+24 °С
Ямғыр


Өфөлә «Родина» кинотеатрында режиссер Фәрзәнә Утарбаева төшөргән «Нигеҙ» фильмының премьераһы үтте. Ҡыҫҡа метражлы картина ауылдарҙың ҡороуы, тамырҙар менән бәйләнеш юғалыуы хаҡында. Йәш режиссер мөһим проблемаларҙы күтәрә. Төп ролде Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин һәм Стәрлетамаҡ драма театры актеры Рәсил Сынбулатов башҡара.
Кино оҙаҡламай Мораҡта, Сибайҙа, Чебоксарҙа (Халыҡ-ара кинофестиваль сиктәрендә) һәм йәнә Өфөлә күрһәтеләсәк!
#Росмолодежь #РосмолодежьГранты