Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Май , 14:34

Фидан Ғафаров ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлай

"Бөгөн яратҡан берҙән-бер ҡыҙымдың юбилейы".

Фидан Ғафаров ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлай
Фидан Ғафаров ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлай

 

Еңеү көнө алдынан легендар артист Фидан Ғафаров үҙенең оло шатлығы менән уртаҡлаша. Бөгөн уның берҙән-бер ҡыҙы Самираның тыуған көнө икән. Һылыуҡайға 15 йәш тулған. Йырсы социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙының фотоһын ҡуйып, ҡотлау һүҙҙәрен яҙған һәм изге теләктәрен еткергән.

"2009 йылдың 8 майында донъяға килде Самира Фидан ҡыҙы Ғафарова. Бөгөн минең яратҡан берҙән-бер ҡыҙымдың юбилейы -  15 йәш. Тыуған көнөң менән, балам!

Һиңә иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, уҡыуыңда - уңыштар. Матур һәм ғорурланырлыҡ бала булып үҫ. Мин ғорурмын һинең атайың  булыуыма! Беҙ һине яратабыҙ, ҡыҙым!"

Сығанаҡ һәм фото: Фидан Ғафаровтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенә.

Фидан Ғафаров ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлай
Фидан Ғафаров ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлай
Автор:
Читайте нас: