Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Апрель , 20:05

Оҫталар аҫалы балаҫты энә менән дә бәйләй

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Һеҙгә лә ҡыҙыҡ булыр тип уйлайыбҙ.

Оҫталар аҫалы балаҫты энә менән дә бәйләй
Оҫталар аҫалы балаҫты энә менән дә бәйләй

Гөлсөм Монасипова - Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры. Тәжрибәле етәксенең яратҡан шөғөлдәре бихисап. Һуңғы ваҡытттарҙа ул аҫалы балаҫ бәйләү менән мәшғүл. Был хаҡта сәхифәһендә былай тип яҙа. "Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт СалАллаһу ғаләйһи үә сәләмдең яратҡан сәскәһе - рауза булған, тиҙәр. Аҫаба балаҫтарындағы рауза сәскәләре лә матурлығы менән һушты ала.

Мин дә энә менән раузалар бәйләп ҡараным. Ҡара ерлектә тәүҙә зәңгәр, шунан ҡыҙыл, һары төҫтәге раузаларҙан торған япмаларҙы аш бүлмәһендәге диван размерына тап килтереп бәйләнем. Бер яғы оҙон булғас, зәңгәр төҫтән өс рауза сәскәһе, икенсеһенә - ике ҡыҙыл, уртаға бер һары сәскә һыйҙы.
Схемаһын интернеттан таптым. Бәйләмдә раузалар матур сыҡһын өсөн схемалағы сәскәләрҙе төрлө яҡҡа ҡаратып бәйләнем.
Төҫтәрҙе тура килтереп алһаң, жаккард техникаһында бәйләү ауыр түгел.
Ҡунаҡҡа килегеҙ, рауза сәскәле япмаларға ултырып, рауза сәскәләренән әҙерләнгән яратҡан ҡайнатмам менән сәйҙәр эсербеҙ!Төҫтән өс рауза сәскәһе, икенсеһенә - ике ҡыҙыл, уртаға бер һары сәскә һыйҙы.
Схемаһын интернеттан таптым. Бәйләмдә раузалар матур сыҡһын өсөн схемалағы сәскәләрҙе төрлө яҡҡа ҡаратып бәйләнем.
Төҫтәрҙе тура килтереп алһаң, жаккард техникаһында бәйләү ауыр түгел.

Балаҫ һуғыу станогым булһа ла, балаҫ өлгөләрен ҡул энәләре менән бәйләп ҡарайым әле, тип башланым тәүге эшемде. Милли биҙәкле диван япмаһы бик күп ваҡытымды алды - эштән һуң, ял көндәрендә генә энә тоторға мөмкинлек килеп сыға. Унда ла әле оло һәм бәләкәй мәшәҡәттәр тыуып, бәйләмгә тотонорға ваҡыт булмай китә. Ваҡыттан ғына торһасы, күңел төшмәгән, дәрт булмаған ваҡыттар ҙа өҫтәлә...
Схемаһын башҡорт балаҫтарына ҡарап, үҙем эшләп алдым. Ромбтар, өсмөйөштәр, сатраш һыҙыҡтарҙы бәйләү ауыр түгел - математик хисапҡа нигеҙләнеп, күҙҙәрҙе иҫәпләп, жаккард техникаһында бәйләйһең. Төҫтәрен дә үҙемдең зауығымдан сығып һайланым. Һәр кибеттә һатылған йөн йомғаҡтарын ике ҡат иттем. Үҙемсә, шулай бәйләм формаһын тота, ныҡлы була, тим.
Булған ҡалыптарҙы емереп, бик теләһәң, балаҫты һуҡмай, ҡул энәһе менән дә бәйләп була икән тигән ниәтемде, ниһайәт, тормошҡа ашырҙым.
Ауыр, ҡатмарлы, оҙаҡ, әммә күңел бөтөнлөгө, зауыҡ бүләк иткән эшем тамам".

Оҫталар аҫалы балаҫты энә менән дә бәйләй
Оҫталар аҫалы балаҫты энә менән дә бәйләй
Оҫталар аҫалы балаҫты энә менән дә бәйләй
Оҫталар аҫалы балаҫты энә менән дә бәйләй
Оҫталар аҫалы балаҫты энә менән дә бәйләй
Автор:
Читайте нас: