Халыҡ тарафынан һәр сығышы йылы ҡабул ителгән һәм тамашасыларҙың хаҡлы һөйөүен ҡаҙанған “Тархан” фольклор-эстрада төркөмө етәксеһе, оҫта думбырасы, халыҡсан йырҙарҙы башҡарыусы Ринат Ғайсин” тип таныштыралар уның менән концерттарҙа.
…Йәшлек дәрте, шаулы тормошо, йөрәк елкендергес илаһи мәлдәре менән үҙенә әйҙәп, саҡырып торған студент йылдарында таныша Ринат менән Гүзәл. Буласаҡ ғаилә башлығы Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында музыка бүлегенең бишенсе курсында белем алып йөрөгәнендә Баймаҡ ҡыҙы Гүзәл ошо уҡ институттың беренсе курсына уҡырға килә. Ыҫпай һәм баҫалҡы ҡыҙға егет тәүге көндәрҙән үк иғтибар итә һәм, яйын тура килтереп, дөйөм ятаҡта уға һүҙ ҡуша. Быға ҡәҙәр филармония сәхнәһендә генә күргән асыҡ сырайлы, баҙыҡ егетте ҡыҙ ҙа яҡын күрә. Шулай итеп, ике йәш йөрәк араһында әкренләп дуҫлыҡ ептәре үрелә. Артабан мөхәббәт хистәренә сорналған ҡыҙ менән егет ике йылдан өйләнешергә ҡарар итә. 2007 йылдың йәмле йәйендә белореттар баймаҡтарға ҡоҙалашыу ниәтенән яусылап килә. Оҙаҡламай ҡатайҙар менән бөрйәндәр, үҙ-ара туғанлашып, гөрләтеп туй яһай. Йәштәр үҙҙәре өсөн туған ҡалаға әйләнгән Сибайҙа ғаилә тормошон башлай. Ғашиҡтар өсөн ҡыуышта ла ожмах тигәндәй, тәүге йылдарҙа йәштәр коммуналь фатирҙа йәшәй.
Студент йылдарында уҡ урындағы филармонияла хеҙмәт урынын тапҡан Ринат шунда эшләүен дауам итә. Республикала талантлы ҡурайсы булараҡ танылыу алған Илнур Үтәев (йәне йәннәттә булһын!) менән “Тархан” фольклор-эстрада төркөмөн ойоштороп, филармония йылъяҙмаһында яңы бит аса йәштәр. Артабан уларға билдәле ҡурайсы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Раушан Ниязғолов, бөгөн баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә эшләп йөрөгән Луиза һәм Арсен Кәримовтар ҡушыла. Әле “Тархан” төркөмө, Фаил Йортбәков, Зәлиә Нурлы, Айнур Әминев кеүек филармонияның йәш һәм талантлы сәхнә оҫталарын бергә туплап, яңы көс һәм дәрт менән эшләй, тамашасыларға халҡыбыҙҙың аҫыл йыр-моңон тәҡдим итә. Төркөм етәксеһе булған Ринат Ғайсиндың думбырала уйнап, илһамланып-дәртләнеп моң һуҙыуын һәр концертта көтөп алалар һәм дәррәү алҡыштар менән оҙатып ҡалалар.
Ринат кесе йәштән башҡорт сәнғәтенә ғашиҡ, мәктәп йылдарында уҡ ҡурайҙа, думбырала, баянда уйнарға өйрәнә. Ә йыр-моңға һөйөү ойотҡоһон уның күңеленә иң элек мандолинаһын ҡулынан төшөрмәгән өләсәһе менән өҙә баҫып бейергә яратҡан олатаһы һалғандыр, моғайын. Улдарының һәләтен, ынтылышын күргән атаһы Рәйес Ураҙбай улы менән әсәһе Фариза Мөхәмәтйән ҡыҙы уны башланғыс кластарҙан һуң Өфөгә – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге махсус музыка гимназияһына уҡырға бирә. Уҡытыусыһы Роберт Йосоп улы Әхмәров ҡулында тынлы музыка ҡоралдары класында тырышып уҡыған егет бер үк ваҡытта Риф Сөләймәнов етәкселегендә думбыра һәм һуҡма ҡоралдар (Алексей Алексеевич Медведев) класында ла шөғөлләнә.
Сәнғәт мәктәбен тамамлау алдында торған егет һәм ҡыҙҙарҙы артабан ҡайҙа барыу, ниндәй юлды һайлау мәсьәләһе борсой. Әммә Ринат Ғайсин был йәһәттән яҙмышын күптән хәл итеп ҡуя, сөнки Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан тәжрибәле музыка белгесе Нурғәле Мирғәле улы Кейекбирҙин, Өфөгә үҙе килеп, мәктәпте тамамлаусылар менән алдан һөйләшеү алып бара һәм бер нисә уҡыусыны, шул иҫәптән Ринатты ла үҙҙәренә “ҡоҙалай”.
– Сәхнәгә сығыуы бик ныҡ тулҡынландырҙы ла, ҡурҡытты ла, – тип хәтерләй хәҙер инде филармонияла бай тәжрибәле артистарҙың береһе булған Ринат Рәшит улы. – Әле лә еңел тип әйтә алмайым – сәхнәгә һәр сығыуың һиңә айырым яуаплылыҡ өҫтәй, яңынан-яңы талаптар ҡуя бит. Сәнғәт мәктәбендә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаеванан дәрестәр алыуым, милли сәнғәтебеҙгә булған һөйөүем миңә көс һәм дәрт бирҙе. Яңы ғына эш башлаған йылдарымда институтта беҙгә белем биргән уҡытыусыбыҙ Фәрзәнә Фәтҡуллинанан алған һабаҡтарым да бик урынлы һәм кәрәкле булды…
Архив.