҙ етемдең яҙмышы ҡайһы яҡҡа әйләнерен күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Башҡорт музыкаһы аҡһаҡалы Хөсәйен Фәйзулла улы, моңға маһир 13 йәшлек үҫмерҙең таланты юғалып ҡалмаһын тип, уны Өфөләге 7-се балалар йортона (ул Карл Маркс, 5 адресы буйынса урынлашҡан) күсереү сараһын күргәндә, милли сәнғәттең киләсәген дә ҡайғыртҡан.

Илленсе йылдар башы. Бер ваҡыт уҡыусыларҙы күренекле йырсылар концертына алып баралар. «Беҙҙең Рамаҙан быларҙан яҡшыраҡ йырлай», — тип һығымта яһап ҡайталар һәм үҙҙәре концерт ойошторалар. Рамаҙан иҙәнгә баҫып йырларға теләмәй: «Яҡтылыҡ юғарынан төшкән кеүек, йыр ҙа халыҡҡа юғарынан ҡарап башҡарылырға тейеш», — ти.

Биология фәне кемде юғалтты?

Рамаҙан Йәнбәков белем алған уҡыу йорто хәҙер «Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназия» тип атала. Элек-электән үк бындағы уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында төрлө тармаҡтарҙа дан ҡаҙанасаҡ кешеләр була. Өлкәндәр Рамаҙанға, йырсылыҡты күңел өсөн генә ҡалдырып, йә уҡытыусы, йә нефтсе булырға кәңәш бирә — ул заманда бит икеһе лә абруйлы һәм төшөмлө һөнәр. Ул бер юлы уҡырға ла, эшләргә лә ниәтләй. 1951 йылда Башҡортостан радиоһына солист итеп эшкә алына. Уның Һаҡмар буйҙарында, Ирәндек итәгендә яралған, көс туплаған алтын тауышы бөтә республиканы иңләй башлай. Ҡабатланмаҫ моңон тиҙ таныйҙар, ихлас һоҡланалар, үҙ итәләр.

Бер үк ваҡытта Башҡортостан дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә. Ветеран уҡытыусы Гөлкәй Хужинаның шундай иҫтәлеге бар: «Рамаҙан менән бергә уҡыныҡ, йәшәгән урыныбыҙ – Гоголь урамындағы әллә кирбестән, әллә самандан һалынған ике ҡатлы, төртһәң ишелергә торған, тышы ҡубып бөткән, утын менән йылытыусы тулай тораҡ ине. Ҡайтып инергә, ятып йоҡларға урының булыу студент өсөн үҙе бәхет. Рамаҙан менән йәнәшә бүлмәлә йәшәү үҙе бер ҡыҙыҡ ине: иртән беҙҙе уның тауышын яҙып ебәреү өсөн һуҙған күнегеүҙәре уята ине. Осрашҡанда ярым шаярып, ярым етди бер-ике генә һүҙ әйтә, оҙаҡлап туҡталып торорға ваҡыты тар: йә репетицияға, йә концертҡа, йә лекцияға йүгерә».

Студент осоронда үҙешмәкәр сәнғәт коллективы составында республиканың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында тиерлек гастролдә йөрөй. 1961 йылдың йәйендә университет дипломы ала, Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил сиҙәмселәре алдында сығыш яһап ҡайта ла филармонияла ең һыҙғанып эшләй башлай. Һәм өлкәнерәк сәхнәләштәре Мөхәммәт Иҙрисов, Зәйтүнә Бикмөхәмәтова, Наил Ғәлиев, Мәғфирә Ғәлиева менән бергә йыраҡ сәфәргә сыға. Тәүге гастроль маршруты Пермь ҡалаһының Офицерҙар йортонда башлана. Йырлы-моңло юлдар артабан Свердловск, Новосибирск, Омск, Төмән, Кемерово, Новокузнецк, Ҡазан, Куйбышев, Тольятти, Силәбе, Ырымбур аша үтә. Һуңғараҡ уларға Баку, Ташкент, Дүшәнбе, Фрунзе, Бохара, Сәмәркәнд, Ашхабад ҡалалары тамашасылары ла ҡул саба. Республика, филармония етәкселәре заман ауыр тип тормай – йәш йырсы тәүге гастролдәренән ҡайтыуға уның кәләше Рәйсәгә бер бүлмәле фатир асҡысын тапшыралар.

Тағы ике йылдан Әхәт Уразмәтов (Кәтүк) менән Ғәфур Латипов (Бағанай) бригадаһында өс айҙан артығыраҡ ваҡытта ике квартал нормаһын үтәп ҡайталар, йәғни йөҙгә яҡын концерт ҡуялар.

Биология факультетын тамамлаған егеттең үҙ һөнәре буйынса китмәүенән биология фәне лә, мәғариф та әллә нимә юғалтмағандыр, әммә башҡорт йыр сәнғәте был осраҡта ныҡ отҡан. Консерваторияла ла, хатта сәнғәт училищеһында ла уҡырға насип булмаған Рамаҙан Йәнбәков, башҡарыу оҫталығын тәжрибәле белгестәр етәкселегендә эш араһында камиллаштырған. Музыка грамотаһына уны Хөсәйен Әхмәтов өйрәткән. «Гастролдән ҡасан ҡайтыуыма ҡарамаҫтан, филармонияға барып, класҡа бикләнеп, ике сәғәт шөғөлләнә инем. Шуға тамашасы ҡаршыһына үҙ-үҙемә, үҙ моңома ышанып баҫтым. Һүҙ ҙә юҡ, һәр артист сәхнәгә тулҡынланып сыға. Ләкин ул «Нисек йырлармын?» – тип түгел, ә «Тамашасыға йырым оҡшармы, мин уға кәрәкме?» – тип уйларға тейеш. Иң мөһиме – тәбиғәттән бирелгән һәләт булһа ла, уны балҡытыу өсөн ете ҡат тиреңде түгеп эшләргә кәрәк», – тип хәтерләй, фекер йөрөтә халыҡ артисы.

Йор һәм шаян һүҙле, ябай Рамаҙан Фәтхулла улы маһайыу, эреләнеү кеүек насар ғәҙәттәрҙән азат булды. Уның менән ҡыҙыҡ хәлдәр булғанлығы тураһында матбуғатта яҙылғылап та тора.

Бына заманында филармонияның әҙәби бүлегендә эшләгән Гөлдәр Ишкинина һөйләгән ысын ваҡиға. 70–80–се йылдарҙа ауылдарға баш ҡала артистары концерт менән килһә, йыр-моң, бейеү яратыусы һәр кем уларҙы үҙенә саҡырып, ашатып-эсереп, йоҡлатып, хатта мунса яғып керетеп, уларҙың күңелен күрергә, хәленсә хөрмәт итергә тырыша ине. Рамаҙан ағай беҙҙең ауылға килһә, йыш ҡына күршеләребеҙгә фатирға төшә ине. Яҙҙың йылы бер көнөндә ул ғәҙәттәгесә уларға килә, ләкин өйҙә берәү ҙә булмай. Тупһаға ултыра ла хужаларҙы көтә. Йомош менән ингән бер апай, уны танымайынса, кемлеген һораша. «Ауылығыҙға көтөүсе булып ялланырға һөйләшергә килгәйнем», – тип яуап бирә Рамаҙан ағай. Кис клубта концерт башлана, сәхнәнән баяғы «көтөүсе» йырлап ебәргәс, теге апай «аһ» итә, билдәле йырсыны танымауына оялып, хатта клубтан сығып китә.

Боронғо көйҙәр – мәңгелек

Шуны ла иҫкә төшөрәйек: Рамаҙан Йәнбәков ҙур сәхнәгә аяҡ баҫҡан 60-сы йылдар башында халыҡ ижадына, бигерәк тә уның боронғо йырҙарына, кире ҡараш тыуҙырыу сәйәсәте бара ине. «Халыҡ йырҙары — иҫкелек ҡалдығы, хәҙерге заман эстрадаһында уларға урын юҡ», – тигән тауыштар яңғыраны. Шуға күрә Өфөлә лә, Ҡазанда ла халыҡ йырҙарына йән өрөп, һаҡлап килеүселәр берәм-һәрәм энтузиастар ғына ине. Башҡорт йырҙары теләһә ҡайһы юғары сәхнәләрҙән дә яңғырарға хаҡлы, тигән һәм быны үҙенең ижады, бөтә булмышы менән иҫбатлаған йырсыларҙың береһе һәм берәгәйлеһе Рамаҙан Фәтхулла улы ине. Бәлки, шуның өсөн дә заманында уны тейешенсә баһаламағандарҙыр, хөрмәт күрһәтмәгәндәрҙер. Тура һүҙлелеге, әсе теллелеге лә үҙенә ҡаршы эшләгәндер. Ә бит шул уҡ 60-сы йылдар башында Өфөгә гастролгә килгән татар һандуғасы Әлфиә Афзалова бер интервьюһында: «Рамаҙан Йәнбәковты әлеге ваҡытта Башҡортостандағы иң моңло йырсы тип иҫәпләйем», — тигән.

1971 йылдан – «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», 1982 йылдан «БАССР-ҙың халыҡ артисы» исемдәрен йөрөтөүсе оло шәхесе арзан, өс көнлөк йырҙарға ваҡытын исраф итмәне. Ул репертуарына алған йырҙар – бәхетле яҙмышлы һәм ғүмерлек. Йыр матурлыҡ сәнғәте икәнлеген Рамаҙан Фәтхулла улы ҡабат-ҡабат иҫбатланы. Йөҙҙәрсә мең тамашасы уның йырлауын яҡын күрҙе, үҙенә йәшәүгә дәрт алды. Тауышының сағыу, йомшаҡ, яғымлы булыуының сере ябай – ул йырҙарында ихласлыҡҡа өйрәтте, изгелеккә, сафлыҡҡа өндәне, гүзәллеккә һәм мөхәббәткә табынды. Уның репертуарындағы боронғо «Сибай», «Азамат», «Абдрахман», «Сәлимәкәй», «Юлғотло», «Түрәкәй», «Төйәләҫ», «Ерән ҡашҡа», «Уйыл» йырҙары башҡарыу оҫталығы эталоны һәм критерийы булды, тиһәк тә яңылышмабыҙ. Был аҫыл йырҙарҙы ул «Рамаҙанса» моң, хис үткерлеге менән яңғыратып, халыҡ йөрәгенән урғылып сыҡҡан, халыҡ хәтерендә быуаттар дауамында һаҡланған, оло бер күренеш тыуҙырырға һәләтле ҡомартҡыларҙы ҡабат йәшлегенә ҡайтарыуға баһалап бөтөргөһөҙ өлөш индерҙе.

Йырҙар һәм йырсылар тураһында халыҡ артисының фекерҙәре һәм күҙәтеүҙәре фәһемле. «Талант Хоҙайҙан бирелә, күңел байлығы ла сабыйға әсә ҡарынында уҡ һалына, – ти ул. – Яңы тыуған балала һулыш алыу дөрөҫ ҡуйылған, йырҙар өсөн нигеҙ һәм тауыш регистры, йәғни тауыш көсөнөң дәрәжәһе лә бар, тигән һүҙ. Буласаҡ йырсыға тауыш мөмкинлеген, моң иркенлеген һиҙә һәм аса белеүсе уҡытыусы мотлаҡ кәрәк. Тик әллә ниндәй мәшһүр уҡытыусылар ҙа моңһоҙ күңелде моң менән байыта алмай. Моң ул йә бар, йә юҡ. Ҡиблаңды үҙ асылың билдәләй һәм уға хас үҙенсәлектәр һаҡланырға, һәр йырсы үҙенә генә килешле башҡарыу манераһы менән айырылып торорға тейеш. Башҡарыу алымымдың сере шунда: минең йыр мелизмдары... ҡурайҙыҡы. Үҙем уйнамайым, ләкин эстән ҡурай булып моңланам. Тауыш билдәле бер моң тәьҫирендә тирбәлә. Башҡорт халыҡ йырҙарының мелизмдары бик ҡатмарлы. Ҡайһы берәүҙәр ошо нескәлекте тотоп ала алмаймы, әллә һанға һуҡмаймы – тура йырлай. Етмәһә, самаһыҙ һуҙа. Йырҙың боронғо ерлегенә хас йыйнаҡлығында, халыҡсанлығында хикмәт.

Ҡайһы берәүҙәр, ҡурай менән йырлаһаң, ысын мәғәнәһендә башҡортса була, ти. Ҡурайға эйәреү үтә лә ҡатмарлы. Мин Ишмулла Дилмөхәмәтов, унан һуң Азат Айытҡолов менән күп сығыш яһаным. Баян йырҙың әһаңын тағы ла байыта төшөүен дә әйтәһе килә. Баянсы тәғәйен нотаға баҫа һәм һинең унан ситләшеү мөмкинлегең булмай – тауышыңды ҡалынайтып-нескәртеп йырлай алмайһың. Һәр ҡурайсы ла тоналлекте һаҡлай алмай, моң нисектер ике нота араһында яңғырай, ҡайһы бер ҡушылып йырлаусылар ихтыярһыҙҙан шуға эйәрергә мәжбүр. Ә йырҙың саф яңғырауы мотлаҡ, тауыш тембры үҙгәрергә тейеш түгел. Ишмулла ағай ҙа: «Мин һинең йырыңа ғына ҡушылып уйнай алам», – ти һәм үҙе камиллыҡҡа ирешеү өсөн «Буранбай»ҙы концертта бер көнө – бер, икенсе көнө икенсе төрлө уйнай торғайны.

Башҡарыу серҙәренә ҡағылып, тағы шуны ла әйтке килә: оҙон көйҙәрҙе аллы-артлы йырлау бик ауыр, композиторҙарҙың еңелерәк әҫәрҙәре менән аралаштырып, тоналлекте үҙгәртергә кәрәк.

Һәм ҡыҫҡа көй башҡарыусылар тураһында. Элек уларҙы йырсыға ла һанамағандар, «таҡмаҡсы» тип кенә йөрөткәндәр. Оҙон көйҙәр улар йәштәргә лә, урта һәм өлкән быуынға ла, хатта музыка яратыусы башҡа милләт кешеләренә лә аңлашыла, көслө тьәҫир итә. Боронғо көйҙәребеҙ – мәңгелек».

Фәрит Фәтҡуллин

 

Автор:
Читайте нас: