Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Апрель , 09:10

Иршат Теләүембәтов Повесть Ҡаялар ҙа сер һаҡлай (2)

– Уф, Алла! Кит ғибрәт! Әллә ҡайҙан тәртипһеҙҙеккә өйрәнгән бит был?

Иршат Теләүембәтов Повесть Ҡаялар ҙа сер һаҡлай (2)
Иршат Теләүембәтов Повесть Ҡаялар ҙа сер һаҡлай (2)
Иршат Теләүембәтов
 
Ҡаялар ҙа сер һаҡлай
 
Повесть
 
2
 

Еңгәйҙәр

Ҡояш яндырып алып барған ҡыҙыу июль айы. Әлһерәткән бесән мәле. Сапҡан бесән шаулап кибеп ята. Шуны йыйып, кәбәндәр ҡойоп, эште теүәлләргә кәрәк. Ололарҙан Мырҙабулат бер үҙе генә инде. Салғы сүкеү, кәбәнде ослау... Мәбүрәһе лә бик бөтмөр – эшкә таһыллы. Бөтәһенән дә алдан үҙе йөрөй. Ҡыҙҙары – Сәбиләһе менән Сәкинәһе алыҫта инде хәҙер. Ирҙәре һуғышҡа китеп, бәләкәй балалары менән генә тороп ҡалдылар шул. Алыҫта йәшәгәстәр, хәбәр-хәтерҙәрен белгән дә юҡ. Нисауа, бирешмәйҙәрҙер әле – Мәбүрәһе кеүек ут ҡыҙҙар бит! Рамазан һуғышта булһа ла, хәҙер, иншалла, Айсыуағы эшкинде. Бәләкәй Мәрйенбикәһе лә уҫал, ныҡышып күбә тарттырап йөрөй. Ауылда эшкә яраҡлы малайҙарҙан Мансур менән Кәрим инде. Тап шул ун өс-ун дүрт йәшлектәргә, ай-бай, көн төштө бит хәҙер!
Мырҙабулат, Айсыуағы атты тотоп еккәнсе, һуңғы һарығын һуйҙы. Мәбүрәһе эсәк арыта китте. Ярай, бер тәкүше ҡалды әле. Уныһын, Алла бирһә, улы ҡайтһа тип инселәп тә ҡуйғайны!
Ә бит элек аслыҡ йылында ла уның ғаиләһе мул йәшәне. Кинйәкәү баҙарына барып арба-санаһын, батман-батман балын тейәп көллө нәмәһен алып ҡайтты. Хатта бер ваҡыт әллә ниндәй киҙеү таралып, балалар бер-бер артлы ҡырыла башлағас, ана шунда ҡайҙандыр араҡы табып, сабыйҙарын шыйыҡ сыбыҡ менән ҡурҡытып, тыңламаһалар яндырғансы тартып әҙләп кенә эсергәйне. Иншалла, бишеһен дә һаҡлап алып ҡалды.
Колхоз яланында эш ҡайнай. Мәбүрә ҡаҙанда ит бешерә. Ҡатындар күбә яһай, ә Мәрйенбикә елдерә-елдерә шуларҙы тарттыра. Мырҙабулат өс малай менән таған ҡуйып кәбән төбө яһаны. Шунан уны ҡоя ла башланылар. Бесәнгә һыу үтмәһен өсөн Мырҙабулат башҡа үҙе менде – кәбәнде оҫта ғына осларға ла кәрәк бит. Күмәкләгәс эш сыҙаманы: елле генә бер кәбән килеп сыҡты. Был мәлдә ҡояш та ныҡ ҡыҙҙырып әлһерәтә башлағайны. Барыһы ла манма тиргә батып, арманһыҙ булып хәлдән тайғайны. Шул тиклем һыуһата! Тамаҡ та кипте!
– Сәй ҡайнаны, аш та беште! Килегеҙ, ҡулығыҙҙы сайып ултырыша баштағыҙ! – тип һөрәнләне Мәбүрә.
Тирә-яҡҡа тамшандырғыс тәмле аш еҫе таралғайны. Тамаҡҡа һурпалы ризыҡ булғас, өмәселәрҙең дә кәйефе көр ине. Барыһы ла “бисмилла” итеп өндәшмәй генә ашай башланы. Аҙаҡ күләгәлә әҙ булһа ла серем итергә ултырҙылар. Ураған һайын шаяртып тәҡәтте ҡоротҡан еңгәйҙәр Айсыуаҡҡа төрттөрә башланы:
– Ҡәйнеш, Алла бирһә, бөгөн әхритә һуғырға сығабыҙ. Мине оҙатып ҡуйырһың ул?
– Таңға тиклем ҡосаҡташып әкиәт һөйҙәшеп ятырбыҙмы, еңгә? Мына тағы!
– Һин, ҡәйнеш, шул тағың менән берәй ергә китеп барма инде? Берәйһен мәхрүм итерһең әтеү!
– Давай, мин һеҙгә әкиәт түгел, лутсы йомаҡ өйөп ҡарайым әле. Тәк! Һәр еңгәйҙеке бар: тышы ҡап-ҡара, ә тығып ебәрһәң, йылы икән?
– Уф, Алла! Кит ғибрәт! Әллә ҡайҙан тәртипһеҙҙеккә өйрәнгән бит был?
– Һеҙҙең башығыҙҙа гел йүнһеҙ нәмә икән. Һуң, ҡата бит! Бөтәгеҙ ҙә шуны кейеп йөрөйһөгөҙ ҙә баһа? Бына бер еңел генә йомаҡ: көндөҙ һәлберәй, кис тишек эҙҙәй?
– Ыстағәфирулла тәүбә!
– Бәй, ишек кеҙәһе бит! Еңгәйҙәр йоҡтар алдынан уны әбизәтелнә онотмаҫҡа тейеш. Әтеү биктәп ятмаһағыҙ, үҙегеҙҙе урҙауҙары ихтимал!
– Ҡуй, был һәүеректе еңеп булмаҫ инде!
– Ә һәүеректең нимәһе өшөй һуң, еңгәйҙәр?
– Шул сөннәтле нәмәһелер инде. Башҡа нимәһе булһын?
– Әпәт дөрөҫ түгел. Аяғы!..
Ошо әйтеште яҙатайым ишетеп ултырған уҫал Мәбүрә, ашап бөтөп әпәр итте лә, таяҡ алып улының башына ҡундырҙы.
– Бар, еңгәйҙәреңдең ҡашығаяғын йыуып килтер, тел биҫтәһе! Мансур менән Кәрим, һеҙ ҙә бергә марш! Ултырағыҙ бында хихылдап! Бөтәгеҙгә лә эләктерәм хәҙер!
Ә Мырҙабулат ситкә боролоп йылмайып ҡуйҙы. Ҡәйнештәр менән еңгәйҙәрҙең шаяртышыуы әүәл-әүәлдән була торған хәл бит!
Тәрилкә-ҡалаҡ ҡосаҡлаған малайҙар йылғаға йүнәлде. Һарыҡ ныҡ һимеҙ ине. Ҡаҡашып бөткән майҙы бөтөрөргә һис кенә лә әмәл юҡ. Малайҙар аптырашта ҡалды. Айсыуаҡ һөйәк мөнйөп, хатта шуға ла мөрхәтһенеп ҡойроҡ болғап ятҡан Кетмерҙе күреп ҡалды.
– Маһ-маһ, кил әле бында! Ошоларҙы тиҙ генә яла әле? Һин шәп эт, ивет? Ҡотҡарһаң, үҙеңә рәхмәттәр уҡырбыҙ! – Хужаһының саҡырыуына “һә” тигәнсе килеп еткән Кетмер, ҡойроғон ихлас болғап, эшкә лә кереште.
– Оят булмаҫмы икән, әй? – тип аптырашты ике малай.
– Ярай, бер ни булмаҫ. Матур итеп саябыҙ ҙа баһа!
Көләс йөҙлө малайҙар усаҡ эргәһенә атланы.
– Ыста! Ҡалай тиҙ? Эй, ошо беҙҙең малайҙар! Тас ҡыҙҙар кеүектәр бит әлеүе? Улайтып беҙ ҙә таҙарта алмайбыҙ бит. Быларҙың бисәләре бик бәхетте булыр инде!
– Бындай бандиттарҙан Аллам үҙе һаҡтаһын! Нисек кенә тарыныҡ икән, тип өс көн дә йәшәй алмаясаҡтар! – тип ҡырт киҫте Мәбүрә.
Дәрт-дарман алған бисә-сәсә тағы кәбән ҡоя башланы. Эш тә рәтле китте. Элек ирҙәре булғанда ниндәйҙер ауыр эш тип һис ҡайғы күрмәне бит улар! Шуға башта торған Мырҙабулат әмер биреп кенә торҙо.
– Килендәр, бесәнде йомарҙап һелтәмәгеҙ, кәле менән алығыҙ! Әтеү һыу үтә бит!
– Ана шулай! Үәт!
Ос һәнәге тотҡан Айсыуаҡ һаман Сәлимәне күҙәтте. Тал сыбығындай ҡыҙ тамам арманһыҙ булғайны. Ул, кәйелеп-кәйелеп китһә лә һис һыр бирергә уйламай ине. Шуға уның эргәһендәрәк йөрөргә тырышты.
– Ҡана бир әле, үҙем! Әтеү бейегәйҙе бит.
Сәлимә бесәнде һелтәйем генә тиһә, Айсыуаҡ алданыраҡ өлгөрә. Быны еңгәйҙәре тиҙ һиҙеп ҡалды.
– Был беҙҙең орлоҡҡа тигән ҡәйнешебеҙ ҡарт еңгәйҙәрҙән ҡасып, йәш ҡыҙҙарҙы самалай!
– Йәше лә как раз самай! Ун бише тулды бит инде?
– Үҙе әйтмештәй, аяғы өшөй баштағандыр!
– Июль айында кемдең аяғы өшөгән тиһәләр, беҙҙең ҡәйнеш үҙе була инде!
– Ана шуға аяғын йылытып ятырға йәш ҡыҙ кәрәк! Әтеү ҡарт еңгәйҙәрҙең йылыһы ҡалмаған бит! Зерә хитрый бит ул!
Сәлимә оялышынан ҡып-ҡыҙыл булды. Ә был мәлдә Мәрйенбикә, атын ҡыуалап, елдерә­елдерә күбә тарттырҙы. Ҡапыл уның күңелендә шундай һүҙҙәр яралды.

Ауыр һуғыш йылдарында
Еңгәйҙәр ҡойҙо кәбән.
Ҡәһәр һуҡһын был Гитлерҙы –
Йөҙө китһен йөҙ түбән!
Ураҡ менән иген урып,
Көлтәһен дә бәйҙәнек.
Сыуал яғып кис ултырып,
Бүләктәр әҙерҙәнек.
Ридиуан арба һөйрәп
Ташыныҡ көлтә тейәп:
“Еңеү тиҙерәк килһен!” – тиеп
Көн дә теләйбеҙ теләк!

Еңгәйҙәр, малайҙар ҡояш кискә һалыулағансы биш кәбән ҡойҙо. Әлхәмдулилла, колхоз яланы бушап ҡалды. Бесәнде өс аҙна эсендә теүәлләнеләр. Тик улар артабанғы йылдарҙа бесәндең ураҙа мәленә тура килеп, эҫе көндә бер йотом да һыу ҡапмауҙарын, хәлдән тайып арманһыҙ булыуҙарын белмәйҙәр ине әле.

Әхритә

Кис етте. Аяҙ көн вәғәҙә итеп шат йондоҙҙар ҙа емелдәште. Ары-бире йылы ел дә иҫеп ҡуя. Ҡарты ла, йәше лә ауыр эштән һуң арыу-талыуҙы онотоп, ымһындырып та, елкендереп тә торған әхритә һуғырға емерек мәсет эргәһенә йыйылған. Бесәнде өҙгәс, уйнап-көлөргә сәбәп тә бар бит бөгөн! Егет ҡорона етеп килгән өс малай ҡурайҙа һыҙҙыра. Еңгәйҙәрҙең береһе бейей башлай ҙа икенсеһенә барып тыпырҙата. Ә таҡмаҡсы Мәрйенбикә рәхәтләнеп еңгәйҙәргә төрттөрә. Хатта ҡоя ла ҡуя инде! Бына иң матур Маһинур еңгәй төшөп китте.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң –
Исемдәре Маһинур.
Күҙҙәремде сағылдыра
Ике битеңдәге нур!
Ике бите ҡыҙыл алма,
Ә эйәге памиҙур!

Маһинур етмешен уҙһа ла, әхритәне бер ҡасан да ҡалдырмаған, гел генә ҡупшыланып матур кейенергә яратҡан иң ҡарт еңгәй Ғәбиҙәгә барып баҫты.

...Исемдәре Ғәбиҙә.
Яңы күлдәк кейеп сыҡҡас,
Һылыу булған әбей ҙә!

Бөтәһе лә көлә башланы. Килендәр араһында ғүмер баҡый сәмләнеп йәшәгән, сираты етмәгәнгә турһая башлаған Хәҙисә еңгәй ҙә бейергә төштө.
– Йә, балдыҙ, әйҙә, миңә лә таҡмаҡ әйт!
...исемдәре Хәҙисә.
Кисә таҡмаҡ сығарғайным,
Зачем килмәнең кисә?
Сират Ғөбәйҙә еңгәйгә етте. Ул ошо ауылға килен булып төшөүе булды, икенсе көнөнә ирен һуғышҡа алып та киткәйнеләр. Шуға ул ныҡ ҡайғырып, һыҡтап та ала ине.
...Исемдәре Ғөбәйҙә.
Һыҡтамаған кеше булмай,
Һағынһаң да түҙ әйҙә!
Ана, Ғилмияза еңгәһе төшөп китте. Ай, бик уҫал, зәһәр ине шул! Үҙенең бүстәккә лә һеркәһе һыу күтәрмәй ине. Тик ире һуғышҡа китеп, ете балаһы менән тороп ҡалғас, күндәмгә әйләнде лә ҡуйҙы. Мәрйенбикә ана шуны эләктереп алды:

Ғилмияза элегерәк
Бик матур ҙа бейегән.
Хәҙер инде бейей алмай –
Подшипнигы ирегән!

Бөтәһе лә көлөп ебәрҙе. Еңгәй үҙе лә шарҡылдап ҡуйҙы:
– Эй ошоно, ҡороғор!
Мәрйенбикә әхирәттәренә ҡысҡырҙы:
– Йә, ҡыҙҙар, нимәгеҙҙе ҡарап торағыҙ! Ҡурайсылар арый бит?
Һөйәктәре ҡатмаған ике үҫмер ҡыҙ ауыр эштән сатанлап оялып тора ине.
– Миләш, әйҙә!
Уныһы ла аптырап торманы – бейергә төштө.

Әлеге лә баяғы,
Әптерәйҙең таяғы.
Мынау бейеп йөрөгәндең
Тайыш икән аяғы!

Миләүшә Әлимәгә килтереп баҫты. Уныһы ла инәлтмәне – сатанлап булһа ла төштө тәки. Мәрйенбикәнең уға ла бүләге әҙер ине.

Бер аяғың оҙонораҡ,
Икенсеһе ҡыҫҡараҡ.
Ике аяғың тигеҙ булһа,
Бейер инең оҫтараҡ!

– Ә Сәлимә апай ҡайҙа әле?
Эйе, Сәлимә ҡыҙҙар араһында иң матуры ине. Иң сая, үткер ҡыҙ һуңғы ваҡытта һурығып уйға батҡайны шул. Айсыуаҡ та Рамазандан бер ниндәй сәләм-фәлән күндермәй. Әйтермен тигәйне лә, юҡтыр инде. Һаман йөрәкһеп көттө ул, һаман! Оҫта бейегән Сәлимә бөгөлә-һығыла солан таҡтаһын өйрөлөп сыҡты. Шунан бөйөрөнә таянып, матур ғына тыпырҙата башланы.

Сәлимәкәй бейеп йөрөй
Иренен-ҡашын буяп.
Ағайың ҡайтһа, еңгәй булам, тип
Йоҡтамай шуны уйҙап!

Айсыуаҡ һеңлеһенә уҫал ҡарап ҡуйҙы ла ҡурайын тотоп Сәлимә эргәһендә өйрөлә башланы.

Әпирегеҙ, әпирегеҙ,
Ағайымдың ҡатаһын.
Ағайыма юл бирегеҙ,
Әҙрәк иҙән тапаһын!

Айсыуаҡ аяҡ осонда орсоҡ кеүек өйрөлдө лә оҫта ғына тыпырҙатып Зөләйха еңгәйгә барып баҫты. Ошоно көтөп кенә йөрөгән төртмә телле еңгәйҙәр әйтеп тә ҡуйҙы:
– Үәт, афарин! Былай матур бейегәс, аяғы өшөмәҫ инде әләйгәс!
Зөләйха еңгәй ҙә бейергә төштө. Ул ире үлгәс, ҡарт ҡайнағаһы Әбделәхәткә барғайны. Ул да, бахыр, ҡатыны ҡапыл мәрхүмә булғас, бер үҙе тороп ҡалғайны. Ана шулай өй тулы балалар көтөп йәшәп ятҡан булалар. Ҡарт, ярай, салғы сүкергә, тырма тештәрен эшләргә белә әле, шөкөр. Мәрйенбикә еңгәһенә лә таҡмаҡ сығарып өлгөрҙө.

Ҡарт булһа ла бабайымдың
Исеме – Әбделәхәт.
Киндер ыштан, киндер күлдәк –
Тызынырға (э)рәхәт!

Зөләйха илау ҡатыш көлдө лә ебәрҙе:
– Уф, Алла, мынауыны!
Шунан һуң Мәрйенбикә үҙе бейергә төштө.

Йырлар инем, бейер инем –
Йыр ҡапсығым йыртылған.
Бөгөн бер йыр сығарғайным,
Бесәндә төшөп ҡалған! Вәт шулай! Их, кенә...

Еңгәйҙәр, ҡыҙҙар һуғыш башланғандан бирле тәүгегә рәхәтләнеп көлә-көлә бейене. Хатта тәгәрәп ятып, илағанса көлдө улар!

Аҡтүш айыу

Афарин, тәбиғәт быйыл үҙенең һый-ниғмәтен мул бирҙе. Бәшмәге, емеш-еләге емерелеп уңды. Бәләкәстәр эргәләге Сыуаҡайтауҙа ҡайын еләге ашап кинәнде, тырыздарын өймәләмә тултырып өйҙәренә алып ҡайтты. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың әүәлге кеүек урманда ирәүәнләнеп йөрөргә форсаты булманы шул.
Емеш-еләк йыйырға әүәҫ Мәрйенбикә әҙерәк эштән бушаған арала өс малайҙы ҡурай еләгенә барырға күндерҙе тәки. Сүпләнеү-фәләнде ене лә һөймәгән Айсыуаҡ тәүҙә уның үтенесенә арҡыс-торҡос яуап бирҙе. Шуға һеңлеһе турһая башланы, тик ағаһы быға ыжлап та бирмәне. Киреһенсә, нығыраҡ мыжыһа, һуҡмаһа ла, сыбыртҡыһын шартлатып бейетеп алырға ла аптырамаҫ тимә! Ағаһының холҡон белгән Мәрйенбикә юхалана башланы.
– Һин берәй нәмәне белеп ҡалһаң, шул ейгәктәп йөрөүеңде ташта әлеүе! – тине тәҡәте ҡороған Айсыуаҡ. – Аяҡ араһында йөрөгән бесәй кеүек. Мына тағы! Әллә теге ике бисураң да барамы?
– Кәнишнә, баралар! Миләш – Мансурҙы, Әлимүк Кәрим ағаһын ҡотортҡан. Улар һин бармайынса осаһын да ҡыбырҙатмайҙар. Айсыуаҡ ни әйтер, тигәндәр!
Дуҫтары барыр булғас, Айсыуаҡ йомшара төштө. Шулай ҙа һеңлеһенә шарты бар ине.
– Ултыр әле мында, минем эргәмә килеп!
– Килдем, ағый...
– Т-ә-ә-к! Беҙ оҙаҡ йөрөмәйбеҙ һин мәсекәй артынан. Мин сүптәнеп-мүптәнеп йөрөргә яратмайым!
– Беләм, ағый! Һин шунда ашапмы, ултырып-ятыпмы торорһоң инде!
– Ишшү! Сәлимәгә шиғыр-таҡмағыңды сығарып төрттөрөп йөрөһәң, минең сыбыртҡыны күрҙеңме? Ырғытып-һикертеп ҡыуып йөрөтһәм, һинән дә шәп бейеүсе булмаясаҡ!
– Күрҙем, ағый, күрҙем!
– Әләйгәс һыпырттыҡ! Әтеү көн кисәйә.
Айсыуаҡтың һыҙғырыуы булды – ике дуҫы килеп тә етте. Биҙрәләрен яулыҡтары менән муйындарына бәйләгән ҡыҙҙар ҙа оҙаҡ көттөрмәне. Ҡуҙғалып киттек тигәндә генә бер малай иламһырап һөрәнләнде:
– Мин дә баям тигәйнем, ағый! – Кәримдең өс йәшлек ҡустыһы ине ул. Бәләкәй генә көрөшкәһен дә тотоп алған булған.
Өйҙәрендә гел ҡыҙҙар булғас, малай уны бик ярата ине. Шуға йәлләне лә елкәһенә ултыртып алды.
Оҙон һәм текә Бажай тауын артмаҡлап, иң осона менеп еткәнсе апаруҡ ваҡыт уҙҙы. Тиҙҙән суҡ-суҡ ҡурай еләге ҡыҙарып бешкән урынға барып сыҡтылар. Артабан эскәрәк шырлыҡ араһына инһәң, тағы ла мулырағына юлығырға мөмкин. Умырып уңған икән быйыл әләйгәс! Улар хатта донъяларын онотто. Ҡапыл тиреүгә оҫта, йылғыр Мәрйенбикә ... айыуҙың өҫтөнә баҫа яҙманы! Аҡтүш айыу ике аяғына торҙо ла үкереп ебәрҙе. Барыһы ла һиҫкәнеп бер-береһен белештермәй ситкә янтайҙы. Хатта нимәлер уйлау ҡайғыһы ла юҡ ине шул!
– А-а- ай ... мине ашай бит! Ағый!..
Улар бергилке сабыйҙы онотоп ҡалдырғандар икән! Айыу уны һуғып ебәрҙе. Тап шул саҡта абалап өргән Кетмер уға ташланды, тик йыртҡыс уны осора һуҡты. Был бер нисә мәртәбә дауам итте. Ахыры, ҡаршы һуғыша алмаған, ҡанға баткан аҡыллы эт сабыйҙың өҫтөнә барып ятты. Кәрим ерҙә салынып ҡалған күҫәк ишаратын алды ла айыу яғына кәйелтте. Серек бүрәнә тапҡан Мансур ҙа шул яҡҡа һелтәп ебәрҙе. Тик был ҡотолоу әмәле түгел ине. Йыртҡысты албырғатыу ғына булды. Айсыуаҡҡа һуғышырға нәмә юҡ ине. Отҡор малай ҡапыл сытыр өйөмөн күреп ҡалды, кеҫәһенән шырпы сығарып ут төрттө. Уныһы дөрләп янып киткәс, айыу эргәһенә яҡын уҡ барып башына бәрҙе, тик үҙе лә йығылып китте. Йыртҡыс, ҡурҡыныс үкереп, шырлыҡ эсенә йомолдо. Барыһы ла күҙ асып йомған арала ҡурҡыныс төштәге һымаҡ булды шул.
– Бөтәбеҙ ҙә юлға сығабыҙ! Йәһәтерәк!
Бәләкәй малайҙы күтәргән Айсыуаҡ тәүҙә ҡыҙҙарҙы алдан төшөрҙө, ә Мансур менән Кәрим алды-йолдо ҡаранып иң арттан атланы. Ҡанға батҡан Кетмер ҙә аҡһай-аҡһай улар артынан эйәрҙе.
Иншалла, шырлыҡ араһынан асыҡ юлға сыҡтылар, мәгәр ҡурҡыныс бөтмәгәйне әле. Теге айыу булды, шикелле: йә һыҙғырып, йә эт булып өрөп арттан эҙәрлекләп килде. Еләкселәр “һайт-һайт”лап һөрәнләп ауыл осона етеүен аңғармай ҙа ҡалды, бары шунда ғына йыртҡыстың тауыш-тыны сыҡмай башланы.
Имселәгән Бибиғәйшә инәй сабыйға доғаларын уҡып өшкөрҙө, йүҙе үләнен усында ыуаланы ла ҡыҙыл төҫкә ингәс, сепрәк менән яраһын һыҡтырып бәйләп ҡуйҙы. Хәле әҙерәк еңеләйеп ҡалғас, ыңғырашыуы бөткәндәй булды. Ҡыҙҙарҙың да тештәре-тешкә теймәй ине. Бер нөктәгә тексәйеп, һөйләшә алмай йөрөнөләр. Инәй тимер һауытта ҡурғаш иретте лә һәр береһенең башы тирәләй өйрөлтөп алды. Ысынлап та, ҡурғаш әллә ниндәй ғифрит төҫөн алғайны. Ҡурҡыуҙары шунан булған икән! Ана шулай һабағын уҡып, биттәренә һыуыҡ һыу бөрккәс, тегеләр тертләп уянғандай булды. Ҡот ҡойғандан һуң ипкә-һапҡа килеп, телдәре лә асылып китте. Айсыуаҡ та башын күтәрә алмай ине. Айыу менән алышҡан саҡта ныҡ ҡына йығылғайны. Инәй уға ҡарап ҡуйҙы ла: “Был улымдың мейеһе төшкән!” – тине. Шунан башын еп менән үлсәп самаланы ла, уңлы-һуллы сайҡатып, ҡапыл ғына ултыртып та ҡуйҙы. Айсыуаҡтың күҙенә осҡондар күренде, иллә-мәгәр башы асылғандай булды.
– Ана, йылға буйында әрәмәлектә ерек күп! Шуларға сырмалып үҫкән ҡомалаҡты йыйығыҙ ҙа бәләкәй генә мендәр эштәгеҙ. Балалар тыныс йоҡтар, һаташмаҫ! – тине инәй.
Тик... сабый ғына рәтләнә алманы. Ыңғырашып-ыңғырашып ятты ла ҡапыл йән бирҙе.
Икенсе көнөнә таң беленгәс, Мырҙабулат өс малай менән бәләкәсте ерләп ҡайтты, тештәрен ҡыҫып булһа ла, береһе лә иламаны.
Кетмерҙең дә хәле еңел түгел ине. Аҡһай-аҡһай йөрөнө ул. Биш-алты көн тигәндә ашауҙан яҙҙы, Айсыуаҡ эргәһенә барғайны, хәлһеҙ генә күҙенә ҡарап, уның ҡулын ялаған булды. Бәлки, хәлемдән килгәнсе һиңә хеҙмәт иттем, мине ғәйепкә алма тигән һүҙе булғандыр. Ә иртән бөгәрләнеп кенә үлгәйне.
– Әлдә Хоҙайымдан ғына эт булған! Әтеү сабый йыртҡыстың еме булыр ине әле! – тип доға ҡылды ололар.
Өс малай Кетмерҙе урманға алып барып ерләп ҡайтты. Тоғро дуҫ менән хушлашыу, ай-һай, ауыр ине шул! Оҙаҡ ҡына өнһөҙ ҡалды улар.
– Әйҙә, малайҙар, ҡәберенә таш өйәйек! – тине Айсыуаҡ, йоҙроғо менән эргәләге ҡайынды төйгөсләй-төйгөсләй. – Күренеп ятһын әҙерәк! Әтеү мал тапап китер...

 
 
Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.
Автор:
Читайте нас: