Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
24 Май 2024, 08:50

Өфөлә ''Китап-байрам'' йәрминкәһе асылды

Өс көн дауамында ҙур нәшриәттәр, китап магазиндары һәм моделле китапханалар күргәҙмәһе эшләйәсәк.

Өфөлә ''Китап-байрам'' йәрминкәһе асылдыӨфөлә ''Китап-байрам'' йәрминкәһе асылды
Өфөлә ''Китап-байрам'' йәрминкәһе асылды

Бөгөн Өфөлә «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһен ҡабул итә. Әлеге мәлдә Совет майҙанында был ҙур ваҡиғаны асыу тантанаһы үтә. Унда республика Башлығы һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнаша. Өс көн дауамында ҙур нәшриәттәр, китап магазиндары һәм моделле китапханалар күргәҙмәһе эшләйәсәк. Шулай уҡ төрлө кино күрһәтеүҙәр, спектаклдәр, ижади конкурстар һәм яҙыусылар Олег Рой, Дарья Донцова һәм башҡалар менән осрашыуҙар планлаштырылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Китап-байрам" үткәреү менән бәйле Пушкин урамы — Цурюпанан Ленинға тиклем, шулай уҡ Совет урамы — Зәки Вәлидиҙән Пушкин урамына тиклем ябылды.

Автор:Фагим Ахмеров
Читайте нас