Баш ҡалабыҙҙа бар ундай рухи ауыл - Шәйехзада ауылы. Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ йәшен байрам иткән көндәрҙә ул ауылда оло йәнлелек күҙәтелде, исеме бер нисә тапҡыр онотолоуға дусар ителгән мәшһүр шағирыбыҙҙың һыны ҡалҡып сыҡты. Шәйехзада ауылы аҫабалары: Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы мөдире Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева менән уның ҡыҙы Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге Республика йәштәр премияһы лауреаты, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Рушана Юрий ҡыҙы Бабичева менән әңгәмәбеҙ ошо ауылда йәшәүселәрҙең рухи инаныуҙары, сәнғәт, театр, тормош тураһында барыр. Таңсулпан Даһи ҡыҙы, Рушана Юрий ҡыҙы, мәшһүр Шәйехзада Бабич затына ҡарау, беренсенән, сикһеҙ ғорурлыҡ, икенсенән, оло яуаплылыҡ икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ. Сөнки һеҙ күп кенә мәсьәләләрҙә башҡа кешеләр кеүек була алмайһығыҙ, ҡайһы бер ғәмәлдәрҙе башҡарыуҙан тыйылаһығыҙ, үҙегеҙҙе даими контролдә тотаһығыҙ. Ә бына үҙегеҙ был яуаплылыҡты нисек тояһығыҙ? Таңсулпан Даһи ҡыҙы: Һеҙҙең һорауығыҙҙа уҡ минең яуабым сағылыш таба ла инде. Ысынлап та, ғорурлыҡтан яуаплылыҡ күберәк. Был хаҡта минең яҙғаным да, һөйләгәнем дә булды. Мине Дәүләкән ҡалаһында өләсәйем Мәдхинур Хәйрулла ҡыҙы Бабичева тәрбиәләп үҫтерҙе. Атайымдан өс йәшемдә тороп ҡалғанмын. Атайым Рәми Ғариповтар менән Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыған, яҙыусы булырға хыялланған. Уҡыуын тамамлағас, пароход менән ҡайтырға сығып, Волгала батып үлә ул. Әсәйем сиргә дусар булғас, мине өләсәйем үҙ ҡанаты аҫтына ала. Ул 1936 йылда Дәүләкәндә педучилище асылғас, шунда уҡытырға бара. Заманына күрә алдынғы ҡарашлы уҡытыусы өләсәйем ул саҡта педучилищеға килеп йөрөгән яҙыусылар Дауыт Юлтыйҙар, Мәжит Ғафуриҙар менән аралаша. Бер ваҡыт беҙгә Фәсәхәт апай Бабичева килде. Шул килгәнендә ул Шәйехзада Бабичтың 1957 йылда сыҡҡан китабын күрһәтте. Тап шул саҡта миндә затыма ҡараған шағирҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Фәсәхәт апай китапты беҙгә ҡалдырҙы, әммә өләсәйем шиғри йыйынтыҡты аҫҡараҡ йәшереп: "Шәйехзада Бибич беҙҙең туған тип бер кемгә лә һөйләнеп йөрөмә", - тип киҫәтеп ҡуйҙы. Һуңыраҡ Бабич тураһында күп мәғлүмәткә эйә булыусы атайым яҡлап туғаныбыҙ Рафиҡ Бабич, Бабич хаҡында яҙып сыҡҡан шағирҙар Ғәзим Шафиҡов, Рауил Бикбаевтар менән аралашҡас, күп нәмәгә күҙҙәрем асылды. Шәйехзада Бабич мәшһүр шағир ғына түгел, республикабыҙҙың барлыҡҡа килеүендә йәнен фиҙа ҡылған батыр йәнле, ҡаһарман йөрәкле шәхес булған. Баҡтиһәң, репрессиялар башланғас, өләсәйемдең дүрт ағаһын, 82 йәшлек атаһын ҡулға алғандар. Атаһы Белорет төрмәһенә барып етә алмай, юлда вафат була. Өләсәйемдең Бабичтың китабын йәшереп, уның хаҡында башҡаларға һөйләүемде тыйыуының сәбәптәрен дә аңланым. Ул ошо юл менән мине золомдан йолорға теләгән. Өләсәйем миңә 12 йәш тулғанда донъя ҡуйҙы. Донъя әҙәбиәтенә, сәнғәткә, театрға һөйөүҙе миндә ул тәрбиәләне. Бабайыбыҙ Шәйехзада Бабич затына ҡарауыбыҙға бәйле яуаплылыҡты ла өләсәйем тәрбиәләне. Хатта уның исемен әйтергә тыйыуында ла оло кинәйә, йәшертен мәғәнә бар ине. Беҙ барыбыҙ ҙа, атайым яғынан да, әсәйем яғынан да уҡытыусылар. Үҙ илеңде, халҡыңды яратыу, бөтә ғүмереңде донъяны ағартыуға ҡороу беҙҙең ҡаныбыҙҙа. Шуға күрә тормоштоң төрлө хәлдәре ике юлдың береһен һайлау кеүек һынауҙар алдына ҡуйғанда Бабич рухы үҙенән-үҙе дөрөҫ юлға сығара килде. Был матур һүҙҙәр генә түгел, сөнки дөрөҫ булмаған аҙымым өсөн выждан ғазабы кисергән саҡтарымды хәтерләмәйем. Рушана Юрий ҡыҙы: Мин дә, әсәйем кеүек, бәләкәй генә сағымда Фәсәхәт апайҙың беҙгә килгәнен хәтерләйем. Улар әсәйем, өләсәйем менән һөйләшә инеләр. Шәйехзада Бабич исемен тәүге тапҡыр уларҙан ишеттем. Шул уҡ ваҡытта уның хаҡында күп тә һөйләмәйҙәр ине. Исеме сәй табынында шым ғына әйтелде. Сәнғәт институтының тәүге курсында уҡығанда Бабичтың шиғырҙарын ишетеп, хайран ҡалдым. Ҡан хәтерем уяндымы икән, шағирҙың моңло шиғырҙары миңә шул тиклем яҡын, үҙемдеке булып тойолдо. Артабан инде уның шиғырҙарын үҙем дә уҡый башланым. Шундай һорауға ла яуап эҙләнем: 24 йәшкә генә еткән Бабич нисек итеп халҡының тарихи аһәңен үҙ йөрәге аша үткәреп, тотош дәүер йәшәп өлгөрҙө икән? Бабич миңә ҡандаш олатай ғына түгел, ә үҙенә тиңләшергә саҡырған образ, һын да булды. Миндә уның ҡаны типкән өсөн дә башҡаларҙан яҡшыраҡ эшләргә тейешлегемде аңлап үҫтем. Таңсулпан Даһи ҡыҙы:Рушананың улы Дауыт ейәнемә алты йәш сағында: "Һинең әсәйең актриса, өләсәйең халыҡ артисы, атайыңдың атаһы Тимер ҡартатайың халыҡ шағиры", - тигәйнем, ул: "Миңә һеҙҙең менән бик ауырға тура киләсәк", - тип яуапланы. Был да Бабич нәҫеленә ҡарауҙың иң юғары яуаплылыҡ кимәле сағылышы. Дауыт был һүҙҙәре менән, һеҙгә лайыҡлы ейән булыуы миңә ауырға тура киләсәк, тигәнде лә аңлатырға теләне бит инде. Рушана Юрий ҡыҙы: Бында һәр башҡорт үҙ шәжәрәһен ятҡа белергә бурыслы булыуы ябай ғына талап түгеллеген дә аңларға булалыр. Был ата-бабаларыбыҙ рухы алдындағы оло яуаплылыҡ та. Таңсулпан Даһи ҡыҙы: Бына беҙҙең Фәсәхәт апайыбыҙ үҙенең бар ғүмерен Шәйехзада Бабичҡа бағышлаған. Уның хатта үҙ ғаиләһе лә булмаған. Шағир тураһында кемдә ниндәй мәғлүмәт бар, уларҙың барыһы менән дә осрашҡан. Үҙ ҡулы менән яҙған шәжәрәбеҙҙе миңә лә бирҙе Фәсәхәт апай. Ул ваҡытта тарихсы Әнүәр Әсфәндийәров төҙөгән шәжәрә лә беҙгә таныш түгел ине. Тәүҙә Фәсәхәт апай яҙмаларына мин шағир хаҡында биографик белешмә итеп кенә ҡараным, һуңынан тәүге тапҡыр спектакль эшләй башлағас, фильм төшөргәндә күктәрҙән килгән мәғлүмәт рәүешендә бик күп нәмәләр асылды. Бер нисә йылдан һуң кейәүем - режиссер Булат Йосопов менән бергә фильмға тотонғанда тағы ла бик күп асыштарға юлыҡтыҡ. Яҙыусы Наил Ғәйетбай роман да яҙҙы. Бабичҡа һәйкәл асылыуын һеҙ нисек ҡабул иттегеҙ? Элек беҙ был турала хыяллана ла алмай инек. Һәйкәл урынын оҡшатмаусылар ҙа бар. Әммә арбаһына типография тейәп йөрөп, башҡорт матбуғатына нигеҙ ташы һалыусы, шул юлда йәнен фиҙа ҡылыусы шағирға һәйкәлдең нәҡ телеүҙәк ҡаршыһында ҡуйылыуы урынлы, минеңсә. Бабич Салауат һәйкәленә барған юлда Вәлиди урамына ҡарап тора... Таңсулпан Даһи ҡыҙы: Бабичтың исемен мәңгеләштереү буйынса 1924 йылда уҡ бик күп саралар проекты төҙөлә. Әммә улар, билдәле сәбәптәр арҡаһында, тормошҡа ашмай. Бер нисә йылдан һуң исеме кире ҡайтарылған хәлдә лә, уның хаҡында айырым кешеләр, яҙыусылар, ғалимдар, зыялылар ғына белде. Ә бына республикабыҙҙың 100 йыллығын байрам иткәндә уға һәйкәл ҡуйылыуы шағирҙы киң планда танытты. Ысынын әйткәндә, беҙ һәйкәлде икенсе урында күргәйнек. Әле килеп һеҙ әйткән ергә килеп баҫҡас, үҙе шул урында торорға теләгәндер, тигән һығымта яһаныҡ инде. Ысынлап та, мистикаға килгәндә, донъяла үҙенән-үҙе генә хәл ителә торған күренештәр ҙә була. Рушана Юрий ҡыҙы: Фильмдан һуң Бабичҡа һәйкәл ҡуйылыуы миңә тәбиғи тойолдо. Фильмдың логик тамамланышы ла булды ул һәйкәл. Йыл һайын беҙ, Бабичевтар, уның һәйкәле янына йыйылабыҙ. Таңсулпан Даһи ҡыҙы: Шул һәйкәл ярҙамында күпме нәҫелдәштәребеҙҙе, йәғни, һеҙ әйткәнсә, Шәйехзада ауылы ағзаларын таптыҡ. Ҡыйғаҙытамаҡтан да, Әсәндән дә бик күп туғандар килде. Улар барыһы ла сәнғәткә яҡын. Сәнғәт уларҙың төп һөнәре булмаһа ла, йә йырлайҙар, йә бейейҙәр, йә шиғыр яҙалар, ҡыҫҡаһы, үҙешмәкәр артистар. Үҙҙәрендә Бабичтыҡы һымаҡ балагурлыҡ сифаты ла бар. Инде һүҙгә байҙар, бәхәсләшеп тә китәләр, шаяралар, лаҡап һөйләйҙәр. Илеш районының Лаяшты ауылында Шәйехзаданың апаһының ейәнсәре Майса апай балалары менән йәшәне. Ул балалар барыһы ла шиғыр яҙа. Үҙенсәлекле ярыш та ойошторалар. Алдан тема билдәләйҙәр ҙә, шул темаға шиғыр яҙып ярышалар. Ундай конкурстың берәй ерҙә үткәне бармы икән? Бындайҙы тик Бабич заттары ғына башҡара алалыр. Йә булмаһа, Чесноковка ауылында йәшәүсе Тәбрис ағай Бабичевты ғына алайыҡ. Ул туғандарыбыҙҙы бергә туплаусы ла, барлыҡ сараларҙы ойоштороусы ла. Тәбрис ағай социаль селтәрҙә Бабичевтарҙың эшмәкәрлеген яҡтыртып бара. Ватсапта "Бабич туғандары" тигән чатыбыҙ ҙа бар. Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында музей ойоштороуҙа, күргәҙмә әсбаптар туплауҙа барыбыҙ ҙа ҡатнаштыҡ. Йыл һайын ике тапҡыр барып торабыҙ ул яҡҡа. Мотлаҡ рәүештә һәйкәл янында ла осрашабыҙ. Фотоға төшәбеҙ, сәскәләр һалабыҙ. Беҙҙе унда Бабич рухы, Шәйехзада ауылы йыя. Һәр бер ата-әсә үҙе кисергән ауырлыҡтарҙы балаһына теләмәйҙер ул. Таңсулпан Даһи ҡыҙы, һеҙ бигүк еңел булмаған һөнәр вәкиле булараҡ, Рушананың сәнғәт юлын һайлауына нисек риза булдығыҙ? Ҡытай фәйләсүфе Ошоноң фекеренсә, тик балаһы өсөн генә йәшәгән ата-әсәнең үҙ тормошо, ата-әсәһе өсөн йәшәгән баланың үҙ тормошо булмай... Таңсулпан Даһи ҡыҙы: Рушананың мин һайлаған һөнәргә тәбиғәте менән тап килгәнен күреп, мин уны, был юлдан барма, тип тыя алманым да, тыйырға тырышманым да. Хатта был турала уйламаным да. Рушана урта мәктәпте бөтмәҫ элек сәнғәт институтына кандидат булып уҡырға килде. Ул ваҡытта был алым рөхсәт ителә ине. Хәҙер Берҙәм дәүләт имтихандары башланғас, был мөмкин түгел. Рушананың һеңлеһе Рената хореографик училище тамамлап, шунан актерға уҡып, хәҙер хореграф булып эшләп йөрөй. Фәйләсүф Ошоноң фекере менән килешергә лә, килешмәҫкә лә була. Бына минең әсәйем тормошоноң ҙур өлөшөн миңә бағышланы. Ул 50 йәшендә эшен ташлап, Рушананы ҡарашырға тип беҙгә күсеп килде. Үҙенсә был аҙымын ауырып, бала сағымда мине ҡарай алмауы менән аңлатты. Әгәр ҙә уның ярҙамы булмаһа, мин ҙур эштәр башҡара алмаҫ инем. Ижадсыға ярҙам, таяныр кеше кәрәк. Минең ярты уңыштарым әсәйемдең ярҙамы менән тормошҡа ашты. Артист тормошо нормативтарға һыймай, иртәнән башлап төн уртаһына тиклем эштә, гастролдәр, концерт программалары... Һуң ғына өйгә ҡайтҡанда балалар ҡараулы, йортоңда барыһы ла әҙер, был ҙур бәхет. Әсәйем булмаһа, мин актриса була алмаҫ инем. Ә бына үҙем, өләсәй булараҡ, Рушананың, Ренатаның балаларына әсәйем һымаҡ була алдым тип әйтә алмайым. Рушана Юрий ҡыҙы: Дауыт мәктәптәге дәрестәренән һуң әсәйемдең эшенә килә торғайны. Әле улыма 19 йәш, ул Санкт-Петербургта уҡый, тарих ярата, халыҡ-ара кимәлдә белгес булырға ниәте. Бала сағында артист булырға хыяллана торғайны. Үҙем ошо һөнәрҙе һайлаған саҡта әсәйемдең юлын дауам итәм тип бөтөнләй уйламаным да. Уйлаһам, был юлды һайламаҫ инем. Мин бәләкәйҙән актриса булам тип хыялланманым, ә актриса булырымды белдем. Әҙәби китап уҡыһам, унда үҙемде шундағы бер персонаж итеп күрҙем. Тәүҙә княгиня Ольганы уйнарға хыял йөрөттөм. Мәктәпте тамамлар алдынан актрисаға уҡырға барырға ниәтемде әсәйемә әйткәйнем, ул: "Эйе, был бик яҡшы шөғөл", - тип кенә яуап бирҙе. Ижадыңдың тәүге осоронда ла әсәйеңә оҡшарға тырышманыңмы? Рушана Юрий ҡыҙы: Юҡ, бер ҙә оҡшарға тырышманым. Беҙ икебеҙ сәхнәлә ике төрлө характер, ә бына Рената сәхнәлә әсәйемә оҡшаған. Беҙ һеңлем менән дә икебеҙ ике төрлөбөҙ. Мин октябрҙә, ул мартта, ул иртәнсәк 6 сәғәт 30 минутта, мин киске 6 сәғәт 30 минутта тыуғанбыҙ. Әгәр ҙә режиссер һеҙгә бер ниндәй ҙә тексҡа таянмайынса, үҙегеҙҙе уйнарға ҡушһа, ул ниндәй спектакль булыр ине? Таңсулпан Даһи ҡыҙы: Улай булғаны юҡ әлегә. Ә былай, һәр бер спектаклдә актер нисәлер процент үҙен уйнай. Үҙ фекерең, үҙ нервы системаң, үҙ реакцияларың барыбер ҙә сағылыш таба. Күп уйнай торғас, ролең үҙ балаң һымаҡ булып бөтә. Әгәр ҙә персонажың һинең характерыңдың ҡапма-ҡаршыһы икән, был осраҡта проценттар ҙа әҙерәктер. Рушана Юрий ҡыҙы: Миңә үҙемә абсолют тап килмәгән ролде башҡарыу бәхете тәтене. Ундай ролде уйнауы ҡыҙыҡ. Линас Зайкаускастың "Шыуышма"һында ("Лавина") акушерканы уйнаным. Нимә генә булмаһын, сәхнәгә персонаж түгел, һин сығаһың. Ни өсөн халыҡ актерҙарҙы ныҡ ярата? Таңсулпан Даһи ҡыҙы: Әллә инде. Мин утыҙ йыл сәхнәлә уйнаным, педагогик стажым да утыҙ йыл. Ун йыл буйына актер ҙа булдым, уҡыттым да. Һуңғы егерме йылда мин тик педагог ҡына. Ошо егерме йыл эсендәге эштәрем актриса хеҙмәтемдән утыҙ тапҡырға күберәктер. Әммә ҡайҙа ғына бармайым, миңә барыбер актриса тип ҡарайҙар. Рушана, мин һине һәр ваҡыт "Салауат" трагедияһындағы эстон ҡыҙы Ану итеп күрәм... Рушана Юрий ҡыҙы: Бөтә персонаждарыңа ла йәнеңдең бер өлөшөн һалаһың бит инде. Шунһыҙ роль килеп тә сыҡмай. Мин Ануҙы уйнағанда тәжрибәм бик аҙ ине, бәлки, шуға ла унда Ануға ҡарағанда үҙем күберәк булып, шуға мине унда күрәһегеҙҙер. Халҡыбыҙҙа "Ҡыҙыңды ҡырҡ ерҙән тый" тигән һүҙ бар. Рушананы һеҙ тыйып тәрбиәләнегеҙме? Таңсулпан Даһи ҡыҙы: Беренсегә ишетәм был хаҡта. Мине өләсәйем дә бер нәмәнән дә тыйманы, әсәйем дә тауыш күтәреп мине әрләгәне булманы. Дәрес әҙерләү һымаҡ мәсьәләләрҙә нимәлер уға әйткәнмендер, ә бына ҙур кимәлдә мин уны тыйманым да, әрләмәнем дә. Һәр бер кешенең эсендә намыҫы була, намыҫ - ул Хоҙай менән бәйләнеш. Әгәр ҙә кешенең иманы бар икән, ул нимә эшләргә ярағанын, нимә эшләргә ярамағанын үҙе белә. Мин ҡыҙымды бер ниндәй ғәйебе өсөн дә мөйөшкә баҫтырып ҡуйманым. Рушанам - ул ыңғайлыҡтың идеалы. Дауыт ейәнемде генә үҫмер сағында компьютерҙа уйнауҙан тыя инем тыйыуға, әммә ул уйындарҙың ыңғай яғы шунда: хәҙер йәштәр шул уйындар ярҙамында ныҡ үҫешә. Минеңсә, баланы тыйыуға, әрләүгә ҡарағанда уға һайларға мөмкинлек бирергә кәрәктер. Нимәнең яҡшы, нимәнең насар икәнлеген бала үҙе айырған осраҡта ғына тәрбиә һөҙөмтәле, минеңсә. Әсәй менән ҡыҙ кеше әхирәт була аламы? Иң йәшерен серегеҙҙе бер-берегеҙгә сискәнегеҙ бармы? Рушана Юрий ҡыҙы: Әлбиттә, әсәйем минең иң яҡын әхирәтем, ул минең барлыҡ серҙәремде белә. Таңсулпан Даһи ҡыҙы: Мин Рушана менән дә, Рената менән дә әхирәт, икеһе менән дә серҙәребеҙ уртаҡ. Кеше донъяға тыуа, һөнәр үҙләштерә, балалар үҫтерә, ҡартая һәм баҡыйлыҡҡа күсә. Уның балаларын да, балаларының балаларын да шул уҡ баҡыйлыҡ көтә. Ошоларҙы белә тороп, кеше барыбер тырышып-тырмашып йәшәй. Логик яҡтан ҡарағанда бынан да мәғәнәһеҙерәк күренештең булыуы мөмкинме? Һеҙҙеңсә, йәшәүҙең мәғәнәһе нимәлә? Бына Рушана менән һуңғы тапҡыр әллә ҡасан осрашҡайныҡ, әгәр һеҙ әңгәмәгә саҡырмаһағыҙ, һаман осраша алмаҫ инек. Барлыҡ ошо ваҡ эштәрҙе башҡарғанда һин үҙ ғүмереңдә башҡарасаҡ иң төп бурысыңды ла онотмаҫҡа тейешһең. Ғүмерең бөтөп, Хоҙай алдына баҫҡанда уға нимә тип өндәшергә һуң? Әңгәмәбеҙҙең башына ҡайтһаҡ, 24 йәш кенә йәшәгән Бабич үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә барыһын да эшләп өлгөргән. Үҙе хатта өйләнеп, балалар тәрбиәләп өлгөрмәһә лә. Тимәк, ул нимә өсөн тәғәйенләнгән булһа, шуны эшләп өлгөргән. Рушана Юрий ҡыҙы: Әсәйемдән яҡшыраҡ итеп әйтә алмам: Бабич бабабыҙ һымаҡ был ғүмерҙе лайыҡлы итеп үтергә кәрәк беҙгә лә! Һуңғыһы Познерҙың классик һорауы: Хоҙай янына барғас, уға нимә тип әйтерһегеҙ? Таңсулпан Даһи ҡыҙы: Хоҙайым, Һин күрһәткән юлдан атланым һәм Һинең яныңа минең өсөн асҡан юлдан килдем! Рушана Юрий ҡыҙы: Һинең менән осрашыуыма мин бик шатмын, Хоҙайым!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо. "Киске Өфө" гәзите, №47, 2021 йыл
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=5256
|