Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Май , 13:00

Сибайҙар килә Өфөгә!

Был юлы улар баш ҡалаға мюзикл алып килә

Сибайҙар килә Өфөгә!
Сибайҙар килә Өфөгә!

Һәр ваҡыт яңылыҡ эҙләгән, актуаль темаларҙы ғына һайларға тырышҡан һәм милли фольклор нигеҙендә эшләүҙе үҙ йүнәлеше итеп алған Сибай концерт-театр берекмәһе 30-сы юбилей ижад миҙгелен япҡанда ла асылына хыянат итмәне: тамашасы хөкөмәнә “Серле мираҫ” мюзиклын сығарҙы. Әҫәр сюжетына рухи мираҫ булыр йыр-моңдарҙы, йолаларҙы, матди мираҫ булыр ер-һыуҙарҙы, ҡаҙылма байлыҡтарҙы, аҫабалыҡты киләһе быуындарға тапшырыу мәғәнәһен һалды. Бында туған тел, быуындар бәйләнеше, экологик афәттәр һәм йәштәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү кеүек донъяуи мәсьәләләр ҙә яҡтыртылды. Йәғни, мюзикл төрлө быуаттарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең портал аша йәки ҡан хәтере аша йәки эске аң аша бәйләнештә булып аралашыуын, хатта мөхәббәт хистәрен татый алыуын күрһәтте.
Сибай артистары музыка ла, драма ла, хореография ла, опера сәнғәте лә ҡушылған әҫәрҙе ҡурҡмайса сәхнәгә сығара алды, сөнки бөтә быларҙың барыһын да башҡара алыусы һәләтле артистарыбыҙ бар. Һәр артистың актер оҫталығы ла, вокал һәләте лә, оҫта бейеүе, милли колоритлы характерҙар ҙа тамашасыны әсир итте.

Ҡыҙыҡлы мюзикл менән сибайҙар 14 майҙа башҡалабыҙҙың “Башҡортостан” дәүләт концерт залында сығыш яһаясаҡ. Тамаша хаҡында уҡып түгел, ә үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп, хис-тойғолар кисереп, тарихи үткәндәрҙе йөрәк аша үткәреп, тетрәнеп ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

Автор:
Читайте нас: