Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Май , 22:40

"Һиндә бөтөнләй һәләт юҡ, был тирәлә йөрөмә"

 Вәлит Илембәтовҡа Аҫылғужа Баһуманов  менән Хәсән Назар шулай тип әйткән...

"Һиндә бөтөнләй һәләт юҡ, был тирәлә йөрөмә"
"Һиндә бөтөнләй һәләт юҡ, был тирәлә йөрөмә"

Был хаҡта Вәлит Илембәтов үҙенең битләүендә былай тип яҙа. "Йәш саҡта Яҙыусылар союзына шиғырҙар тупланған ҡулъяҙмамды алып барғайным. Аҫылғужа ағай менән Хәсән (Назар)  ағайҙар шиғырҙарымды уҡып, буш менән булашма, ташла был шөғөлөңдө. Һиндә бөтөнләй һәләт юҡ, был тирәлә йөрөмә, тип сығарып ебәрҙеләр.
Шунан һуң Яҙыусылар союзына ла, редакцияларға ла аяҡ баҫҡаным юҡ.
Әллә ни үкенмәйем, үпкә лә һаҡламайым уларға.
Аҙаҡтан шиғырҙарыма яҙылған йөҙләгән йыр Фәриҙә Ҡудашева, Ханиә Фәрхи, Фән Вәлиәхмәтов, Фидан Ғафаров, Салауат Фәтхетдинов, Резедә Әминева, Айҙар Ғәлимов, Роза Аҡкучукова һәм башҡа күп йырсылар репертуарына инде.
Яҙышыусыларға шуны әйтәм, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Кем нимә әйтеүенә бик иғтибар ҙа итмәгеҙ. Яҙған әйберҙәрегеҙ, бәлки, шедеврҙыр!
Эт өрөп торор, бүре йөрөп торор", - тип яҙған. Быға күптәр үҙенең фекерҙәрен ҡалдырған. Педагогия фәндәре кандидаты Фәрүәз Сәйфуллин: "Шиғыр яҙған кешене улайтып сығарып ебәрергә ярамай. Педагогик яҡтан был ҙур хата. Беренсенән, шиғыр яҙған кешенең күңеле нескә була (шиғырҙары насар булһа ла), икенсенән, кеше ҡапыл ғына мастер булып китмәй. Өйрәнсек осорон кисерә. Өсөнсөнән, кешенең бөйөк шағир булып китерен, йәки, була алмаҫын алдан белеп булмай. Уның биологик, психик симптомдары (һау кешелә) булмай. Любой кеше һәр эштә яйлап-яйлап оҫтара. Һеҙҙең миҫалдан редакция хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар һығымта яһарға тейеш", - тигән. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Фото: Бәйләнештә.

Автор:
Читайте нас: