+24 °С
Ямғыр
Йәш йырсы Алмас СИРУСИН моңло тауышы, үҙенсәлекле башҡарыу манераһы һәм йырға булған һаҡсыл ҡарашы менән тамашасыны әсир итте. Бөгөн күптәр йырлап өлгөрмәй, үҙенә төрлө юлдар менән “пиар” эшләй, уңлы-һуллы шәхси тормошо тураһында һөйләп, танылыу ала. Ә Алмасды бары тик сәхнәлә күрергә була, хатта социаль селтәрҙә лә уның тураһында мәғлүмәт табыу мөмкин түгел, шикелле. Был көндәрҙә Алмастың шатлығы ҙур - ул Ҡазан ҡалаһында Рәшит Ваһапов исемендәге халыҡ-ара йыр фестивалендә ГРАН-ПРИҒА лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ, Алмас! Артабан да тик уңыштар булһын. "Шоңҡар"ҙар.