Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Апрель , 09:55

"Матур ғаилә - ил ҡото"

Ейәнсурала матур байрам үтте. 

"Матур ғаилә - ил ҡото"
"Матур ғаилә - ил ҡото"

 Ейәнсура районының Үтәғол ауылында "Матур ғаилә - ил ҡото" исемле сара үтте. Үтәғол ауылы биләмәһе һәүәҫкәрҙәре, мәҙәниәт эшселәре район үҙәге Иҫәнғолдан килгән жюри ағзаларын йыр-моң, сәк-сәк менән дәртле ҡаршы алдылар.
Мәҙәниәт йортоноң фойеһында ҡунаҡтарҙы күргәҙмә көттө. Күргәҙмәлә бөтә республикаға билдәле булған Ейәнсура шәлен  Сәғитовтар, кейеҙҙән баҫылған һүрәттәрҙе Йосоповтар, эпоксит сайырҙан ҡойолған биҙәүестәрҙе Әхмәровтар, милли-кейемдәрҙе күргәҙмәгә сығарҙылар. Ҡотлобаевтар ғәиләһе тәмле талҡан, Вәлиевтар тыуған яҡтың файҙалы үләндәренән эшләнгән сәйҙәре менән һыйланылар.
Үтәғол ауылы биләмәһе таланттары бик матур, йөкмәткеле концерт тәҡдим итте. Сәхнәнән иң моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр башҡарылды. "Умырзая" вокаль ансамбленең йырҙары, "Йәшлек", "Герой әсәйҙәр" коллективтарынан һәм Бирҙеғоловтарҙың, Ишмөхәмәтоваларҙың бейеүҙәре тамашасының күңеленә хуш килде.
Әхмәровтар, Дәүләтбаҡовтар, Ҡунаҡбаевтар, Шәриповтар, Мөхәмәтйәровтар, Усмановтар, Миңзәлә Ғәлиева менән Айгөл Байбулатованың йырҙары Үтәғол ауылының биләмәһе таланттарға бай булыуын тағы бер иҫбат итте. "Матур ғаилә - ил ҡото" концертын Зифа менән  Рәсим Ишмырҙиндар  дәртле итеп алып барҙылар.

Фәһим ӘХМӘРОВ.

"Матур ғаилә - ил ҡото"
"Матур ғаилә - ил ҡото"
"Матур ғаилә - ил ҡото"
"Матур ғаилә - ил ҡото"
"Матур ғаилә - ил ҡото"
"Матур ғаилә - ил ҡото"
"Матур ғаилә - ил ҡото"
"Матур ғаилә - ил ҡото"
Автор:
Читайте нас: